Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тарихи дөрөҫлөк логик сағылыш тапҡан
«Башҡортостан» гәзитендә ауыл халҡының еңел булмаған хеҙмәт тарихына ҡағылышлы мәҡәләләрҙең йыш баҫылыуы – ҡыуаныслы хәл. Был тәңгәлдә Рәлис Ураҙғолов, Спартак Ильясов, Рәсүл Сәғитов, Рәшит Кәлимуллин кеүек журналистарҙың яҙмаларын телгә алырға була.
Рәшит Кәлимуллиндың “Хеҙмәткә дан йырланыҡ та ул…” (гәзиттең быйылғы 13 ғинуар һанында) тигән мәҡәләһе күңелемде ярһытып ебәрҙе. Беҙҙе лә, алты баланы, ғәзиз атай-әсәйем ауыр колхоз эштәрендә йөрөп үҫтерҙе бит. Хәҙер уйлап ҡараһаң, ысынлап та, ышанырлыҡ та түгел кеүек! Ярай, әйтәйек, минең атай ауылда «түрә» булды, ти. «Ата коммунист» ине, ләкин ул бит түрәлеген үҙенең һәм күп балалы ғаиләһенең мәнфәғәтендә бер нисек тә файҙаланманы.
Автор атаһының миҫалында колхоз эшсәндәренең ауыр тормошо тураһында бик раҫ яҙған һәм логик яҡтан дөрөҫ тарихи һығымтаға килгән. Колхоз ҡоролошо халыҡҡа бик файҙалы булһа, ул тарҡалыр инеме ни? Икенсе төрлө әйткәндә, йәмғиәттең алға барышы был ҡоролошто тарихта ҡалдырҙы, ул – беҙҙең өсөн үтелгән осор.
Мин өйрәнгән «экстремаль антропология» ысулы тарихта булған күп шундай мәсьәләләрҙе сисеүгә булышлыҡ итә ала. Тәбиғи-тарихи яҡтан ҡарағанда, күмәк хужалыҡ етештереүсе көстәрҙең бик түбән осорҙарында ғына отошло. Хосуси милек һәм шәхси мәнфәғәт бер ваҡытта ла дөйөм халыҡ, урыҫса әйтһәк, община, коммуна мәнфәғәте менән ярашып йәшәй алмай. Коллектив шәхси иҡтисади мәнфәғәттәрҙе ҡыйырһытмаһын өсөн ижтимағи үҫештең һәм етештереүсе көстәр менән милек мөнәсәбәттәре нисбәтенең бик юғары дәрәжәлә, фәнни үҙләштерелгән булыуы зарур. Был яңы фәнни дисциплина кешенең рациональ һайлап алыуын нигеҙләй. Ошо яңы моделдә теләһә ниндәй ҡарар ҡабул итеү өс дәрәжәнән ғибәрәт. Иң түбәнге кимәлдә – беренсе дәрәжәлә — биологик инстинкттар ята. Йәғни кешенең генетик, тәбиғи рәүештә формалашҡан йәшәү тәртибе ҡағиҙәләре, нормалары. Икенсе кимәлде мәҙәниәт тәшкил итәлер. Был — кешенең йәмғиәттәге тәртип ҡағиҙәләре (кеше шәхесе социализацияһы). Иң юғарыла – өсөнсө дәрәжә кимәлендә аң (интеллект) урын алған.
Кешенең бөтә ҡарарҙары бына ошо өс кимәлдә ҡабул ителә. Биологик һәм мәҙәни дәрәжәләрҙә функциялар бер үк тигәндәй. Бер яҡтан, ошо ике кимәлдә лә аңлы рәүештә тормошҡа ашырылыусы маҡсат ҡуйыла ала. Икенсе яҡтан, уларҙа кешенең тәртибен сикләүсе йәки кешегә үҙен нисек тоторға өйрәтеүсе нормалар була. Әүәлге (материалистик, сикләнгән) кеше моделе быны инҡар итмәгән, ләкин быға иғтибар ҙа бирмәгән, сөнки аңлы һайлап алыуҙы ғына өҫтөн күргән. Хәҙерге, яңы кеше моделе буйынса, биологик һәм мәҙәни кимәлдәрҙе лә иҡтисадта аңлы рәүештә һайлап алыу нәтижәһе сифатында күҙаллау мәжбүриҙер.
Тәбиғи һәм мәҙәни дәрәжәләр шәхестең аңлы эш алып барыуына булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, ә, бәлки, уларһыҙ тормошҡа ашырыла ла алмай. Икенсе һыҙат – ҡурҡыу тойғоһо (страх – fear). Интеллект ҡына ҡурҡыныс ваҡиғаларҙы булдырмауҙы, экстремаль ситуацияларға ҡаршы тороуҙы тәьмин итә алмай.
Бына ошо арауыҡта инстинктив, тәбиғи ҡурҡыу тойғоһо аңға ярҙамға килә лә инде. Ҡурҡыу инстинкты – бик мөһим генетик программа. Кеше тәбиғәтендә өсөнсө һыҙат – ҡомарлыҡ (жадность – greediness). Мәғлүм ки, кешеләрҙең байтағы үҙенә һәм яҡындарына йәшәү ихтыяждарынан күпкә артыҡ булған ҡәҙәре мал-мөлкәт, байлыҡ тупларға ынтылалыр. Ни өсөн кеше шул тиклем ҡомһоҙлана һуң? Был һыҙат та тәбиғәттең генетик программаһы. Альтруистик интеллектты, аңды был программа алдағы көтөлмәгән бәлә-ҡазалар, аслыҡ-ҡоролоҡ, төрлө мохтажлыҡ осрағына запас әҙерләргә мәжбүр итә икән. Был насар инстинкт баҙар иҡтисады осоронда бик тә урынлы булып сыға, буғай. Бизнесмендың, фирма менеджерының, фермерҙың маҡсаты — күберәк төшөм алыу, иң юғары табышҡа өлгәшеү. Был осраҡта иһә ҡомарлыҡ инстинкты бик урынлылыр.
Ләкин шуныһы аптырата: ни эшләп донъя халыҡтарының мәҙәниәтендә ҡомарлыҡҡа, ҡомһоҙлоҡҡа ҡырҡа кире ҡараш йәшәй һуң? Мәҙәни һәм аңлы нормалар был генетик программаны сикләй, туҡтата ла ала, әммә ул ваҡытта хәҙерге иҡтисад үҫешенең дә туҡтауы ихтимал да баһа! Бәлки, ҡомарлыҡтың, тәбиғи инстинкт булараҡ, аң менән бәйләнешендә ниндәйҙер беҙ белмәгән сере барҙыр? Был һорауҙы тикшерергә кәрәктер.
Мине алдағы ғилми эҙләнеүҙәргә әйҙәгәне өсөн “Башҡортостан” гәзитенә оло рәхмәтемде күндерәм!
Рияз МӘСӘЛИМОВ,
тарих фәндәре кандидаты,
Бөрө дәүләт социаль-педагогик
академияһы доценты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 733

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 781