Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күңелендә – дала киңлеге
Күңелендә – дала киңлеге Быйыл көҙ Хәйбулланың байтаҡ ауылдары буйлап “ил гиҙеп” йөрөү форсаты тейҙе. Режиссер Таңсулпан Бураҡаева “Ике лә генә егет” тигән ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрҙө, мин унда кәңәшсе булараҡ ҡатнаштым. Ябай, ихлас хәйбуллаларға һоҡланып туя алманым.

Йомош менән бер ауылға сыҡҡанда танып ҡалып, һорау ҙа бирҙеләр:
– Мәрйәм апай, һеҙ ҙә килдегеҙме байрамға?
– Ниндәй сара һуң ул?
– Аҡназарҙа Ашҡабаҡ байрамы була бит. Күреп кенә китегеҙ инде...
Иртәгәһенә тағы ошондай хәл ҡабатланды:
– Ҡасан килдегеҙ, Мәрйәм апай? Бында икәнегеҙҙе белһәк, Степнойға алып барыр инек.
– Унда нимә була һуң?
– Картуф байрамы.
– Ҡайһылай матур байрамдар үткәрә­һегеҙ икән! Ҡатнашыу форсаты юҡ шул, – тип тағы үкенес белдерҙем.
“Ике лә генә егет” тигән йырҙы ирекле башҡарыуҙа яҙып алыр өсөн уны йырлаған берҙән-бер кеше – Мөхәмәтйән ағай Ҡаҙаҡбаев – менән осрашырға кәрәк ине. Ошо сәбәпле Һаҡмар-Наҙарғолға юлландыҡ. Ауылға етеп, Ҡаҙаҡбаев­тарҙың йорто янына туҡтағайныҡ, яҡындағы магазинға йыйылған ҡатындар:
– Байрамға килдегеҙме әллә, Мәрйәм апай? – тип өндәште тағы.
– Һеҙҙә лә сара үтәме ни? Ниндәйен ойоштораһығыҙ? – тип һораным, аптырап.
– Ҡорот байрамы. Беҙҙең “бүреләр” ҡорот ашарға әүәҫ бит, – тип шаяртты берәүһе. (Был ауыл халыҡ телендә “Бүре” тип йөрөтөлә).
– Хәйбуллаға килмәһәм, донъяла ундай күркәм сара барлығын белмәҫ тә инем. Юҡ байрамдың үҙе юҡ икән һеҙҙә!
Унан, әлеге лә баяғы, кино төшөрөү эше менән райондың Әбүбәкер ауылына барып сығылды. Урамда торһаҡ, клубтан бер нисә ҡатын йүгереп килеп сыҡты:
– Мәрйәм апай, клубҡа инеп кенә сығығыҙ инде. Ағинәйҙәр кәңәшкә йыйыл­ған. Ауылда Тәгәрмәс байрамы үткәреү тураһында һөйләшәбеҙ.
Шулай итеп, кино төшөрөп йөрөгән арала ишетеүем буйынса ғына районда тиҫтәгә яҡын байрам үткәрелде. Көр күңелле, ихлас халыҡ йәшәй икән Хәйбуллала.
Аҙаҡ, ямғыр өҙлөкһөҙ яуғанлыҡтан, районға юлым төшмәне. Был арала ла унда әллә күпме сара үткәреп ташла­ғандар: Ҙур Арыҫланғолда – “Ҡамыр байрамы”, Подольскиҙа – “Яулыҡ байрамы”, Быҙаулыҡта – “Яҫтыҡ байрамы”, Иләстә – “Ситән байрамы”, Яңы Ергәндә – “Балсыҡ байрамы”... Районға сираттағы мәртәбә килер алдынан иһә Мәмбәттә һарыҡ йөнө ҡырҡыуға арналғанын үткәргәндәре хаҡында ла ишеттем. Ишетмәгән-күрмәгән бындай байрамдарҙы кем уйлап сығара һуң? Саралар кемдең ярҙамында тор­мошҡа ашырыла? Сираттағы сәфәрҙән ошо һорауҙарға яуап алмайынса ҡайтмаҫ өсөн Хәйбулла районы хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы етәксеһе Лариса Мәмбәтова менән осрашып һөйләшергә ниәтләнем.
Лариса Рәшит ҡыҙы сираттағы байрамдан ҡайтып тора ине. Арыған, әммә йө­ҙөндә ҡыуаныс сатҡылары балҡый. Үткәрелгән саранан ҡәнәғәт ине ул. Ә инде башҡарған эштәре хаҡында һүҙ сыҡҡас, йонсоуы һыпырып алғандай юҡ булды. Байрамдарҙы ғына түгел, уларҙа ҡат­нашҡан һәр еңеүсене, ҡотлаусыны исем-шәрифе менән атап, шул тиклем ихлас итеп һөйләүен ғәжәпкә ҡалып тыңланым. Шуныһы айырыуса аптыратты: баҡһаң, ул, үҙе әйтеүенсә, әллә ни “эшләмәй” ҙә икән! Барыһын да ауыл ағинәйҙәре ойоштора. Төп ғиллә етәкселек итеүҙә түгелме һуң?! Бына ҡайҙа ул самаһыҙ баҫалҡылыҡ!
– Беҙҙең эш шул бит, – тип кенә ҡуйҙы урындағы “мәҙәниәт министры”, аптыраулы ҡарашыма яуап итеп.
Ҡыҫҡаһы, Лариса Мәмбәтованың иңен­дә – райондағы 50 ауыл клубы, 29 филиал­лы үҙәкләштерелгән китапхана сис­те­ма­һы, өсәр филиаллы ике сәнғәт, балалар музыка мәктәптәре, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, алты өлгөлө һәм туғыҙ халыҡ коллективы, 500 тирәһе түңәрәк. Йыл ярым эсендә генә 22 400-гә яҡын мәҙәни сара ойошторолған.
Ул ғына ла түгел, Хәйбулла районы үҙешмәкәрҙәре, милләттәштәребеҙ йәшә­гән башҡа төбәктәргә барып, уларҙы башҡорт сәнғәтенең өлгөләре менән таныштырып, ҡыуандырып, үҙҙәре лә рухи йәһәттән яңырып ҡайта. Былтыр Екатеринбург ҡалаһында уҙған һабантуйҙа был төбәктән 70 кеше ҡатнашһа, быйыл райондан 100-гә яҡын талант эйәһе Санкт-Петербургта милли байрам ойошторған, ҡала халҡын һоҡландырып, алҡыштарға күмелеп ҡайтҡан.
– “Районыбыҙҙың данлыҡлы кешеләре йәшәгән төбәктәр буйлап” тип аталған сәйәхәт ойошторабыҙ. Халыҡта ул ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, – ти Лариса Рәшит ҡыҙы. – Шулай уҡ “Ҙур мәҙәни сара” тигән парад уҙғарабыҙ. Мәшһүр ҡурайсыбыҙ Сәйфулла Дилмөхәмәтов һәм йырсы Дәүләтғәли Хәсәнов исемендәге конкурс­тар ҙа, район кимәленән уҙып, зона сараһына әйләнде, киң ҡолас алды. “Уйна, гармун!” конкурсы тергеҙелде.
III асыҡ республика “Бөйөк дала” башҡорт рок фестивале иң күркәм сара­ларҙың береһе булды. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында “Рух” рок төркөмө беҙҙең районда ойошторолғайны. Бындай коллективтар шул осорҙа шау-гөр эшләне лә хәҙер һүлпәнәйҙе. “Бөйөк дала” иһә йүнәлеште яңынан йәнләндереп ебәрҙе. Уға Башҡортостандың бихисап район-ҡалаһынан, Ҡаҙағстандан, Ырымбур өлкә­һенән килделәр. Тамаша ғәжәп бер кү­ре­неш булды. Иге-сиге күренмәгән бөйөк Хәй­булла далаһына биш меңгә яҡын тамашасы йыйылып, күңел асты. Фестивалдең талабы һәм үҙенсәлеге шунда – йырҙар тере тауыш менән башҡарылды.
Төп маҡсатыбыҙ – халыҡты сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, рухи яҡтан күтә­реү. Ә был бурысты өгөт-нәсихәт менән генә атҡарып булмай, ғәмәли эш мөһим. Һөйөнөскә күрә, хеҙмәтебеҙҙең һөҙөм­тәһен күрәбеҙ. Әйтәйек, юлдан тайпылыу хәүефе янаған байтаҡ кеше “тәртә эсенә инә” башланы. Халыҡ йорт-ҡураһына, өҫ-башына ғына түгел, тотош ауылды төҙөк­ләндереүгә иғтибар итә хәҙер. Бөхтә ке­йенергә, баһаһын һаҡларға, башҡа­лар­ҙан артта ҡалмаҫҡа тырышалар, бита­раф­лыҡ кәмей. “Ул эшләгәнде мин башҡара алмайыммы?” тигән сәм уяна башланы. Мәҙәниәт йылы быға тос өлөш индерҙе.
– Башҡорт халҡының шөғөлө ифрат күп төрлө булғанлыҡтан, йола байрамдарын билдәләү ауыр түгел. Мәҙәниәт идара­лығында егәрле, эшен мөкиббән яратҡан хеҙмәткәрҙәр тупланған. Хакимиәт һәр башланғысты хуплап ҡаршы ала, ярҙам итә.
Юлым Хәйбуллаға төшөп, төбәктә аҡыллы, уңған етәкселәр, ағинәйҙәр менән танышыу форсаты тейгәненә ҙур ҡыуаныс кисерҙем. Лариса Рәшит ҡыҙының план, эш теҙмәһе, отчеттар теркәлгән бихисап ҡағыҙ менән күмелгән өҫтәленә күҙ йүгерт­кәс, уның алда ла әллә күпме изге ғәмәл башҡарырға, халыҡҡа бөткөһөҙ шатлыҡ өләшергә әҙерлегенә ихлас һоҡландым.

Мәрйәм БУРАҠАЕВА,
“Башҡортостан” гәзитенең штаттан тыш хәбәрсеһе.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780