Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Һүҙ тылсымы Эссе
“Ал мине, Күк”
– Ни өсөн һүҙ матдиләшә, бәғзе осраҡтарҙа алғыш-теләктәрҙе ғәмәл­ләш­терә икән, Камил ағай?
– Һөйләшкәндә, тауышланғанда, һөрән­ләгәндә, йырлағанда, музыка ҡоралында уйнағанда, тулҡын тәьҫире хасил булып, тирә-йүн тирбәлә башлай. Яңрау, шаңдау, йәғни тауыштың яңғырап кире ҡайтыу күренешен дә беләбеҙ. Был мәлдә һауа, күк тә тирбәлә. Әйткәндең мәғәнәһенә бәйле кешенең хәл-торошо ла үҙгәрә: ул йә ҡыуана, йә көйөнә, сөнки һүҙҙәр зиһен-мейеһендә лә тирбәлеү хәрәкәте тыуҙыра, төрлө тойғо уята. Ныҡ тулҡынланыуҙан тауыш та ҡалтырай. Көтөлмәгән хәбәрҙән хатта тамаҡ быуыла, иҫ юғала. Уй, һүҙ, моң күктә лә сағыла. Ғәжәп һымаҡ, әммә Йыһан да ишетә, яуап бирә, сөнки ул да тере йән кеүек. Быны етенсе тойғо менән тойоп, күккә бағып, әҙәми зат Тәңренән, Илаһтан ярҙам һорай. Һиндтар дерелдәп әйтелгән хөрәфәти өн, һүҙ тылсымы менән ғүмерҙәренә ҡөҙрәт йәлеп итә. Әпсен-төп­сөн, үтенеүҙәр, ялбарыуҙар сихри мәлдә Йыһан менән тоташтырып, тәнде һәм йән­де таҙарта, аҡыл эшмәкәрлеген яҡшырта, камиллаштыра, һәләттәрҙе уята, сирҙәр­ҙән һәм яуызлыҡтарҙан ҡотҡара, теләк­тәрҙе бойомға ашыра. Әммә хәҡиҡәткә ҡаршы үтенестәр кире күренештәр ҙә тыуҙыра, башҡа бәлә-ҡаза ла килтерә.
– Йырсы Райман Ишбаевтың көтөл­мәгән фажиғәһе лә өн, моң тылсымына, һүҙ зәхмәтенә бәйле тойоламы, ағай?
– Быға инеш өсөн тәүҙә лирик сигенеү яһайыҡ, “Ай менән Зөһрә” риүәйәтен хә­терләйек. Үгәй инә Зөһрәне ҡаҡҡан-һуҡ­ҡан, туҡмаған, ҡыҙға һис көн күрһәтмәгән. Бер кис үгәй инә үҙе алдан төбөн тишеп ҡуйған сапсаҡты иртәнгә саҡлы тултырып ҡуйырға бойора, кире осраҡта башын өҙөү менән янай. Ҡыҙ төнө буйы һыу ташый. Сапсаҡта һыу бер ҙә артмай. Ауыр кө­йәнтәнән балаҡайҙың ҡулбаштары уйыла, биле бөгөлә, тамам хәле бөтә. Төн тыныс, күк йөҙөндә Ай йөҙә, шылт иткән тауыш та ишетелмәй. Өмөтһөҙлөккә төшкән ҡыҙ шул саҡ Айға бағып ялбара:
– Әй, Айғынам, исмаһам, һин белер инең хәлемде, ҡотолдорор инең йәнемде?
Тик Ай әүәлгесә тыныс ҡына йөҙә бирә. Зөһрә һығылып илай-илай тағы ялбара:
– Зинһар, ал инде мине үҙеңә, ал!..
Шул саҡ Ай яҡтырып китә лә, нурын һуҙып, ҡыҙҙы үҙенә тартып ала.
Фольклорсылар ҡарашынса, риүәйәт боронғо ырым-ышаныуҙар нигеҙендә тыу­ған. Ата-бабабыҙ Күк есеме Айҙы изге­ләштергән, яңы Ай күргәндә теләктәр те­ләгән, уға мөрәжәғәт итеп, ырым һүҙҙәре әйткән. Һәм тиктәҫкә генә түгелдер... Ә етеш тормошоңдо мөрхәтһенмәйенсә Күккә өндәшеү ниндәй хәлгә төшөрә?.. Уйландыра, тулғандыра... Раймандың яҙмы­шы ла уйсан ирҙәрҙе уйҙарға, уттарға һала.
Райман ырым-ышаныуҙар, ғәҙәти бул­маған күренештәр тураһында иғтибарҙы ылыҡтырып һөйләй, башҡорт халыҡ йыр­ҙарын иһә тын ҡалып тыңларлыҡ итеп башҡара торғайны. Йәнтөйәге Бөрйәндә, Шүлгәнташ өҫтөндә арбарлыҡ ауаз менән йырлағаны гелән күҙ алдымда. Ҡыуа­нысҡа, әйткәнебеҙсә, халҡыбыҙҙың классик йырҙары әжәл көҫәүҙән алыҫ. Мәгәр Раймандың эфир тулҡындарында Мостай Кәрим һүҙҙәренә “Мин ҡабаттан тыуыр булһам” тигән йыры яңғырағас, йөрәгем жыу итеп ҡалды. Йыр, айырыуса ошо куплеты тетрәткес:
Ал мине, Күк, Ай янында
Йондоҙ булып янайымсы?
Осҡан саҡта, ҡапыл һүнеп,
Ап-аҡ көлгә ҡалайымсы...
Ошо һүҙҙәр артында ни тора? Был бит – үлем теләп, туранан-тура Күккә, илаһи көстәргә мөрәжәғәт итеү! Улай ғына түгел, ә ап-аҡ көлгә ҡалғансы яныуҙы һорау, үтенеү! Һис шикһеҙ, шиғыр кимәл йәһә­тенән һүҙ тейҙергеһеҙ камил, һүрәтлә­неше – йәнле, көслө! Ябай ғына кеүек күренгән һүҙҙәр эсенә тәрән мәғәнә йә­шерелгән. Көйләп әйтелгән аят һымаҡ моңо, билдәле ритмда яңғырашы уны тағы ла ҡөҙрәтләндерә. Боронғо ырымдар ҙа шиғыр һымаҡ ритмлы бит. Йәненә уйып, Райман уны бөтә ҡөҙрәтен туплап, онотолоп, хәтәр кисерештәр менән үлтереп йырлай. Һәм юлда ла, күрәһең, моңланып, машинаһында елеп, осоп килгәндә, түңкә­релеп, шиғырҙағыса ҡапыл һүнә, яна... Шағир Әхмәр Үтәбай һөйләүенсә, ошо йырҙы өҙөлөп, өҙлөкһөҙ башҡарған йәш ир балаһы менән өйөндә янып үлә.
– Отҡор кеше: “Ә ниңә һуң ошо йыр­ҙың һүҙҙәрен ижад итеүсе йә иһә уны башҡа башҡарыусы бәләгә тарыма­ған?” – тиер.
– Быға яуап әллә ни ҡатмарлы түгел, – тине Камил. – Һүҙҙәр тирбәлеш тыуҙырып, мәғлүмәт биреп, беҙҙе урап алған мөхиткә төрлө рәүештә йоғонто яһай. Уларҙың тәьҫире тәү сиратта хиссән, кисерешле сағылышҡа бәйле. Һүҙ менән ни теләйһең, шуны ҡылырға мөмкин: яңы, бәхетле ғүмер бүләк итергә йәки рәнйетергә, аяҡтан йығырға, йән йәрәхәте һалырға, үлтерергә... Белгестәр асыҡлауынса, ке­ше­ләрҙең ритмы төрлөсә. Шуға ла бер үк өндөң, шиғри һүҙҙең, моңдоң йоғонтоһо, сағылышы ла айырыла. Шиғри ырым, үтенес бер илаһи мәлдә бәғзе берәүҙең тормош ритмын донъяныҡы, Йыһан тор­мошоноҡо менән тап килтереп, көслө тирбәлеш, яңғыраш, ҡайтарылыш тыуҙыра. Һүҙ магияһы Ғаләм менән тығыҙ бәйләнеш булдыра. Тәбиғәт көстәренең, Хоҙайҙың беҙ нимә теләйбеҙ, шуны биреүе лә, ҡарамағыбыҙҙа булғанын тартып алыуы ла ихтимал. Үкенес, күрәһең, Райман менән шундай хәл була: “Ал мине, Күк!” тигән ораны үҙенсәлекле рәүештә йыш, үтә лә хисле, йоғонтоло ҡабатланып ғәмәлләшә.
– Ышандырҙың, ағай. – Илнур үҙе лә ҡомарланып китеп, белгәндәрен теҙҙе. – Ма­гия күп нәмәгә һәләтле: тәбиғәт күре­нештәренә тәьҫир итергә, елгә, һыуға йоғонто яһарға, ямғыр яуҙырырға, ғәрәсәт, бәлә-ҡаза тыуҙырырға, мал-тыуарҙы ишәй­тергә, ҙур уңыш алырға, кешегә бә­хет, байман килтерергә, йөрәктәрҙә һөйөү уты ҡабыҙырға, шәфҡәтлелек уятырға, яуыз көстәрҙе, сирҙе ҡыуырға, яһиллыҡты, ҡан ағыуын туҡтатырға, аламалыҡты ки­регә борорға... Борон бер ҙә юҡҡа ғына алғыш әйтмәгәндәр бит. Магик көс һүҙ ҡөҙрәте генә түгел, ә өн, моң тәьҫире менән дә үҙгәрә, ҡеүәтләнә. Көй, ырым, һүҙ ярҙамында йәнле һәм йәнһеҙ донъяға идара итергә мөмкин. Ырым, өн-тауыш йәшерен көстәрҙе уятырға һәләтле. Уның ҡеүәте сикһеҙ. Тылсымлы ҡурай моңобоҙ хисләндерә лә, илһамландыра ла, һауыҡ­тыра ла... “Ҡурай моңо” әкиәтендә, мәҫә­лән, атаһынан мираҫ булып ҡалған ҡурай ярҙамында Кинйә хикмәтле хәлдәр ҡыла. Уны алып, өрөп ебәреүе менән – ендәр терт итеп ҡала, көй сыға башлауға эҙҙәре лә, еҫтәре лә ҡалмай. Шунан Кинйә хан һарайына барып, уның ауырыу ҡыҙының бүлмәһенә инеп, моңло бер көй уйнап ебәрһә, сирле күҙҙәрен аса, унан тороп ултыра, аҙаҡ иҙәнгә төшөп, кәүешен кейә һалып, көй ыңғайына бейегәндәй итеп йөрөй башлай. Тимәк, ҡыҙҙы һауыҡтырған им-дарыу ҡурай моңо була.
Ырым, һүҙ, моң магияһы – ул сәнғәт, остазлыҡ! Уның һөҙөмтәһе сихырсының, күрәҙәсенең, йырсының, ижадсының һәлә­тенә, ҡөҙрәтенә бәйле. Ырымлау, арбау, ялбарыу һүҙҙәре өс, ете, туғыҙ тапҡыр ҡабатланып, ҡеүәтлерәк тирбә­леш, тул­ҡын, яңрау тыуҙыра һәм торош, йәшәйеш туҡымаһын үҙгәртә. Күрәһегеҙ, мөғжизә­ләр бар икән шул донъяла.

“Нурым төшөр”

Эңер ҙә төштө. Ырыҫйән уҙаман, баҙнат ҡылып, хушлашыу һүҙҙәрен әй­тергә йөрьәт итте: “Еребеҙ, халҡыбыҙ яҙмышын уйлап, ифрат та ныҡ борсолдом. Янмаҫ саҡта ла яндым, көймәҫ ерҙә көйҙөм, йөрәгемде ҡаҡшаттым. Бәғзеләр быны бар тип тә белмәне, хатта үҙемде битәрләне. Шул тиклем яныу, көл-күмергә ҡалыу кәрәкмәйҙер ҙә. Иң тәүҙә бала­ларыңды, ҡатыныңды, йәғни ғаиләңде бәхетле итеү фарыздыр. Нисек кенә бул­маһын, һис үкенесем юҡ: ғүмеремде мәғәнәле, фәһемле итеп үткәрҙем, кеше­ләргә тик яҡшылыҡ эшләнем. Һеҙ ҙә изгелек кенә ҡылығыҙ! Ҡәҙерлеләрем, ғүмер мәңгегә бирелмәй. Төшөмдә Өҫтән “Һиңә ожмахта йәшәргә ваҡыт етте” тигән хәбәр ҙә алдым. Күктән нурым да төшөр. Инде рухым менән йәннәткә әҙерләнәм. Йыназа уҡырға Аҡкүл муллаһын саҡырырһығыҙ”...
Был һөйләшеүгә ете көн үткәс, киске шәфәҡ алдынан Ырыҫйән уҙаман йәнә улдарын саҡырып алды һәм ҡурайҙа уйнау­ҙа­рын үтенде. Тирә-йүнде солғап, йән­дәр­ҙе әүрәтеп, сихри моң эркелде. Тәбиғәт тауыштары, ел иҫеүе, ямғыр яуыуы, үләндәр һәм япраҡтар һелкенеүе, шишмәләр сылтырауы, ҡоштар һайрауы – һәммәһе лә Ырыҫйәндең рухы менән аһәңләшеп, күккә ашты...
Йылдың етенсе айы башланған ғына саҡ. Бөтә донъя йәм-йәшел, сәскәләр хуш еҫ бөркә, бал ҡорттары безелдәшә, ҡош­тар сутылдаша. Кәкүк ҡысҡыра... Ырыҫ­йәнде Ахирәткә оҙатырға тирә-яҡ ауыл­дарҙан да ырыуҙаштар килде, күптәр, хатта ир-егеттәр ҙә, йәшерен генә күҙ йәштәрен һөрттө. Зыяратҡа инер алдынан дини йола атҡарып, Аҡкүл муллаһы:
– Ырыҫйән ағабыҙ ниндәй кеше ине? – тип һораны.
– Яҡшы кеше, бик тә яҡшы кеше ине! – тигән һүҙҙәр яңғыраны.
– Эйе, Ырыҫйәнебеҙ, изге күңелле ырыуҙашыбыҙ, ғәжәп хозур мәлдә ара­быҙҙан китте. Уның исеме оҙаҡ йылдар йөрәк түребеҙҙә һаҡланыр. Ҡөрьәндең йөрәге иһә – “Йасин!” Уны ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерлебеҙгә бөтә нурым, йәмем, булмышым менән ихлас бағышлайым.
Башҡорт халыҡ йырҙарын иҫ китмәле оҫта башҡарған Аҡкүл муллаһы сүрәне ғәжәп яғымлы, наҙлы тауыш, хайран ит­мәле аһәң менән көйләп, бар ғәләмде арбаны, әсир итте. Йәндәргә үтеп ингән, әллә ҡайҙарға, алыҫ-алыҫҡа, күккә олғаш­ҡан тетрәндергес моң тирбәлде лә тирбәлде.
Ни эшләйһең, айы еткән – айында, көнө еткән көнөндә үлә. Моңһоу, бик моңһоу ине Ырыҫйән уҙаман менән хушлашыу. Телдәрҙән алғыштар ағылды:
Ауыр тупрағың еңел булһын!
Тар урының киң булһын!
Ҡара гүрең яҡты булһын!
Урының йәннәттә булһын!
Тыныс йоҡла, бәхил бул!..
Уҙамандың аманаты буйынса ҡәберҙе тимер кәртә түгел, ә Урал таштары менән ураттылар. Дүрт мөйөшкә дүрт кеше ултыртып, Аҡкүл муллаһы тағы ла йыназа уҡыны, тәҡбир әйтте, йәнә күҙҙәрҙе йәш­ләндерҙе. Ә тирә-йүн, бер ни булмаған­дай, һаман да хозур, һаман да һоҡланғыс, арбағыс! Шул саҡ 35 йәштәр тирәһендәге Ғайсар иләҫләнеп, елкенеп китеп, әйтте лә һалды:
Ниндәй йәмле, ниндәй йәннәт,
Ятыуҙары булыр рәхәт.
Туғандарым, үлдениһәм,
Ҡуйырһығыҙ шунда фәҡәт.
– Ауыҙыңдан ел алһын, улым! Һүҙ менән шаярмайҙар... Үлем менән шаяр­май­ҙар... Йәп-йәш көйөңә зыяратта көфөр һүҙ һөйләп тораһың да баһа! Әжәл – аяҡ аҫтында. Фәрештәләрҙең “Амин!” тигән сағына ғына тура килмәһен инде, – тип бик ныҡ көйәләнде мулла.
Мәрхүм исеменә өйөндә йәнә аят уҡыт­тылар, хәйер өләштеләр, ҡәрҙәштәр­ҙе ит­ле аш, төрлө тәм-том менән һый­ланылар. Ололар: “Ырыҫйән – изге йән, артынан башҡаны саҡырмаҫ та ул, Ғайсар ғына хилаф һөйләп, Хоҙай алдында гонаһ­ҡа батмаһа ярар ине”, – тип бошона-бошона таралышты.
Аҡкүл муллаһы ҡайтып барышлай күктән оҙон-оҙон булып, берәүҙең өйөнә нур һуҙылғанын күрҙе һәм йөрәге өҙөлөп: “Аһ, теге ирҙең япрағы төштө”, – тип әсенде. Шул мәлдә Ғайсарҙың ҡатыны ниҙер һиҙенеп, иренә ҡараны ла: “Йөҙөң һурылып киткәнсе, әйҙә, күл буйына барып, балаҫ йыуып киләйек”, – тине.
Хәтфә кеүек сирәмгә һалып, биҙрәләп һыу ташып, балаҫты тап-таҙа итеп йыу­ҙылар. Кипкәнсе, үҙҙәре лә әллә нисә мәртәбә күлгә сумып, сафланып сыҡты­лар. Ғайсар, йомшаҡ үләнгә һуҙылып, күккә ҡарап, болоттарҙы күҙәтеп, байтаҡ ятты, шунан ҡалҡып, һуңғы тапҡыр күр­гәндәй, тау-урмандарға бағып торҙо. Шул арала уны ҡалала эшләгән, ялға ҡайтҡан йәштәштәре урап алды.
– Арығанһың, ныҡ талсыҡҡанһың, буғай, төҫөң ҡасҡан, ҡобараң осҡан да баһа, – тип, ай-вайына ҡуймай, хәмер ҡойҙолар.
Ҡапыл әллә ҡайҙан күкһел ҡара болот килеп сыҡты. Көтмәгәндә, уйламағанда кинәт кенә тирә-яҡ ялт итеп ҡалды һәм... Ғайсар иптәштәренең күҙ алдында ергә ауҙы. “Ху-у-шығыҙ”, – тип шым ғына әйткә­не һуңғы һүҙе булды. Ҡатыны әрнеп, әсенеп үкенде лә үкһене: “Ниңә генә күлгә төштөк?.. Ниңә генә?.. Ике балаң атайһыҙ ҡалды бит... Ике балаң...”
Бар ауыл шаҡ ҡатты. Зыяратта уйламай әйткәне шул уҡ көндә Ғайсарҙың алды­на килде. Камил менән Илнур ата­ларының һүҙ зәхмәте тураһындағы әйт­кән­дәрен уйлап, уның күҙ менән ҡаш ара­һында раҫланыуына ғәжәпләнде. Ниңә ғәжәпләнергә? Бәғзе ырымдар, ғәмәлдәр, һүҙҙәр йәһәт, бик йәһәт бойомға ашҡанын беләләр ҙә инде, беләләр. Аҡкүл мулла­һының әйткәне иһә Ғаләмдән ҡай­тауаз, ергә, кешеләргә фәһемле иҫкәрмә булып, йондоҙҙай атыла кеүек: “Һүҙ менән шаярмайҙар... Үлем менән шаярмайҙар...”





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779