Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Китап уҡыу – тормошто өйрәнеү ул
Китап уҡыу – тормошто өйрәнеү улМине хәреф танырға өйрәткән туған мәктәбемдең бәләкәй генә уҡыу бүлмәһе ҡойто ғына күренә ине, ләкин уның тупһаһы аша атлап эскә үтеү менән үҙемде мөғжизәүи әкиәт иленә барып юлыҡҡандай хис итә торғайным. Бында китап тигән серле донъяның төрлө тарафтарына ҡыҙыҡлы сәфәр ойошторорға мөмкин: теләйһең икән, рәхәтләнеп гәзит-журнал аҡтараһың, берәү ҙә ҡамасауламай, мажаралы китаптар менән танышыу айырыуса рухи донъяңды байыта, төрлө һүрәт ҡарау ҙа күңелгә кинәнес бирә. Мөләйем китапханасы апай ҡунаҡсыл хужабикәләй ҡыҙ һәм малайҙарҙың һәр береһенән нимә алырға теләүебеҙҙе һорай, ярҙам итә. Уңда иһә иғтибарҙы тәү ҡараштан уҡ йәлеп итерлек һүрәтле китаптар ҡуйылыуын алдан белгәнгә күрә, шул яҡҡа ашығаһың. Ә инде өлкән кластарҙа төпкәрәк үтеп инергә батырсылыҡ иттек, кирбес ҡалынлығы романдарҙы төн йоҡламай уҡып сыға торғайныҡ. Хәҙер ҙә иҫемдә, II класта китаптарҙы тиҙ уҡып тапшырыуым китапханасының күңелендә шик тыуҙырғандыр, шуға күрә ул әҫәрҙең эстәлеген һөйләтә торғайны...
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы үҙенең оло юбилейын билдәләй, шул уңайҙан китапхананың директор урынбаҫары Рәзил БИКБУЛАТОВ менән әңгәмә ойошторҙоҡ.
– Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана республикабыҙҙа ғына түгел, бәлки Рәсәйҙә лә иң олпаттарҙан һанала. Тарихы тураһында ҡыҫҡаса һөйләгеҙ әле.
– Милли китапхананы республикабыҙҙың ғилем хазинаһы, хатта йөҙөк ҡашы булған белем усағы тип өҫтәһәң дә, артыҡ булмаҫ.
Архив сығанаҡтарынан күренеүенсә, XVIII быуат аҙаҡтарында Өфөләге белем усаҡтарында бәләкәй генә булһа ла, уҡыу залдарының күренеүе беҙҙә китапханалар эшенең тарих төпкөлөнә барып тоташыуын аңлата.
Өфөлә 1836 йылда Дворяндар Йыйылышы ҡарамағындағы тәүге китапхана асыла. Ғәли Соҡорой, Шәмсетдин Зәки, Мифтахетдин Аҡмулла ише күренекле мәғрифәтселәребеҙ йәшәгән осор булған бит, был да бик күпте раҫлай. Бынан тыш, сауҙагәр Николай Блохиндың китап магазинынан, шәхси китапхана-уҡыу залынан халыҡтың өҙөлмәүен беләбеҙ. Өлкәндәр телендәге "избач"ты (изба читальная – автор) кем белмәй? Уйлап ҡараһаң, ошо уҡыу өйҙәренең барыһы ла әллә күпме инсандың күҙен асҡан.
1921 йылда Өфөлә Үҙәк ғилми китапхана ойошторола. Ҡыҙыҡ, эшләй башлағанда 17 мең ярым тирәһе генә китап иҫәпләнгән унда. Артабан ул Үҙәк мосолман китапханаһын, бер ни тиклем ваҡыт уҙғас, Максим Горький исемендәге Үҙәк китапхананы үҙенең ҡанаты аҫтына ала. Ә инде 1936 йылда республика статусына күтәрелә, күпмелер ваҡыт Надежда Крупская исемен йөрөтә. Уҙған быуаттың 80-се йылдарында Республика балалар китапханаһы менән Республика үҫмерҙәр китапханаһын да уға ҡушалар. Ә 90-сы йылдар башы айырыуса тарихи ваҡиғаларға бай була. 1992 йылда Башҡортостандың Милли китапханаһы итеп үҙгәртелеүҙән тыш уға Әхмәтзәки Вәлиди исеме бирелә, быны йәмәғәтселек арҙаҡлы шәхесебеҙгә оло хөрмәт күрһәтеү билдәһе тип ҡабул Китап уҡыу – тормошто өйрәнеү улитте.
– Республикабыҙҙа китаптар һаҡланған иң ҙур бина ҡайҙа урынлашҡан тип һораһалар, һис ҡыйынһынмайынса ошо китапханабыҙҙы әйтә алабыҙ. Һеҙҙә күпме дана китап һаҡлана, фондты тулыландырыу тәңгәлендә ниҙәр эшләнә?
– Тәүҙә бүлектәрҙең эше тураһында бер кәлимә һүҙ. Ғилми-методик, башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү, һирәк осраған һәм ҡулъяҙма баҫмалар, ваҡытлы баҫмалар, китап һаҡлау һәм тағы ла бер нисә бүлек, уҡыу залдары бар. Кадрҙар мәсьәләһе хәл ителгән, бөтәһе өс йөҙҙән ашыу кеше эшләй. Егәрле хеҙмәткәрҙәребеҙҙең иңенә документтарҙы туплау һәм һаҡлау һымаҡ яуаплы бурыс йөкмәтелгән. Шуға иғтибарҙы йүнәлтмәксемен: башҡорт китаптарын эҙләү, Башҡортостан тураһында бер табаҡ ҡына булһа ла әйбер йыйыу – бөтәбеҙҙең дә мөҡәддәс бурысы. Мәҫәлән, йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә тигәндәй, 2009 йылда көтмәгәндә ҙур табышҡа юлыҡтыҡ, һирәк осраған баҫмалар һәм ҡиммәтле ике ҡулъяҙма ҡулыбыҙға килеп эләкте. Эмиграциялағы башҡорт ғалимдарының ике меңгә яҡын китабын үҙебеҙгә ҡабул итеп алыуыбыҙ – шулай уҡ туҡтауһыҙ эҙләнеү һөҙөмтәһе. Беҙҙә башҡорт телендә әҙәби һәм мәҙәни мираҫтың тулы йыйынтығы һаҡлана.
Фондтың ифрат бай булыуы, уҡыусыларҙың күплеге, китаптарҙы ҡулланыуға биреү, яңы баҫмаларҙы алдырыу, ҡыҫҡаһы, бөтә күрһәткестәр буйынса алып ҡарағанда ла Рәсәйҙә тәүге ун төбәк иҫәбендәбеҙ. Рәсәй китапханалар ассоциацияһының "АРБИКОН" консорциумына алындыҡ, был күрһәткес юғары баҫҡысҡа күтәрелеү тигән һүҙ.
Китапхана фондында — 3 миллион 300 мең документ. Боронғо ҡулъяҙмаларҙың 221 томын (иң боронғоһо XVI быуатҡа ҡарай) ынйы бөртөктәренә тиңләйбеҙ. Йәмғеһе 40 меңдән ашыу ҡиммәтле ҡулъяҙма иҫәпләнә, шуның 13 мең тирәһе ғәрәп графикаһында яҙылған. Улар – Көнсығыш һәм Европа телдәрендәге ҡулъяҙмалар, шулай уҡ иҫке алым менән баҫылған китаптар ғына түгел, ә тарихи Башҡортостанда, Урал-Волга буйында, Рәсәйҙең бүтән төбәктәрендә нәшер ителгән белешмәләр, энциклопедик баҫмалар, гәзит-журналдар.
Сит телдәр баҫмаһы фонды ла бай, унда донъя халыҡтарының 22 телендә 50 мең самаһы баҫма һаҡлана. Француз, немец уҡыу залдары булдырылды, Америкаға арналған мөйөш эшләнде.
Башҡортостанды беренсе булып өйрәнеүсе Петр Рычковтың "Журнал, или дневные записки путешествия капитана Рычкова по разным провинциям Российского государства" (1770 йыл) тигән китабының беҙҙең китапханала булыуы ҙур ғорурлыҡ. Алпауыт Дашковтарҙың шәхси китапханаһынан улдары тарафынан бүләк ителгән бихисап китаптар уникаль коллекцияға тиң.
Электрон һәм баҫма каталог, картотекалар бар. Электрон каталогта хәҙер 280 мең яҙма материал иҫәпләнә, 600 гәзит һәм журнал алдырабыҙ. Китап һөйөүселәрҙе хеҙмәтләндереү йәһәтенән һынатмайбыҙ, уларға әллә күпме китап бирелә. Веб-сайтҡа инеүселәрҙең һаны 100 меңдән ашты.
Ғөмүмән, китапханасылыҡ эшен еңел тимәҫ инем. Беҙҙә үҙенең һөнәрен яратҡандар ғына йыйылған. Ә китапханасыға киң эрудиция, төплө белем, тарихты, телде тәрән белеү кеүек сифаттар хас булырға тейеш.
– Ҡағыҙ китап менән электрон китап тураһында төрлө фекерҙәр ишетелә. Шәхсән һеҙ ҡайһыһына өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
– Өлкәндәрҙе китап һәм гәзитте ҡулдарына тотоп уҡыу ғәҙәтенән айырыу мөмкин түгел, улар шулай өйрәнгән, бының өсөн береһен дә консерватик ҡарашта ғәйепләргә ярамай. Һүҙҙең тәмен белеп уҡыуға ни етә?! Ә инде йәштәр, хатта урта быуын вәкилдәре лә ҡағыҙ ҡыштырҙатып ултырыуҙы өнәмәй, электрон баҫмаға өҫтөнлөк бирә икән, был да бик яҡшы. Замана шуны талап итә. Бигерәк тә сәфәр сыҡҡанда мәғлүмәтте йәһәт табыу, яңылыҡтар менән даими танышыу, рухи донъяңды байытыу йәһәтенән ноутбук ярҙам итә. Дөрөҫөн әйткәндә, иң һәйбәтенә төртөп күрһәтергә ҡушһалар, икеһен дә һайлар инем.
– Матбуғатҡа яҙылыу барған осорҙа күп урында гәзит уҡыусылар менән йәнле осрашыуҙар үтте, фекер алышыу әле лә дауам итә. Ҡайһы берәүҙәр гәзит-журналды өйөнә алдырмауын, китапханаға барып уҡыйбыҙ тип һылтау итә, шул уҡ ваҡытта уҡыу залдары ярым буш. Быны нисек аңларға?
– Китап уҡыһаң, белемең артыр, уҡымаһаң, белгәнең дә онотолор, тиҙәр. Халыҡ мәҡәленә ифрат ҙур мәғәнә һалынған.
Уҡыу залдарында йыш булам. Ысынлап та, ҡайһы саҡта залда һиллек күҙәтелә, был берәүгә лә сер түгел. Гәзит-журналды алдырмағандарҙың китапханаға йөрөүенә лә бик шикләнәм. Ғөмүмән, китапхана менән дуҫ булмаған кешенең ҡулына көсләп әсбап тоттороуҙы күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ә уҡыған кеше яратҡан шөғөлөн ташламай, ундайҙарға һәр саҡ һоҡланып ҡарайым.
– Республика етәкселеге, төп китапханабыҙға бөйөк шәхесебеҙҙең исемен биреп, бик ҙур эш башҡарҙы...
– Донъя кимәлендә танылыу яулаған ғалим Зәки Вәлидиҙең иҫ киткес бай хеҙмәттәре (китаптар, мәҡәләләр, сығыштар һәм башҡа яҙмалар) һаҡлана беҙҙә, улар даими тулыланып тора. Был йәһәттән башҡорт энтузиастарының да, төрөк дуҫтарҙың да ҙур ярҙамын тоябыҙ, шәкерттәре менән туғандарына мең рәхмәтлебеҙ.
Йыйып ҡына әйткәндә, ғалимдың бөтә хеҙмәттәрен дә табырға мөмкин. АҠШ, Германия, Төркиә, Япония һәм башҡа илдәрҙең ғалимдары, Башҡортостанға килеп, ошо хеҙмәттәрҙе өйрәнә. ТӨРКСОЙ-ҙың 2010 йылды Әхмәтзәки Вәлиди йылы тип иғлан итеүен дә шатланып ҡабул иттек.
– Оло юбилей көтөлгәс, һүҙ ҙә юҡ, бөтәһе лә байрам төҫөн алырға тейеш. Коллектив уны ниндәй кәйефтә ҡаршылай?
– Иҫтәлекле ваҡиғаға әҙерлек күптән башланды, һәр хеҙмәткәргә бурыстар йөкмәтелде. Хәҙер беҙҙә үткән барлыҡ сараларҙың да байрам рухы менән һуғарылыуын унда ҡатнашҡандар һиҙгәндер. Ғөмүмән алғанда, яҡшы күрһәткестәр менән ҡаршылайбыҙ. Хәйер, китап уҡыған, бигерәк тә китапханала тир түккән кешенең кәйефе яҡшы була.
Юбилей тигәндән, 24 – 25 ноябрҙә Конгресс-холда "Социомәҙәни киңлектә милли китапханаларҙың тотҡан роле һәм урыны" тигән халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция ойоштороласаҡ.
Илдар АҠЪЮЛОВ әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779