Тиҙҙән Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ойошторолоуға 80 йыл тула. Ошо ваҡыт арауығында үҙ сафына бихисап яҙыусыларҙан “ғәскәр” туплап өлгөргән, башҡорт әҙәбиәтенең данын Рәсәй киңлектәренә, донъяға таратҡан Союз бөгөн нисек һәм ниндәй уй-ниәттәр менән йәшәй? Ошо хаҡта белергә теләп, уның идараһы рәйесе, күренекле драматург Наил Әсҡәт улы ҒӘЙЕТБАЕВҠА мөрәжәғәт иттек. – Наил Әсҡәт улы, Яҙыусылар союзының юбилейына ниндәй яңылыҡтар, ҡаҙаныштар менән аяҡ баҫаһығыҙ?
– Яңылыҡтар бар, ҡаҙаныштар юғыраҡ. 22-нән 30 йәшкә тиклемге ун биш яҙыусыны берәр китабы менән Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзына ағза итеп алдыҡ (Ғәҙәттә, өс-дүрт китап менән алалар). Күптәр быға ҡаршы булды. “Бер аяғы менән әҙәбиәткә инһә лә, икенсеһе инмәгәндәрҙе ниңә Союзға алаһың?” — тине улар. Һәм хаҡлы инеләр. Әммә мин дә дөрөҫ эшләнем, тип уйланым, сөнки шул ун биш баланың китаптарын уҡып сыҡтым, һәләттәре барлығын күрҙем, тик оҫталыҡтары, белемдәре һайыраҡ. Уныһы ҡурҡыныс түгел, иң мөһиме — ҡанатландырырға, өмөтләндерергә, һәммәһенә уларҙың әҙәбиәтебеҙ киләсәге икәнлеген аңлатырға, шуға ышандырырға кәрәк ине. Мин үҙем дә шул юлды үттем бит. 25 йәшемдә Себерҙә, Кемерово өлкәһендә йәшәгәндә бер повесть яҙып, “Ағиҙел” журналына ебәрҙем. Сибек кенә әҫәр ине ул. Әммә оло яҙыусылар — Ноғман Мусин, Рәми Ғарипов, Әнүр Вахитов — мине күтәреп алды, ҡупыртып: “Һин — әҙәбиәтебеҙҙең киләсәге!” — ти башланы. Мин шуға ышандым һәм Себерҙән, ҙур аҡсалы урындағы эшемде, фатирымды ташлап, Сибайға ҡайтып төштөм. Бында эш тә, фатир ҙа юҡ. Әммә оло яҙыусылар миңә шылтырата, хаттар яҙа: “Ҡайҙа юғалдың? Нимә яҙҙың? Ни өсөн әҫәрҙәрең күренмәй?” Уларҙың шундай мөнәсәбәте мине ижадҡа ныҡлап тотонорға этәрҙе. Ә инде бер генә китабым менән Яҙыусылар союзына алынғас, илһамланып ижад итә башланым. Ошоларҙы уйлап, йәштәргә өмөт менән ҡарайым, уларҙы әҙәбиәтебеҙ киләсәге икәнлектәренә ышандырырға тырышам.
– Мәҙәниәт йылын ҡәләм әһелдәре ниндәй уңыштар менән йомғаҡлай?
– Был һорауға яуап биреүе ауыр. Мәҙәниәт йылы яҙыусыларға ул тиклем ҡағылманы шикелле. Дөрөҫ, йышыраҡ райондарға сыҡтыҡ, әҙәби сараларҙа ҡатнаштыҡ. Иң мөһиме — мәҙәниәт өлкәһендә күп саралар үткәрелде, шул ҡыуандыра.
– Киләһе йыл Рәсәйҙә лә, Башҡортостанда ла — Әҙәбиәт йылы. Пландар менән уртаҡлашһағыҙ ине.
– Уй-ниәттәр күп. Президентыбыҙ әҙәби гранттар иғлан итер, тип өмөтләнәбеҙ. Совет заманында ижад йорттары күп булды, яҙыусылар шунда барып, икешәр-өсәр ай арзан хаҡҡа йәшәп, ҙур-ҙур әҫәрҙәр яҙып ҡайта ине. Хәҙер Рәсәйҙә ундай йорттар берәү-икәү генә, йәшәү хаҡтары ҡыйбат. Башҡортостанда ижад йортон ойоштороу — көнүҙәк мәсьәлә. Баш ҡалабыҙҙа бөйөк яҙыусыларыбыҙға, шәхестәребеҙгә — Шәйехзада Бабичҡа, Зәки Вәлидигә һ.б. — һәйкәлдәр юҡ. Был да иғтибар талап итә. Китапһыҙ яҙыусы булмай, “Китап” нәшриәте уны йылдан-йыл аҙыраҡ нәшер итә, гонорарҙар кәмей. Проблемалар күп. Әҙәбиәт йылы әҙәбиәтебеҙ үҫешенә ыңғай йоғонто яһар тип өмөтләнәбеҙ.
– Киләсәктә һәр жанр төрө буйынса төбәк-ара семинарҙар уҙғарыу күҙ уңында тотолмаймы?
– Әле генә Сибайҙа Көньяҡ Урал райондары йәш яҙыусыларының конференцияһын үткәреп ҡайттыҡ. Дүрт йүнәлеш буйынса — проза, шиғриәт, драматургия, русса әҫәрҙәр — ҡулъяҙмалар тикшерҙек. Был яуаплы эште башҡарыуҙа олпат, тәжрибәле әҙиптәребеҙ ҡатнашты: Әмир Әминев, Сабир Шәрипов, Тамара Искәндәриә, Мәүлит Ямалетдинов, Әнисә Яхина, Николай Грахов һәм Светлана Ғафурова. Өмөтлө, һәләтле йәштәребеҙ бар беҙҙең. Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов уларҙың иң һәйбәт әҫәрҙәренән йыйынтыҡ нәшер итергә вәғәҙә бирҙе. Киләһе йыл төрлө төбәктәрҙә шундай конференциялар үткәрергә йыйынабыҙ. Инде ун йылдан ашыу үткәрелмәгән Талҡаҫ күле янындағы йәш драматургтар семинарын да тергеҙергә иҫәп бар.
– Тәржемә аша әҙиптең әҫәрҙәре донъяға сыға. Бәлки, Рәсәй кимәлендә тәржемә фестивале ойоштороу кәрәктер?
– Һәйбәт идея. Киләсәктә ул хаҡта уйларбыҙ. Әлегә эргәләге проблемалар менән шөғөлләнмәксебеҙ. Яҙыусыларға социаль ярҙам итеү, йәш таланттарҙы эҙләү, ижади ярҙам күрһәтеү — бөгөнгө төп бурыстар. Беҙҙә хәҙер 250 яҙыусы — Союз ағзаһы. Бөгөнгө әҙәбиәтебеҙҙең төп көсө булған йөҙҙән ашыу ҡәләм оҫтаһының исеме лә, премияһы ла юҡ. Бер үк кешеләр премия, исемдәр алған, ә былар бөтәһенән дә мәхрүм ҡалған. Унан башҡа өсәр-бишәр китап нәшер иткән 50-70 йәштәге 40-тан ашыу ижадсы ошоғаса Яҙыусылар союзына алынмаған. Бөтәһен дә бер юлы ағза итеп булмай, әлбиттә, әммә уларҙың яҙыусылар сафында торорға тулы хоҡуҡтары бар.
– Яҙыусылар союзы етәксеһе булып эшләүе ауыр, тиҙәр. Ижад кешеләренең холоҡтары төрлө, уҫалдары, әсе теллеләре бар...
– Ауыр түгел. Әгәр яҙыусыларҙы ҙурҙарға һәм бәләкәйҙәргә йәки талантлыларға һәм графомандарға бүлә башлаһаң, ауырҙыр. Минең өсөн барыһы ла тигеҙ, һәр ижад кешеһен талантлы, хатта гений тип һанайым, килһәләр, бөтә эшемде ташлап уларҙы тыңларға, ярҙам итергә тырышам. Шуға миңә Яҙыусылар союзында эшләүе еңел, ҡыҙыҡлы. Әлбиттә, ижади эшем туҡталып ҡалды. Хәйер, мин был вазифаға килгәндә шулай булырын белә инем. Яҙышыуға ваҡыттың аҙ ҡалыуына тыныс ҡарайым.
– Яҙыусылар союзы ойошторолоуға – 80 йыл. Уны нисек байрам итергә йыйынаһығыҙ?
– 10 декабрҙә киске сәғәт 7-лә Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында юбилей байрамы ойошторабыҙ. Уның тәүге өлөшө тантана буласаҡ, икенсе өлөшөн концерт рәүешендә үткәрәбеҙ. Инеү ирекле. Бөтә яҙыусыларҙы, әҙәбиәт һөйөүселәрҙе саҡырабыҙ. Рәхим итегеҙ!
Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.