Красноусол мәҙәниәт һарайы. Бөгөн бында Ғафури халыҡ театры билдәле шағир, драматург Салауат Әбүзәрҙең “Байраҡ аҫтында” тигән комедияһын ҡуйырға тейеш. Һуңғы йылдарҙа, халыҡ тамашаларға йөрөмәй, мәҙәни саралар ярым буш сәхнәләрҙә үтә, тигән фекерҙе йыш ишетергә тура килә. Шуға ла театр режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зәйтүнә Зәйнәшева менән осрашҡас та:
– Кеше булырмы икән? – тип һораным.
Минең һорауыма ул ышаныслы итеп:
– Ни эшләп булмаһын, киләсәктәр, – тип яуапланы. – Шәп комедия, ундағы тел байлығы, ундағы фәлсәфә! Бер образ да бармаҡтан һурып сығарылмаған. Шуға ла артистарыбыҙ рәхәтләнеп уйнаны, бер-ике уҡыуҙа уҡ ятлап алды. Бығаса комедияны райондың төрлө ауылдарында, “Красноусол” шифаханаһында ял итеүселәргә күрһәттек. Ныҡ оҡшаттылар, һәр ерҙә алҡыштарға күмеп оҙаттылар.Әкренләп халыҡ йыйыла башланы. Үҙен Әлфиә Вәлиева тип таныштырған ханымға был комедияны Ейәнсура районының “Үҫәргән” халыҡ театрында ҡарарға тура килгән.
– Тағы ла килдем әле, – тине ул. – Яҡташыбыҙ Салауат Әбүзәрҙең сәхнәләштерелгән пьесаларын ҡараған һайын ҡарағы килә. Ана, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Хыялый”ы бишенсе йыл сәхнәнән төшмәй. Тимәк, халыҡ ярата, ихлас йөрөй.
Зәйтүнә Зәйнәшеваның әйткәне раҫҡа сыҡты, аҙна башы, эш мәле булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ эркелеп килде, хатта билеттар етмәгәнлектән, бәғзеләренә ултырғыстар сығарып бирҙеләр. Был иһә халыҡ театрының абруйына ишара.
Инде илле йылға яҡын данлы тарихы бар үҙешмәкәр театрҙың. Тәүге көндәрҙән үк Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһын сәхнәләштереүгә баҙнат иткән ғафуриҙар әкренләп ижад баҫҡыстарын яулай бара. М. Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр”, Н. Асанбаевтың “Рәйсә + Фәйзи”, Х. Ибраһимовтың “Башмағым”, “Зәңгәр шәл”, Ә. Атнабаевтың “Законлы никах менән”, “Балаҡайҙарым”, “Игеҙәктәр”, Т. Миңнуллиндың “Гөргөри кейәүҙәре”, Ә. Мирзаһитовтың “Әсәләр көтәләр улдарын” спектаклдәрен тамашасылар әле лә һағынып иҫкә ала.
…Ауылға Американан ер һатып алырға Стив исемле әфәнде килергә тейеш. Ауыл хакимиәте башлығы Тимерйән уны ҡаршы алырға әҙерләнә, әммә иҫке генә өйөнә байраҡ элеп ҡуйған Әүхәткә, шул нәмәңде алып ҡуй, тип мәж килгән арала, ҡунаҡ үҙе үк бында килеп төшә. Тап ошо ерҙә башлана ла инде комедияның төп асылы. Әүхәт:
– Килгән ҡунаҡты бороп сығарыу ғәҙәте юҡ беҙҙә, Тимерйән ҡустым. Прахади, Эстиф! Будь как дома!.. Ҡарсыҡ, нимә ҡарап тораһың, өҫтәл әҙерлә, – ти.
Ҡунаҡ һыйлау башлана. Хужа өҙҙөрөп гармунда уйнай, үтенеп һорағас, ҡатыны Сара моңло итеп йыр һуҙа. Бындай ҙа моңло тауышты иҫе китеп тыңлай Стив. Бер аҙҙан ҡунаҡты һыйлар өсөн Әүхәт һуңғы һарығын һуя. Башҡорттоң саманан тыш йомартлығы был. Бер Әүхәт кенәме икән? Бөгөнгө ҡырыҫ баҙар шарттарында ошо изге күңеллелекте башҡалар уҫал ниәттә файҙалана түгелме тигән фекер тыуа.
Ул көндә ҡунаҡ Әүхәттең йортонда ҡуна. Иртәгәһен Тимерйән уларға килеп ингәс, ошондай һөйләшеү була.
Тимерйән. Торҙомо әле?
Әүхәт. Йоҡлай… Нимәгә кәрәк булды ул һиңә?
Тимерйән. Баҫыуҙы күрһәтәм тигәйнем…
Әүхәт. Улай икән… Тиҙерәк һатып ебәрергә самалайһыңмы?!
Тимерйән. Ҡуй әле, Әүхәт ағай, как будто мин һатам ерҙе. Ул ҡарарға килгән, мин күрһәтәм – шул. Ҡушылғанды ғына башҡарам. (Юғарыға күрһәтеп). Тегенән ҡушалар, мин – бәләкәй кеше.
Әүхәт. Эх, ҡустым, кешенең ҙуры, бәләкәйе булмай ул. Меҫкене генә була…
Тимерйән. Һуң, тегенән бойорғас, нимә эшләргә миңә?
Әүхәт. Тегенән, имеш… Бында бит улар түгел, һин йәшәйһең. Үҙ башың юҡмы ни?!
Тимерйән. Әйтеүе рәхәт ул, Әүхәт ағай. Һуң үҙең уйлап ҡара, нисәмә йыл хужаһыҙ эшкәртелмәй ята ерҙәр. Сүп үләненән башҡа бер нәмә үҫмәй бит.
Әүхәт. Йөрәктәр сүпле булғанға шулай ул, ҡустым. Йөрәктәрҙе сүп баҫҡан...
Үкенескә ҡаршы, бәғзе етәкселәрҙең йөрәген дә, күңелен дә сүп баҫҡан. Уларҙа халыҡ ғәме юҡ, үҙҙәренең мәңге туймаҫ ҡорһағын ғына хәстәрләйҙәр. Бәләкәй генә өйөндә донъя хәстәре менән көн иткән Әүхәттең “Ситтәр талар өсөн генә килә” тип әйтеүендә ҙур мәғәнә ята. Ысынлап та, йәһәннәмдән берәү ҙә быларға яҡшы булһын, иркен йәшәһен тигән маҡсат менән юл тотмай. Бөгөн сит илдәрҙән килгән ойошмаларҙа тир түккән таныш-тонош аша күреп-белеп торабыҙ: аҡсаны бер ҙә ҡуш услап тоттормайҙар. Иң тәүҙә үҙ мәнфәғәте, еңел кәсеп итеү тора улар алдында. Ошо ерҙе файҙаланып, байлығын һура-һура ла кире ҡаса…
Ер. Төп законыбыҙҙа барыбыҙҙы туйындырған ер халыҡ милке тип һаналһа ла, ҡайһы ваҡыт ул бәғзе берәүҙәрҙеке генә түгелме икән тип уйлап ҡуяһың. Рәхәтләнеп әүеш-тәүеш итәләр, байыйҙар, был донъяға мәңгегә килгән кеүек ҡыланалар...
Комедиялағы ваҡиғалар бөгөнгө көнитмешебеҙгә ауаздаш. Һәр образдың типик булыуы, тамашасыларҙың, хас та шул бит әле, тип һөйләнә-һөйләнә ҡарауы менән отошло. Артистарҙың сығышына залдағылар рәхәтләнеп көлһә лә, һәр ым, ишара, диалог ҙур мәғәнәгә эйә. Кемдер үҙен күрҙе, кемдер ауылдашын таныны. Мәҫәлән, Барый образы. Бөгөн башын араҡыға тығып, хатта ҡатынын онотҡандар юҡ түгелме ни арабыҙҙа!
Американан ер һатып алырға килгән Стив (Азамат Абдуллин), ауыл ҡарты Әүхәт (Наил Вәлиев), уның ҡарсығы Рәзилә Хәбибуллина, хакимиәт башлығы Тимерйән (Илнур Ғөбәйҙуллин), колхозсы (Юлай Аҙнағолов), уның кәләше Зилә (Эльвира Насирова) үҙ ролдәрен оҫта итеп башҡарҙы. Телмәрҙәре асыҡ, хәрәкәттәре баҙыҡ, ҡаушамайҙар, хатта үҙҙәрен үҙешмәкәр артист тип әйтергә тел әйләнмәй.
Әҫәр халыҡтың йәнле телмәре менән дә тамашасыларҙың күңеленә үтеп инә. Тормошсанлығы, күңелле йырҙар, бейеүҙәр уны тағы ла байыта төшә. Көлдөрҙө лә, уйландырҙы ла был комедия.
Шундай матур байрам бүләк иткән Ғафури районының мәҙәниәт һарайы етәкселегенә, халыҡ театрына ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.