Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Илде имләр Ил инәһе
Илде имләр Ил инәһе Уҙған быуаттың 70-се йылдарында БДУ-ның башҡорт филологияһы факультетында уҡып йөрөгәндәр бөгөн ҙур шатлыҡ тойғоһо кисерә: Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Факиһа Туғыҙбаеваға “Башҡортостандың халыҡ шағирәһе” тигән маҡтаулы исем бирелде. Ул, ысынлап та, ошо юғары исемгә лайыҡ. Әҙибәнең тормош юлы, эшләгәндәре бер нисә кеше ғүмеренә етерлек. Ҡарап тороуға ябай ғына күренгән Факиһала күп ир-атта булмаған ҡөҙрәт, тәүәккәллек, яуаплылыҡ ни тиклем көслө икәнен уның үҙен яҡындан тороп белгәс, бигерәк ныҡ аңлайһың.
Беҙҙең бала саҡта ла, студент йылдарында ла бәләкәстәр өсөн китаптар бик аҙ сыҡты. Ауыл китапханаһына килеп етһә лә, улар тиҙ арала таушалып бара ине. Башҡорт балаһы үҙ телендә рәхәтләнеп уҡыһын, китаптар магазинда иркен һатылһын ине тигән хыял һәр ата-әсәне борсоно. Байтаҡтар балалар өсөн яҙып ҡараһа ла, ололарға яҙыуҙы ҡулайыраҡ күрҙе. Балалар матбуғаты ла “Башҡортостан пионеры” гәзите менән “Пионер” журналынан ары китмәне.
Ә бына Факиһа Туғыҙбаева балалар әҙә­биәтен, матбуғатын ыңғай яҡҡа үҙгәртер сифатҡа эйә булып сыҡты. Утыҙ йылдан ашыу ғүмере Башҡортостан балаларының рухи именлегенә бәйле булды. Оҙаҡ йылдар студенттарым менән балалар баҡсаларына, башланғыс мәктәптәргә тәжрибә тупларға йөрөнөм. Факиһа Туғыҙбаева ижадының һулышын, йөрәк тибешен шуға бик асыҡ күҙ алдына килтерәм. Эш барышында күпме алдынғы алымдар алға һөрөлдө, белгес-педагогтарға ҡәтғи талаптар ҡуйылды. Кескәйҙәр яратып ятларлыҡ ысын балалар шиғыры, һүрәттәрен аҡтарып ҡабат-ҡабат ҡарарлыҡ журнал, китаптар кәрәк ине. Тәр­биәселәр, уҡытыусылар матбуғат биттәрендә күренгәндәрен бөртөкләп йыйып барҙы, эшкә екте.
Факиһа Туғыҙбаева студент йылдарында уҡ етди эшмәкәрлеге, тырышлығы, бөхтәлеге, маҡсатлы булыуы менән айырылып торҙо. “Шоңҡар” әҙәби берекмәһенең эшен йәнлән­дереп, быны Ҡазан, Чебоксар, Стәрлетамаҡ вуздары менән бәйләү ҙә уның Башҡортостанда үҫеп килгән ижади көстәрҙе танытыуға һалған хәстәрлеге булды. “Бәпембә” ҡушымтаһын ойошторғас, республиканың төрлө төбәктәренән балалар өсөн яҙғандарҙы бөртөкләп йыйып, уларға ҡанат ҡуйып, артабан китап сығартып, ижади үрҙәргә әйҙәү ҙә Факиһаның балаларҙың рухи һаҡсыһы булыуын тағы бер тапҡыр раҫланы. “Аҡбуҙат” журналын ойоштороуы иһә Башҡортостан балалары өсөн ҙур бүләк ине, баҫма тәрбиәселәрҙең, уҡытыусыларҙың өҫтәлендә бик ҡәҙерле эш әсбабы булып торҙо. Замана өсөн бик әһәмиәтле был еңеүҙәрҙе уның уртаһында ҡайнағандар ғына асыҡ хәтерләй, Факиһа Туғыҙбаеваға бөтмәҫ рәхмәт тойғоһо менән йәшәй.
Уҙған быуаттың 80-се йылдары башында Факиһа Туғыҙбаева Сибай яҡтарына килеп, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында осрашыу­ҙар үткәрҙе, беренсе асыҡ дәрестә ҡатнашты, һуңынан “Милләт әсәһе – ысын башҡорт ҡатын-ҡыҙы ниндәй булырға тейеш?” тигән телевизион дәрес вариантын үткәреүҙә лә ярҙам итте. Республикала ойошторола башлаған башҡорт теле уҡытыусыларының ярыштарында ла ең һыҙғанып эшләне. Үҙен шул тиклем матур тотоуы, еренә еткереп кенә әйтә алыуы менән халыҡҡа яҡын һәм аңлайышлы ул.
Факиһа Туғыҙбаева республиканы иңләп-буйлап сыҡты, ололар менән ололарса, кеселәр менән кеселекле булып аралашты. Башҡорт­остан Мәғариф министрлығы менән Яҙыусылар союзы ышанып тапшырған һанһыҙ матбуғат мәшәҡәттәре, ил, йәмғиәт алдындағы яуап­лылығы уны ысын мәғәнәһендә Ил инәһе итеп танытты. Ул халыҡтың йәнен, һулышын тойоп, өлкәндәр өсөн дә, балалар өсөн дә нисәмә китап сығарҙы, шиғриәт өлкәһендә үрнәк булырлыҡ поэмалар, дастандар, реквием, һағышнамә, тематик яҡтан бер бөтөн шиғри шәлкемдәр ижад итте.
Республика көнөнә арналған бер сара ла уның шиғырҙарынан башҡа уҙмай. Тәбиғәт менән кеше бөтөнлөгө темаһы булһынмы, ҡатын-ҡыҙҙың бәхетте таный белеүе лә шиғыр һөйөүселәрҙе ҡабат-ҡабат уның китаптарын асырға мәжбүр итә. Күпме студенттарым тормошоноң иң ҡатмарлы мәлдәрендә Факиһа Туғыҙбаева шиғырҙары менән ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡты. Сөнки мин уларға: “Кешегә һөйләмәҫтәй йән ғазаптары кисерһәгеҙ, шиғриәткә һыйынығыҙ, унда йыуатыу һүҙҙәре лә, кәңәштәр ҙә тулып ята”, – тип өйрәттем.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779