Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Башҡорт йөрәге” тарих тергеҙә, сафландыра, рухландыра
“Башҡорт йөрәге” тарих тергеҙә, сафландыра, рухландыра
Өфөлә Президент грантына башҡорт бейеүе фестивале тамамланды
– Һис бер һүҙ ҙә әйтмәй,
Телмәр тотмай
Була икән тарих һөйләргә!
Фәйзи ағай, бейеү атын
Ҡулығыҙҙан килгән
Быуаттарҙан быуаттарға,
Мәлгә бәйләргә!?–
тип өндәшке килде башҡорт бейеү сәнғәтенә нигеҙ һалған мәшһүр бейеүсе Фәйзи Ғәскәровҡа 29 – 31 октябрҙә I төбәк-ара “Башҡорт йөрәге” бейеү фестиваленә тамаша ҡылғандан һуң! Кемдәр был сараны ҡарай алманы, уның ойошторолоуы хаҡында белмәне – улар, әйтерһең, тарихи ваҡиғанан ситтә тороп ҡалды.


“Башҡорт йөрәге” тарих тергеҙә, сафландыра, рухландыраСәнғәттең тәьҫир итеү көсө шундалыр – онотолоп китеп бейеү донъяһында, бейеүҙәр аша тарихи мәлдәрҙә йәшәлде. Фестиваль театр, музыка, хореография, һынлы сәнғәт һәм кинематография өлкә­ләрендә лайыҡлы тип табылған ижа­ди проекттар өсөн булдырылған Президент грантына Мәҙәниәт министрлығы ярҙа­мында Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле тарафынан ойошторолдо. Ҡунаҡтар ҙа саҡырылғайны: Ҡаҙағстандан, Мари Иле Республикаһынан ансамблдәр, Ырымбур, Мәскәү, Ҡазан ҡалаларынан, Ҡал­мыҡ Республикаһынан айырым бе­йеүсе­ләр сыҡты сәхнәгә.
Байрам Ф. Ғәскәровтың бюсына сәскә һалыуҙан башланып китте, аҙаҡ матбуғат конференцияһында журналистар менән аралашырға ла өлгөрҙө ойоштороусылар. Шуныһы ҡыҙыҡлы: “Башҡорт йөрәге” фестивалендә һәр ҡатнашыусы бары тик башҡорт бейеүен башҡарырға тейеш. Кемгә нисектер, әммә был сәнғәти хеҙмәт һәр кемдең ҡулынан килә торған эш түгел кеүек тойолдо миңә. Ҡаҙағстан ҡунағы “Шалҡыма” ансамбленең художество етәксеһе Абдрәсүл Есекеев үҙенең сығы­шы менән тамам хайран итте:
– Беҙ башҡорт ҡыҙҙары бейеүен алып килдек, бәлки, башҡортса бейей ҙә ал­маҫбыҙ, әммә артыҡ ныҡ тәнҡитләмәгеҙ инде. Беҙ бик тырыштыҡ. Ҡайҙалыр башҡорт ҡатындарын күреп ҡалһам, шуларҙан өйрәндек, башҡорт һәм татар мәҙәни ойошмаһы, төрлө сығанаҡтар аша һалынды бейеү. Беҙҙә бейеү сәнғәтенә иғтибар ҙур: илебеҙ башлығы Нурсолтан Назарбаев һәр ҡалала хореография училищеһы асып, унда ҡаҙаҡ бейеүе буйынса айырым дәрестәр биреү хаҡында ҡарар ҡабул итте! Бөгөн беҙҙә бейеү менән шөғөлләнмәгән бер төбәк тә юҡ!
Бына һиңә сәнғәткә ҡараш, милли сәнғәткә мөнәсәбәт! Уларҙа хатта бейеү сәнғәтенең методикаһы хаҡында айырым әсбаптар ҙа бар. Ҡаҙаҡ халҡының тәрән аҡылына, үҙҙәренә юғары кимәл ҡуйып йәшәүенә һәр саҡ һоҡландым, ә был юлы ғәжәпләнеүҙең сиге булманы.
“Башҡорт йөрәге” тарих тергеҙә, сафландыра, рухландыраМари Иле ансамбле солисы Василий Кириллов та: “Башҡорт бейеүен башҡорт­тар кеүек үк бейеп булмаҫ, әммә “Баш­ҡорт киңлектәре”н бик яратып һалдыҡ, күмәк бейеү тамашасыға оҡшауын бик теләр инек”,– тине. Улар шулай уҡ ҡайһы бер мари бейеүҙәрен Башҡортостанда өйрәнеүҙәре хаҡында ла әйтте. Респуб­ликабыҙҙың Мишкә районындағы мари­ҙар­ҙың милли үҙенсәлеген һаҡлап алып ҡына ҡалмауы, ә тотош донъя мариҙары үҙ халҡының йолаларын уларҙан килеп өйрәнеүе тураһында ишетеп кенә түгел, күреп хәбәрҙарбыҙ. Сара барышында ҡаҙаҡтар ҙа, мариҙар ҙа үҙ милли бейеү­ҙәрен дә тәҡдим итте.
Гала-концертҡа әйләнеп ҡайтайыҡ. Был тамашала башҡорт бейеү сәнғәтенә нигеҙ һалған һәр данлыҡлы шәхестең ижад емеше сәхнәгә сыҡты. Респуб­ли­каның киң билдәле бейеү ансамблдәре бер кис эсендә ҡайһы дәүерҙәргә генә алып барманы ла, ниндәй тойғолар диңгеҙенә генә ташламаны!
Ҡаҙағстандың “Шалҡыма”, Мари Иле­нең “Мари Иле” ансамблдәренә башҡорт бейеүҙәрен өйрәнеүҙәре, ҡулдарынан кил­гән тиклем халыҡ асылын бирергә тырышыуҙары өсөн рәхмәт! Эйе, баш­ҡорт йырын ғына түгел, башҡорт бейеүен дә һәр кем башҡара алмайҙыр ул. Ғөмү­мән, башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәтен, сәнғәтен өйрәнеү өсөн бер миҙгел ошо халыҡ асылы менән йәшәргә кәрәкмәйме икән?! Ҡаҙаҡтарҙың юғары кимәлдәге вокалы әсир иткәне бар. Киләсәктә бейеү сәнғәте менән дә тәрәнерәк танышырға яҙһын! Мари бейеүендәге тыпырҙауҙы кем генә һоҡланып ҡарамай икән?! Баш­ҡорт бейеүендәге осош менән тыпырҙау ҙа уларға үҙ серен асыр әле.
Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле фестивалдең гала-концертында “Беҙҙең байрам” (Ф. Ғәскә­ров), “Ҡурай сәскәһе” (Х. Мостаев), “Ете ҡыҙ” (Ф. Ғәскәров), “Ете ырыу” (Р. Низаметдинов), “Бөркөткә һунар” (И. Хәбиров), “Башҡорт тархандары” (Р. Ғәбитов) бе­йеү­ҙәрен башҡарҙы. Бер осорҙа ансамбль бейеүҙәренең йөкмәткеһенә ҡарата төрлө ҡараш йәшәне: бергә керпек ҡағыу, бергә тыпырҙау халыҡтың рухын асмай тигән кеүек фекерҙәр ҙә ишетелде. Әммә был концертта ансамбль юғары кимәлдә сы­ғыш яһаны! Яңы бейеүҙәр, Ф. Ғәскәров­тың “Бейеү – ул халыҡтың йәне” тигән һүҙҙәренә тоғролоҡ һиҙелде хатта. Ах, был “Ете ҡыҙ”, тип эстән йөрәк һыҙланһа, “Башҡорт тархандары”н күреп, арҡалар турайып, баштар күтәрелеп китте: ниндәй дәрәжә, мәртәбә тархандарҙың һәр хәрәкәтендә, һәр ишараһында! Афарин, Риф ағай! Бейеүең милләтебеҙ тарихын тағы ла яраттырҙы, мәшһүр тарханда­ры­быҙҙы исемләп иҫкә алырға мәжбүр итте!
“Башҡорт йөрәге” тарих тергеҙә, сафландыра, рухландыраБейеүсе, балетмейстер Хәлил Ишбир­ҙин­дың “Ата-бабалар саҡырыуы” бейеүен Стәрлетамаҡ бейеү театры башҡарҙы. Күк бүре артынан Уралға килгән башҡорт тоҡомо вариҫтарының күңеленә үтеп инерлек был тамаша аҙағында тәсбих әйтеү бейеү сәнғәте аша йоланы еренә еткереп башҡарыу һымаҡ ҡабул ителде. “Башҡорт йөрәге” (ҡуйыусы – Р. Ғәбитов), “Үҫәргән башҡорттары” (М. Солтанов) бейеүҙәре лә рухи асыл хаҡында һөйләне. “Сибай” ансамбле сығыштарын да тамашасы үҙ итте. “Бүрәнә” (Г. Аҡна­за­рова), “Аулаҡта” (С. Асҡарова), “Кар­уан­һарай” (Й. Бикбирҙин), “Байрам” (Ф. Әсә­ҙуллин) бейеүҙәрендәге берсә тарихи, берсә шаян мотивтар аша башҡорт халҡының тормош-көнкүреше, йәшәйе­ше, йолалары күҙ алдына баҫты.
Нефтекама филармонияһынан “Түңгә­үер” бейеү ансамбленең “Тау ҡатайҙары”, Учалы филармонияһының “Уралтау” бейеү ансамбленең “Буҙа” бейеүҙәре фес­тивалдең бер биҙәге булды. Баш­ҡорт­остан төбәктәренең үҙенсәлеге са­ғыл­ды ул сығыштарҙа. “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле башҡарған “Тирмә янында” музыкаль композицияһы (ҡуйыусы – Г. Анищенко) ҡеүәтле ха­лыҡтың сәхнәләге балҡышы кеүек ҡабул ителде.
“Еҙ үксә” (ҡуйыусы – Р. Ғәбитов) бе­йеүенән төрлө төбәктәрҙән килгән бе­йеүселәр тамаша ҡорҙо. Башҡорт бе­йеүенең асылы, башҡорт егетенең айбарлығы, ҡанатлы ғәмәлдәре сағылды был сығышта. Башҡорт бейеүҙәре ҡай­һылай осошло, ғәйрәтле, тип һоҡлан­ғандыр оҙон-оҙаҡ ҡул сапҡан тамашасы! Мәскәүҙән Андрей Разин (Мәскәү дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университеты студенты), Ҡалмыҡ Республикаһынан Владимир Бамбарыков (Ҡалмыҡ дәүләт “Тюльпан” йыр һәм бейеү ансамбле солисы), Ырымбурҙан Егор Золотарев (“Дис­комобиль” Ырымбур дәүләт фи­лармонияһы солисы) һәм Ҡазандан Айрат Заһиҙуллин (Татарстандың дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле солисы) баш­ҡорт бейеүенең асылын тойоп, профессиональ оҫталыҡ күрһәтте!
Байрам һуңында һәр ансамблдән вәкилдәр Ф. Ғәскәровтың данлыҡлы “Гөл­нәзирә” бейеүен башҡарҙы. Ошондай юғары нотала сараға нөктә ҡуйылды, әммә, ойоштороусылар әйтеүенсә, фестиваль киләсәктә лә йыясаҡ тамашасыларын. Әгәр тәүге сараны үткәрергә Президент гранты ярҙам итһә, киләһе йылдан уны Мәҙәниәт министрлығы сметаһына индереү ниәте лә юҡ түгел.
“Башҡорт йөрәге” тарих тергеҙә, сафландыра, рухландыраФ. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Филүс Ҡаҙаҡбаев фестивалдә ҡатнашҡан һәр бейеүсегә рәхмәт бел­дерҙе, махсус бүләктәр тапшырҙы. Баш­ҡортостандың халыҡ артисы, балет­мейс­тер Риф Ғәбитов, фестивалдең ни өсөн “Башҡорт йөрәге” тип аталыуын аңлатып: “Беҙ тарихҡа, тамырҙарыбыҙға мөрәжәғәт иттек. Рус телендә лә “Сердце башкурда” тип атаныҡ сараны, сөнки боронғо мәғлүмәттәр буйынса беҙ башкир түгел, ә башкурд!” – тине. Эйе, бейеү ул шундай сәнғәт төрө, уны аңлау, тойоу өсөн тәржемәсе лә, ярҙамсы ла кәрәкмәй. Әгәр йөрәгең асыҡ һәм унда халҡыңа, башҡа мәҙәниәттәргә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу йәшәй икән, һин был телде аңларһың. Фес­ти­валдең “Башҡорт йөрәге” тип аталыуы­ның тағы ла бер әһәмиәтле яғы бар – башҡорт бейеүҙе йөрәге менән тойоп, үҙе тетрәнеп, башҡаларҙың йәнен ҡуҙғытып башҡара, шуға ла йөрәк һүҙе, башҡорт йөрәгенең аһәңе бейеү сәнғәте менән ҡыҙыҡһыныусы һәр кемгә барып етә. Тамашаның режиссеры Сулпан Асҡа­рова, сценарий авторы Зөһрә Бураҡаева Башҡортостандағы замана бейеүселә­ренең юғары техникаға эйә булыуын, бейеү һалыусыларҙың тарихты яҡшы белеүен тойоп, башҡорт бейеүенә һәйкәл ҡуйырлыҡ тамаша ҡороуға өлгәште. Афарин, бейеүҙәребеҙгә дан йырлаусы зат­тар!

Был фестиваль буйынса фотогалереяны ошо адрес буйынса ҡарай алаһығыҙ: Фоторепортаж


Автор: Лариса АБДУЛЛИНА.
Фото: Эдуард ДИЛМӨХӘМӘТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780