Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әллә яҙмыш, әллә яңылыш...
Әллә яҙмыш, әллә яңылыш... Үҙенең аяғына үҙе эләгеп саҡ атлаған, дөрөҫөрәге, ҡултыҡ таяғы булмаһа, бөтөнләй алға бара алмаған ирҙе һуңғы ваҡытта йыш күрәм. Беҙҙең өй ҡаршыһындағы магазинға һыра алырға йөрөй ул. Бына әле лә кибеттән сығыу менән шешәһен ишек тотҡаһына терәп асты ла, шунда уҡ бер нисә йотом яһаны, аҙаҡ уны кеҫәһенә тығып, алан-йолан ҡаранып алды ла, бер аяғына һылтаңлай-һикерә беҙҙең тәҙрә янындағы эскәмйәгә килде.

Шешә асырлыҡ ҡына көсө бар

Йәйге селләлә һыуһыҙ йонсоған юлсы һымаҡ ҡомһоҙланып, ҡалған һыраһын бер тынала эсте лә буш шешәгә ҡарап байтаҡ уйланып ултырҙы. Шунан уны эскәмйә артындағы ҡыуаҡ төбөнә ырғытты, ләкин һаман күҙен шул тирәнән алманы. Моғайын, ул үҙенең тормошон да ошо төҫһөҙ һәм буш шешәгә оҡшатҡандыр. Шайтан ҡотҡоһона бирелеп, эскегә һалышҡас, уны ла яҙмыш елдәре кәрәкмәгән әйбер һымаҡ сығарып ырғытты бит. Буш шешәнең дә, уны бу­шатҡандың да урыны сүплектә, тип юҡҡа әйтмәгәндәр инде.
Тәү ҡарамаҡҡа ғына кәре бөткән, хәлһеҙ ҡарт кеүек күренә ул, ысынында иһә алтмышҡа ла етмәгән. Күп эсеү­ҙән ҡан баҫымы ныҡ күтәрелеп, мейеһенә ҡан һауғандан һуң, бит мускулдары шулай йәмһеҙ булып ҡатып ҡалған да, йөҙөн сирылтып, йыйырсыҡ баҫҡан кеүек күренә.
Мин Рәзиф ағайҙың типһә тимер өҙөрлөк сағын яҡшы хәтерләйем. Уға ул ваҡытта 30-35 йәш самаһы булғандыр. Һәр көн иртән яҡшы итеп үтекләнгән ап-аҡ күлдәктә эшкә китер, уны оло йәштәге әсәһе, ҡатыны, ҡыҙы подъездан сығып уҡ оҙатып ҡалыр ине. Водитель булып эшләгәс, ҡул аҫтында һәр ваҡыт машинаһы булды. Ял көндәрендә яҡындарын еләк-емеш йыйырға йөрөттө, йылға буйына тәбиғәткә алып сыҡты. Эштән ҡайтҡанда ҡулы бер ҡасан да буш булмай ине, уйын майҙансығындағы балаларға ла тәмлекәстән өлөш сығармай, берәйһен күтәреп яратмай инеп китмәне.
Тик Рәзиф ағайҙың бәхетле тормошо, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оҙаҡҡа барманы. Билдәле булыуынса, уҙған быуаттың 90-сы йылдар башында Рәсәй тарихында яңы бит асылды: иҡтисад ҡына түгел, кешелек ҡиммәттәре лә ҙур үҙгәреш кисерҙе. Кемдер бер айҙа ҙур байлыҡҡа эйә булды, ә икенселәр тәүлек эсендә ғүмер буйы йыйған мөлкәтенән яҙҙы. Финанс пирамидалары, секталар, бандит ойошмалары барлыҡҡа килде. Эш хаҡы тотҡарланды, магазин кәштәләре бушаны. Бына ошо һынылыш осоронда берәүҙәрҙә яңы маҡсаттар барлыҡҡа килде, икенселәр, киреһенсә, төшөнкөлөккә бирелде. Бөтә нәмәгә тырыш хеҙмәт менән генә өлгәшеп була тип йәшәгән Рәзиф ағай ҙа, күптәр һымаҡ, күңелһеҙ уйҙарға тарыны. Көн һайын ҡыҙмаса булып ҡайта башланы. Тиҙҙән эшенән ҡыуылды. Эскән кеше менән кемдең йәшәгеһе килһен, ҡатыны ла, ҡыҙын алып, тыуған яғына ҡайтып китте. Әсәһе лә юлдан яҙған улы менән оҙаҡ йәшәй алманы — йөрәк өйәнәге менән түшәккә ятты.
Әсәһен ерләгәс, байтаҡ эсмәй йөрөгән ул, әммә шайтан ҡотҡоһона бер бирелгәс, оҙаҡҡа бармаған. Бына шул ваҡытта инде тамам ағыуланған ирҙе фалиж һуҡҡан. Әле ул кеше көнлө, ситтәр ярҙамынан тыш йыуына ла, ашарға бешерә лә алмай. Һыра шешәһен асырлыҡ ҡына көсө бар уның.
Бәхет серен табырға

Уның шешәләш дуҫтары араһында беҙҙең күрше лә бар ине. Раил ағайҙы бер нисә тапҡыр саңғы юлында күргәнем булды. Тәүҙә, бәлки, ул түгелдер, тип уйлағайным. Күптән түгел уның спорт кейемендә үҙәк урам буйлап йүгереүен күреп ҡалдым. Ауыҙын йырып, әллә ҡайҙан, күршенән һалдырып, ҡысҡырып килә. Хәл-әхүәл белешкәс:
— Ҡартайғанда тыртайған тиҙәрме әле — олоғайған көндә спорт менән шөғөлләнә башланым. Бөтөн ауыртыу-һыҙланыуҙарым бөтөп ҡалды. Спорт сир-сырхауҙан дауа икән, һеңлем. Ҡан баҫымым да көйләнде, йөрәк тә урынына ултырҙы, аппетит та егеттәрсә, — тип шаяртып алды.
Рәзиф менән йәштәш үк булмаһа ла, йәш айырмаһы ике-өс йылдан ашмағандыр уларҙың. Икәүләшеп ҡосаҡлашып йөрөп эсә инеләр. Береһенең ҡатыны ҡыуып сығарһа, икенсеһендә ҡундылар, унда ҡабул итмәһәләр, коридорҙа ятып йоҡларға ла тартынманылар. Улар аша атлап эшкә киткән мәлдәр бер тапҡыр ғына булмағандыр.
Эшләгән ойошмаһы тарҡалғас, Раил ағай ҙа шөғөлһөҙ ҡалды. Шуны ғына көткәндәй, ҡатыны ауылда яңғыҙы көн күргән әсәһе янына алып ҡайтты ла китте. Тәүге балалары тыумыштан зәғиф ине, уға саф һауа, яҡшы аҙыҡ кәрәк тип һылтауланы өҫтәүенә. Замана елдәре ул мәлдә әле ауыл хужалығына бик ҡағылмағайны, шуға ла алтын ҡуллы күршемә шунда уҡ эш табылды. Дәртләнеп кенә йөрөгәндә, бына тигән колхоз тәүҙә электр энергияһына бурыс күп тип, шунан башҡа мең төрлө сәбәп арҡаһында юҡҡа сыға. Раил ағай тағы эшһеҙ ҡала, бында ла шешәләш дуҫтар табыла. Эскелек арҡаһында ике йыл төрмәлә лә ултырып сығырға тура килә уға.
Ҡайтҡас, туйғансы бер эсәм дә башҡа ауыҙыма ла алмайым, тип һүҙ биреп сыға ул үҙенә, әммә ауыҙына бер эләккәс, туҡтамай. Икенсе балалары ла ауырыу булып тыуып үлгәс кенә аңына килгән.
– Үле баламды күтәреп, ҡатыным дауахананан ҡайтҡанда ла иҫерек инем әле. Күм-күк булып тыуған сабыйымды күкрәгемә ҡыҫып, атайым нәҫелен ҡалдырырлыҡ та хәлем юҡ икән, тип илағаным хәтерҙә, – ти ул, эсеүеңде нисек ташланың һуң тигән һорауға. – Тәүге баланың ауырыу булып тыуыуына ла үҙем ғәйепле булһам да, һәр ваҡыт ҡатынымды битәрләй инем. Илай-илай унан ғәфү үтендем, башҡа эсмәҫкә ант иттем. Быға тиклем дә бик күп тапҡыр тәүбәгә килеп, вәғәҙәләр биреп, береһен дә үтәмәһәм дә, ҡатыным был юлы ла миңә ышанды. Башҡа араҡыға үрелмәүемә генә түгел, тағы ике-өс балаға ғүмер биреүемә, яңы тормош ҡоророма инанды. Шуның өсөн уға бик рәхмәтлемен.
Тыуып, яҡты донъяны күрмәй ҙә үлеп киткән бәләкәй генә кешенең үлеме ныҡ тетрәндерҙе – мин башҡа, ысынлап та, ҡулыма рюмка тотманым. Эске килгән ваҡыттар ҙа, стакан сәкәштерер һылтауҙар ҙа булманы түгел, булды. Шул мәлдәрҙә һәр ваҡыт үле тыуған баламды күҙ алдына килтерер инем. Эсмәгәс, шөғөл дә табылды, вахта ысулы менән төньяҡҡа эшкә сығып киттем. Ҡатыным бер-бер артлы өс баһадир табып бирҙе. Ауылдағы йорт-ҡураны яңыртып, бынан бер нисә йыл элек ҡаланан фатир алдыҡ. Ауылдағы йортта ғаиләһе менән улым йәшәй. Ике ейәнгә өләсәй-олатайбыҙ. Икәүһе – баш ҡала студенттары, иң өлкәндәре үҙебеҙ менән. Элек йөҙ грамм эсмәһәм, бауыр ҙа, бөйөр ҙә, баш та ауыртып йонсота ине, спорт менән шөғөлләнә башлағайным, былар ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. Спортты һәм сәләмәт тормошто киң про­пагандаларға кәрәк. Тән, йән таҙалығы, рух күтәрен­келеге, физик һәм эске ныҡлыҡ тураһында китаптарҙы йәш ваҡытта уҡ уҡыһам, моғайын, егерме йылға яҡын ғүмеремде заяға үткәрмәгән булыр инем.
Йәш саҡта тиҙ генә бәхет серен табырға ла рәхәт йәшәп тик ятырға тип уйлай инем. Әҙер формула юҡ икән. Уға эйә булыу өсөн, иң беренсе һине нимә бәхетһеҙ итә, шуны табырға кәрәк. Мине бәхетһеҙ иткән сәбәптәрҙең иң ҙуры эскелек икәнлеген белер өсөн ике тиҫтә йыллап ваҡытым үтте.

Теләк төрлө булғанмы?

Үрҙә атап кителгән ике ағайҙың да яҙмышына ниндәйҙер кимәлдә шаһитмын. Улар үҙҙәре һайлаған юлдан киткән... Береһе кеше ярҙамынан тыш йәки ҡултыҡ таяғына таянмай бер аҙым да атлай алмай, икенсеһе иһә, үҙе эшләгән коллек­ти­вы­ның намыҫын яҡлап, спорт ярыштарында ҡатнаша, юғары һө­ҙөм­тәләр яулай, ял көндәрендә улдарын, ейәндәрен үҙе менән алып сыға. Ә уйлап ҡараһаң, икеһенең дә тормошо оҡшаш ке­үек: бер ойошмала эшләнеләр, бер тирәлә йәшәнеләр, бергә эшһеҙ ҡалдылар, бергә эстеләр. Икеһенең дә яҙмышы бер төрлө тамамланыр кеүек ине. Тик бәхетле булыу теләге генә төрлө булған, күрәһең...





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779