Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Атай хаҡы ни саҡлы? Бер фатир!
Атай хаҡы ни саҡлы?  Бер фатир! Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләйбеҙ. Бөтә ерҙә был ҙур байрамға әҙерлек эштәре күптән башланды. Төп бурыстарҙың береһе — Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың “Ветеран Башкортостана” баҫмаһына биргән интервьюһында әйтелеүенсә, төбәктә әле 1800-гә яҡын кеше сиратта тора. Был исемлеккә ветерандарҙың тол ҡалған ҡатындары ла инә. Тимәк, быйыл уларҙың күбеһе торлаҡ аласаҡ.

Хәбәрсе булараҡ, үҙемә тәғәйен ра­йон­дарҙа төрлө кешеләр менән осра­шырға тура килә: ялыуҙарҙы тикшерәһең, шылтыратыуҙар буйынса ла күп етәксе­ләрҙең тупһаһын тапайһың, ҡайһы саҡта хат яҙыусылар менән дә шәхсән осра­шаһың. Һуңғы ваҡытта ветеран сертификатына һатып алынған торлаҡ өсөн бер туғандарҙың үҙ-ара талашыуы шаҡ ҡатырҙы. Әҡлаҡи күҙлектән район-ҡалаларҙы, ауылдарҙы атап үтмәйем, исемдәр ҙә үҙгәртеп алынды.
Берәүҙең ҡәйнәһе үлеп, ҡайныһы яң­ғыҙ ҡалғас, килендәше тиҙ генә ветеранды үҙенә күсереп ала ла фатирын улына яҙҙырып ҡуя. Ял көнө бабайҙың хәлен белергә тип барһалар, унда сит кешеләр ишекте аса. Тәүҙә аптырап ҡала яугирҙең килене: берәй хәл булдымы икән тип уйлай, аҙаҡ фатирҙы ҡуртымға биреүҙәрен асыҡлай. Албырғап ҡалған ҡатын килендәшенә шылтырата. “Ҡай­ным беҙҙә, ауырығас, алып ҡайттым. Хәҙер ул беҙҙең менән йәшәйәсәк!” — тигән зәһәр яуап ишетә.
Уларға барғас, эштең айышына төшө­нөп, хайран ҡала ҡатын. Ҡайныһы ла, ғәйепле кешеләй, һәр саҡ ярҙамлашып, ҡәйнәһен тәрбиәләшеп торған бәләкәй килененең йөҙөнә ҡарарға ояла. Шулай ҙа яйын табып: “Килен тиҙ генә алып ҡайтты, өйгә нотариус саҡыртты, доку­мент­тарға ҡул ҡуйҙыртты. Нимә эшләйем һуң, имза һалдым инде, килен”, — тип һыҡтап илап ебәрә.
Әбейе тере саҡта ла, бер туғандар йыйылышҡан ваҡытта ла ғаиләлә төпсөк бала булған Әсҡәткә: “Был фатир һине­ке”, – тип әйт­кән булғандар. Ә теге сос килен тотҡан да күсемһеҙ милекте улына яҙҙырған! Хатта ҡайныһының балалары менән иҫәпләшеп тә тормаған, уның фекеренә лә ҡолаҡ һалмаған. Әүәлге татыу ғаилә бөгөн икегә бүленгән: кемдер “Атайҙың фатиры ни өсөн берәүгә генә?” тип баш ватһа, икенселәре уны һатып, һәр береһенә өлөш сығарыуҙы талап итә.
Фәлән райондан бер апай ҙа ярҙам һорап шылтыратты. “Атайым – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Район үҙәгенән алынған фатирына ремонт талап ителә: дымлы, подъезд ишектәре ябылмай, шау-шыу... Район хакимиәте лә ярҙам итмәй”, – тигән һүҙҙәрҙе туҡтауһыҙ һөй­ләгәс, киттем ветеранға, ғәҙеллек эҙләп. Тәүҙә райондың ветерандар советы рәйесе менән һөйләштем, ундай һуғыш ветеранының барлығы тураһында һо­раш­тым, хәлде аңлаттым. Ветерандар советы рәйесенә был ялыу таныш булып сыҡты, ул шундуҡ мине әлеге бабай йәшәгән йортҡа алып барҙы.
Ике бүлмәле фатир беренсе ҡатта урынлашҡан. Ысынлап та, бүлмә дымлы, обойҙар ҙа ҡупҡан. Һәр хәлдә, бында ремонт эшләтеү өсөн байтаҡ ҡына сығым кәрәк. Үҙен ветерандың ҡыҙы тип таныштырған Нәфисә ханым фатирға ремонт эшләргә ярҙам итмәгән район етәкселеген, торлаҡ хужалығын тиргәргә тотондо. Ниндәй генә инстанцияларға ялыу яҙмаған, һәр береһенең яуабы бер үк: “Фатир өсөн йорт хужаһы яуап бирә”. Шул саҡта ысынында фатир хужаһы кем икәнлеген асыҡларға булдыҡ. Ышанаһы­ғыҙмы-юҡмы, хужа баяғы Нәфисә апай булып сыҡмаһынмы?! Күптән түгел генә атаһынан торлаҡты бүләк итеү договорына ҡул ҡуйҙыртҡан да ҡартты ауыл­дағы ҡыҙына йәшәргә ебәргән. Имеш, бында көн күреү өсөн шарттар юҡ. Ә ауылда барҙыр инде. Хәжәтең өсөн тышҡа сығырға, утын яғылған йортта йәшәргә, өйҙә шул тиклем һыуыҡ, унда хатта быйма кейеп йөрөһә лә була, уныһында ҡыҙының эше юҡ. Иң мөһиме – фатиры уның исемендә бит. Ҡартты ауылға оҙатып, үҙе өйөн ипкә килтерергә тотонған. Шунан сығымдар күпләп талап ителә башлағас, ялыу яҙырға керешкән. Имеш, Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына йәшәү өсөн шарттар юҡ. Ниңә үҙенә рәсмиләштергәндә фатирҙың дымлы булыуын, беренсе ҡатта урынлашыуын иҫәпкә алмаған, дөйөм коридор икәнле­ген дә ҡарамаған?
Нисәмә йыл буйы яҡын кешеһенең хәлен дә һорашмаған бала, атаһы фатир алғас, күрше ҡаланан килеп тә еткән, ниндәйҙер юлдар менән уны үҙенә лә бүләк иттергән. “Был хәлде башҡа туғандарығыҙ нисек ҡабул итте һуң?” – тигән һорауыма, йөҙө лә ҡыҙармай: “Мин — уның баш балаһы. Атай иҫән булһа, тағы бирерҙәр, Еңеүҙең 70 йыллығы яҡынлаша бит”, — тине.
Эйе, байрам яҡынлаша. Шуныһы ҡыҙғаныс: дошманға баш бирмәгән яугирҙәребеҙ бөгөн үҙ балалары алдында баш эйә, улар алдында меҫкен ҡиәфәттә ҡалырға мәжбүр, яҡындарының хыянатын кисерә. Шул тиклем түбәнселеккә барып етергә кәрәкме?! Бер фатир менән баһалана атай хаҡы, туғанлыҡ ептәре юҡҡа сыға, яҡындар араһында ыҙғыш ҡуба. Бер әсәнең, балалары үҙ-ара ғауға ҡуптарғас, “Миллион түгел, мең михнәт булды” тип әйткәнен лаҡапҡа әйләндереп һөйләүҙәрендә лә дөрөҫлөк юҡ түгел. Хатта бөгөн балалары ғына түгел, ейән-ейәнсәрҙәре лә олатайҙарының фатирын бүлешә.
Миҙал ике яҡлы тигәндәй, ветеран­дарҙы торлаҡлы итергә, йәшәү шарттарын яҡшыртырға тигән ҡарарҙың бер яҡлы ғына икәнлеген инҡар итеп булмай. Бер таныш инәй, ҡарты Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булғанлыҡтан, Еңеү­ҙең 50 йыллығына бер бүлмәле фатир алды. Ярай, унда икәүләшеп байтаҡ йәшәнеләр. 60 йыллыҡта ҡала хакимиәте ошо фатирға бынамын тигән ремонт эшләтте, үткән йыл йәнә ошо инәйгә ветерандың тол ҡалған ҡатыны булараҡ ике бүлмәле торлаҡ бирҙеләр. Уйлап ҡараһаң, дөрөҫ­лөк ҡайҙа?! Эйе, кемдер “ветерандар алырға хоҡуҡлы” тип әйтер, улар менән дә килешәм. Биргәс, алһындар. Тик ни өсөн берәүгә – барыһы ла, икенселәргә бер нәмә лә юҡ?
Мәҫәлән, минең Маһира өләсәйемә олатайымдың һуғышта хәбәрһеҙ юғалы­уы тураһында ҡағыҙ килгән. Алты баланы яңғыҙ үҫтергән ул. Әммә өләсәйемдең башҡа ауыл инәйҙәре кеүек Еңеү көнөндә яулыҡтарын яҙып бәйләп, матур күлдәк­тәрен кейеп, байрамға барыуын иҫлә­мә­йем, сөнки уны саҡырыусы табыл­маны, имеш, ире һуғышта хәбәрһеҙ юғалған. Ниндәй тойғолар кисереп, нимәләр уйлап йәшәүен, йәшләй генә тол ҡалып, бер үҙе алты баланы нисек аяҡҡа баҫтырғанын уйлаусы ла, ярҙам итеүсе лә булманы. Тап шундайҙарға, ирҙәре һуғышта ятып ҡалып, балаларын атайһыҙ үҫтергән әсәләргә бөгөн баш эйергә тейешбеҙ бит! Тап улар йылы, яҡты, таҙа фатирҙарҙа йәшәргә лайыҡ түгелме ни? Ни өсөн атайлы, арҡалы үҫкән балалар, ирле, терәкле ғүмер иткән ҡатындар күберәк хөрмәт, ихтирам татый? Ошолар хаҡында кемдең булһа ла уйлағаны бармы икән?
Иманым камил, һәр хәлдә, шундай ғаиләлә тәр­биәләнгән балалар бушлай эләккән фа­тир өсөн үҙ-ара боғаҙҙарын сәйнәмәҫ, талашмаҫ ине. Сөнки улар һәр нәмәне үҙҙәренең хәләл көсө, тир еҫе, һөйәл­ләнгән ҡулдары менән табырға күнеккән. Һуғышта һәләк булған атай абруйы улар күңелендә тик яҡты хәтирәләр булып йәшәй, йылы тойғолар менән иҫкә алына. Барҙың ҡәҙерен белмәй йөрө­мәйҙәр, киреһенсә, юҡты бар итергә тырышалар.
Әлбиттә, ветеран сертификатына тор­лаҡ һатып алыусыларҙың мажаралары мин килтергән миҫалдар менән генә тамамланмай. Улар бихисап, һәр районда, ҡалала бер-береһенә һыу тамсыһы кеүек оҡшаш хәлдәр осрай. Әммә барыһының да сәбәбе бер – фатир өсөн талаш...
Бер кемде лә ғәйепләргә лә, дөрөҫлөк эҙләргә лә саҡырмайым. Тик быларҙың барыһы ла – беҙҙең арала булған ваҡи­ғалар. Бәлки, кемдер ошоларҙы уҡып, фәһем, ғибрәт алыр, икенселәре шундай аҙым эшләүҙән тартыныр, тигән уйҙан ғына яҙҙым. “Аҡса, байлыҡ бар ерҙә туғанлыҡ юҡ”, – тигәйне бер танышым. Тик бер хәҡиҡәтте иҫтән сығармайыҡ: аҡса ла, байлыҡ та табылыр, ләкин бер өҙөлгән туғанлыҡ ептәрен ҡайтанан ялғап булмаҫ. Әллә күпме зиннәтле фатирҙарҙа йәшәргә лә тура килер, әммә ҡан туған­дарың яныңда булмаһа, тормоштан ни йәм... Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен беләйек, татыу йәшәйек. Бөйөк Еңеүҙең 70, 80, 100 йыллыҡтары ла үтер, әммә үкенестәр, мал өсөн йөҙ йыртышыуҙар ҡабатлан­маһын ине.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779