“Донъя – театр, ә беҙ унда актерҙар”, – тигән бөйөк Шекспир. Ысынлап та, был мөғжизәләр һарайына тотош донъя һыйған, тормош ҡайнай. Унда аҡыллылар һәм диуаналар, матурҙар һәм йәмһеҙҙәр, батырҙар һәм ҡурҡаҡтар, мәрхәмәтлеләр һәм яуыздар... бергә йәшәй. Был донъяла бары тик битарафтар ғына юҡ. Унда килеүселәр ҙә был тылсымлы йорттан битараф булып сыҡмай.
Ошо көндәрҙә театрыбыҙ күркәм юбилейын билдәләй. Байрам айҡанлы театрҙың художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Олег Закир улы ХАНОВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек. – Олег Закир улы, байрам кәйефтәре нисек?
– Театрыбыҙҙың 1919 йылда Стәрлетамаҡта башланып киткән шишмә сылтырауы бөгөн Ағиҙел буйҙарын шаулата. Ул саҡта театр усағын ҡабыҙып ебәргәндәрҙең изге эшен әле беҙ дауам итәбеҙ. Был – бик яуаплы һәм етди бурыс. Театр – ул мәҙәниәттең йөрәге, милләттең рухи терәге. Ошо ҙур яуаплылыҡты иңебеҙҙә тойоп, байрамыбыҙҙы күтәренке кәйеф һәм тулҡынланыу менән ҡаршылайбыҙ.
Һуңғы осорҙа ғына ла театр һөйөүселәребеҙҙе яңынан-яңы тамашалар менән ҡыуандырҙыҡ. Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә”, Мәжит Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр”, Александр Островскийҙың “Бирнәһеҙ ҡыҙ”, Таңсулпан Ғарипованың “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға”, Рәлиф Кинйәбаевтың “Әбейүшкә@эт тущка. ru” һәм башҡа әҫәрҙәрҙе сәхнәләштерҙек.
– Һеҙҙең төрлө тарафтарға сәфәрҙәрегеҙ тураһында ла йыш ишетеп торабыҙ.
– Эйе, театр “тәгәрмәс”е зырлап әйләнеп тора. Ҡаҙағстан Республикаһының Аҡтау ҡалаһында Урта Азия илдәренең V Халыҡ-ара театр фестивалендә ҡатнаштыҡ. Театрыбыҙ «Руди-NEVER OFF...» (Р. Нуриевтың ғүмер миҙгелдәре, авторы һәм режиссеры – Айрат Абушахманов) спектакле менән сығыш яһаны. Фестивалде ябыу тантанаһында туғыҙ номинация буйынса еңеүселәр һәм Гран-при хужалары билдәләнде. Беҙҙең театр жюриҙың «Махсус призы» номинацияһына лайыҡ булды. Театр труппаһының берҙәм ҡарары менән был махсус приз спектаклдә төп ролде уйнаған – Р. Нуриев образын башҡарған – йәш актер Урал Әминевкә бирелде.
Мәскәүҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының юбилей гастролдәре үтте. Ижади сәфәр театрҙың 95 йыллыҡ юбилейына һәм Мәҙәниәт йылына арналды. Гастролдәр аншлаг менән барҙы. Коллектив А. Райкин исемендәге «Сатирикон» театры сәхнәһендә беренсе тапҡыр сығыш яһаны, зал һәр көн тулы булды. Баш ҡала тамашасыһы, унда йәшәгән яҡташтарыбыҙ беҙҙе бик йылы ҡабул итте.
Ырымбур ҡалаһында, театрҙың 95 йыллыҡ юбилей программаһына ярашлы, гастролдәрҙә йөрөп ҡайттыҡ. Ырымбур тамашасыһы өс көндә дүрт спектакль һәм ҙур театрлаштырылған концерт ҡараны. Милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән күрше төбәктә Башҡорт дәүләт академия драма театрын һәр ваҡыт көтөп торған, ихлас ҡаршы алып, дуҫтарса оҙатып ҡалған үҙ тамашасыһы бар. Шулай уҡ Сибай, Баймаҡ, Магнитогорск, Учалы, Белорет ҡалаларында гастролдәр уҙҙы.
Әлбиттә, былар – һуңғы арала булған сәфәрҙәр. Мүкләнеп ятырға самабыҙ юҡ, йөрөйбөҙ, театрыбыҙҙың “ат”ы һәр саҡ егелгән.
– Күптән түгел театр сәхнәһендә “Ҡыҙҙар моңо – моңо халҡымдың” тигән тамаша шаулап үткәйне. Халыҡ уны яратып ҡабул итте.
– Театр һөйөүселәрҙең хәтерендәлер, моғайын, был ижади проекттың премьераһы йәмле яҙ көндәренең береһендә булғайны. Унда билдәле шағирәләр, халҡыбыҙҙың аҫыл ҡатын-ҡыҙҙары Тамара Ғәниева, Лариса Абдуллина, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Зөлфиә Ханнанова, Тамара Искәндәриә, Гөлназ Ҡотоева әҫәрҙәре һәм уларҙың шиғырҙарына яҙылған йырҙар яңғыраны, әҙибәләр үҙҙәре лә ошо тамашала ҡатнашты. Шиғырҙарҙы һәм йырҙарҙы театрҙың төрлө быуын артистары башҡарҙы. Был үҙенсәлекле поэтик спектакль ҡуйылышы менән тамашасылар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Ғәҙәттә, ҡатын-ҡыҙ шиғриәте күберәк һөйөү, мөхәббәт, тәбиғәт, ғаилә ҡиммәттәре хаҡында тип иҫәпләргә күнеккәнбеҙ, әммә гүзәл зат ижадын яҡындан байҡағанда уҡыусы уларҙа тормоштоң иң етди проблемаларын, йәмғиәттең иң сетерекле мәсьәләләрен күрә, халыҡ, милләт, киләсәк, ғаләм төшөнсәләре тирәләй тәрән фәлсәфәүи уйланыуҙары бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Поэтик-музыкаль кисәнең төп маҡсаты ла шағирәләребеҙҙең ижадын халыҡҡа асығыраҡ ишеттереү, төрлө яҡлап асыу, тамашасыға шиғыр байрамы бүләк итеү ине. Ҡуйған маҡсатыбыҙға өлгәштек, тип уйлайым.
Республикабыҙҙа икенсе тапҡыр ойошторолған «Театр төнө» акцияһы тамашасы өсөн ысын мәғәнәһендә ҙур байрамға әйләнде. Йәше лә, ҡарты ла был көндө мәҙәниәт усаҡтарына ашыҡты. Баш ҡалала йәшәгән дуҫтарыбыҙ, төрлө райондарҙан килгән ҡунаҡтар был көндө тап беҙҙе, әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып ултырған туған театрын, һайланы.
Башҡортостандың халыҡ шағиры, драматург Мостай Кәримдең тыуған яғы Шишмә ҡасабаһында Башҡорт дәүләт академия драма театрына һәм шағирҙың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған «...Тыуған йылдарыбыҙ ҙа бер, яҙмыштар ҙа уртаҡ» тигән ҙур театраль тамаша булды. Был сара ысын мәғәнәһендә шәхестең бөйөк рухына сорналған халыҡ байрамына әйләнде. Театрыбыҙ сәхнәһендә һәр әҫәре ҡуйылған мәшһүр драматург, шағир һәм йәмәғәт эшмәкәренең юбилейын шулай ололап билдәләү бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Олуғ әҙиптең күренекле сәхнә оҫталары уҡыуындағы шиғри һүҙе тамаша залына һыймай, асмандарға ашты, шағир һүҙҙәренә яҙылған йырҙар йөрәктәрҙе йөрәктәргә бәйләне, ә Мостай Кәрим пьесаларынан күренештәр уйландырҙы ла, көлдөрҙө лә.
Шишмә район мәҙәниәт һарайына был көндө яҡташының шәхесенә, бай мираҫына битараф булмаған бик күп тамашасы, район етәкселәре йыйылды. Байрамдан һәр кем бай тәьҫораттар алып, ҙур ғорурлыҡ хисе менән, «Еребеҙ Мостай Кәрим «ҡалдырғанса» түп-түңәрәк, ҡояшыбыҙ сатнамаған килеш янһын» тигән изге теләктә, рухланып, илһамланып, театрға ҙур рәхмәттәр әйтеп таралышты.
“Диалог донъяһы” коммуникация үҙәгенең генераль директоры, Рәсәй театр эшмәкәрҙәре союзы һәм «Organisation Development» халыҡ-ара институты ағзаһы Валерия Устинова Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы академияһының Юғары мәктәбендә махсус курстар алып бара. Ул – идара итеү консалтингы һәм театраль педагогика өлкәһендәге унар йыллыҡ тәжрибә нигеҙендә имидж-менеджмент буйынса бизнес-тренингтың һөҙөмтәле системаһын барлыҡҡа килтергән белгес. Программа сиктәрендә Валерия Устинова театрҙың йәш артистары менән «Тауыш ҡуйыу һәм телмәр техникаһы» тигән темаға дәрес уҙғарҙы.
5 декабрҙә Башҡортостанда Мәҙәниәт йылын ябыу тантанаһында быйыл уҙғарылған төрлө мәҙәни сараларға һәм ваҡиғаларға йомғаҡ яһалды. Унда М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары ла әүҙем ҡатнашты.
Быйыл Башҡортостан Президенты грантына лайыҡ булған 16 мәҙәниәт учреждениеһы араһында беҙҙең театр ҙа лайыҡлы урын биләй. Бүленгән 10 миллион һум күләмендәге аҡса мәҙәниәт усағының 95 йыллығы уңайынан төҙөлгән бай юбилей программаһының байтаҡ өлөшөн тормошҡа ашырырға ярҙам итте.
Бөгөн – театрҙың юбилей тантанаһы. Кис сәхнәлә барыһы ла буласаҡ – тарихҡа ижади байҡау, йәмәғәтселек иғтибары, тамашасыларҙың йылы алҡышы, йәшлек һәм байрам кәйефе...
– Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрын бөгөн “мәҙәниәтебеҙҙең аҡһаҡалы” тиһәк тә дөрөҫ булыр. Бер аҙ артҡа, йәшлеккә, күҙ ташлаһаҡ, нимәләр шәйләнә?
– Бөгөн беҙ ғәйрәтле йылға булып шаулап ағабыҙ икән, иң беренсе ошо йылғаның инеше тураһында уйлайһың. Беренсе ҡарлуғастарҙы – Вәлиулла Мортазин-Иманский, Мәкәрим Мәһәҙиев, Арыҫлан Мөбәрәков, Рим Сыртланов, Ғәзим Туҡаев, Зәйни Иғдәүләтов, Әмин Зөбәйеров кеүек сәхнә баһадирҙарын оло ихтирам менән иҫкә алабыҙ. Улар башҡорт театр сәнғәтенең инешен хасил итте. Беҙҙең һәм беҙҙән саҡ ҡына алдараҡ килгән быуын иһә, атап әйткәндә, Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева, Заһир Вәлитов, Әхтәм Абушахманов, Суфия Ҡорбанғәлиева, Илсөйәр Ғизетдинова, Анфиса Хафизова, Таңсулпан Бабичева, Эльвира Юнысова, Шәүрә Дилмөхәмәтова һәм башҡалар, исемдәре театр тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған Арыҫлан Мөбәрәков, Зәйтүнә Бикбулатова, Вәли Ғәлимов, Ғәлиә Имашева, Шәүрә Мортазина, Рәғиҙә Янбулатова, Ғәлимйән Ҡарамышев, Ғабдулла Шамуҡов кеүек сәнғәт оҫталарынан өлгө алып, театр “йылға”һының үҙәнен киңәйтеүгә тос өлөшөн индерҙе.
Үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнаманыҡ, күрше республика һәм өлкәләрҙәге театр сәнғәтенең танылған шәхестәренән дә күпте өйрәндек, бәйләнеш тотоп йәшәнек. Халҡыбыҙҙың данлы улы Мостай Кәрим әйткәнсә, дуҫлыҡ бүлешкәндән арта ғына. Тәжрибә уртаҡлашып, үҙебеҙҙең дә, уларҙың да оҫталығын байыттыҡ, тип әйтә алам.
– Тимәк, рухи сылбыр өҙөлмәй.
– Бөгөн яңы быуын – щепкинсылар заманы килде. Артур Ҡунаҡбаев А. Островскийҙың “Бирнәһеҙ ҡыҙ”ында, Руслан Хайсаров менән Ирада Фазлаева Т. Ғарипованың “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға”һында, Урал Әминев “Руди Never off” эксперименталь спектаклендә, Фәнис Рәхмәтов С. Айытматовтың “Аҡ пароход”ында, Милена Сираева “Әхмәтзәки Вәлиди Туған”тарихи драмаһында, Фирғәт Ғарипов Т. Ғиниәтуллиндың (Р. Кинйәбаев инсценировкаһы) “Ер менән күк араһында” драмаһында үҙҙәрен һәләтле актер итеп танытты.
Тағы ла З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры өсөн уҡытылған махсус курс студенттары быйыл уҡыуҙарын тамамлап, эш башланы.
Ғөмүмән, театр сәхнәһендә йәштәр ныҡлы баҫып тора. Уларҙың үҙ юлы бар. Шулай ҙа бер генә теләк әйтке килә: сәнғәткә тоғро булып ҡалһындар, уға ысын күңелдән хеҙмәт итһендәр.
– Театрыбыҙ йыл һайын балаларҙы яңы әҫәрҙәр менән һөйөндөрөп тора. Быйыл уларҙы ниндәй бүләк көтә?
– 22 декабрҙә театр сәхнәһендә Ш. Перро әҫәре буйынса «Итекле бесәй» әкиәтенең премьераһы була. Режиссеры – Илсур Ҡаҙаҡбаев. Әле әкиәттең репетицияһы бара. Йәш режиссерҙың артистар менән эшләүен күҙәтеү – үҙе бер тамаша.
Бала саҡтан уҡ барыбыҙға ла таныш, аҡыллы һәм изгелекле, ҡыйыу һәм хәйләкәр, ҡыҙыл итек кейгән бесәй тураһындағы әкиәт театр сәхнәһендә тәүге тапҡыр ҡуйыла. Саҡ ҡына ундағы ваҡиғаларҙы хәтергә төшөрәйек: атаһынан мираҫҡа өлкән улдарҙың береһенә – тирмән, икенсеһенә – ишәк, ә кинйә малайға бесәй генә ҡала. Ағалары шулай ҡарар итә, сөнки атаһы, бәләкәсен иркәләп, ҡайһы саҡ ул эшләмәһә лә, «быны кескәй улым башҡарҙы», тип маҡтай, уны ярата. Ә өлкәндәргә был һис тә оҡшамай. Көнләшеүҙән шартлар сиккә еткән ағалары, аталары үлгәс, ҡустыларына бесәйен тоттороп сығарып ебәрә. Ә бесәй һис тә ябай түгел! Тылсымлы итек кейеп, мөғжизә артынан мөғжизә яһап, ярлы ғына хужаһын Принцессаға өйләндереүгә өлгәшә!
Ролдәрҙе Урал Әминев, Айнур Ситдиҡов, Хәким Мортазин, Гөлнара Әмирова, Рима Ҡаһарманова, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева һәм башҡа йәш артистар кинәнеп башҡара. Музыка һәм сәхнә биҙәлеше – барыһы ла мауыҡтырғыс бер мөғжизә.
Шулай итеп, кескәй тамашасыларҙы сағыу, күңелле, заманса ҡуйылыштағы Яңы йыл әкиәте – «Итекле бесәй» менән көтөп ҡалабыҙ.
– Йәш йөрәкле Аҡһаҡал театрыбыҙҙы оло байрамы менән гәзит уҡыусылар исеменән ихлас тәбрикләйбеҙ!
Салауат ӘБҮЗӘРОВ әңгәмәләште.