Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер йырлармын донъя яңғыратып
Бер йырлармын донъя яңғыратыпУралымда

Күрҙем инде күп ерҙәрҙе,
Күп юлдарҙы ураным.
Эсер һыуым — Иҙелгенәм.
Ә Уралым — ораным.

Сит-ят ерҙәр ситтә ҡалды,
Мин, елдәргә ҡушылып,
Остом тыуған Уралыма,
Тала белмәҫ ҡош булып.

Ят ерҙәрҙә уй-хыялдар
Ер-һыуҙарҙы урамай;
Ҡашлаҡтарҙа ҡурайым юҡ,
Күңелдәрем йырламай.

Сағылташҡа килеп баҫһам,
Онотола аһтарым;
Сәхрәләрен бер байҡаһам,
Кирелә ҡанаттарым.

Зәңгәр күккә һибәм әле
Иҙелемдең һыуҙарын,
Һәр тамсыһы сәскә булып
Биҙәр Урал буйҙарын.

Күктәрҙең ете ҡатына
Талмайса күтәреләм,
Ҡаурый ҡанаттарым менән
Йыр яҙам күктәренә.

Ҡанаттар ерҙә нығынғас,
Күктәрҙә тормаҫ өркөп;
Мин башҡа ерҙәрҙә түгел,
Уралда ғына бөркөт.

Юлым уңһа...
Сәфәр сыҡҡанда, эт осраһа — юл уңыр.
Халыҡ һүҙе.

Маъмайҙарҙы мин күп күрҙем,
Дуҫ, юлдаш та булғанын,
Юлдарымда булды шуға
Уңғаным да туңғаным.

Уңғанымда уйламаным,
Үҙемме, тип, булдыҡлы?
Хәҙер генә һынай киләм —
Кемдәр изге, юллыҡлы.

Ҡайһы саҡта —
тертләп киттем —
Кемдер сыҡты абалап,
Тыр-пыр ышыҡ эҙләмәнем,
Түгел өкө-ябалаҡ.

Ҡай саҡ берәү ташланһа ла
Миңә тейеш ҡалъяға,
Ҡан талашып, хаттин ашып
Ыу сәсмәнем донъяға.

Дуҫ тигәнең дә тешләһә,
Һанап һине өркәккә,
Иң ғәрлеге: эләктерһә
Салғый түгел, йөрәктән.

Үҙ һуҡмағым — үҙемдеке,
Сәңкелдәһен сәүектәр;
Улар тыйып бөтөрлөкмө
Юлдарыңда: “Сеү, етер!”

Алъюҫыҡҡа сәйнәшмәйем,
Эҙләп хилаф, яҙыҡты.
Асырғанған саҡтарымда
Әйтмәм: “Юлдан яҙлыҡтым”.

Һәр көнөмә сәфәр сығам,
Бихисап уй, эштәр күп.
Юлдарым уңа ла тора...
Ахыры, ерҙә эттәр күп.

Күҙҙе йомһам...

Ярһыуҙарҙың әле ярҙары юҡ.
Елдәр менән киләм мин елеп.
Мәңгелеккә сыҡҡан бәйгелә мин
Килергәме тейеш иң элек?

Уй-хыялдың мәңге сиктәре юҡ,
Эштәрҙең юҡ мәңге бөтәһе;
Юлдарымдың сыҡтым осона, тип
Юҡтыр әле йәнде өтәһе.

Артылаһы үрҙәр ымһындыра,
Ҡояшты йә айҙы күтәреп;
Мәңгелек бер ғүмер алда кеүек,
Шәйләмәйһең уның үтерен.

Был ғүмерҙең сиге юҡтыр һымаҡ,
Мәңгелектә — аҡыл, зиһендәр.
Мәңгелеккә бер саҡ күҙҙе йомһам,
Мәрткә генә киткән, тиһендәр...

***
Минең күңел — дала, туғай,
Хуш гөл генә урманы;
Шөкөр итәм, уның әле
Булманы буш торғаны.
Сут-сут ҡоштар, яңы таңым
Уянғанды белдереп,
Ысыҡ кисеп килә таңым,
Ҡолонсаҡтай елдереп.

Төшөрөрҙәр...

Мин тырмашып тауға үрмәләйем,
Йәнәш киләм һеҙгә, туғандарым,
Ә уйҙарҙың, сая бөркөттәрҙәй,
Ҡаяларға тоям ҡунғандарын.

Талымһыҙ ҙа әле ҡулбаштарым,
Изгелектәр генә йөкмәгәнмен;
Аҫта ҡала ваҡыт йылғалары,
Үҙ түбәмә менеп етмәгәнмен.

Бер йырлармын донъя яңғыратып,
Баҫырмын да үркәс ҡаяларға;
Дуҫ-иштәрем, һеҙҙе гел тырыштым
Бәлә-ҡазаларҙан араларға.

Үрә баҫып, байҡап торормон бер,
Елдәр тынмаҫ, булыр кем таяныс?
Бейеклектәр тәмен тойғас ҡына
Төшөүҙәре булыр, эй, аяныс.

Дуҫ-иштәрем, беләм, төшөрөрҙәр,
Ышанамын иман, ғәҙеллеккә.
Гонаһтарым булһа, ғәфү ҡылып,
Мәлен белеп кенә төшөрөр ҙә...
Күтәрһәләр икән... мәңгелеккә...

Һандуғастар ҡайтты тағы ла

Күләүектә турғай ҡойонғанда
Гөрләүектәр китте йүгереп.
Өҙөлөп кенә ҡайтты һандуғастар,
Көй-моңдары китте түгелеп.

Һандуғастар сут-сут
иткән саҡта,
Онотола башҡа ҡошсоҡтар.
Бәпембәнең алтын уймағында
Емелдәшер көмөш ысыҡтар.

Бөрөләр ҙә түҙмәй күҙен асыр,
Һәр тарафҡа сихри моң тулғас;
Йәнем тетрәп моңға талпынғанда
Тел асҡысы бирһен һандуғас.

Һандуғастар сут-сут һайрар мәлдә
Беләме ни хистәр ярҙарҙы!
...Осондороп яҙҙар килгән һайын,
Алыҫая йәшлек яҙҙары.

Гөрләүектәр гөрләп алды ла бер,
Маңлайҙарҙа ҡалды юлағы;
Һандуғастар өҙөлөп һайрағанда
Килә ятып түгелеп илағы...

Ерҙә яралһа ла...

Ерҙә яралһа ла, оса
Өндә, төштә лә — анһат;
Ай-йондоҙҙарға талпына,
Ҡулдары, — гүйә, ҡанат.

Анау ғына тауҙа кеүек
Был донъяның сиктәре;
Офоҡҡа бер күтәрелһәң,
Юҡтыр кеүек биктәре.

Аңғармаҫтан ғына шулай
Осор ҙа китер йәнем.
Мамыҡ ҡына аҡ болотто
Ҡыуыр ҙа етер инем.

Тик бер күтәрелеп алһа,
Осор ҙа осор әле,
Ергә ҡабат төшөүҙәрҙе
Ул йә онотор әле...

Бергә-бергә ҡаҡмайыҡ та,
Һаҡлайыҡ Ерем йәмен,
Улай әле, ҡапыл ғына,
Осмай торайыҡ, йәнем!

Ҡыш ғүмере

Ҡыш ғүмере ҡыҫҡа була, тиҙәр...
Әйтмәгәндәр икән һис бушҡа:
Көҙгөләрен ватҡас, көҙөм китте.
Килеп керҙе ерем саҡ ҡышҡа.

Шығырҙап та ята баҫҡан һайын,
Быймаларға икән көн килгән.
Төн сыҡҡансы ерем ап-аҡ булған.
Йым-йым йондоҙҙармы һибелгән?!

Ҡыймай барам хатта баҫырға ла,
Сыжлап килә ваҡыт санаһы.
Ҡыйыныраҡ һымаҡ тау үрләүе,
Ә түбәнгә белмәй саманы.

Ҡышҡынамдың өҙөр ғүмерҙәрен
Һыҙылып ҡына тамыр тамсылар;
Сатнап ҡына барған донъяларҙы
Ул барыбер яҙға тапшырыр.

Ҡыш ғүмере ҡыҫҡа ғына, тиҙәр...
Ә булмаҫ та һымаҡ аҙағы.
Ала-сола ятҡан донъялар ҙа
Ҡала төҫлө унан ағарып...

Сафуан Әлибай




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779