Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡанатлы баһадир
Ҡанатлы баһадир (Ҡоддос батыр эҙҙәренән)
Иң шәп һорау
Мәктәпкә Советтар Союзы Геройы летчик-штурмовик Ҡоддос Латипов килә тигән хәбәр “йүкә” телефон аша “һә” тигәнсә Яңы Мишәр ауылының һәр өйөнә барып ишетелде һәм һуғыш һалған йәрәхәттәрҙән арынып, ҡәҙимге тыныс йәшәп ятҡан кешеләрҙең онотолоп барған йөрәк яраларын ҡуҙғытып, юғалтыу хәтирәләрен яңыртып, яуыз дошманға нәфрәтте ҡабаттан дөрләтеп ебәрҙе.
Ауыл кешеләре тыуған тупраҡты ҡосоп, яу ҡырында ҡанһырап ятып ҡалған яҡындарын хәтерендә терелтте; бынан илле биш-алтмыш йыл элек фронттан яҙылған, һандыҡ төптәрендә ҡомартҡы итеп һаҡланған өскөл хаттарҙы табып, ҡабат уҡып сыҡты, фотоһүрәттәрен иң күренгән ергә, өй түренә элеп ҡуйҙы; ҡанлы ғәрәсәттән иҫән-имен ҡотолоп, һуғыштан һуңғы емереклекте аяҡҡа баҫтырыусыларҙы ла, сулаҡ, йә сатан булып ғәрипләнеп ҡайтып, гүр эйәһе булғандарын да ололоҡлап иҫкә алып, һәр өйҙә тиерлек рухтарына бағышлап Ҡөрьән уҡытылды. Электән Ҡотдос Ҡәниф улын белгән оло быуын кешеләре, ата-әсәһе яғынан туған-тыумасалары, дуҫ-иштәре уны үҙҙәренә алып ҡайтып ҡунаҡ итмәксе булып, донъяһын, кәртә-ҡураһын рәтләне, һый-хөрмәтен әҙерләне. Ауыл оло байрам көткәндәй дәррәү тотоноп, урам буйҙарын биҙәне.
Бөйөк Ватан һуғышы ғәрәсәттәре алыҫайған, ветерандарҙың сафы һирәгәйгән һайын ҡанлы тарих кешеләрҙең күңел халәтенән сигенә бара. Шул сәбәпле хәҙерге уҡыусылар дәһшәтле һуғышты китаптарҙан уҡып, киноларҙан ҡарап ҡына белә. Тере Герой менән күрешеүҙе улар тере тарих менән осрашыу тип ҡабул итте һәм был шатлыҡлы көндө тиҙерәк ашҡынып көттө. Уҡыусылар белә ине, полкташтары Ҡотдос батырҙы әзмәүерҙәй кәүҙәһе, ныҡлы сәләмәтлеге, ҡурҡыу белмәҫ ҡыйыу йөрәге өсөн “ҡанатлы баһадир” тип атап йөрөткән. Тиҙҙән улар шул данлыҡлы шәхестең үҙен күрер, тауышын ишетер, телмәрен тыңлар. Их, тиҙерәк етһен ине шул шатлыҡлы көн!
Осрашыу сараһын ойоштороу "Эҙәрмәндәр" төркөмөнөң етәксеһенә, тарих уҡытыусыһы Йыһаннур Дәүләтбай улы Яҡуповҡа йөкмәтелде. Етәкләгән класына, энтузиастар булараҡ, летчик-штурмовик тураһында мәғлүмәт йыйып, стенд эшләргә ҡушылды. Ауылдарынан сыҡҡан данлыҡлы батыр менән сикһеҙ ғорурланған туғыҙынсылар алһыҙ-ялһыҙ тырышты һәм тиҙ арала мәктәп коридорының иң күренгән ерендә Ҡоддос Латиповҡа арналған күргәҙмә-стенд барлыҡҡа килде.
– Артабан да бөтә яуаплы эш башында туғыҙынсылар торор, – тине мәктәп директоры Сиражетдин Миңләхмәт улы Хәйретдинов.
Тарих уҡытыусыһы Йыһаннур ағай:
– Бөйөк Ватан Һуғышы тарихын ентекле өйрәнегеҙ. Полковник һорау бирһә, баҙап ҡалырлыҡ булмаһын, – тигәс, уҡыусылар китапхананала булған ошо осор тураһындағы барлыҡ китаптарҙы уҡып сыҡты.
– Ҡотдос Латиповтың үҙе хеҙмәт иткән авиаполктың хәрби летчиктары тормошон эҙмә-эҙлекле тасуирлаған әҙәби хроника бар. Бына шуларҙы табып уҡырға ине, – тине тарихсы. – “Голубок мой легкокрылый", "Витязи крылатые" , “Будь резвый, сокол ясный” тигән китаптары осраманымы һеҙгә?
– Беҙҙә бар улар! – Түбәһе күккә тейә яҙып шатланған Дания белгәндәрен бер тынала әйтеп ҡалырға ашыҡты. – Минең өләсәйем Миңлегөл менән улар бер класта уҡыған, өләскә автор китаптарын үҙе бүләк иткән.
– Ысынмы? Һин уҡыныңмы?
– Мәрхүм өләсәйем әрһеҙләйһегеҙ тип, беҙгә тоттормай, ап-аҡ сепрәккә төрөп, һандыҡта ҡәҙерләп һаҡлай торғайны. Был китаптарҙа класташым батырҙарса һуғышып һәләк булған хәрби летчиктарға һәйкәл ҡуйған, ти ине.
Уҡыусылар Данияны һырып алды:
– Миңә биреп тор әле китабыңды, бер көндә уҡып сығам!
– Берҙән-бер китап, берәмләп булмай. Класс сәғәттәрендә ҡысҡырып уҡырбыҙ. – Йыһаннур ағайҙың урынлы күрһәтмәһе бәхәскә урын ҡалдырманы.
Летчик-штурмовик... Советтар Союзы Геройы... Етмәһә, күренекле яҙыусы! Был ҡанатлы һүҙҙәр олоһонан алып кесеһенә тиклем һәр кемдең күңелендә ғорурлыҡ хисе уятты. Төпкөлдә ятҡан Яңы Мишәр ауылынан ошондай шәхес сыҡһын! Бар халыҡ арҙаҡлы ауылдашын үҙ туғанылай яҡын күрҙе.
Мәктәптә осрашыуға әҙерлек дәррәү барҙы: бөтә класс сәғәттәре Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығына арналды. Ауылдан сыҡҡан башҡа яугирҙәрҙең хәрби юлын өйрәнеү буйынса ла һәр класҡа задание бүлеп бирелде. Ошо эштәрҙең һөҙөмтәһе булып ике ватман битен тултырғансы викторина һорауҙары төҙөлдө һәм мәктәп коридорына эленде:
– Беҙҙең ауылдан нисә кеше һуғышҡа киткән? Шуларҙың нисәүһе әйләнеп ҡайтҡан?
– Уларҙың балалары кемдәр?
– Төпкөл ауылдан сығып Советтар Союзы Геройы булған башҡорт егетенең төп сифаттары ниндәй?
– Ҡоддос Латипов ҡайҙарҙа уҡыған?
– Ул нисек герой булып киткән? Боевой подвигтарын һанап сығырға.
– Башҡортостанда бөтәһе нисә Советтар Союзы Геройы исеме алған летчик бар?
– Әлеге ваҡытта иҫән геройҙар нисәү?..
Һуңғы линейкала мәктәп директоры Сиражетдин Миңләхмәт улы: " Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығын әҙерләп үткәреүҙә иң әүҙем ҡатнашҡан, бөтә викторина һорауҙарына дөрөҫ яуап биргән, яҡшы уҡыған, тәртип боҙмаған, спорт ярыштарында призлы урындар яулаған уҡыусылар йәйге каникулда Ҡоддос батыр эҙҙәренән экспедицияға сығасаҡ", – тип иғлан итте. Ҡайҙалыр барырға тиһәң, балалар тау аҡтарырға әҙер бит инде: уҡыусылар араһында һүҙ тик ошо сара хаҡында барҙы. Кемдәрҙе һайлап алырҙар? Ҡайһы ҡалалар аша уҙасаҡтар? Летчик-штурмовиктың китаптарын ҡайҙан табып уҡырға була?.. Ата-әсәләр Геройҙың әҫәрҙәрен эҙләп китапханалар буйлап йөрөп сыҡты, таба алмағас, Өфөләге, Мәскәүҙәге таныштарына хат яҙҙы. Ниһайәт, тағы бер нисә китап табылды. Баҡһаң, ауылдағы бер егет Һарытау ҡалаһындағы летчиктар әҙерләү мәктәбендә уҡый, унда Ҡоддос Латиповтың әҫәрҙәрен дәреслек урынына ҡулланалар икән. Буласаҡ хәрби летчик китапхананан алып тороп, почта аша мәктәпкә бер нисә китап һалып ебәрҙе.
Оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләгән Йыһаннур Дәүләтбаевичтың үҙенә генә хас бер ҡыҙыҡлы методик алымы бар: уҡыусыларҙың белемен ул йыш ҡына биргән һорауының эстәлегенә ҡарап баһалай. Ҡай саҡ зиһенле, отҡор бала шундай һорау биреп ҡуя, уға яуап эҙләп, хатта энциклопедиялар аҡтарырға тура килә. Был юлы ла уҡытыусы үҙенең ысулына тоғро ҡалды: абруйлы ҡунаҡҡа иң шәп, иң мәғәнәле һорау биреүсегә конкурс иғлан итте. Викторина һорауҙары алдан эленеп ҡуйылғас, уларға нисек тә дөрөҫ яуап бирә алырҙар, ә бына Геройҙың күңеленә ятырлыҡ иң шәп һорауҙы кем уйлап табыр? Бөтә мәктәп, бигерәк тә малайҙар, шул турала баш ватты.
Был осрашыуҙы иң ашҡынып көткәне туғыҙынсы класс уҡыусыһы, эҙәрмәндәр командиры Ғимранов Ҡоддос булғандыр. Ни өсөн тигәндә, Ғиндулла олатаһы ла үҙ ваҡытында герой менән бер синыфта уҡыған, улар бергәләп спорт ярыштарында ҡатнашҡандар, яҡын дуҫтар булғандар. Әй йылғаһында һыу инеп, балыҡ ҡармаҡлағандар, Ташкеләт башына менеп, усаҡ яғып, төндәрен күккә ҡарап, хыялланып ултырғандар.
- Һай, минең Ҡоддос дуҫ, һауалағы бөркөт бит ул! Үҫмер саҡтарҙа беҙҙең арала иң көслөһө ул булды. Хатта юғары класс егеттәре уның менән көрәшергә баҙнат итмәй торғайны,- тип һөйләгәне һаман ҡолаҡ төбөндә.
Улының улы тыуғас, Ғиндулла ҡарт:
- Ейәнемә исемде Ҡоддос тип ҡушабыҙ, әйҙә, ауылыбыҙҙан сыҡҡан герой кеүек ҡуш йөрәкле, еңелмәҫ батыр булып үҫһен,- тигән. Мулла саҡырып, аҙан әйттереп, сабыйға олатаһы теләгән исемде ататҡандар. Малай теремек булып үҫә. Аҙашы кеүек бәләкәй сағынан летчик булырға хыяллана, гел самолеттар менән һаташа, гел геройҙар тураһында уҡый, ә аҙашы летчик-штурмовик яҙған китапты айырыуса ярата. Үҫмер әле: "Их, олатайым тере булһасы, балалыҡ дуҫын күреп, ҡайһылай ҙа шатланыр ине. Йәл, яҡты донъянан иртә китте", - тип ҡәҙерле кешеһен һағынып хәтерләне.
Бына әҙерләнеп көткән осрашыу көнө килеп етте.
Саҡырылған ҡунаҡ тәғәйенләнгән ваҡытта еңел машинанан килеп төштө лә сәғәтенә күҙ һалды ла үҙ алдына һаран ғына йылмайып ҡуйҙы:
- Летчиктарса точность! Һынатмайбыҙ әле!
Орден, миҙалдар таҡҡан отставкалағы полковник тирә-йүнгә, Ташкеләт тауы яғына уйланып бер аҙ ҡарап торҙо ла баҙыҡ аҙымдар менән мәктәпкә табан атланы. Миҙхәт Сөләймән улы һәм тағы бер-нисә уҡытыусы ҡунаҡты көтәүәлләп, ҡапҡа тышында торалар ине, ҡолас йәйеп, ҡаршыһына ашыҡтылар:
- О, үҙебеҙҙең Ҡоддос ағайыбыҙ, имен –аман килеп еттегеҙме? Әйҙәгеҙ, мәктәбебеҙгә рәхим итегеҙ!
- Һаумыһығыҙ, ауылдаштарым, яҡташтарым!
Бер сафҡа теҙелгән юғары синыф егеттәре честь биреп, уны нәҡ ысын хәрбиҙәрсә сәләмләне:
- Здравствуйте, товарищ полковник Ҡоддос Ҡанифович!
Мәктәп директоры Сиражетдин Михңнәхмәт яурындарын турайтып, етеҙ аҙымдар менән Геройҙың ҡаршыһына атланы. Осрашыуға килеүсе уҡытыусылар, уҡыусылар, ауыл кешеләре ҡарашын уларға төбәне. Һөйкөмлө йөҙлө ҡунаҡтың киң йылмайыуы халыҡ йыйылған майҙанды яҡтыртып ебәргәндәй булды. Барыһының кәйефе күтәрелде. Һикһән йәшен артылғанда ла кәүҙәһен төп-төҙ тотоп, етеҙ аҙымдар менән атлап килгән бәһлеүән кәүҙәле уҙаманға ҡарап барыһы таң ҡалды: һуғыш ветеранының үҙен тотошона, буй-һынына, төҫ-башына ҡарап етмеште лә биреп булмаҫ ине. "Смирно"ға баҫып Рәсәй гимнын тыңлағас, тағы күңеллерәк булып китте. Һәр тарафтан "Урра! Ура-а-а!" тигән тауыштар яңғыраны.
Бер төркөм балалар йүгереп килеп, ҡунаҡҡа гөлләмә бүләк итте. Осрашыу кисәһе Герой хөрмәтенә әҙерләнгән әҙәби-музыкаль композициянан башланды.
Ҡоддос Ҡәниф улы сығыш яһаусы уҡыусыларға ҡарап: “Их, алыҫта, зәңгәр томандар артында ҡалды шул ошо балалар кеүек туп тибеп, ырғып, һикереп, летчик булырға хыялланып йөрөгән замандар”, - тип үҙенең мәктәп йылдарын иҫенә төшөрөп торғанда уны сәләмләргә теләгәндәй, көтмәгәндә зәңгәр күк йөҙөндә самолет пәйҙә булды. Йыһан киңлегенән килгән көслө мотор тауышын ишетеп, ихтыярһыҙҙан барыһы күккә төбәлде. “Ниндәй ғәжәп тап килеү! - тип уйланы ҡунаҡ. - Нәҡ ошо балалар кеүек сағында осҡос машинаны тәүләп күргәйне бит ул”. Ҡылт итеп барыһы иҫенә төштө: ул көндө малайҙар Әй буйында һыу инеп йөрөй ине, тәндәре ҡояшта сөгөндәй янған. Ул көндө лә Ҡотдос баш өҫтөндә ниндәйҙер геүләү ишетеп, күккә ҡарағайны. Атҡан уҡтай атылып зәңгәр күк йөҙөнән бер аппарат осоп барыуын күрҙе. Хайран ҡалған малай берсә уны ҙур бер ҡошҡа оҡшатты, берсә әкиәттәге осоусы балаҫ һымаҡ күрҙе. Бер аҙ текәлеп торғас, ҙур тиҙлек менән күҙ алдынан алыҫлаша барған осҡостан ҡалышмаҫҡа теләп, ҡулдарын болғай-болғай артынан йүгерҙе:
Эй осоусы аэроплан,
Ал мине үҙ яныңа.
Алһаң мине үҙ яныңа,
Ялдар булыр яныма.
Осоусы машина күҙҙән юғалғансы шулай һамаҡлап йүгерҙе лә йүгерҙе малай. Самолет гаризонтҡа инеп юғалғас ҡына ахмалға төшөп, кире яр буйындағы ҡыҙыу ҡырсынға килеп тәгәрәне. Күҙҙәрен йомдо ла татлы хыялға сумды. Имеш, ул аҡ болотар өҫтөнән икһеҙ-сикһеҙ киңлектә самолетта осоп бара. Ҡулында руль. (Ул саҡта малай самолеттың руле "штурвал" тип аталыуын белмәй ине шул). Их, шул рулде исмаһам бер тотоп ҡараһаң икән, тип хыялланды ул. Осоу шул тиклем рәхәттер инде! Ниңә кешеләрҙә лә ҡоштарҙыҡы кеүек ҡанаттар юҡ икән? Ул талмаҫ ҡанатлы булыр, йыһан гиҙеп көнө-төнө осор ҙа осор ине. Иҫендә, бер аҙ хыяли уйҙарға сумып ятҡандан һуң самолет килеп сыҡмаҫмы тип, ул тағы ҡарашын алыҫ горизонтҡа йүнәлтте. Тик күпме һағынып текләһә лә күктә бөркөткә оҡшаған төҙ ҡанатлы ҡош-осҡос күренмәне.
Ошо көндән алып туғыҙ йәшлек Ҡотдос тик самолетта осоу хаҡында хыялланды. Төштәрендә ул ҡоштай талпынып йыһанды гиҙҙе, көндөҙөн ҡағыҙҙан самолет яһап уйнаны, бөтә уйы-хисе зәңгәр күк бейеклегендә осоу булды. Ә дүртенсе класта уҡығанда фанерҙан аэроплан моделен эшләп шкаф башына ултыртып ҡуйҙы.
Ошоларҙы иҫләп торғанда оло хөрмәт менән ҡунаҡты һәм осрашыуға килеүселәрҙе мәктәпкә, йыйылыштар бүлмәһенә саҡырҙылар. Ярты йыл буйы фәҡәт Герой менән осрашыу теләге менән янып йәшәгән уҡыусылар Ҡоддос Латиповты алҡыштар менән ҡаршыланы. Миҙхәт Сөләймән улы трибунаға сығып осрашыу тантанаһын асыҡ тип иғлан итте һәм бер юлы саҡырылған ҡунаҡтың героик тормош юлы менән таныштырып үтте . Һүҙ башҡалабыҙҙан ауылдаштарын һағынып ҡайтҡан, халҡыбыҙҙың ғорурлығы булған Мәсетле яғының арҙаҡлы шәхесе Ҡоддос Ҡәниф улына бирелде.
Ауылдаштарының ихлас яратып төбөлгән ҡыҙыҡһыныусан һәм ихтирамлы ҡараштарын тойоп, сығыш яһағанда бер ҡасан да ҡаушап ҡалмаған оҫта оратор, һүҙен ниҙән башларға белмәй бер килке баҙап торҙо. Ете быуыны, ата-әсәһе, туған-тыумасаһы төйәк иткән һәм уларҙың мәңгелек йорто булған изгеләрҙән-изге ғәзиз ер! Ул да бит ошо ерлектә яралған! Тулҡынландырғыс хискә бирелеп, ул йөрәкһене, әҫәрләнеүенән аяҡ аҫтындағы ҡара тупраҡты үберҙәй булды. Дөрөҫөн генә әйткәндә, йәнендәй күргән ошо тау- урмандарҙы, йылға-күлдәрҙе, сәскәле болондарҙы, ауылдаштарын, яҡындарын, яратҡан ҡыҙын яҡлап һуғышты бит ул яу ҡырында. Ҡол булып йәшәүҙән һуғышып үлеүҙе артыҡ күрҙе. Йәнен аяманы, ә шулай ҙа ниндәйҙер хикмәт менән тере ҡалды. Быға үҙе лә аптырай.Нисәмә тапҡыр үлем менән күҙгә-күҙ осрашып, имен ҡалды лаһа.
- Уҡыусылар, ауылдаштарым, ҡәҙерлеләрем минең, - тине ул тағы ла нығыраҡ йөрәкһеп, - мин ауылымды, ҡәҙерлеләрем, һеҙҙе һағынып ҡайттым. Үҙ итеп, хөрмәтләп ҡаршы алауығыҙ өсөн рәхмәт. Һеҙҙе яҡынлап килгән Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығы менән ҡайнар ҡотлайым! - тине ҡунаҡ. – Йәш быуындың халҡыбыҙҙың ысын патриоттары булып үҫеүен теләйем. Тыуған илебеҙ һеҙгә таяна, һеҙгә ышана. Күп ҡорбандар биреп яуланған еңеүҙе, Рәсәй илен, Башҡортостаныбыҙҙы ныҡ һаҡлағыҙ! Эстафетаны һеҙгә тапшырам, ҡәҙерле уҡыусылар!
Ул бер мәлгә генә туҡталып, ахрыһы, фекер төйнәп, уйланып торҙо ла дауам итте:
- Әле генә Йыһаннур Миңнәхмәт улы минең дә Яңы Мишәр ауылында тыуып үҫеүем, яҙған китаптарымды уҡыуығыҙ хаҡында әйтеп үтте. Тимәк, һеҙ минең менән танышһығыҙ. Шуға үҙем тураһында сурытып тормайым. Ә бына уҡыусыларға , бигерәк тә егеттәргә, әйтер һүҙем бар. - Ул ҡарашын малайҙар ултырған яҡҡа төбәне: - Тыуған ерҙе дошманға бирмәү - һәр ир-егеттең мөҡәддәс бурысы булыуын әйтергә теләйем. – Ул тағы бер аҙ уйланып алды: - Тарихтан беләһегеҙ, башҡорт халҡы борон- борондан илен, ерен, телен, динен яҡлап һуғышҡан. Беҙҙе лә шундай рухта тәрбиәләнеләр. Һеҙгә әйтергә теләгәнем шул, бала саҡтан уҡ үҙегеҙҙе илебеҙҙең патриоттары итеп тәрбиәләгеҙ. Һеҙ буласаҡ илде һаҡлаусылар. Бының өсөн алға ҙур маҡсаттар ҡуйып, яҡты хыялдар менән йәшәргә кәрәк, дуҫтарым. Хыял мотлаҡ маҡсатҡа илтә. Быны мин үҙемдән беләм. Летчик булырға хыялланып йөрөй башлағас, был һөнәр эйәләре тураһында китаптар алып уҡый башланым. Етенсе класта инем, Ленин орденлы һынаусы –летчик Валерий Чкаловтың Төнъяҡ полюсҡа осоп барып етеүе хаҡында ишетеп ҡалдым. Китапхананан уның тураһында яҙылған бөтә гәзиттәрҙе алып уҡып сыҡтым. Яҡын иптәше летчик Саша Анисимов вафат булғас, уның өсөн бөтә йөрәгенән ҡайғырыуы, дуҫлыҡҡа тоғролоҡло булыуы оҡшаны. Мине уларҙың иебеҙҙең ҡеүәте өсөн йәнен бирергә әҙер тороуы, физик яҡтан көслө, сыҙамлы, ғәйрәтле, ҡыйыу булыуы һоҡландырҙы, минең дә Чкалов һымаҡ герой булғым килде. Математика, физика, химия, геометрия, география һымаҡ аныҡ фәндәрҙе яҡшы белергә тейешлегемде аңланым. Пилоттарҙың намыҫлы, ярҙамсыл булыуы, бәлә килгәндә дуҫтарын ташлап китмәүе оҡшаны. Үҙемдә лә ошо сифаттарҙы булдырырға тырыштым. Юғары интеллектҡа эйә булған, кешелек донъяһы барлыҡҡа килтергән бөтә яҡшы сифаттарҙы үҙендә булдырыуға өлгәшкән ир-егеттәр генә летчик була алалыр, тип уйланым.
Герой һөйләүенән туҡтап, иң мөһим һүҙен әйтергә теләгәндәй, тағы уҡыусыларға һөҙөп ҡарап алды:
- Ә миңә ҡалһа, хәҙерге йәштәр үҙҙәрендә ошондай героик сифаттар тәрбиәләүгә битараф. Улар, белеүемсә, күберәк ваҡытын интернетта, телевизор эргәһендә үткәрә, сәғәттәр буйы спорт ярыштарын ҡарай. Үҙегеҙ шөғөлләнмәгәс, ул ярыштарҙы ҡарауҙан ни файҙа? - Ҡоддос Ҡәниф улы бала саҡта үҙҙәренең Ташкеләт башына менеп сана шыуыуҙарын, саңғыла йөрөүҙәрен, “аҡтар” һәм “ҡыҙылдар” булып хәрби уйындар уйнауҙарын, Әйҙә һыу ҡойоноуҙарын, балыҡ ҡармаҡлауҙарын һөйләп алды. - Физик күнекмәләр организмдың эшмәкәрлеген активлаштыра, тәнде нығыта, ихтыяр көсө тәрбиәләй, насар ғәҙәттәрҙән арындыра, - тине. - Ә хәҙер Әй буйында һыу инеүсе баланы күрмәҫһең, спортзалдар буш тора, ҡышын саңғыла йөрөүсе юҡ. Шуға йәштәрҙең һаулығы ла насар. - Герой ҡарап тороуға теремек кенә күренгән үҫмерҙәргә ҡарап алды ла: – Әле әйткәндәр бер беҙҙең ауылға ғына ҡағылмай, илебеҙҙә ошондай хәлдәр күп. Һаман ошолай дауам итһә, илебеҙҙе кем һаҡлар? Анһат йәшәргә тырышыу кешене деградациялай, үҫергә, алға барырға ҡамасаулай.
Ҡоддос Ҡәниф улы әйткәндәрҙе уҡыусыларға талап та, бойроҡ та, атайҙарса тә хәстәрлек тә тип ҡабул итте.
Өгөт-нәсихәттәренән һуң ҡунаҡ малай сағын, тәүләп һауала осоп барған самолетты күреүен, шунда ниндәй хистәр кисереүен, летчик булыу тураһында хыялланыуын да һөйләп алды:
- Төндәрен дә һирәкләп ауыл өҫтөнән самолеттар осоп үткеләүен белеп ҡалдым. – Әкиәт батырындай күргән кешенең бала сағы барыһына ла ҡыҙыҡ, уҡыусылар тын да алмай тыңларға әҙерләнде. Ә ҡунаҡ хәтирәләр йомғағын тағатыуын дауам итте:
- Һаҡ ҡолаҡҡа әйләндем, мотор геүләгән тауышты ишеттемме, тышҡа йүгереп сығам. Ҡай саҡ самолеттар бик бейектә оса, саҡ-саҡ күренеп ҡала. Бер шулай төндә, күктә геүләү ишетеп, ихатаға сыҡтым. Бейектә-бейектә артынан аҡ нур ҡалдырып самолет осоп бара. Һоҡланып уны күҙҙән юғалғансы ҡарап, оҙатып ҡалдым. Шундай ҡеүәтле машинаға хужа булған летчикты мин донъялағы иң бәхетле кешелер тип уйланым.
Ул саҡта ниҙәр кисергәне әле яҡты нурҙай булып күңеленән үтеп китте. Эйе, иҫендә, хыялға сумып, өйартындағы баҡсала тора ине, өләсәһе тәрәүих намаҙынан ҡайтып килә.
- Бәй-бәй, улым, был һинме? – тине. - Ут бөрсәһендәй тиктормаҫ малайҙың болоҡһоу йөҙөн күреү уға сәйер тойолғандыр, шунда торған эскәмйәгә етәкләп алып килеп ултыртты. - Атаҡ-атаҡ, балтаһы һыуға төшкән кешеләй ниңә былайтып тораһың? Ни булды? - Ейәнен яурынынан ҡосаҡлап, үҙенә һыйындырҙы.
- Әле генә ауыл өҫтөнән самолет осоп үтте, минең дә шул летчик һымаҡ һауала осоп йөрөгөм килә.
Өләсәһе уға тәү күргәндәй ғәжәпләнеп ҡарап торҙо ла бот сабып аптыраны:
- Әстәғәфирулла тәүбә, ни һөйләйһең улым, ауыҙыңдан ел алһын. Ата-баба йөрьәт итмәгән һөнәргә ымһынып ни. Уҡытыусы булам тиһәң, ҡолаҡҡа яғыр. - Шунан ул ейәнен өгөтләй башланы: - Элек беҙҙең яҡтарҙа иң абруйлы кеше хәлфә булған, хәҙер - уҡытыусы. Һынап ҡарап торам да, йөҙөң нурлы, күҙҙәрең мәрхәмәтле, бар фиғелең, төҫөң-башың ҡойоп ҡуйған дин кешеһе. Олатайыңдың бер туған ағаһы Шәмсетдин хәлфәгә оҡшап тораһың, ул да шулай була торғайны. Һине, балам, Аллаһ уҡытыусы булһын өсөн яралтҡан. - Өләсәһе уның күҙҙәренә һынап ҡарап торҙо ла был юлы тағы ла ышаныслыраҡ тауыш менән өҫтәп ҡуйҙы: - Ысын, ысын, хаҡ һүҙем, боронғо заман булһа, бынамы тигән хәлфә булыр инең, әйтәгүр.
- Юҡ, минең зәңгәр күктә ҡоштай осоп йөрөгөм килә.
- Эй, үҙ һүҙлеһең дә инде, бәпкәм. Үҫеп ет әле, аҡыл тупла. Бер олоно, бер кесене тыңла. – Нурбаныу абыстай тағы ейәненең ҡатынҡы буй-һынына, ихтыяр көсө ярылып ятҡан күҙҙәренә ҡарап торҙо ла:
- Кем белә, бәлки осоусы ла булып ҡуйырһың. Тырышҡан тау яра, тиҙәр. Күрәһеңме, ана, ай туп-тулы, - өләсәһе күккә ымлап күрһәтте. - Тулған айға ҡарап теләк теләһәң, ҡабул була. Әле ураҙа айы. Ниндәй теләгең бар айға ҡарап әйт, ураҙала уйлаған уй, теләгән теләк Аллаһ хозурына тиҙ барып етә. Аллаһ ишетеүсе, күреүсе, ул үҙе һине хаҡ юлдарҙан алып китер.
Нурбаныу абыстай бик дини кеше булды, һәр ерҙә һүҙе үтемле, табындарҙа урыны түрҙән. Күптәр уның ысын исемен белмәйенсә, ағинәй тип кенә атап йөрөттө. Хатта тиктормаҫ шаян Ҡотдос та уның әйткәненә ҡолаҡ һала. Әле лә ул ултырған еренән һикереп торҙо ла еҙ батмусай булып түңәрәкләнгән айға ҡарап:
- Эй, Раббым Аллам, минең күктә ҡош һымаҡ осоп йөрөгөм килә, мине осоусы ит! - тип теләне. Өләсәһе янына килеп ултырып, йәнә уның йылы ҡуйынына һыйынды ла һорау бирҙе:
- Ә яңы тыуған айҙы күрһәң ни эшләргә?
- Беҙ бәләкәй саҡта яңы тыуған айҙы күрһәк:
Ай күрҙем аман менән,
Ауыҙым тулы иман менән,
Ҡуйыным тулы Ҡөрьән менән,
тип әйтә торғайныҡ.
- Өләсәй, летчик булһам, һине үҙем менән самолетҡа ултыртып йөрөтөрмөн, йәме.
- Ярар, улым, ярар, ышанам, һин булдырырһың. Юҡҡа ғына исемең Ҡоддос түгел. Олатайың үҙе ҡушты бит.
- Ҡоддос тигән исем нимә аңлата ул?
- Аллаһы Тәғәләнең туҡһан туғыҙ исеме бар. Шуның береһе Ҡоддос булыр. Был исемде йөрөткән кеше - Аллаһтың яратҡан бәндәһе, ул еңеүсе, яу ҡырында алға әйҙәүсе, һәр ерҙә уңыш ҡаҙана, гел камиллыҡҡа ынтыла. Уны ут та, һыу ҙа алмай.
- Белмәгәйнем.
- Эйе, улым, һин Аллаһтың бер исемен йөрөтәһең. Борон кешеләр күңеленә шом төшһә, йәки берәй нәмәнән шөбһәләнһә, хәүеф-хәтәрҙән һаҡланыу өсөн:
Йә Ҡоддосу, йә Аллаһу,
Йә Ҡоддосу,йә Аллаһу, - тип зекер әйтер булған. Ҡара уны, изге исемеңә тап төшөрә күрмә, есемең уға тап килһен. Кисә уҡытыусың зарланып торҙо, ейәнегеҙ бигерәк шаян, тиктормаҫ, тине. Ни булды?
Ҡоддосҡа мәктәптәге шуҡлығын һөйләп бирергә тура килде.
... Алтынсы класта уҡыған сағы. Ул саҡтарҙа мәктәптә электр үтмәгән, тәүге дәрестәр шәм яҡтыһында уҡытыла. Шуҡ малай мәктәпкә алданыраҡ килә лә парта артына йәшенеп, төрлө тауыштар сығарып, ҡараңғыла ҡыҙҙарҙы ҡурҡыта. Бына бер саҡ ауылда туҙға яҙмаған уйҙырма таралды, имеш, мәктәптең эйәһе бар. Кеше килгәнде яратмай, асыуланып йәмһеҙ тауыштар сығара. Имеш, унда шүрәлегә оҡшаған йән эйәһе эйәләгән. Бүлмәгә яңғыҙ инергә ҡурҡа башланылар. Аҙаҡ Ҡоддос шаярыуы тураһында класташтарына әйтеп тә ҡараны, тик барыбер хөрәфәткә ышаныу туҡтаманы. Балалар ул бүлмәлә уҡыуҙан баш тартты. Малай үҙенең уйламай шаярыуы нимәгә алып барып еткереүен аңлап, аҙаҡ уңайһыҙланып йөрөнө. Был уға алдын-артын уйламай абайһыҙ ҡыланмаҫҡа һабаҡ булды.
- Уҡытыусығыҙ сабыр икән, борон хәлфәләр эргәһенә шыйыҡ талсыбыҡ һалып ҡуя торғайны. Һинең һымаҡ мутлашҡан уткүҙ малайҙарға бер-икене шыптырып алһалар, тегеләр ебәк һымаҡ булып ҡалған.
- Беҙҙең уҡытыусы ла тыңламай ултырғандарға указка менән эләктереп ала, миңә лә мел менән бәреп ебәргәне булды.
Нурбаныу абыстай ейәненә тағы һынап ҡарап алды.
- Борон балаларҙы мәҙрәсәгә уҡырға илткәндә хәлфәгә, ите һиңә, һөйәге миңә, тигәндәр. Һиндәй шаян малайҙарға тәртип кәрәклекте иҫкәртеп, аҡыл сыбығы гел урҙала ҡаҙаулы торған. Тыңламаһаң әсәйең дә кесерткән менән эләктереп ала бит. Уҡытыусы ла һеҙгә әсәй кеүек, аслан уға үпкә һаҡлап йөрөмә. Летчик булам тиһәң, улым, бар яҡлап та өлгөлө бул, тырышып уҡы, аслан тәртип боҙма. Тегеләй-былай тип, уҡытыусыларыңдың ғәйебен аслан тикшермә, иң башта үҙеңде бел. Мөғәллим бушты һөйләмәҫ, насарлыҡҡа өйрәтмәҫ.
Өләсәһе өйрәткән ошо аҡыл аҙаҡ уға тормош юлын үткәндә, кешеләр менән аралашҡанда күп ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итте. Әгәр сабыр булмаһа, Белорет аэроклубындағы Михаил Масленниковтың ҡырҡыу холҡона, ҡаты мөғәмәләһенә сыҙар инеме ни? Үпкәләп, уҡыуын ташлап ҡайтып китер ҙә бер ҡасан да летчик була алмаҫ ине. Свердловскийҙағы хәрби авиация мәктәбендә уҡыу ҙа еңел булманы. Ҡаты ҡуллы, үтә ныҡ талапсан Андрей Барановтың дициплинаһына буйһоноу ҙа сыҙамлыҡ талап итте. Бер-нисә егет бындағы ҡаты тәртипкә түҙә алмай уҡыуын ташлап ҡайтып китте бит.
Өләсәһе фатиха биргәндәй булғас, летчик булыу теләге Ҡотдостоң күкрәгендә яңы көс менән дөрләне. Үҙен сыныҡтыра башланы. Етенсе класта уҡығанда ул мәктәптең иң көслө көрәшсеһе булып танылды, башҡа төр спорт ярыштарында ла ал бирмәне. Иҫләй китһәң, күп инде ул күңелгә яҡын хәтирәләр. Ана, ауыл осонан Ҡоддостоң яратҡан урманы башлана. Самолет тигән осҡос машинаны белмәҫ элек уның хыялы урман ҡараусыһы булыу ине. Тәбиғәтте яратты ул. Ҡырға сыҡһа, тыны иркенәйә, һәр ағастың, һәр сәскәнең һулышын тоя кеүек. Оҙаҡ итеп шишмә сылтырауын, ҡоштар һайрауын тыңлай, тәбиғәттең төрлө тауышына ҡушылып, йырлап ебәрә лә күңелендә шиғыр тыуа.
Аҡ ҡайындар үҫкән йәмле аҡлан
Йәннәттең бер мөйөшөмө әллә?!
Ҡоштар һайрай, күбәләктәр оса,
Бында Хоҙай хозурымы әллә?!
Ҡоддостоң бында өй һалғыһы, йәмле тәбиғәт ҡосағында йәшәгеһе килә. Тик бер үҙе йәшәй алмаҫ, үҙе һымаҡ урманға ғашиҡ берәй ҡыҙыҡайҙы табырға тура килер. Бар ауылда ундай ҡыҙ, Ҡотдос уны еләксе Маһира тип йөрөттө. Торғаны ут инде.
Бер ваҡыт Маһира, Миңлегөл, өсәүләп еләккә барғайнылар, әллә ҡайһы арала күҙе төшөп йөрөгән Маһира силәген тултыра һалды ла башына ап-аҡ сәскәләрҙән ҡалфаҡ үреп кейҙе. Бер услам мәтрүшкә йыйып, силәгенең ҡылысына бәйләне лә әхирәте Миңлегөлгә еләк йыйышырға тотондо. Эй килешә ине һөйгән ҡыҙына сәскә ҡалфаҡ. Ҡоддос ҡыҙҙың сибәрлегенә һоҡланып туя алмай ҡарап торҙо ла түҙмәне, ҡармап алды ла күтәреп өйрөлтә башланы. Класташының көтөлмәгән ҡылығынан аптырап ҡалған Маһира, уның ҡулдарынан ысҡынырға теләп, эй сәбәләнә, эй тыпырсына, ә Ҡоддос уның һайын шәберәк әйләндерә. Шул саҡтағы тәүге йәшлек хистәре, еләкле аҡлан, Маһираның сәскә ҡалфағы, нескә нәфис һыны ғүмере буйы күҙ алдында торҙо, хатта арнап шиғыр ҙа сығарҙы:
Еләксе ҡыҙ Маһираҡай
Аҡланда еләк йыя.
Егәрле ҡыҙ, ҡалфаҡлы ҡыҙ
Күңелем һине һөйә.
Алтынсы класта уҡыйҙар ине. Ҡоддос уҡытыусы күрмәгәндә генә кластың бер осонан икенсе осона ҡағыҙҙан самолет яһап осора.Класс етәксеһе шаян малайҙы Маһира янына ултыртып ҡуйҙы ла:
- Ҡара уны, Латиповты тыйып ултыр, дәресте боҙмаһын, - тине. Ысынлап та, был ҡыҙыҡайҙың ниндәйҙер тылсымлы көсө бар ине, Ҡоддос уның янында йыуашҡа, баҙнатһыҙға әйләнә.
Эйй, иҫләй китһәң, барыһы ла булды инде. Етенсене тамамланы, ә ул һаман киндер ыштанда, йәй буйы ялан аяҡ йөрөп аяҡтары себешкеләп бөткән. Әй йылғаһынан септә менән балыҡ һөҙөп, уны өтөп бешерәләр, ашарға яраҡлы ниндәй үлән бар, шуның менән тамаҡ туйҙыралар - береһе лә онотолорлоҡ түгел. Әсәһе хатта көҙҙән ерҙә туңып ҡалған картуфты ла яҙын ҡаҙып алып, көлсә итеп бешереп ашата торғайны. Ҡайҙа инде ул саҡта хәҙерге тәм-том, шоколадтың, кәнфиттең ни икәнен дә белмәй үҫте улар. Әммә күңелдәре туҡ булды. Нурбаныу өләсәһе әйтмешләй, Аллаһ маңлай туҡлығы бирҙе, барына ҡәнәғәт булдылар. Хәҙергенән айырмалы, һуңғы һынығын күршеһе менән бүлештеләр. Ҡоддос Ҡәниф улы көрһөнөп ҡуйҙы. Их, ҡайҙа ҡалды уның шул бәхетле ғәмһеҙ саҡтары! Данға сорналып, дәрәжәләргә күмелеп, башҡаланың уңайлы фатирында, барлыҡта, муллыҡта йәшәүен һис икеләнмәй аслы-туҡлы бала сағына, ауыр һынауҙар аша үткән йәшлек йылдарына, Маһира менән аҡланда еләк йыйған сағына алыштырыр ине. Тик был мөмкин түгел. Бәндә ғүмере хәс тә йыл миҙгелдәре кеүек: уның яҙы, йәйе, көҙө, ҡышы бар. Ул үкенмәй, яҙҙары, йәйҙәре, көҙҙәре гөрләп үтте, бына ғүмеренең ҡышы килде. Олоғайған кешегә байлыҡ, дәрәжә түгел, тик күңел йылы кәрәк. Иғтибарға мохтаж булмаһа ла ҡай саҡ уның да йөрәге өшөй, кемдеңдер, бер яҡын кешеһенең, йәненә йылы һулыш өрөүен теләй. Ауылдаштарының ололоҡлап саҡырыуы шул өшәнгән күңелен әле йылытып ебәрҙе. Бала саҡ хәтирәләрен, ата-әсәһен иҫенә төшөрҙө. Атаһы ирҙәрсә ҡаты ҡуллы булды, ә әсәһе зәрә лә изге күңелле, бала йәнле ине, мәңгелек йортта икеһенең дә урындары йәннәттә булһын.
Ошоларҙың барыһын уйлап, күңеленән кисереп, уйҙарына албырғап торғанда янына бер үҫмер малай килеп баҫты. Йөҙө таныш кеүек, кемделер хәтерләтә.
- Мин һеҙҙең дуҫығыҙҙың ейәне Ҡоддос булам, - тине ҡыйыу малай.
- Туҡта, туҡта, хәҙер әйтәм, олатайың Ғимранов Ғиндулла инеме?
- Эйе.
- Оҡшап тораһың шул. Мәктәптә иң яҡын дуҫым ине. Әй йылғаһында ярыша-ярыша йөҙә торғайныҡ. Ул йүгереү буйынса береһен дә алға сығармай ине, һуғыштан батыр булып, орден, миҙалдар тағып ҡайтты. Йәл, Ғиндулла дуҫ менән бәхилләшеп булманы.
- Мин дә летчик булырға хыялланам. Һеҙгә бүләгем бар. - Малай түңәрәктә ярты йыл буйына текемләп эшләгән самолет моделен Геройҙың ҡулына тотторҙо ла ҡаҡса кәүҙәһен хәрбиҙәрсә тоторға тырышып, ныҡ баҫып, урынына барып ултырҙы.
Тәжрибәле летчик макетты ентекләп ҡарап сыҡты, оҡшатты, йөҙө яҡтырып, йылмайып ебәрҙе:
- Малай саҡта мин дә самолет макетын эшләргә ярата торғайным. Һинеке, улым, шәберәк килеп сыҡҡан бит. Былай булғас, летчик ҡына түгел, тырышһаң космонавт та булырһың. Олатайыңа оҡшаһаң, сәмле булырһың, ауырлыҡтарға бирешеп бармаҫһың.
Үҫмергә хәс тә ҡанаттар үҫеп сыҡты. Ул турайып баҫты ла полковникҡа ҡарап, ысын хәрбиҙәрсә честь бирҙе:
- Служу Советскому Союзу!
Ҡунаҡ дуҫының ейәненә күҙен секрәйтеп текләп торҙо ла тағы иғтибарын ҡулындағы макетҡа йүнәлтте, хисле итеп:
- Рәхмәт, улым, - тине. - Ошондай янып торған егеттәр барында тыуған илебеҙҙең киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа булыр. Миллион-миллион ҡорбандар биреп яулап алынған еңеүҙең бәҫен юғалтмабыҙ. Эйе, илебеҙҙең азатлығы өсөн ныҡ ҡиммәт түләнек. Арыҫландай ҡанатлы баһадирҙар ғүмере менән.
Ҡапыл Ҡоддос Ҡәниф улының яҡшы кәйефтән балҡып яҡтырған йөҙөн, әйтерһең, ҡара болот ҡапланы. Ҡулындағы самолет моделенә ҡарап, күҙҙәре йәшләнде. Миллион-миллион ҡорбандар ... Шулар араһында уның йәндәй күргән боевой дуҫы Саша Лунев та бар бит. Александр Васильевич Лунев ...
- Уҡыусылар, - тип һүҙен дауам итте Герой, - мин һеҙгә, еңеүгә ҙур өлөш индергән яҡын дуҫым, Советтар Союзы Геройы Саша Лунев тураһында һөйләмәксемен. Ҡанатлы баһадир хаҡында һөйләр алдынан бер минутҡа тынлыҡ иғлан итәм, - тине.- Уны аяғүрә баҫып иҫкә алайыҡ.
Бөтәһе бер минутҡа тын ҡалды. Ҡул ишараһы менән полковник ултырырға рөхсәт бирҙе һәм 1942 йылда булған һауа һуғышын яңынан күңеленән кисергәндәй, әрнеүле тауыш менән һөйләп китте.
- Новгород ерендәге ул аяуһыҙ алышҡа алтмыш йыл булды, ә мин уны кисә генә булғандай энәһенән ебенә тиклем иҫләйем, ул тиңһеҙ көрәштең бөтә ваҡлыҡтары менән һәр минутына саҡлым күҙ алдымда. Саша Лунев ... Ҡәҙерле дуҫым! - Ҡоддос Ҡәниф улы түш кеҫәһенән фотоһүрт алып, залда ултырыусыларға күрһәтте. – Бына ул – йәнен фиҙа ҡылып, миңә йәшәү бүләк иткән батыр. Ғүмерем буйы уның батырлығына лайыҡлы йәшәргә тырыштым. Изге йәнең Аллаһ ҡаршыһына шаһит булып китте. Урындарың йәннәттең иң түрендә булһын, ҡанатлы бәһлеүән! Был турала "Голубок мой легкокрылый" китабында ла яҙғайным.
Уҡыусылар араһынан:
- Уҡыныҡ, уҡыныҡ! - тигән тауыштар ишетелде.
- Мөмкинме? - Унынсы класс уҡыусыһы Айгиз алғараҡ сыҡты:
- Александр Лунев 11 фашист "ҡарағош"он атып төшөргән. Немец илбаҫарҙарының боевой техникаһын, ҡоралын, йәнле көсөн ҡыйратҡан. Иптәштәре уны тоғро, алсаҡ, ҡыйыу булғаны өсөн яратҡан. Һуңғы һуғышта өс дошман самолетын ( бер "юнкерс", ике "мессер") бәреп төшөрә. Үҙенең үлеме менән меңәрләгән совет һалдаттарына, ябай халыҡҡа ғүмер бүләк итә. Үлгәндән һуң уны Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим итәләр.
- Так точно! Нәҡ шулай. Ҡурҡыу белмәҫ воин, виртуоз осоусы, ҡанатлы баһадир ине Саша. Ысынлап та, ул, егерме өс йәшлек кенә егет, ун бер немец самолетын юҡ итте. Бөйөк Ватан Һуғышы барышында бындай батырлыҡ күрһәтеүселәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. - Герой боевой дуҫын хәтерләүҙе дауам итте:
- Новгород ерендә беҙ бер-нисә ай һуғыштыҡ. Саша ошо төбәктән, уның ауылы беҙ урынлашҡан аэродромдан йыраҡ түгел ине. Ул беҙҙе үҙенең тыуған ауылы Березоваяға алып ҡайтып, ҡунаҡ итергә хыялланды, Ольховка ауылында йәшәгән һөйгән ҡыҙы Настя менән таныштырырға теләне. Настенька, Анастасия ... - Яугир һыҙланыулы ауыр ҡарашын бер нөктәгә төбәп, уйға сумып торҙо. Барлыҡ халыҡ ҡунаҡҡа ҡарап, уның юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашырға теләгәндәй тын алырға ла ҡыймай, шым ҡалды. Себен осҡан тауыш та ишетелер. Бер аҙҙан ҡунаҡ һүҙен дауам итте:
- Настя һөйгәнен һуңғы юлға оҙатырға килде. Ҡыҙҙы "голубок" менән барып алыуҙы миңә ҡуштылар. Сашаны ерләгәндә барыбыҙ ҙа уны мәңге онотмаҫҡа һүҙ бирҙек. Әле лә ул асыҡ зәңгәр күҙҙәре менән йылмайып, етен төҫлө ҡуйы маңлай сәсен елгә елберләтеп, бәһлеүән һынлы булып, күҙ алдымда баҫып торғандай.
Хәтирәләр трагик төҫ алып барғанда бер малай алға сыҡты ла: - Һорау бирергә мөмкинме? - тине. Рөхсәт алғас дауам итте:
- Һеҙ ҙә 134 тапҡыр һауаға күтәрелгәнһегеҙ, күп тапҡырҙар һауа һуғыштарында ҡатнашҡанһығыҙ, нисек иҫән ҡалдығыҙ?
- Урынлы һорау. - Боевой летчиктың төҫө бер аҙ асылғандай итте. Киң ҡара ҡаштарын йыйырып бер килке уйланып торҙо ла һорауға ошолай тип яуап бирҙе:
- Иптәштәремдең осҡанда ебәргән хаталарын ҡабатламаҫҡа тырыштым. Осоу техникаһын һәм һауа һуғышын алып барыу методикаһын ентекле өйрәндем, бер туҡтауһыҙ теоритик белемемде һәм практик оҫталығымды арттырҙым. Йәнә, үҙемә маҡсат ҡуйҙым: дошманды ҡырырға, ҡыйратырға, ә үҙемә иҫән ҡалырға. Аллаһ үҙе лә һаҡлағандыр мине. Күп тапҡырҙар үлем менән күҙмә-күҙ осрашып, ҡотолоп ҡалдым. Яҙмышыма рәхмәтлемен. Бәхетле йондоҙ аҫтында тыуғанмындыр.
Уҡыусыларға ул һөйгән ҡыҙы Маһира, уның менән хат яҙышыуҙары хаҡында һөйләп торманы. Хәйер, ҡыҙыҡһыныусан балалар теге китапты уҡыһа, уның ҡайнар мөхәббәтен белгәндәрҙер. Их, Маһира!... Тормош юлдары бик ҡатмарлы. Үҙен бөйөк подвигҡа илһамландырған ҡыҙҙы ул бөгөн дә, йәше һикһәндән уҙғанда ла, өҙөлөп ярата. Һөйгәне менән бергә булған саҡтарҙың бер сәғәтен кире ҡайтарып алыр өсөн әллә ниҙәр бирерҙәй була.
Уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуы артҡандан-артты. Геройға һорау артынан һорау яуҙырҙылар.
- Мәктәптә нисек уҡынығыҙ?
- Һуғыш бөткәс ҡайҙа эшләнегеҙ?
Етди ҡарашлы бер уҡыусы алғараҡ сығып баҫты ла һоҡланыулы ҡарашын ҡунаҡҡа төбәп, форсат сығыуға шатланғандай, үҙен ныҡ ҡыҙыҡһындырған һорауҙы бирерҙе:
- Һеҙҙең китаптарығыҙҙы уҡып сыҡҡас, минең дә летчик булғым килде. Әҫәрегеҙҙә пилоттарға ғына күреү насип булған икһеҙ-сикһеҙ күк йөҙөнөң, тулған айҙың илаһи матурлығын шундай итеп тасүирләгәнһегеҙ, шуларҙы үҙ күҙҙәрем менән күрергә теләйем. Мотлаҡ летчик буласаҡмын. Ҡоддос Ҡәниф улы, был һөнәрҙе һайлар өсөн миңә үҙемдә ниндәй сифат тәрбиәләргә кәрәк?
Үҫмерҙең һорауы ла, ҡыйыулығы ла оҡшаны ҡунаҡҡа. Бәйнә-бәйнә булып Геройҙың күҙ алдынан летчиклыҡҡа уҡыған йылдары үтеп китте: яндырай холоҡло инструктор Михаил Масленников, сабыр, баҫалҡы, әммә ныҡ талапсан лейтенант Андрей Баранов иҫенә төштө. Һуғыш йылдарын, үлем менән күҙмә-күҙ осрашыуҙарын хәтерләне.
Ҡунаҡ уҡыусыға һынсыл ҡараш ташлап, бер аҙ уйланып торҙо ла:
- Эйе, беләм, - тине. - Юғары аҡыл һәм фекерләү һәләте талап иткән был һөнәрҙе күптәр оҡшата. Әммә унда йөҙҙән берен генә һайлап алалар. Ниндәй сифаттар кәрәк тиһегеҙме? Иң беренсе, летчик юғары әхләкле булырға тейеш. Башта ла әйтеп үткәйнем инде, төплө белем алыу мөһим, физик яҡтан әҙерлекле булыу, сыҙамлылыҡ талап ителә. Май сүлмәге тышынан билдәле тигәндәй, алдыңа ҙур маҡсат ҡуйғанһың, инде тырыш, көслө ихтыярлы бул, тик ныҡышмалдар ғына маҡсатына өлгәшә!
Ҡунаҡҡа һорау артынан һорау яуҙырҙылар. Тағы бер уҡыусы баҫты:
- Һеҙҙең иң бәхетле көнөгөҙ? - Һорауҙың быныһы һуғыш ветераны күңеленең иң нескә ҡылдарын сиртте, буғай. Бынан алтмыш йыл элек булып үткән иң бәхетле көн! 1945 йылдың 9 Майы! Еңеү көнө! Был көндө ул үлгәндә лә онотмаҫ. Башҡа бер ҡасан да үҙен шундағы кеүек бәхетле итеп хис иткәне булманы. - Еңеү көнөн Венала ҡаршыланыҡ. Ҡояшлы май иртәһе ине. Полк командиры беҙҙе йыйып алды ла:
- Һуғыш тамам, - тине. - Оккупанттар еңелде!
- Урра! Урра-а-а! Гитлер капут! Гитлер капут!
Иҫемдә, шатлыҡлы хәбәрҙе ишетеп, эргә тирәбеҙгә кешеләр йыйылып китте. Бейешәбеҙ, йырлашабыҙ, шатлыҡтан ҡосаҡлашып илашабыҙ. Ошо бәхетле көндө күрһен тиеп Раббием мине иҫән ҡалдырғандыр инде, тип уйланым.
... Ҡунаҡ шул мәлдәрҙе ҡабаттан күңеленән кисерҙе буғай. Хистәргә бирелеп, уйланып торҙо ла йөҙөн балҡытып, йылмайып ебәрҙе:
- Хәйер, тағы бер бәхетле көнөм ап-асыҡ хәтеремлә, Еңеү парадында ҡатнашҡан көнөм.1945 йылдың 24 июне. Кисәге һалдаттар Ҡыҙыл майҙанға Еңеү парадына теҙелгәнбеҙ. Унда иң лайыҡлыларҙы ғына һайлап алдылар. О, ул бәхетле көн! Унда кисергән шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы ябай тел менән һөйләп бирерлек түгел. Миңә ни бары егерме ике йәш, һау-сәләмәтмен. Ниһайәт, илебеҙгә аждаһалай тамуҡ уты сәскән вәхши дошман еңелде. Фашистар бөтә Рәсәй илен баҫып алып, үҙенә ҡол итергә йыйынғайны,ә хәҙер флагтарын, свастикаларын мәсхәрәләп, аяҡ аҫтына ырғытабыҙ. Совет кешеһе өсөн ошонан да оло бәхет булырмы?! Фашист ҡоҙғондарының һөжүменән көл-күмергә әйләнә яҙғанда нисәмә тапҡыр үлемдән ҡотолоп ҡалдым. Әҙ генә ғүмеремдә ун ғүмергә етерлек тетрәнеү, ҡайғы-хәсрәт татып өлгөрҙөм. Шуға шатланам, бөйөк еңеүҙе яулауҙа минең дә өлөшөм булды. Ошо бәхетле хисте ғүмерем буйы йөрәк түремдә һаҡлайым.
Бына тағы бая самолет макеты бүләк иткән үҫмер ҡул күтәрҙе:
- Ҡоддос олатай, мин һеҙҙең китаптарығыҙҙы энәһенән ебенә тиклем уҡып сыҡтым. Һеҙ унда күберәген бергә һуғышҡан боевой дуҫтарығыҙҙың батырлығын данлағанһығыҙ. "Витязи крылатые" тигән китабығыҙҙа абхаз егете Ҡыязим Агрб




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779