Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Апаһы ҡыҙығып барҙы ла, ҡото осоп, төҫө ҡасып, шаҡ ҡатты – Илһам, сейәгә әүрәп, күҙе тоноп, һарыҡташ ярығында ҡый­мыл­даған ҡара йыланды шәйлә­мәй, шунда үрелә. Бәләне тойоп, Рәйлә:
– Пальма! – тип әсе һөрәнләне.
Эт күҙ асып йомған арала таштан һонолған һынға ырғыны. Өҙ­гән­се тиерлек тешләгәнсе, йылдам йылан уны сағып өлгөрҙө. Күп тә үтмәй, ҡотҡа­рыу­сының башы тубалдай булып шеште, ә күҙ­ҙәренән кешенеке кеүек йәш эркелде. Ул, үҙемде йәлләтеп тормайым тигән­дәй, сауҡалыҡҡа инеп юғалды.
– Пальма!.. Пальма! – тип саҡы­рып, тирә-яҡты ҡыҙырып эҙләп тә ҡаранылар, әммә тапманылар.
Рәйлә лә, Илһам да ныҡ көйө­нөп, үлгәндер тип уйлап, ше­шен­гәнсе иланы.
– Минең арҡала ғына йыланға са­ғылды шул, мин генә ғәйепле... – Малай һыҡтап, туҡтауһыҙ үҙ-үҙен шелтәләне.
– Иламағыҙ, – тине Иршат, бала­ларҙы йыуатып. – Үҙенә кә­рәк­ле шифалы үлән­дәрҙе табып ашар ҙа имләнеп ҡайтыр. Бына күре­рһегеҙ, дөрөҫ әйткән икән, тиер­һегеҙ. Эт йәйен ыуға бирешеп бармай ул.
Ысынлап та, ете көн үткәс, бер аҙ ябыға төшкән Пальма, тере һыу эсеп те­релгәндәй, үҙе өсөн ҡотло, ҡәҙерле йорт­ҡа ҡайтып килде. Ил­һам да, Рәйлә лә түбә­ләре күккә тейерҙәй булып һике­реште, “ура” ҡысҡырҙы. Иршат ҡояштай йылмайып, уларҙың ҡыланышын ҡарап торҙо. Ҡыуаныстан, әллә нисә көн буйы эргәһенән китешмәнеләр, Паль­ма ла Пальма, тип уны өҙлөк­һөҙ һыйланылар.
Өфөнән олатай-өләсәйгә ҡунаҡ­ҡа килгән егет кискә ҡарай Рәйлә­не: “Әйҙә, мотоциклда елдертеп йөрөтөп кил­терәйем!” – тип өгөт­ләне. Ҡыҙҙың “Урал”ға менеп атланыуы булды, Пальма ҡаршыға то­роп, төш тигәндәй, бик талапсан абаларға кереште. “Кит юлдан! Кит!” – Тәкәббер егет йәне сыға яҙып ҡысҡырҙы. Әммә эт урынынан да ҡуҙғалманы. Уның тыңла­мауына асыу­ланып, ярһып, газды арттырып, егет Пальманың өҫтөнә уҡ­талды. Рәйлә ситкә ырғыны. Күҙе маңлайына менгән яһил этте тапап, шул ыңғайы, боролоп өл­гөрә алмай, ҡоймаға барып һуғыл­ды. Пальма йәнә бер нисә көн тәғәм еймәй ауырып, һылтыҡлап йөрөнө.
Шул ваҡыттан Пальма мото­цикл­дарҙы, айырыуса теге “яуыз” “Урал”ды енеләй күреп, өнәмәй башланы, юлдан үтеп барған­дарында лаулап өрҙө. Рәйлә, уны йәлләп, борсомаҫҡа тырышты, “ти­мер ат”ҡа яҡын да барманы. Ялға ҡарай ҡыҙын күрергә килгән атаһы ҡыҙығып китеп, йөрөп ҡарайым әле тип, “Урал”ға менеүе булды, Пальма уның салбар балағын умырып та алды. Иршат аптырап, ныҡ асыуланып, типкеләп тигәндәй, этен ҡыуып ебәрҙе. Теше еҙнәһенең аяғын да эләктергәйне шул. Яраны йод менән сайҡап, йәһәтерәк уңалһын өсөн бал ҡорто елеме һеңдерелгән аҡ туҡыма менән бәйләнеләр. Пальманың һис тә көтөлмәгән ҡылығына барыһы ла аптыраны. Йылан сағыуы, мотоцикл аҫтында ҡалыуы булмышына, холоҡ-ҡылығына зыян иткәндер, тип уйланылар. Шуны раҫлағандай, Пальма төндәрен эс бошороп, билдәһеҙ хәүефкә һалып, буҙлап олой башланы. Ҡапҡа алдына мотоцикл менән килеп туҡтаған таныш-тоношто йортҡа яҡын юлатманы. Иң тәүҙә Иршаттың хәләл ефетенең сабырлығы бөттө:
– Был тиктәҫкә түгел, – тине ул көсөргәнеш менән. – Ҡоторған эт күккә ҡарап өрә тигәндәй, Пальмаң бөтөнләй һармаҡланды бит, аҡылы зәғифләнгән, күрәһең, тиктомалға еҙнәңде тешләне, күршеләрҙең дә ҡото осоп тора. Ҙур бәләгә тарымаҫ элек, ат һин уны, ат!..
Ҡатыны көн һайын игәне. Иршат ни ҡылырға ла белмәне. Шулай көҙ ҙә етте. Рәйлә ҡалаға, Илһам мәктәпкә киткәс, мылтығын яурынына аҫып, ҡыҫҡа көрәген алып, Пальманың муйынына бау һалып, уны алыҫ урманға алып китте. Оҙаҡ, бик оҙаҡ йөрөнөләр. Уйланды, ныҡ уйланды Иршат. Улына, Рәйләгә ни тиер?.. Яуабын табыр, әлбиттә. Эт – аҡыллы йән, кешегә имгәк булмаҫ өсөн үҙе сығып киткән, тип әйтер. Егет сағында оло бабаһы һөйләгән ғибрәтле хәлде лә иҫләне. Бер ир-атҡа ҡайны тейеш батша: “Кейәү, беҙгә ҡунаҡҡа кил. Үҙең менән бергә бер дуҫыңды һәм бер дошманыңды ла алып килергә онотма! Әгәр әйткәнемде үтәй алмаһаң, башыңды юғалтаһың, үтәһәң, батшалығымды бирәм”, – тигән. Егет уй­лаған-уйлаған да, нишләргә белмәй, аҡыл эйәһе атаһына кәңәш иткән һәм ул өйрәткәнсә эшләгән. Барып еткәс, батша:
– Йә, кейәү, мин әйткәнде үтәнеңме? – тип һораған.
– Эйе, батшам! – тигән егет. – Һеҙгә килеп етер саҡта этемде тотоп, туҡмап ебәрҙем дә ҡабат саҡырҙым. Ул, ҡойроғон болғай-болғай, боролоп килде. Бисәмде иһә бер генә элеүем булды, ул, хатта атыма ла ултырып тормай, илап, һиңә ошаҡлашырға йүгерҙе. Бына – үҙҙәре лә йөҙҙәре. Этем – дуҫым, һинең ҡыҙың – дошманым.
– Дөрөҫ! – тигән батша һәм кейәүенә батшалығын биргән.
Эйе, Пальма – уның, улының, һең­лекәшенең дә айырылмаҫ дуҫы. Илһам­ды йылан сағыуҙан, Рәйләне мото­цикл­да йөрөй белмәгән егет ҡоро менән бәрелеүҙән, имгәнеүҙән араланы. Әммә үҙенең башҡынаһы зәғиф­ләнеп ҡалған кеүек. Мал-тыуарға, кешегә йәбешһә... Гелән бәйләп тә тотоп булмай. Пальма бәйҙе һис яратмай, шыңшый. Ауылдаштары асыҡтан-асыҡ ярып әйт­мәһә лә ҡараштарынан, тел төптәренән: “Этең яман олой, юҡ ит!” – тиеүҙәрен тоя, төшөнә ул.
“Нимә булды һиңә, Пальма? Ниңә буҙлайһың һин, ниңә?.. Нишләйем инде мин, нишләйем? – тип этенең күҙҙәренә бағып көйәләнде. – Бәғзе әҙәмдәр ҙә олоғайғас, хәтеренән яҙа, алйотлана, хатта ки яһиллана. Нисек кенә ауыр булмаһын, уларҙы әжәлдәре еткәнсе ҡарайҙар, тәрбиәләйҙәр. Ә этте олой, ҡаза көҫәй тип атырға кәрәк...”
Ҡайынға бәйләгәс, Пальма, ни булырын һиҙепме, Иршатҡа тәү юлыҡ­ҡандағы һымаҡ, уның ҡулын ялап алды. Һуңғы рәхмәтен шулай белдереүелер, күрәһең. Йылан сағыуынан иҫән ҡалһа ла, әҙәм саҡмаһынан ҡотолоу юҡлығын тоялыр, моғайын. Исмаһам, йән бирә алмай оҙаҡ ыҙаламаһын тип, Иршат мылтығын Пальманың башына тоҫҡаны һәм, йөрәге өҙөлөп, тәтегә баҫты. Йәҙрә нәҡ йылан саҡҡан урынға тейгәйне...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780