Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ил инәһеИл инәһе тигән һүҙҙәрҙе яҙғас, тағы ла ғәжәпләнеберәк ҡуйҙым. Ҡатын-ҡыҙ өсөн ил инәһе дәрәжәһенә күтәрелеү фиҙаҡәр эштәрең менән халҡыңдың оло ихтирамын ҡаҙанғанда ғына мөмкин. Беҙ ил инәһе тигәндә күберәк тарихтағы шәхестәр тураһында уйлайбыҙ, уларға булған ихтирамыбыҙға ниндәйҙер илһамлыҡты, серлелекте тойоу өҫтәлә. Шуға күрә әле арабыҙҙа бик күп яҡшылыҡтар эшләп йөрөгән, ысын мәғәнәһендә ил инәһе тигән изге исемгә лайыҡ шәхестәребеҙҙе йыш ҡына күреп-баһалап та еткермәйбеҙ. Мин бөгөн шуларҙың береһе Ләлә Ғибәҙулла ҡыҙы Бейешева тураһында бер нисә һүҙ әйтмәксемен.
Ләлә Бейешеваның исемен, бик күп һәйбәт эштәр башҡарып йөрөгәнен республикала ғына түгел, унан ситтә лә беләләр.
Мин Ләлә апай менән байтаҡтан бирле танышмын. Һуңғы йылдарҙа милләтебеҙ тормошондағы төрлө мөһим сараларҙа – оло йыйындарҙа, кәңәшмәләрҙә, кисәләрҙә йыш осрашабыҙ. Халыҡ араһында бергә юл йөрөгән саҡтар ҙа була.
Һәр кешегә үҙенең тормош юлында байтаҡ ауырлыҡтар күрергә тура килә. Уларҙың йоҡоһоҙ төндәрҙән һуң үтеп киткәндәре бар. Ә ҡайһы берҙәре, йылдар буйы һинән ҡалмайынса, артыҡ йөк, бөтмәҫ мәшәҡәт булып, иңдәреңде иҙеп килә.
Ләлә Бейешеваның яҙмышында ла ундай саҡтар аҙ булмағандыр, борсолоуҙар әле лә тыуып торалыр. Ләкин мин был ҡатындың үҙенең шәхси мәнфәғәттәрен хәстәрләп, үҙ тормошон көйләр өсөн дәғүәләр, талаптар ҡуйып, үҙенә нимәлер таптырып йөрөгәнен күргәнем юҡ. Ул илен, милләтен уйлап, башҡаларҙы хәстәрләп йәшәй. Халыҡ яҙмышына бәйле мәсьәләләрҙең ҙурҙарын да, бәләкәйҙәрен дә хәл итеү юлдарын эҙләй. Ҡайҙа кешеләргә ярҙам кәрәк, ҡайҙа ауырлыҡ-бәлә — шунда ашыға. Халҡыбыҙ яҙмышына бәйле һәр нәмәлә уның эше бар — бына шундай кеше ул Ләлә Бейешева.
Был сифаттар Ләлә апайҙа бәләкәстән тәрбиәләнгән. Атаһы Ғибәҙулла заманының уҡымышлы кешеһе булған, ғүмерен мәғрифәт эшенә арнаған. Уның улдары ла Башҡортостан тарихында яҡты эҙ ҡалдырған арҙаҡлы шәхестәр. Әкрәм Бейешев күренекле телсе генә түгел, тарихсы ла, яҙыусы ла, шағир ҙа ине. Фуат Бейешев республика матбуғатында оҙаҡ йылдар эшләне, үткер ҡәләмле журналист булды.
Ләлә апайҙың ырыу шәжәрәһе сылбырында бер-береһенә үрелеп барған аҫыл быуындар, данлы кешеләр күп булғандыр. Әле ошо шәжәрәләге ғәжәп бер бәйләнешкә генә иғтибар итәйек. Ләлә апайҙың атаһы Ғибәҙулла Бейешев менән Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Бейешева — бер туғандар. Ләлә Бейешеваның рухи тамырҙары бөйөк әҙибәне тыуҙырған бына шундай мөхиткә барып тоташа.
Өфөләге башҡорт мәктәп-интернатында уҡыған йылдар уның алдында тағы ла киңерәк офоҡтар аса. Уҡыусы ҡыҙ бында яңы фекерҙәштәр таба. Улар менән бергә халыҡ ышанысын аҡларлыҡ, милләткә тоғро хеҙмәт итерлек илһөйәр шәхестәр булып үҫергә хыяллана.
Ләлә Бейешева менән бергә уҡығандарҙан аҙаҡ Башҡортостанға танылған, республиканың ғорурлығына әйләнгән бик күп шәхестәрҙең береһен генә атау ҙа был атаҡлы мәктәптең ниндәй көстәр тәрбиәләп сығарғанын күҙ алдына баҫтыра. Республиканың башҡорт гимназияһына әйләнгән был уҡыу йорто хәҙер Ләлә апайҙың ҡорҙашы, бер класта нисә йыл бергә уҡыған һабаҡташы, осрашҡан һайын һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәгән фекерҙәше Рәми Ғарипов исемен йөрөтә, бында килгәндәрҙе шағирҙың бюсы ҡаршы ала.
Рәми ағай үҙенең көндәлектәрендә Ләлә апай тураһында бик ихлас, йылы һүҙҙәр яҙып ҡалдырған.
Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡып сыҡҡандан һуң Ләлә Бейешева Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районында ун ике йыл мәктәптә уҡыта. Йәш белгесте берәү ҙә унда рәсми фарман биреп йүнәлтмәй, үҙе теләп китә, ситтәге милләттәштәре араһында намыҫы ҡушҡанса дәртләнеп эшкә тотона. Шундағы радиация фажиғәләрен дә Силәбе башҡорттары менән бергә кисерә.
Яңы меңйыллыҡты Ләлә Ғибәҙулла ҡыҙы “Аҡ тирмә” ойошмаһында ҡаршы алды. Өс йыл рәйес урынбаҫары булды. 2001 йылдан хәҙер ошо абруйлы башҡорт милли-мәҙәни үҙәген етәкләй. “Аҡ тирмә”нең аҡ эштәрен милләтебеҙ яҙмышын уйлап йәшәгән һәр башҡорт белә. Өфөлә йәшәгән миллләттәштәребеҙ был үҙәккә йыш йыйыла. “Аҡ тирмә” халҡыбыҙҙы бергә тупларға, заманыбыҙҙың көнүҙәк мәсьәләләре тураһында уйландырырға, ватандаштарыбыҙҙы нисек тә дәртләндереп, хатта сәмләндереп, тормошта үҙҙәрен һәйбәт эшмәкәрлек менән тағы ла тырышыбыраҡ раҫларға, бирелгән мөмкинлектәрҙе әрәм итмәҫкә, хоҡуҡтарыбыҙҙы ҡыйыуыраҡ яҡларға саҡыра. Туған тел, башҡорт мәктәбе, милли матбуғат, быуындар бәйләнеше, ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең яҙмышы, күренекле шәхестәребеҙҙең ижады — “Аҡ тирмә”нең даими үткәргән кисәләрендә ошондай борсоулы хәлдәр хаҡында фекер алышыу һәйбәт йолаға әйләнде. Ватандаштарыбыҙҙың милли үҙаңын үҫтереүҙә, уларҙа илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүҙә был осрашыуҙарҙың әһәмиәте бик ҙур.
Ләкин эшләйһе эштәр тағы ла күберәк. Барыбыҙға бергә тупланып тырышырға ла тырышырға әле. Сөнки күп милләттәштәребеҙ һаман да вайымһыҙ йәшәүен дауам итә. Миҫалдарҙы күп килтерергә мөмкин. Мәҫәлән, Өфөлә башҡорттар йылдан-йыл арта. Шуға бәрәбәр баш ҡалабыҙҙа милли матбуғатыбыҙҙы — гәзит-журналдарыбыҙҙы алдырыусылар, китаптарыбыҙҙы уҡыусылар ҙа күбәйергә тейеш ине һымаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һис тә улай түгел, күптәр һаман да битараф.
Ил инәһе Ләлә Ғибәҙулла ҡыҙы Бейешева ил буйлап күп йөрөй, халыҡ араһында йәшәй. Мәктәптәребеҙҙә була, уларҙы нисек тә һаҡлап ҡалыу, йәштәрҙе үҙебеҙҙә генә түгел, ситтә лә күберәк уҡытыу хәстәре менән яна. Ат етмәгән ергә хат етә тигәндәй, үҙе бара алмаған тарафтарға Ләлә апайҙың матбуғат аша әйтелгән бик кәрәкле һүҙҙәре барып етә.
Быйыл 1932 йылда тыуғандарҙың һикһән йыллыҡ тантаналары үтә. Ҡорҙаштары араһынан был йоланы 2012 йылдың икенсе көнөндә үк Ләлә Бейешева башлап ебәрҙе. Һикһәненсе артылышыңа ошондай изге эштәр менән артыла алыуыңа бик шатмын, апай. Киләсәктә лә һине ошондай байрамдарың менән ҡотларға яҙһын!
Рауил БИКБАЕВ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779