Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Кино сәнғәте аша донъя кимәленә юл асыҡ!”
“Кино сәнғәте аша  донъя кимәленә юл асыҡ!” Мәҙәниәт йылы сиктәрендә 27– 29 ноябрҙә Өфөлә Башҡортостан Президенты грантына уҙғарылған халыҡ-ара “Аҡбуҙат” милли һәм этник кино фестивале ойошторолоуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Бөгөн төп ойоштороусыларҙың береһе, “Башҡортостан” киностудияһы режиссеры, фестивалдең координаторы, Рәсәй Кинематографистар союзы, Рәсәй Режиссерҙар киногильдияһы ағзаһы, “Тэфи-төбәк” премияһы лауреаты Вилүрә Иҫәндәүләтова менән сағыу сара хаҡында әңгәмәләшәбеҙ.

– Вилүрә, “Аҡбуҙат” менән таныштырып кит әле.
– Билдәле булыуынса, сара Президент грантына һәм тәүгә ойошторола. Шуға ҡарамаҫтан, ҡатнашырға теләп 200-ҙән ашыу фильм килде, был – бик яҡшы күрһәткес. Беҙ Ҡазандағы коллегалар менән һөйләшеп торабыҙ, мәҫәлән, улар кинофестивалде тәү тапҡыр ойошторғанда кинолар һаны был тиклем үк булмаған. Ғөмүмән, беренсе ҙур сара өсөн беҙҙең менән эшләргә теләк белдереүселәрҙең апаруҡ булыуы – бик ҡыуа­ныс­лы хәл. Күптәрҙең күңеленә милли һәм этник фильм­дар фестивале итеп ойоштороуыбыҙ оҡшаны. Бына иҫеңә төшөр әле Совет осорон: беҙ үҙәк телевидение аша ҡаҙаҡ, үзбәк, грузин, әрмән һәм башҡа бик күп халыҡтарҙың милли киноларын ҡарай торғайныҡ. Ә хәҙер был күренеш юҡҡа сыҡты, эфирҙы әллә нимәләр менән тултыралар, әммә халыҡ асылын, милли үҙенсәлеген асҡан фильмдар юҡ иҫәбендә. Шуға күрә ошо өлкәнең профессионалдары хәстәрләмәһә, кем тотоп эшләргә тейеш һуң был эште тигән маҡ­саттан беҙ конкурсты ойошторорға булып киттек. Был сара бөгөн бик кәрәк, сөнки тап кино сәнғәте аша беҙ халҡыбыҙ хаҡында бөтә Ер шарына һөйләй, күрһәтә алабыҙ! Башҡортостаныбыҙ күп милләтле, милли йүнәлештәге фестивалдең тап беҙҙә уҙғарылыуы – ул тәбиғи хәл генә түгел, ә күптән эшләнергә тейешле эш. Грант ижад кешеләренә ҙур мөмкинлектәр аса. Күршеләргә күҙ һалайыҡ: бына, мәҫәлән, Ульяновск кеүек бәләкәй генә ҡалала ла күптән “От всей души” тип аталған үҙ фестивале популярлыҡ яулай. Чебоксарҙа “Фестиваль малых народов” байрамы 10 йылдан ашыу ойошторолоп килә. Шуға күрә халыҡ-ара кимәлдә аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу, профессиональ фекер туплау – былар барыһы ла кино сәнғәте әһелдәре өсөн генә түгел, ә иң беренсе кино ҡараған тамашасы өсөн мөһим. Халыҡҡа һинең аҡсаң барлығы-юҡлығы, профессионалдарҙың эш кимәле лә ҡыҙыҡлы түгел, уларға экранға сыҡҡан әҫәрҙең сәнғәт күренеше, йығылып ятып ҡарарлыҡ булыуы шарт. Фестиваль беҙ­гә башҡаларҙың киноһы менән танышырға, үҙебеҙҙең эштәребеҙгә ситтән күҙ һалырға мөмкинлек бирә, профессиональ аралашыу өсөн яңы ижади офоҡтар аса.
– Гәзит уҡыусыларҙың тағы ла бер тапҡыр иҫтәренә төшөрөп китәйек әле: фестивалдә кемдәр ҡатнаша?
– Азербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Латвия, Беларусь, Болгария, Куба, Иран, Ираҡ, Германия илдә­ренән, Рәсәйҙең Башҡортостан, Бүрәт, Татарстан, Саха (Яҡут) республикаларынан, Хабаровск, Екатеринбург, Новосибирск өлкәләренән, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан 33 фильм конкурста ҡатнаша, ә 10-ы ҡунаҡ булараҡ килә. Баш ҡала халҡы, ҡунаҡтар сәнғәт әҫәрҙәрен “Родина” кинотеатрында (иртәнге сәғәт 10-дан төшкө 2-гәсә), Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йортонда (сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем) бушлай ҡарай ала. Конкурсҡа фильмдар өс йүнәлеш буйынса һайлап алынды: тулы метражлы нәфис фильм, ҡыҫҡа метражлы фильм, документаль фильм.
– Грант фестиваль өсөн генә тотонолдомо?
– Президент грантын “Башҡортостан” киностудияһы отто. Күләме – 10 миллион һум. Бер өлөшө Өфөнөң Затон биҫтәһендә киностудияға 1000 гектар ерҙә павильон булдырыу өсөн бүленде. Әле унда яҡтыртҡыс һәм башҡа ҡоролма­ларҙы урынлаштыралар.
– Быныһы бигерәк тә ҙур шатлыҡ бит, Вилүрә! Ҡотлайбыҙ!
– Эйе, ниһайәт, был көндө күрергә лә насип булды. Рәхмәт! Кино сәнғәте үҫеше өсөн мөмкинлектәр асыла бара. Сара барышында унда С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, фоторәссам Рәмил Килмә­мәтовтың Башҡортостандың хозур тәбиғәтен һүрәтлә­гән күргәҙмәһе ойошторола. Ҡунаҡтарҙы иҫ киткес республикабыҙ менән өс көн эсендә тулыһынса таныштыра алмаһаҡ та, ошо рәүешле булһа ла төбәгебеҙ йәмен күрһәтергә булдыҡ. Әлбиттә, фестиваль ваҡы­тында баш ҡалала экскурсия уҙғарыу ҡаралған. Хатта милли һәм этник фильм хаҡында фәнни конференция ла үткәрергә ниәтләгәйнек, әммә ваҡыт ҡыҫа, шуға уны мөмкин тиклем кино сәнғәте әҫәрҙәренә бүлергә булдыҡ. Кем белә, киләсәктә фестивалдең даирәһе киңәйеп, әйтәйек, уны бер аҙна дауамында уҙғарырға хәлебеҙҙән килһә, фән әһелдәренең кәңәшенән, сығышынан баш тартмаҫ инек.
– Жюри ағзалары менән дә танышып китәйек...
– Бик абруйлы кешеләр саҡырылды. Уларҙың һәр береһе – үҙ эшенең оҫтаһы, һәр ҡайһыһының шәхси ҡаҙаныштары етерлек. Жюри рәйесе итеп актер, режиссер Шәүҡәт Абдусәлимов һайланды. Ул Андрей Тарковский, Элем Климов, Али Хамраевтарҙың фильм­дарын эшләүҙә ҡатнашҡан, Тонино Гуэрро һәм Антониини кеүек билдәле кино сәнғәте белгестәре уның ижады хаҡында юғары фекерҙә. Әйткәндәй, Ш. Абду­сәлимов М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары менән осрашасаҡ.
Тажик ССР-ының дәүләт премияһы лауреаты, йәмә­ғәт эшмәкәре Давкат Худоназаров, Ҡырғыҙ Респуб­ликаһының халыҡ артисы, Европа киноакадемияһы ағзаһы Актан Арым Кубат, кинодраматург, Үзбәк ССР-ының дәүләт премияһы лауреаты, ВГИК профессоры Одельша Агишев, “Мусульманин” тапшырыуы етәксеһе (“Рәсәй-1” телеканалы) Василий Антипов, киң билдәле артист Алексей Булдаков – жюри ағзалары. Фестивалгә Рәсәй Кинематографистар союзы етәкселеге, билдәле артистар ҙа ҡунаҡ булараҡ саҡырылған. Заманында Ю. Гагариндың Ергә әйләнеп ҡайтыуын төшөргән билдәле кинооператор Мәхмүт Рафиҡовтың килеүе үҙе ҙур ваҡиға булмаҡсы. Сараны асыу тантанаһын бил­дәле актриса, һылыу ҡатын Ольга Кабо алып барасаҡ. Уның партнеры кем икәнен әле әйтмәй торайыҡ, әммә туған телебеҙҙә матур һөйләшкән күренекле башҡорт егете икәнен хәбәр итә алабыҙ!
– Асыу тантанаһы үҙе бер сағыу күренеш булмаҡсы, тип вәғәҙәләй анонс әҙерләүселәр.
– Фестиваль беренсе тапҡыр ойошторола, шуға күрә беҙ, хужалар һәм әҙерләүселәр булараҡ, бик тулҡын­ланабыҙ. Бындай фестивалдәрҙә, ғәҙәттә, кино йондоҙ­ҙары, жюри ағзалары ҡыҙыл келәмдән – “йондоҙло юл”дан үтә. Беҙҙә лә был йола еренә еткерелеп баш­ҡарыласаҡ. Үҙебеҙҙең билдәле артистарҙы ла ҡунаҡ итеп саҡырҙыҡ. Сараның был өлөшө үҙе бер сағыу тамаша булыр, тип өмөт итәбеҙ! Йәнһүрәт­селәребеҙ В. Байрамғолов менән Р. Шәрәфетдиновтың ижад емеш­тәре байрамды асҡан мәлдә күрһәтелеп торасаҡ. Артабан инде фильмдар менән танышыу китә. Әйткәндәй, һәр әҫәр күрһәтелгәндән һуң уҡ матбуғат конферен­цияһы, фекер алышыу ойоштороласаҡ.
– Беҙҙең республиканан кемдәр ҡатнаша?
– А. Асҡаровтың “Әсе бал”, Т. Бураҡаеваның “Мин өйләнәм”, Б. Йосоповтың “Визит” һәм минең “Мөрйәнән күтәрелә төтөн, Берүк һүрелмәһен” фильмдары, ҡунаҡ сифатында Новосибирскиҙан Элла Дәүләтшинаның “Учим говорить по-башкирски” документаль әҫәре саҡырылған.
– Еңеүселәр ниндәй номинациялар буйынса билдәләнәсәк?
– Тулы метражлы нәфис һәм ҡыҫҡа метражлы фильм­дар араһында “Иң шәп фильм”, “Иң шәп сценарий”, “Иң шәп оператор эше” билдәләнһә, документаль киноларҙан “Иң шәп режиссер эше”, “Иң шәп герой”, “Иң шәп оператор” бүләкләнәсәк. Тағы ла махсус приз­дар бар: “Жюри бүләге”, “Тамашасылар һөйөүе” номи­на­циялары үҙ хужаларын көтә. Башҡортостан Ки­нема­тог­рафистар союзы тарафынан Әмир Абдра­заҡов исемендәге приз – режиссерға, Ғилуан Әмиров исемендәге бүләк операторға тапшырыласаҡ. Ҡазан­дағы коллегаларыбыҙ Ш. Худоназаровты иң ғәҙел, иң талапсаны тине, шуға күрә беҙ уның етәкселә­гендәге баһалама ағзаларының юғары профессиональ фекерҙәрен көтәбеҙ. Уңыштар теләйбеҙ уларға!
– Вилүрә, фестивалдең координаторы булараҡ, бар фильмдар менән дә танышып сыҡҡанһыңдыр. Шәхсән һине тетрәткән кино сәнғәте әҫәрҙәре булдымы?
– Эйе, булды ундай фильмдар! Белһәгеҙ, шундай кинолар бар, ҡарап ултырһаң, ирекһеҙҙән илап ебә­рерлек! Ҡырғыҙҙарҙың “Ҡорманжан – Датка”(“Королева гор”) ҡыҫҡа метражлы документаль әҫәре тамам әсир итте. Унда халҡыңа мөнәсәбәт тә, мөхәббәт тә, тарих та бар! Уларҙың “Тринадцатый”, “Перегон” фильмдары ла бик ҡыҙыҡлы.
Ә бына Ирандан килгән эштәрҙе ҡарап, шаҡ ҡаттым! Унда йылына 600 фильм төшөрөлә. Тулы метражлы, документаль кинолары ла экрандан күҙеңде алмай ҡарарлыҡ! Ирандар даими рәүештә фестивалдәр уҙғарып тора, шуға күрә киләсәктә “Аҡбуҙат”ыбыҙҙы һәр йылдың ҡунағы итергә ине ул! Аҫаба халыҡтың эпостарының береһендәге изге маҡсатлы атты күҙ алдына баҫтырған ат һыны – “Көмөш Аҡбуҙат” – гран-при яулаусыға тапшырыласаҡ. Ҡатнашыусыларға милли нағыштар менән берәр генә дана булған бүләктәр әҙерләгәнбеҙ. Милли кино сәнғәтен үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерер, тигән профессиональ сарабыҙ юғары кимәлдә үтһен!

Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.­




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 684

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 063

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 585

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 782

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 610

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 463

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 515

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 423

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 678

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 414

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 578