Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Шағир рухы бында һаман, Бында илһам үрҙәре”
“Шағир рухы бында һаман,  Бында илһам үрҙәре” Һәйкәлдәргә урын таҙарттым...

Үҙ баһамды беләм,
Өҫтөндәрҙең
Яндарынан ҡыҙығып үткән юҡ.
Яҙмыш ҡай саҡ ҡыйырһыта икән,
Ҡыйырһыта бирһен —
Үпкәм юҡ.
Яраларым булды,
Яматтым да,
Ҡабат йығылып, ҡабат ҡанаттым.
Эшем ауыр ине,
Ғүмер буйы
Һәйкәлдәргә урын таҙарттым.
Үҙ эшемде беләм.
Шул эшемдән
Йөрәк туҡтамайса туҡтамам.
...Майҙандарҙа, ана, һәйкәлдәр бар,
Һәйкәлдәргә ҡарап һоҡланам,
Тип яҙҙым мин.
Әммә үткән йылдар
Ышанысты йыға һуҡтылар.
Мин табынған теге һәйкәлдәр ҙә
Ялған һәйкәл булып сыҡтылар.

Идеалдарҙан ҡалды күмерҙәр.
Эх, заяға үткән ғүмерҙәр...


Күңелдәрем
тыныс түгел


Аһ, күңелем тыныс түгел...
Ниңә һүҙем борос түгел?
Мөнбәрҙәргә менеп алған
Таҫма телде өтөр ине,
Буш вәғәҙәләр бөтөр ине.
Шунһыҙ күңелем тыныс түгел...

Аһ, күңелем тыныс түгел.
Ниңә һүҙем ҡылыс түгел?
Илде баҫҡан дейеүҙәрҙең
Ете башын сабыр ине,
Эҙләгәнен табыр ине.
Шунһыҙ күңелем тыныс түгел...

Аһ, күңелем тыныс түгел.
Ниңә үҙем ҡорос түгел?
Хыялымдың урманынан
Тик төпһәләр ҡала инде,
Беләктәрем тала инде –
Шуға күңелем тыныс түгел...


Ерҙе ҙурайтам

Элек кеше йәйәү йөрөгән,
Ер шары ла ҙур булған.
Берәй ергә барам тиһә,
Етә алмай бер булған.

Барған һайын шул еребеҙ
Бәп-бәләкәйләнә.
Алыҫ ара “һә” тигәнсе
Үтер юлға әйләнә.

Машинала, самолетта
Ҡайҙарға елдермәйбеҙ!
Тиҙ етәбеҙ, асҡан күҙҙе
Йомоп та өлгөрмәйбеҙ.

Кесерәйеү шул тиҙлектә
Барһа артабан әгәр,
Ер шары тороп ҡалмаҫмы
Борсаҡ ҙурлығы ҡәҙәр?

Шундай хәлдәр булмаҫ өсөн
Тәү хәлгә ҡайтыу кәрәк,
Кесерәйеп ҡалған ерҙе
Ҡабат ҙурайтыу кәрәк.

Мин ҙурайтыу серен беләм!
Маҡтанып күкрәк һуғам:
Аҡсам бөткән. Иртәгә үк
Йәйәү йөрөргә сығам...


Ҡурҡыталар

Беҙ кризиста тыуғанбыҙ,
Беҙ — кризис балаһы.
Кризиста тыуғандарҙың
Кем икән һуң бабаһы?
Яңы йыр.
Көнө-төнө әй шаулайҙар:
Кризис та кризис!
Беҙҙе ҡурҡытмаҡсылармы?
Шуны аңлап булмай һис.

Ҡурҡытырһың беҙҙе! Беҙ бит
Кризиста тыуғандар,
Кризиста үҫә-үҫә
Үҫеп кеше булғандар.

Беҙгә барыһы нипочем,
Ут-һыуҙарҙы үткәнбеҙ,
Кризиста йәшәүҙәргә
Күнегеп тә бөткәнбеҙ.

Кризис бөтһә, ни ҡылырбыҙ? —
Ирекһеҙҙән уйлата.
Уға өйрәнеп булырмы? –
Шуныһы ҡурҡыу уята.


Туғандар

Кеше кешегә туған, дуҫ, —
Ник булһын элек кенә?
Хәҙер ҙә, тим, тораларҙыр
Туған тип бейеп кенә.
Күрермен, тим, күҙәткәндә
Иғтибар биреп кенә.

Башҡа төшкәс, бер түрәгә
Керҙем баш эйеп кенә.
Әйттем уға: “Йомошом бар,
Туғаным!” — тиеп кенә.
Ә ул ҡыуҙы ла сығарҙы
Арт һанға тибеп кенә.

Инде киттем депутатҡа,
Ултыра көлөп кенә.
Әйттем: “Һиндә йомошом бар,
Туғаным!” — тиеп кенә.
Буш вәғәҙә биреп ҡалды
Танауын сөйөп кенә.

Илдә кем һуң йомошомдо
Хәл итер белеп кенә?
Президентты йәшәй тиҙәр
Үҙ халҡын һөйөп кенә.
Уға хат яҙҙым: “Ярҙам ит,
Туғаным!” — тиеп кенә.

Унан ярҙам килер, тимен,
Китмәһәм үлеп кенә.
Кеше — кешегә туған, дуҫ —
Ник булған элек кенә?
Юғалтыуҙар күңелемде
Гел тора телеп кенә.


Бай бисә

Килемдәрҙе декларациялау тураһындағы закон сыҡҡас, бай ҡатынлы чиновниктар бермә-бер артты.

Һай, бай бисә, бай бисә,
Ҡояш бисә, ай бисә,
Өйҙә ятып байлыҡ йыйҙың,
Бер ни юҡ ине кисә.

Һай, бай бисә, бай бисә,
Йондоҙ бисә, ай бисә,
Йортоң нисә, дачаң нисә,
Машиналарың нисә?

Һай, бай бисә, бай бисә,
Шәкәр бисә, бал бисә,
Кемдең шулай харам малы
Һинең исемгә күсә?

Һай, бай бисә, бай бисә,
Зифа бисә, тал бисә,
Түрә ирең бомж даһа!
Бының серен кем сисә?


Осалмаҫһың

Кемдәр генә яуламаған икән
Балҡып ятҡан тауҙар түбәһен.
Аяҡтарың арып туҡтағандар,
Ә һин һаман шыуышып менәһең.
Ихтыярың көслө, күрәһең.

Балҡып ятҡан шул тауҙарға менеү
Юҡ, үҙмаҡсат түгел ни бары.
Ҡанатлылар унан старт ала
Осоу өсөн тағы юғары,
Һыҙылып ҡала зәңгәр юлдары.

Ихтимал, һин тауға менерһең дә,
Юҡҡамы ни устар ҡабарттың.
Йылан осҡанды кем күргәне бар?
Осалмаҫһың, юҡ бит ҡанатың.
Шыуышып йөҙ генә ҡарайттың.


Шағир аэродромы

Дүртөйлөлә аэродром бар,
Ул аэродром — Миңеште.
Юҡ ул ундай аэродром, тип
Берәү юҡҡа еңеште,
Аҙаҡ барыбер килеште.

Назар Нәжми киң донъяға
Осмағанмы ошонан?
Уның үлмәҫ йырҙарына
Һеҙҙең моңдар ҡушылған.
Ул бит осҡан ошонан.

Шағир шағир буламы ни
Йыры ерҙә тыумаһа?
Рухы кире ҡайтмаҫ ине
Ҡуныр урын булмаһа,
Йыры бында тыумаһа.

Шағир рухы бында һаман,
Бында илһам үрҙәре.
Аэродром ул, миңештеләр, —
Һеҙҙең күңел түрҙәре.
Бында илһам үрҙәре.


Марат Кәримов, Башҡортостандың халыҡ шағиры




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779