Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тыумыштан артист
Тыумыштан артист
Сәнғәт донъяһына һәр кем үҙ юлы менән килә. Ә бер барып эләккән кеше ул донъяның мөғжизәләр иле икәнен тойоп, үҙе лә шуның бер өлөшө булып китһә, үҙен бәхетле һанай алалыр, моғайын. Октябрь айында үҙенең мәртәбәле 65 йәшлек юбилейын билдәләгән уҙаман, Башҡортостандың халыҡ артисы, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге премия лауреаты
Риф Сәйфуллин — шундайҙарҙың береһе.


Риф Ғәли улы ҡырҡ йыллыҡ хеҙмәт дәүерендә тамашасы күңелендә ҡалырлыҡ әллә күп­ме роль уйнаған! Ә бит бынан бер нисә тиҫтә йыл элек ун туғыҙ йәшлек егет тормошон ҡырҡа үҙгәртеүҙе кәрәк тапмаһа, былар­ҙың береһе лә булмаҫ ине. Хәйер, яҙмыштан ҡасып та булмайҙыр...
Бала саҡтан сәхнәгә тартылып, мәктәптә һәм ауылда үт­кә­релгән барлыҡ кисәләрҙә ҡатнашып, спектаклдәрҙә уйнап йөрөһә лә, артист булырға хыялланмай ул. Сөнки бәләкәй ауылда тыуып үҫкәнгә ундай һөнәр барлығын да белмәй әле ул саҡта. Ә бына күңелендә рәссам йә хәрби кеше булыу теләген йөрөтә. Мәктәпте тамамлағас, бер туған ағаһы Ба­рый­ҙың саҡырыуы буйынса Себергә эшкә юллана егет. Бер йыл ябыҡ хәрби ҡалала токарь булып эшләгәс, Ленин­град­тағы юғары радио техник хәрби училищеға имтихандарҙы уңышлы тапшырып, уҡырға инә. Тик ғүмер буйы офицер булған атаһы улының был юлдан китеүенә ҡырҡа ҡаршы була. Шуға күрә йәш егет Томск политехник институтының киске бүлегендә инженер-төҙөүсе һөнәренә белем ала башлай. Ауылдан сығып китеүенә йыл ярым тигәндә ул тыуған яғына юллана. Өфөнөң ни тиклем матурланып киткәнен күреп, ыңғай үҙгәрештәренә һоҡланып, Башҡорт­останын һағынған Рифтең тыуған яғына ашҡыныуы тағы ла көсәйә.
Йәйге ялға ҡайтҡанында Өфөлә сәнғәт институтына ак­тер­лыҡҡа ҡабул итеүҙәре тураһында хәбәр ҡолағына салынғас, йәш кеше, апаһы Эльвира менән кәңәшләшеп, театр бүле­генең тәүге студенттары рәтенә баҫа. Шулай күп уйлап тормай, күңелендә быға тиклем бөрөләнә биреп ҡуйған уйҙарын тормошҡа ашыра Риф.
Халыҡ артисы Риф Сәйфуллин оло сәнғәткә ана шундай урау юлдар аша килә. Килә лә ғүмерлеккә тороп ҡала. Улай ғына ла түгел, сәнғәт күгендә яҡты йондоҙ булып балҡый!
1973 йылда ҡулына “Кино һәм драма актёры” тигән диплом алғас, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә саҡырып торһалар ҙа, йәш белгес кәләше Рәмилә Сәлимгәрәева эшләп йөрөгән Сибай театрына юллана. Шулай ҙа актерға ул йылды эшкә баш­көл­лө сумырға форсат булмай – армияға саҡырыла. Хеҙмәтен тамамлап ҡайтҡас, 1974 йылда уға тәүге һәм үҙ ғүмерендә берҙән-бер эпизодик роль бирәләр – Имран Касумовтың “Шайтан тоҡомо”нда төрмәлә ултырып сыҡҡан бер бәндә образы. Ә унан һуң сәхнә оҫтаһына һәр саҡ төп геройҙарҙы ғына уйнарға насип була.
“Режиссерҙарға ышаныстары өсөн рәхмәтлемен. Шундай яҡшы мөнәсәбәт кенә мине ғүмерем буйы ошо театрҙа эшләргә, яңынан-яңы ролдәр ижад итергә мәжбүр ит­кәндер”, – ти халыҡ артисы. Ысынлап та, баш ҡала театрҙары әллә күпме саҡырып торһа ла, Си­бай тамашасыһына тоғро ҡала ул. Актер Сибайға йәне-тәне ме­нән береккән. Хәҙер инде Риф Сәй­фул­линды – театрһыҙ, ә театрҙы унһыҙ күҙ алдына килтереп булмай.
Тиҫтәләрсә йыл эсендә ул йөҙ­ҙән ашыу роль уйнаған, спек­такл­дәрҙең мәғәнәһенә ярашлы об­раздар тыуҙырыу өсөн күпме тын­ғыһыҙ көн генә түгел, төндәр үткәргән. Артист булыу – ул кешегә тәбиғәттән бирелгән булмыш, яҙ­мыш. Талант юҡ икән, бер теләк йә тырышлыҡ менән генә әллә ҡайҙа китеп булмай. Ә Риф әфәнделә шуларҙың барыһы ла тупланған. Шулай булмаһа, биш кенә йыл эш­ләгәндән һуң йәш артисҡа “Башҡорт­остандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исемде бирерҙәр инеме лә, театрҙа хеҙмәт итеүенә ун дүрт йыл үтеүгә, республиканың халыҡ артисы дәрәжәһенә күтә­релер инеме?! Ул ваҡытта халыҡ таныған, яратҡан артисҡа 38 генә йәш була. Был бары тик оло талант эйәләре өлөшөнә төшә торған көмөштөр.
Риф әфәнденең репертуарына күҙ һалғанда, театр тәнҡитселәре иң тәүҙә уның Алексей Дударевтың “Һуңғы аҙым” (“Порог”) драма­һындағы Андрей Буслай образын телгә ала. Драманы сәхнәгә сығарғас, хатта ки: “Риф Сәйфуллин үҙенең артислыҡ оҫталығының иң юғары нөктәһенә менде”, – тигән фекерҙәр була. Был әҫәр Сибай театры сәхнәһендә режиссер Рафаэль Әйүпов тарафынан ҡуйылғайны. Буслай образын асыу өсөн күпме тынғыһыҙ уйҙар өйөрмәһендә ҡалғанын оҫта үҙе генә белә. Һөҙөмтәлә сәхнәлә тыуҙырыл­ған был образ тамашасылар йөрәген тетрәтә.
“Тамаша” журналына биргән әңгәмәһендә (2014 йыл, 2-се һан) Риф Сәйфуллин былай тигәйне: “А. Дударевтың “Һуңғы аҙым”ын эшлә­гәндә, эсеп юҡҡа сыҡкан, асарбаҡҡа әйләнгән ке­ше образын тыуҙырырға тура килде. 1983 йыл ине. Ул осор­ҙа эске­селәр, аҙған-туҙған кешеләр булманы тип әйтергә мөмкин. Образды ижад итеү өсөн бер аҙна тирәһе хәйерсе һымаҡ кейенеп, шундай кешеләр менән аралаштым. Уларҙың холоҡ-фи­ғелен өйрәндем. Хатта эске­селәр ояһына барып эләктем. Туҡмала яҙҙым, етмәһә, үлтерә­беҙ, тип киҫә­теп тә бөттөләр. Сәх­нә костюмын да тап шул “халыҡтыҡына” ҡарап тектергәйнек”.
Утыҙ йылдан һуң “Һуңғы аҙым” йәш режиссер Вадим Ғил­манов ҡуйылышында сәхнәгә ҡабаттан күтәрелгәс, Риф Сәй­фуллинға инде атай ролен башҡарыу ышанып тапшыры­ла. Талант эйәһенең ым-ишараһы, күҙ ҡараштары, тамаҡ ҡы­рыу­ҙары, атлап йөрөштәре – барыһы ла геройҙың улы Ан­дрей­ҙың бушҡа уҙған ғүмере өсөн әрнеүҙәрен, өмөттәре аҡлан­мауына рәнйеүҙәрен асып һала. Был юлы ла спектакл­дә артистар ансамбле тыуҙырыуға Риф Сәйфуллин тос өлөш индерҙе.
Ә инде театр репертуарының арҡа һөйәген тәшкил иткән “Ғүмерлек ғазап”тағы (авторы – Салауат Әбүзәр, режиссеры – Дамир Ғәлимов) Сәлмән образы – һуңғы йылдарҙа ижад ителгән ролдәрҙең иң сағыуҙары иҫәбендә.
...Бөйөк Ватан һуғышын үткән, Бухенвальд концлагерының бар афәтен үҙ тәнендә татыған төп герой Сәлмәндең, һуғыш тамамланһа ла, кисерәһе ғазаптары бөтмәгән икән. Тыуған ауылында уны һатлыҡ йән, бандит тип ыҙалаталар. Был там­ға уның ғаиләһенә лә тынғы бирмәй. Төрлө ерҙән тикшереү менән килеп йөҙәтәләр. Етмешенсе йылдар ҡоролошо ҡор­ба­нына әйләнгән Сәлмәндең кисерештәрен тыныс ҡына ҡарап булмай...
Былары Риф Сәйфуллиндың тәжрибә туплағас сәхнәгә сығарған ролдәренең ҡайһы берҙәре генә. Ә театрҙа яңы ғына эш башлаған сағында, йәғни 1976 йылда, йәш артист Иван Лазутиндың “Кем ғәйепле?” әҫәрендә Валерий Снегирев ролен башҡарып, “Республи­каның иң яҡшы актеры” исемен яулай. Ул заманда йәш артистар өсөн бына шундай һөнәри бәйгеләр үтә торған булған. Был исем әле Башҡорт­остандың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе йөгөн тартҡан Әхтәм Абушахманов менән икеһенә бирелә. Ике йәш актер Мәскәүгә ун биш көнлөк юллама менән бүләкләнә. Илебеҙҙең баш ҡалаһында театр тамашаларына, концерттарға йөрөү бәхете тәтей уларға.
“Был минең өсөн ҙур мәктәп, ысын мәғәнәһендә оло бүләк булды. В. Высоцкийҙың концертын ҡарау бәхете лә тейҙе. Бәйгелә еңеү үҙенә күрә киләсәк уңыштар өсөн трамплин ине”, – тип хәтерләй хәҙер ул ваҡиға тураһында актер.
Уңышлыларҙан тағы ла Володя Бусыгин (Александр Вампилов, “Өлкән улым”), мәктәп директоры (Туфан Миңнуллин, “Туҡтаров”), Фердинанд (Фридрих Шиллер, “Мәкер һәм мө­хәб­бәт”), Хәким (Ғәфүр Ҡәйүм, “Мираҫ”) һәм башҡа бихисап ролдәрен атарға була.
Риф Сәйфуллин менән һөйләшкәндә фекер­ҙәренең тәрәнлегенә, даирәһе киңлегенә инанаһың, сәхнә теорияһын һәм практикаһын яҡшы белеүе һоҡландыра. Репетициялар ба­рышында үҙ феке­реңде төплө итеп әйтеп биреү, йәш ар­тис­тарға кәңәштәрҙе ипле итеп еткерә белеү һәләтенә эйә ул.
“Роль бирелгәс, нисек итеп эш башлайһығыҙ? Ул мотлаҡ режиссер күҙаллағанса булырға тейешме, әллә актер үҙе уйлағанса килтереп сығарамы?” – тигән һорауға артист: “Ролде алғас, ул – һинеке. Бәләкәйме, ҙурмы – унан тормай. Бирелгән икән, артист уның өҫтөндә еренә еткереп эшләргә бурыслы. Спектаклде ҡарап ултырған тамашасы сәхнәлә шул ролдә бары тик артисты ғына күрә. Уны ышандыра алырлыҡ итеп образ тыуҙырыу иң тәүҙә артисҡа бәйле. Әлбиттә, режиссерҙың биргән йүнәлешен тотаһың. Спектаклдә артистар ансамбле барлыҡҡа килһә, тимәк, уны тыуҙырыуға һин дә үҙ өлөшөңдө индергәнһең. Ә роль өсөн иң төп яуаплылыҡ, әлбиттә, актерҙа”, – тип яуапланы.
Сибай театрын 30 йылға яҡын етәкл­әгән художество етәксеһе, Рә­сәй­ҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, режиссер Дамир Ғәлимов актер тураһында: “Бөгөн ул — ысын мәғәнәһендә театрҙың йөҙөк ҡашы. Театр тарихын байытыусы актер. Йәштәр өсөн остаз, абруйлы сәнғәт оҫтаһы. Театр уның ижадына мохтаж”, – тигән фекерҙә.
Артисҡа әллә ҡайҙан саҡырып, үҙенә тартып торған ыҫпайлыҡ, әҙәплелек хас. Ул турала Гөлшат Әхмәтҡужина “Ватандаш” журналында яҙып сыҡҡан “Сәнғәт иленә тоғро­лоҡ” исемле мәҡәләһендә былай тигәйне: “Тыумыштан бик һирәк кенә кешеләргә хас бер һыҙат бар: ул – тәбиғи ыҫпай­лыҡ. Был һыҙатты әҙәм балаһына тәрбиә менән дә, тыҡып-туҡып та индереп булмай, минеңсә. Кешелә ул йә бар, йә юҡ. Миңә, мәҫәлән, бар булмышы менән үҙендә ыҫпай тәбиғилек сағылдырған кешеләрҙе һирәк осратырға тура килде. Шу­ларҙың береһе – Риф Ғәли улы Сәйфуллин, Башҡорт­остан­дың халыҡ артисы, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге премия лауреаты”.
Беҙ, уны күреп-белгәндәр, әле булһа 65 йәшлек ир-уҙа­манға ҡарап һоҡ­ланабыҙ. Төҙ баҫып йөрөүҙәре, хәрби­ҙәрсә матур буй-һыны, мөләйем йөҙ һыҙаттары, ябайлыҡҡа төрөн­гән бөйөклөк, тирә-яғындағыларға ихтирамлы мөнәсәбәт, хеҙмәткә һаҡсыл, аяулы ҡараш... Бына шулар барыһы ла артисҡа мөһабәтлек өҫтәй.
Коллегаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмилә Хоҙай­ғолова Риф Сәйфуллин тураһында: “Театрыбыҙҙа шундай артист булғанына ҡыуанам. Ул беҙгә мәртәбә, йәм өҫтәп тороусы артис­тар плеядаһынан. Партнер булараҡ та иҫ китмәле. Уның менән сәхнәлә бергә уйнауы еңел дә, яуаплы ла. Спектакль барған ваҡытта төрлө хәл булыуы ихтимал, мәҫәлән, онотоп, яңы­лышып китәһең. Ул бына шундай хәл­дәрҙән сығарып ебәрә ала. Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә”һен генә алайыҡ. Мин ул спектаклдә уйнарға бер генә көн репетиция яһап сыҡҡайным сәхнәгә, уға тиклем күҙәтеп кенә ултырырға тура килгәйне. Тамаша барышында Дәрүиш образындағы Риф Ғәли улының күҙҙәренең яныуҙары, яңылышып китмәһен инде, тип миңә ҡараш ташлап алыу­ҙары, көс-дәрт биреүҙәре шул тиклем ҙур ярҙам булды. Ә “Башмағым”дағы образында бармаҡ остары менән ҡул биреүҙәре генә лә ни тора! Уның хатта бармаҡ остарынан да нур ағыла бит! Ҡарашы нурлы уның. Ул спектаклгә йән өрөүгә һәләтле актерҙарҙан.
Бына яңыраҡ ҡына премьераһы булып үткән әҫәрҙе – Тимерғәле Килмөхәмәтовтың “Йәнкиҫәк” пьесаһын – алайыҡ. Риф Ғәли улы унда 15 минутлыҡ ҡына роль уйнай. Шулай ҙа ул сәхнәгә килеп сығыу менән, спектакль тағы ла юғарыраҡ күтәрелгәндәй, хатта һауа ла башҡаса аңҡып, сафланып киткәндәй тойола. Ана шундай ул беҙҙең Риф Сәйфуллин!”
Риф Сәйфуллиндың оло сәнғәткә юлы уңдырышлы ерҙә башлана: уның уҡытыусылары данлыҡлы шәхестәр Шәүрә Мортазина, Фәрдүнә Ҡасимова, Рафаэль Әйүпов, Вәли Ғәлимов, Ғабдулла Ғиләжев, Тамара Хоҙайбирҙина, Гөлли Мөбәрәкова була. Һабаҡ­таштары ла хәҙер инде – танылған сәхнә оҫталары. Уларҙың исеме һәр кемебеҙгә таныш: Зифа Баязитова, Вәкил Йосопов, Олег Ханов, Рафиға Ғәлина, Зилә Сәлишева, Юнир Салауатов, Рәфил Нәбиуллин, Суфия Ҡорбанғәлиева, Анфиса Хафизова һәм башҡалар.
Ҡасандыр Константин Станиславский: “Һин ҡуйған спектаклдән һис юғында өс кеше уйланып сыға икән, тимәк, һин нимәгәлер өлгәшкәнһең”, – тигән. Ғүмеренең 65 йәшлек үрен артылған, халыҡ ихтирамын яулаған артист киләсәктә лә тамашасыларҙы ҡыуандырып, уларҙы уйландырырылыҡ әллә күпме роль уйнар әле.

Алһыу АҠБУЛАТОВА,
А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының әҙәби бүлеге етәксеһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 634

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 734

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 782