“Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Башҡортостан” гәзите Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә ойошторған “Талантлыны данлай “Башҡортостан” Интернет-конкурсына 300-гә яҡын аудио-видеояҙма ҡабул ителде. Эйе, сараны шунда уҡ, виртуаль донъяла ғына, йомғаҡларға булыр ине, әммә һәр сығышты яңынан ҡарап сыҡҡандан һуң был тиклем һоҡланғыс һәләттәрҙе Өфөлә йәшәгәндәр ҙә күрергә тейеш тигән һығымтаға килдек. Халҡыбыҙҙың талантына хайран ҡалырлыҡ! Һоҡланғыс тауыштар, музыка ҡоралдарында башҡарылған көйҙәр, композиторҙар күңелендә яралған моңдар, тәрән тойғоло бейеүҙәр баһалама ағзаларының һәр береһен әсир итте. Шулай итеп, йыл аҙағында З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының Уҡыу театрында “Иң оҫта йырсы”, “Иң оҫта бейеүсе”, “Музыка ҡоралында иң оҫта уйнаусы”, “Иң яҡшы фольклор ансамбле”, “Иң оҫта композитор”, “Тамашасы һөйөүе”, “Өмөт”, “Иң шәп мәҡәлә авторы” номинацияларында еңеп сыҡҡандар йыйылды.
Тарихҡа баҡ! Ҡайғы-хәсрәттәрҙе
Башҡорт башҡайҙары күп күргән.
Ғазаптарҙы ләкин илап түгел,
Ҡурай уйнап, йырлап үткәргән.
...Конкурста еңеүселәр сәхнә түренә сыҡты. Бына француз яулыҡтарын ябынып, һалмаҡ ҡына баҫып инәйҙәр бейергә төшөп китә. Уларҙың һәр хәрәкәтендә милли үҙенсәлек сағыла. Шуны ла өҫтәп әйтеп үтәйек: беләһегеҙме, өлкән йәштәге ағинәйҙәр, тап ошо конкурс тип, таңғы биштән юлға сыҡҡан. Ә ул көндә шундай буран булды, хатта машиналары ватылһа ла, улар, ике ауыл араһын йәйәү үтеп, баш ҡалаға табан атлаған. Шунан нисек һоҡланмайһың инде үҙҙәренә! Кемдер, бәлки, ҡуй, кире боролайыҡ, тиер ине, ә беренсе урын яулаусыларыбыҙ, Әбйәлил районының “Урал ҡыҙҙары” бейеү ансамбле ағзалары булыуына тоғро ҡалып, ашҡынып Өфөгә килеп етте.
Сығышты Учалы районының Ҡунаҡбай ауылынан Иштимер Йосопов дауам итте. Ҡанатланып, осоп бейене үҫмер! Моғайын, киләсәктә ул сәнғәт юлынан китер. Күгәрсен районының Мораҡ ауылынан Азамат Ғәҙелшин иһә өсөнсө урынға лайыҡ булды. Бейеүселәрҙең һәр береһенә ижади үрҙәр, яңы балҡыштар теләйбеҙ!
“Талантлыны данлай “Башҡортостан” конкурсында бик күп һәләттәр майҙан тотто. “Тамашасы һөйөүе” номинацияһын билдәләгәндә бары тик Интернетта ҡуйылған лайктар иҫәпкә алынды. Әбйәлил районының Рысҡужа ауылынан Фатима инәй Һибәтова еңеп сыҡты был ярышта. Бер ҡараһаң, “Бәйләнештә” селтәренән күберәк йәштәр файҙалана, тимәк, улар халыҡсан моңдо үҙ иткән!
Республикала йыр, бейеү буйынса бик күп саралар ойошторола, ә бына һәүәҫкәр композиторҙар араһында конкурстар әленән-әле үтеп тора тип маҡтана алмайбыҙ. Мәләүездә уҙған бәйгене һағынып һөйләй үҙешмәкәр ижадсылар. Шуға ла “Талантлыны данлай “Башҡортостан” конкурсына һәүәҫкәр композиторҙарҙан моңло йырҙар килеүенә һис тә ғәжәпләнмәнек. Шуныһы үкенесле: гәзит алдырмаған бик күп моң эйәләре был сара хаҡында белмәй ҙә ҡалған. Әйткәндәй, ярыштың иң төп талабы ла шул ине бит – тап “Башҡортостан” гәзитен алдырып уҡыусылар ғына ҡатнаша ала. Шулай итеп, “Иң оҫта композитор” номинацияһында беренсе урын Ишембай ҡалаһынан Нәсимә Әминеваға бирелде, икенсе урында — Ырымбурҙан Фәниә Дауытова, өсөнсөлә — Ҡырмыҫҡалы районынан Зәлиә Рамаҙанова. Һуңғылары йырҙарын үҙҙәре башҡарһа, еңеүсе ижад иткән йырҙы был кисәлә Раушания Вәлиева йырланы. Бына, исмаһам, таланттар! Юҡҡа ғына йыр йөрәктә тыуырға тейеш тимәйҙәр, күрәһең, халыҡсан композиторҙарҙың йырҙары тамашасы күңеленә хуш килде. “Өмөт” номинацияһына лайыҡ Вилүр Мәүлитов – Баймаҡ районының Билал ауылынан. Ул – 200-ҙән ашыу йыр авторы, әммә шул тиклем баҫалҡы, тыйнаҡ ағай бер ерҙә лә үҙен күрһәтеп, йырҙары алдынан йүгереп йөрөгәне юҡ. Бына уны үҙебеҙ өсөн тап ошо конкурс мәлендә астыҡ. “Башҡорт йыры”, “Юлдаш” йыры” конкурстарында уның йырҙары – еңеүсе. “Үкенмәйем”, “Ғүмер”, “Ике тирәк” һәм башҡа бик популяр әҫәрҙәрен Ю. Һағынбаев, А. Салауатов, М. Ҡотоев кеүек моңло йырсыларыбыҙ башҡара.
Конкурсты йомғаҡлау сараһы уйындар менән ҡатнаштырып алып барылды. Ғ. Ғиләжев исемендәге Уҡыу театры фойеһында гәзиткә яҙылыу ойошторолғайны. Исем-шәрифтәр яҙылған ҡағыҙҙар тултырылған лототрон сәхнәгә сығарып ҡуйылғас, берсә күңелле, берсә ҡыҙыҡлы булып китте. Беҙгә был эшебеҙҙә хеҙмәттәшебеҙ Дилбәр Ишморатованың улы Ирхан ярҙамлашты. Уның еңел ҡулынан бүләктәргә лайыҡ булғандар иғлан ителде. Шуныһы ҡыҙыҡ: йырсы Бибисара Азаматова гәзитебеҙҙе бик күп таныштарына яҙҙырған булған икән: ошо рәүешле ул сәхнәгә дүрт тапҡыр күтәрелеп, бүләктәр отто. “Бына шулай дуҫтарымды гәзитле иттем, ә үҙем бүләкле булдым. “Башҡортостан” гәзитенән айырылмағыҙ, туғандар!” – тине ул тамашасыларға. Ә иң төп бүләк – ҡаҡланған ҡаҙ Йылайыр районынан Зарифа апайға эләкте.
Артабан сараны “Иң оҫта йырсы” номинацияһында еңеүселәр дауам итте. Дәүләкән районының Ҡоръятмаҫ ауылы ҡыҙы Зөһрә Фәруҡшина был ярышта өсөнсө урынды яулаһа, Бөрйән ҡыҙы Гөлдәр Йәрмөхәмәтова икенсе урынға лайыҡ булды. Ә инде беренселек – Әбйәлил районынан Фәрзәнә Ғайсинала. Уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле йыры менән тамашасы күңеленә үтеп инде.
“Музыка ҡоралында иң оҫта уйнаусы” номинацияһында ҡатнашыусылар араһынан иң-иңдәрҙе һайлап алыуы ла еңел булманы. Нимә генә тимә, һәр береһенең үҙ моңо. Ә инде еңеүселәр билдәләнгәс, һорашһаҡ, улар тураһында яҡташтары ла йылы фекерҙәрен еткерҙе. Өсөнсө урынға лайыҡ булған Учалы районының Ҡунаҡбай ауылы уҙаманы Шәфҡәт Йосоповты яҡташтары “кеше-оркестр” тип йөрөтә икән. Ә ул, ысынлап та, ғәжәйеп талантлы булып сыҡты. Баянда уйнаусылар хатта: “Ул көйҙө былай ҙа уйнауы ауыр, ә ул бер ҡулында – ҡурай, икенсеһендә гармун тотоп башҡара!” – тине. Ана ниндәй аҫыл талант эйәһе табылған был конкурс барышында!
Сибай ҡалаһынан килгән ғаилә музыканттарының сығышы тамашаға дәрт, айырым бер халыҡсанлыҡ өҫтәне. Икенсе урынды яулаған Хәлил, Йәлил, Ғайса Һөйөндөковтарҙы тыңлауы үҙе бер кинәнес булды. Залда бейергә төшөп киткәндәр ҙә табылды. Был номинацияла еңгән Ғафури районының Сәйетбаба ауылынан “Бужан” инструменталь дуэты шулай уҡ берсә күңел, берсә скрипка ҡылдарын тартҡандай итте. Әле сәхнәлә сит ил көйҙәрен башҡарғанда ғына ҡулланылһа ла, күптәребеҙ хәтерләйҙер, скрипка әүәлерәк ауылдарҙың киске йәме, клубтарҙың моңо була торғайны. Ошо музыка ҡоралы тауышын ишетеү хәтирәләргә сумдырҙы.
“Талантлыны данлай “Башҡортостан” конкурсы йыл дауамында гәзиттә яҡтыртылып барҙы. Шуға журналистар араһында ла “Иң шәп мәҡәлә авторы” номинацияһында еңеүсене билдәләне баһалама ағзалары. Баҫмабыҙҙың үҙ хәбәрсеһе Кәримә Усманова лайыҡлы булды был маҡтауға! Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе урынбаҫары Фәнил Ҡоҙаҡаев бүләкләне көньяҡ-көнсығыш райондарын бер итеп йөрөгән, матбуғатҡа яҙылыуҙы әүҙем ойошторған өлгөр хәбәрсебеҙҙе. Ижади уңыштар теләйбеҙ уға ла!
“Иң оҫта фольклор ансамбле” номинацияһында Әлшәй районының Үрәҙмәт ауылынан “Сөйөмбикә” фольклор ансамбле өсөнсө урынға лайыҡ булды. Милли кейемдә матур сығыш яһаны өлкән йәштәге апайҙар. Киләсәктә лә уларға балҡышлы мәлдәр теләйбеҙ! Ә бына Йылайыр районының Ҡашҡар ауылынан килгән “Умырзая” ансамбле сәхнәгә сыҡҡайны, ысын мәғәнәһендә яҙ һулышы бөркөлгәндәй булды. Икенсе урынға лайыҡ булған апайҙар үҙҙәре сәскә кеүек, байрамды ла, конкурсты ла биҙәне. Афарин уларға!
Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылынан Хәсәновтар ғаилә фольклор ансамбленең сығышын ҡарау – үҙе бер милли йола байрамына шаһит булыуға тиң. Эйе, барыбыҙ ҙа беләбеҙ, Урал буйында йыр-моңға әүәҫ, дәртле халыҡ йәшәй. Әммә шундай ҙур ғаилә ансамбле ойоштороу һәр кемдең ҡулынан килгән эш түгел. Баймаҡтан был кисәгә 20-гә яҡын кеше килде, ә бөтәһе бергә сәхнәгә сыҡһа (50-нән ашыу тинеләр), баҫып торорлоҡ урын булмаҫ ине. Һылыуҙарҙан-һылыу Юлиә, моңлоларҙан-моңло тауышлы Зилиә Бәхтиевалар тап ошо нәҫел ҡыҙҙары икән. Әсәһен күр ҙә ҡыҙын ҡос тигәндәй, Рәмзиә апайға ҡарап, ҡыҙҙарының сибәр, талантлы булыуына һис ғәжәпләнерлек түгел. Хәсәновтар – халҡыбыҙҙың аҫыл ғаиләләренең береһе. Улар халыҡ йырҙарын да башҡарҙы, бейене лә, йолаларға нигеҙләнгән тамаша ла ҡорҙо. Сарала милләтебеҙҙең сәнғәти таланты, фольклоры байрамдың төп ҡунағы булды.
Эйе, ҡатнашыусыларҙы Өфө сәхнәһенә алып сығыу менән янғанда, ҡыш миҙгеленең саялығы ла, бәлки, онотоп ебәрелгәндер. Әммә, Аллаға шөкөр, изге маҡсатта уҙғарылған сара матур тамамланды. Һәр бер еңеүсебеҙ тыуған тупһаһына имен-аман ҡайтып етте. Рәхмәт инде уларҙы ҡурсалап йөрөткән фәрештәләргә! Кисәбеҙҙе ихлас алып барған М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Денис Ғилманов та тапҡырлығы, зирәклеге менән егетлек күрһәтте.
Еңеүселәребеҙҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай комитеты рәйесе урынбаҫары Альбина Буранғолова, мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Байрас Ишбирҙин, Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Гөлнур Ҡолһарина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетынан Рәйсә Күзбәкова, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының проректоры Алһыу Хәсбиуллина, яҙыусы Гүзәл Ситдиҡова, композитор, йырсы Нурия Абдуллина, фольклорсы-ғалим Әхмәт Сөләймәнов, сәсәниә Розалия Солтангәрәева тәбрикләп, уларға район, ҡала хакимиәттәре ярҙамында әҙерләнгән бүләктәрҙе һәм “Башҡортостан” гәзитенең дипломдарын тапшырҙы. Конкурсты ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәткән хакимиәт башлыҡтарына, башҡорт мәҙәниәтенә битараф булмаған һәр кемгә рәхмәтлебеҙ! Мәҙәниәт йылын халҡыбыҙ таланттарының моңона ҡойоноп тамамлай “Башҡортостан” гәзите. Киләһе йыл әҙәбиәткә арнала. Көтөгөҙ, ижадҡа ғашиҡ милләттәштәр, яратҡан баҫмағыҙ был юлы ла һеҙҙе яңы ҡыҙыҡлы байрамда туплар!
Фотоларҙы беҙҙең сайттың фотогалереяһында ҡарай алаһығыҙ.