Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ҡан-ҡәрҙәштәргә – китап”
Әҙәбиәт йылы уңайынан “Башҡортостан” гәзите редакцияһы баҫмабыҙҙы уҡыусыларҙың, зыялыларыбыҙҙың ярҙамына таянып “Ҡан-ҡәрҙәштәргә – китап” акци­я­һын ойоштора, тип хәбәр иткәйнек инде. Беҙгә рухташтарыбыҙ – “Ашҡаҙар” радиоһы хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды. Бүтән коллегаларыбыҙ ҙа ситтә ҡалмаҫ тип ышанабыҙ.

Хөрмәтле замандаштар, милләттәш­тәребеҙ­ҙең күбеһе Баш­ҡортос­тандан ситтә йәшәй. Республика нәшриәттәрендә сыҡҡан китаптар Рәсәй төбәк­тә­ренә барып етмәй, шуға күрә сит өлкәләрҙә йәшәгән халҡыбыҙ вәкилдәре туған телебеҙҙә аралашыуға зар-интизар. “Башҡортса әҫәрҙәр уҡыһаҡ, ҡулыбыҙ­ға туған телдә сыҡҡан китапты тотһаҡ, ҙур ҡыуаныс кисерәбеҙ! “Бәйләнештә” социаль селтәренең башҡортса интерфейсы ғына рухи ихтыяжды бер ни тиклем ҡәнәғәтләндерә. Китаптар беҙгә лә килеп етһен ине!” – тип яҙа Силәбе өлкәһенән Марат исемле егет.
Ә ошондай күңел кисерештәре менән уртаҡ­лашҡандар, аралашыуға сарсағандар, ысынлап та, бихисап. Әйҙәгеҙ, ҡулыбыҙҙан килгән тиклем ситтә йәшәгән милләттәштәргә ярҙам ҡулы һуҙайыҡ. Силәбе, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Ҡурған өлкә­ләрендә, Пермь крайы һәм башҡа яҡтарҙа төплән­гән башҡорттар үҙ телендә китап уҡып ҡыуанһын!
Ошоно иҫәпкә алып, “Башҡортостан” гәзите редак­цияһы “Ҡан-ҡәрҙәштәргә – китап” акцияһын ойош­тора. Моғайын, күптәрегеҙҙең йортонда бүләк итерлек яңы йәки ҡат-ҡат уҡылған китаптар барҙыр. Уларҙағы рухи байлыҡ башҡаларға ла ҡыуаныс килтерһен ине. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим әйтмешләй, бүлешкәндән йыр-моң арта ғына.
Хөрмәтле дуҫтар, һеҙҙән рухи хазина­лары­быҙ­ҙың сағылышы булған милли китаптар көтөп ҡалабыҙ! Тулыраҡ мәғлүмәтте 272-05-43, 272-16-24 телефондарына шылтыратып белә алаһығыҙ.
Ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙгә ярҙам редакциябыҙҙың 512-се бүлмәһендә ҡабул ителә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 857

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780