Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өр-яңы “Ҡара йөҙҙәр”
Күптән түгел Башҡорт дәүләт академия драма театрына барып, рухи аҙыҡ алып ҡайттым. Был кисте Мәжит Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” спектаклен күрһәттеләр. Хәйер, тураһын ғына әйткәндә, бер ниндәй драма ҡарағым килмәгәйне. Ни тиһәң дә, тормошта гел ыңғай йоғонтолар менән ҡыуанып йәшәге килә.

Фойела сисенеп, тамашасы залына үтеү был юлы ғә­ҙәти булманы. Йәш ҡыҙҙарҙың мине артистар йөрөгән яҡ­тан залға алып инеп, сәхнәгә мендереп үк ултыртыуҙары бик сәйер тойолдо. Аптырауҙан тирә-яғыма әйләнеп ҡарап та өлгөрмәнем, спектакль башланды. Мин шымып ҡалдым. Алдымда уҡ артистар йөрөп уйнай, уларҙы яҡындан күрәһең. Бына һиңә ҡыҙыҡ тамаша...
...Мәҙрәсәлә ғилем эстәп йөрөгән үҫмер малай ауылдан хат ала. Бәләкәй ҡағыҙға теҙеп яҙылған ауыл яңылыҡтары араһындағы иң төп ваҡиға – Ғәлимәнең һыуға батыуы. Шәкерт малай Ғәли ике туған апаһының үлеүен беҙгә, тамашасыларға, ғәҙәти итеп, бер ниндәй үкһеү, илауһыҙ ғына, шул уҡ ваҡытта тауышында кемгәлер асыу, үпкә белдереп, асыҡ итеп еткерҙе. Дикцияһы матур, тип уйлап ҡуй­ҙым эсемдән генә. Мин уның һәр бер хәрәкәтен һоҡланып күҙәттем. Был ролдә театрҙың йәш актрисаһы Лилиә Ғәлина уйнаны, хас та малай инде!
Сәхнәгә шаулашып-гөрләшеп йәштәрҙең килеп сығыуы тамашасыны йәшлегенә алып ҡайтты шикелле. Ни тиһәң дә, йәшлек – ул матурлыҡ. Үҙебеҙ ҙә сәхнә түрендә ултыр­ғас, актерҙарҙың һәр ҡыланышын ғына түгел, ә йөҙҙә­рендәге ысын матурлыҡты күрҙек. Егет­тәрҙең бесән сабып, салғы янып тороуҙары – ауыл кешеһенә яҡын күренеш. Яланға ҡыҙҙар килеп сығыуы, уйын-көлкө менән бер рәттән йырлап, йәштәрҙең дәртле бейегәндәрен яҡындан ҡарау күңелле, әлбиттә. Әммә йөрәк ҡағып, алда буласаҡ трагедияны күҙаллап, “бына хәҙер, бына хәҙер башлана инде”, тип тулҡынланып ултырырға ла тура килде.
Эйе, килеп етте ул төп ваҡиға... Әле генә күңелдәрендә һөйөү морон төрткән ике ғашиҡ йәндең һөйләшеп торған­дарын күреп ҡалған көнсөл күҙҙәр улар тураһында бысраҡ һүҙ таратты, ғәйбәт шунда уҡ урындағы дин әһелдәренә еткерелде. Ә тегеләре иһә егет менән ҡыҙҙы Аллаһы Тәғәлә алдында ҙур гонаһ ҡылыуҙа ғәйепләп, биттәренә ҡором һөртөп, муйындарына төрлө әйберҙәр тағып, урам буйлап йөрөттө. Һөйөү бәхетен татып та өлгөрмәгән йәштәрҙең саф, эскерһеҙ мөхәббәтенә яла яғылды. Әммә спектаклде ҡуйыусы режиссер уларҙы бахыр итеп күрһәтмәне: ошондай оло мәсхәрәгә дусар ителһә лә, ҡыҙ менән егеттең эске күңелендә рухи бейеклекте күреп булды. Ғөмүмән, трагедияла бахырлыҡ юҡ, ә рухи бөйөклөк күҙгә салынды. Ғәлимәнең атаһы Ҡазый берҙән-бер ҡыҙына шундай оло ҡазаға тарыған мәлендә ярҙам ҡулы һуҙыр урында, дошман һүҙенә ҡушылып, ғәзиз балаһын бысраҡ һүҙҙәр менән йәберләне, өйөнән ҡыуҙы. Ҡазый ролен бирелеп китеп Рәүис Заһитов баш­ҡарҙы. Спектаклдә арҙаҡлы артистар Әхәт Хөсәйенов, Илһөйәр Ғәзетдинова, Тәнзилә Хисамова уйнаны. Йәмғеһе 30-ға яҡын актер ҡатнашты.
Төп героиняның тыумыштан бирелгән һылыулығы, нә­фис һомғол кәүҙәһе, оҙон ҡара сәстәре, ғөмүмән, артис­тарҙы яҡындан күреп ултырыу үҙе бер кинәнес булды. Ғазапҡа тарығандан һуң ап-аҡ йөҙөнә ҡара ҡором һөртөл­гән ҡыҙҙың йөҙөн тастағы һыуҙа йыуыуҙары ла, аҙаҡтан уны ағас кәритә эсенә һалып, һыу ҡойоп өшкөргән күре­неш­тәрҙе лә – барыһын да тамашасы терәлеп тигәндәй ҡарап ултырҙы.
Ғәлимә образын йәш актриса Гөлнара Ҡаҙаҡбаева баш­ҡарҙы, ә Закирҙы йәш егет Артур Кәбиров уйнаны. Йәштәр һәләтле, талантлы, тип әйтке килә. Образ өҫ­төндә бик тырышып эшләгәндәр, ҙур көс һалғандар.
Тормошта булып үткән ваҡиғаларҙы тасуирлап яҙып, киләһе быуынға мираҫ итеп ҡалдырған Мәжит Ғафуриға мең тапҡыр рәхмәт әйтке килә. Үткән заманда булған ҡот осҡос хәл-ваҡиғаларға һәйкәл ул! Ул заманда йәш ҡыҙ менән егет бары тик күрешеп-һөйләшеп торғандары өсөн генә ниндәй ҙур хөкөмгә тарттырылған! Һөҙөмтәлә, ҡыҙ аҡылдан яҙа, мәкегә төшөп үлә. Әлбиттә, бындай әҫәр сәхнә түрендә булырға тейеш.
Мәжит Ғафуриҙың билдәле әҫәрен яңынан сәхнәләш­тереп, режиссер Айрат Абушахманов ҙур эш башҡарҙы. Елле драма! Режиссерҙың үткерлеге, үҙенең ҡарашы, фекере барлығы, ҡыйыулығы күренә. Театр тормошона ниндәйҙер яңылыҡ индерҙе режиссер. Сәхнә биҙәлеше лә иҫ китмәле. Тамашасы залында бергә күк ҡабағы асылып китеп, юғарынан ҡарҙы һынландырып ап-аҡ мамыҡ яуа. Бер ҡараһаң, унда — мәсет манараһы. Аҙан әйтәләр. Шәкерт­тәр яттан доға уҡый. Спектаклде ҡарап ултырған тамашасы күңеле менән тулыһынса шул дәүергә инеп сума... Нәғим хәлфәнең, Ҡазый хәҙрәттең, Ғәйфулланың дингә һылтанып, Аллаһы Тәғәләгә япһарып, тома наҙан халыҡты иҙеүҙәре, эскерһеҙ, һис бер гонаһы булмаған кешене йәберһетеүҙәрен бөгөнгө күҙлектән “вәт, булған бит заманалар!” тип һушыбыҙ китеп ҡарап ултырҙыҡ. Шулар­ҙың араһында яҡтылыҡ һирпеп Ахун хәҙрәт пәйҙә була. Ул манараға менеп телмәр тота: “Эште ҙурға ебәрмәйек. Йәштәрҙең зина ҡылыуына шаһиттар бармы? Гонаһҡа батмағыҙ, ялған яла яҡмағыҙ! Һеҙ уларҙан үс алаһығыҙ! Аҡылығыҙға килегеҙ! Йәштәрҙе харап итеп ҡуймайыҡ!” Әммә ул осор өсөн Ахун хәҙрәт кеүектәр – “диңгеҙҙәге тамсы”. Ундайҙар еңһен өсөн күпме йылдар, күпме осор артылырға тейеш булды... Ахун хәҙрәт тарафынан әйтел­гән телмәр ҡараңғылыҡты яҡтыртып юл күрһәткән факел кеүек. Хөрмәт Үтәшев башҡарыуында Ахун хәҙрәт образы бик аҡыллы, үҙ фекерен ҡурҡмайынса, тура әйтә белгән, ғәҙеллекте яҡлаған берҙән-бер дин әһеле булып кәүҙәләнә. Тамашаның аҙағында үҫмер малай Ғәли Ахун хәҙрәткә эйәреп, мәҙрәсәгә уҡырға китә. Тормошта яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа ынтыла.
Спектаклдә һыҡтауҙар, һыҡрауҙар бөтөнләй булманы тиерлек, ҡарауы еңел. Драмалағы геройҙарҙы режиссер рухи яҡтан көслө итеп күрһәтте. Ғәлимәнең үлеүе тамаша аҙағында ҡабатланманы, финал яҡты тамамланды. Трагедияла рухи бөйөклөк еңде. Аяуһыҙ ваҡиғаның шаһиты булған Ғәли үҙенең кисерештәрен берсә балалыҡ аптырауы ҡатыш, берсә дошмандарға асыуланып, үҙ ҡарашын, үҙ фекерен тос әйтеп, спектаклде тамамлап ҡуйҙы.
Ошондай ҙур күләмле һәм бик ҡатмарлы эште атҡарып сыҡҡандарҙың һәммәһенә лә “Афарин!” тип әйтке килә.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780