Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беренсе мәҡәлә
Юмореска
Редакциялағы тәүге эш көнөм, ул ваҡыттан алып ике тиҫтәгә яҡын йыл үтһә лә, бөгөнгөләй хәтеремдә. Баш мөхәррир мине ҡолас йәйеп ҡаршы алғайны: “Беҙгә егеттәр бик кәрәк. Йыл һайын ҡыҙ-ҡырҡын килеп тора, әммә уларҙан фәтүә әҙ: йә кейәүгә сығып китә, йә бәпесләй. Шунан командировкаға ла ебәреп булмай уларҙы. Шәп, бик шәп һинең беҙгә килеүең!” Хатта арҡамдан ҡосаҡлап, һөйөп тә ҡуйғайны.
Тәүге эшем шул булды: мине футбол ҡарарға ебәрҙеләр. Беҙҙең футболсылар күршеләр менән бына биш-алты йыл инде айҡашып, бер ҙә еңә алғандары юҡ икән. Әгәр йәнә бирешһәләр – ҡыҫҡаса ғына мәғлүмәт, еңә ҡалһалар, бик матур, оҙон мәҡәлә яҙырға ҡушылды. Үҙем дә, спорт менән шөғөлләнгән, хоккей-футболды ҡалдырмай ҡарап барған кеше булараҡ, шатланып риза булдым.
Матч шәп үтте. Беҙҙекеләр, ниһайәт, еңде! Күтәренке кәйеф менән бер ултырыуҙа мәҡәлә яҙып ташланым. Өс биттән торған яҙмамды тотоп, баш мөхәрриргә индем. Әммә ул мин уйлағанса йылмайып ҡаршы алманы.
– Кем уҡыны? – тип һораны, күҙлеген күтәрә биреп.
– Бер кем дә. Әле генә яҙып бөттөм.
– Һин, ҡустым, тура миңә инмә бынан ары. Һәр нәмәнең шарты бар. Тәүҙә бүлек мөдиренә күрһәт. Унан яуаплы секретарға уҡыт. Улар төҙәткәндән һуң мөхәррир урынбаҫарына ин. Яҙмалағы бөтөн етешһеҙлек бөтөрөлгәс кенә миңә ҡултамғаға кил.
Бүлек мөдиребеҙ, иллегә етеп барған йыуан ғына апай, мәҡәләмде өндәшмәй генә уҡып сыҡты.
– Арыу ғына булған. Тик бынау ерҙәрен алып ташла: “Көндөң эҫелегенә, ҡояштың аяуһыҙ ҡыҙҙырыуына ҡарамай, беҙҙең футболсылар бар көсөн һалып тырышты. Был дәртле, матур уйынды ҡарарға йыйылған көйәрмәндәр, уйынсыларға дәрт биреп, “Афарин! Әйҙәгеҙ, егеттәр, һынатмағыҙ!” тип ҡысҡырып, баш кейемдә­рен һауаға сөйөп, һыҙғырып, футболсыларыбыҙҙы ҡеүәтләне”. Кемдең һыҙғырыуы, ҡысҡырыуы кемгә хәжәт? Алып ташла. Шунан яуаплы секретарға индер.
Компьютерҙа эшләүҙең шуныһы рәхәт: кәрәкмәгән ерҙе алып ташлауы бер ни тормай. Мөдир апай әйткәнде үтәгәс, яуаплы секретарға индем. Ҡаҡса ғына, оҙон буйлы ағай икән.
– Ә-ә, эһе-эһе... – тип нимәлер ауыҙ эсенән генә һөйләнеп, уҡып сыҡты. – Ней, бара инде. Бынау ерең артыҡ. Шуны ҡыҫҡартһаң, эһе.... – Тағы нимәлер әйтте, аңғарманым, киренән һорашырға ҡыйманым. Ул күрһәткән өлөштө — “Беҙҙең уйынсылар нисәмә йылдар буйына еңелеп килгән дәғүәселәренә ҡаршы дәррәү алышҡа сыҡты. Көйәрмәндәрҙең өмөтө аҡланды: футболсыла­рыбыҙ был тиңһеҙ ярышта бер туҡтауһыҙ һөжүм итә торғас, күршеләрҙе 5:2 иҫәбе менән ҡыйратыуға өлгәште” тигән урынды – шым ғына бүлмәбеҙгә инеп, алып ташлағас, өс битлек мәҡәләмдән ярты бит кенә ҡалыуына көйөнһәм дә, ҡыйыу булырға маташып, мөхәррир урынбаҫарына йүнәлдем. Хаҡлы ял йәшенә етеп килгән был етәксе бигерәк илтифатлы инде. Күҙлеген бер кейеп, бер сисеп, ауыҙын ослайтып, әллә ике, әллә өс ҡат уҡып сыҡты ла, бер һүҙ ҙә өндәшмәй, йәшел ҡәләме менән матур ғына семәрләп, байтаҡ ҡына төҙәтмәләр индерҙе.
Мәҡәләмдең яңы вариантын күсерергә ултырғас, аптырап ҡалдым: ике генә һөйләм тороп ҡалған. “Бөгөн беҙҙең футболсылар күршеләр менән иптәштәрсә осрашыу үткәрҙе. Матур уйын күрһәтеп, 5:2 иҫәбенә еңеүгә өлгәште”. Ошо ике һөйләмде тотоп, баш мөхәрриргә индем.
– Уҡынылармы? Төҙәттеләрме? – Йәтеш кенә кәүҙәле хужабыҙ алдында үҙемде кесерәйеп ҡалғандай тойҙом. Тамаҡтағы төйөрҙө йота алмай, баш ҡына ҡаҡтым. Хәҙер әрләп сығарыр инде, тип көтәм. Хужам минең ике һөйләмде ҡат-ҡат уҡыны ла, көтмәгәндә, йылмайып ебәрҙе.
– Бына бит, булдырғанһың! Ҡыҫҡа ла, аңлайышлы ла. Әтеү, киләләр һыу буйы роман тотоп. Шәп, бик шәп! Тик... Бынау ерен алып ташлайыҡ. Уйын матур булғанмы-юҡмы икәнен барғандар күргән, бармағандарға футбол кәрәкмәй ҙә. Тәк, фото бармы? Шәп, бына ошоноһон ҡуябыҙ ҙа, етте.
Мин хужаның маҡтауынан ҡанатланып киттем. Иртәгәһенә гәзитебеҙҙә минең тәүге мәҡәләм донъя күрҙе! Фотоһүрәт аҫтында бер генә һөйләм ине: “Ур-ра! Беҙҙекеләр еңде!”
Хужа әйтмәксе, ҡыҫҡа ла, аңлайышлы ла. Нимәгә ул артыҡ һүҙ?!






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779