Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Әҙәби нағыш” яңы исемдәр эҙләй!
“Әҙәби нағыш”   яңы исемдәр эҙләй! Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда 2015 йылдың Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителеүе хаҡында гәзит уҡыусылар хәбәрҙар инде. Ошо уңайҙан республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы, З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана, Милли әҙәбиәт музейы һәм “Башҡортостан” гәзите район һәм ҡала хакимиәттәре менән берлектә “Әҙәби нағыш” тип аталған ижади бәйге ойоштора.

Әҙәби марафондың төп маҡсаты – төбәк­тәрҙә йәшәп, ижад иткән йәш ҡәләм тир­бәтеүселәрҙе табыу (40 йәшкә тиклем). Бынан тыш, халыҡтың мәҙәни кимәлен үҫте­реү, китаптың, гәзит-журналдың мәртәбәһен арттырыу, китапхана эше, әҙәби мираҫ, музейҙарҙың бөгөнгө торошо хаҡын­да ентекле һөйләшеү, сара барышында матбу­ғатҡа яҙылыу мөһим бурыстар иҫәбенә инә.
Йәштәрҙең ҡулъяҙмаларын тикше­реү эшенә Яҙыу­сылар союзы ағза­лары йәлеп ителә. Һәр төбәккә сәфәр сығыр алдынан, әҫәрҙәре иң уңышлы тип та­был­ған авторҙың ижад емештәре “Баш­ҡорт­остан” гәзитендә донъя күрәсәк. Урын­дағы уҡытыу­сылар, журналистар, китапханасылар, мәҙәниәт хеҙ­мәткәрҙәре ҡат­наш­лығында “тү­ңәрәк өҫтәл”дәр, оҫ­та­лыҡ дәрестәре үткәреләсәк. Музей­ҙарға экскурсия, әҙип­тәрҙең һәй­кәл­дәренә сәскә һалыу кеүек саралар ҙа ҡаралған. Әҙәби-музыкаль кисәлә иһә йәш яҙыусылар күре­некле әҙиптәр менән бергә сығыш яһая­саҡ.
Башҡортостандың Әҙәби картаһын яңы­нан төҙөү, унда исем­дәр өҫтәү, йәш авторҙарға З. Биишева исе­мендәге “Китап” нәшриәтендә китаптарын сыға­рырға ярҙам итеү ҙә – сара барышындағы төп эштәрҙең бе­реһе.
Республикала Әҙә­биәт йылы 29 ғинуарҙа башлана, ә баш ҡалала тантаналы сара 30-ында ойошторола.
“Әҙәби нағыш” марафоны иһә Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури тыуған төбәктә – Ғафури районында – 20 февралдә старт ала.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779