Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Мираҫ” тарих тергеҙә
“Мираҫ” тарих тергеҙә
Баш осондағы тыныс күкте мираҫ итеп ҡал­дырған ветерандарҙы хөрмәтләп, “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле 24 октябрҙә Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллы­ғына арналған миҙгелен асты.


“Ветерандарҙы онотмайыҡ”, “ветеран­дарҙың сафы һирә­гәйә”, тибеҙ. Тик ни күрәбеҙ?.. 9 Май байрамы һәм шул арала ғына ойошторолған осрашыу­ҙар, за­каз буйынса ваҡытына тап килтереп йырлан­ған йыр­ҙар. Ни­сәмә йыл шулай дауам итә килә: тарихҡа күҙ йомола, ба­тырҙар онотола...
Әйтелгән ҡалыпты ватып, “Ми­раҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле һалҡын көҙҙә 1945 йылдың йылы яҙын сәх­нәгә ҡай­тарҙы. Өфө ҡала мәҙә­ниәт һа­райы кесеһенән алып олоһона тиклемге тамашасы ме­нән тул­ды. Улар араһында орден-миҙал таҡҡан ветеран­дарҙы күреү бигерәк тә шат­лыҡлы ине.
Франция, Испания, Португалия, Италия, Бельгия, Люксембург, Болгария, Венгрия, Төр­киә, Швейцария, Германия илдәрен­дә һәм, әлбиттә, үҙ еребеҙҙә танылыу алған “Ми­раҫ” төрлө милләт бейеү­ҙәрен ҡуйҙы, йыр­ҙарын йырланы. Йыр-бейеүҙән тыш, кил­гән кеше музыка ҡорал­дары оркестры­ның сығышына ла тамаша ҡылды.
Абхаздарҙың халыҡ бейеүе, төрөк­тәрҙең “Камаль Паша” йы­ры һәм Сергей Есениндың хор менән башҡарылған шиғыры тамашасының күңеленә бигерәк тә яҡын булды, алҡыштарға кү­мелде. Шул уҡ ваҡытта ҡаҙаҡ­тарҙың “Аҡ ҡа­йын­дар” исемле лирик бейеүе үҙебеҙҙең ҡа­йын­лыҡтарға алып ҡайтһа, Илшат Шәй­хуллиндың йыры “ғүмер йыл­ғаһын­да” ағыҙҙы. Ҡырым та­тар­ҙарының, аргентин, төрөк, молдован халыҡтарының бе­йеүҙәре лә иғтибарһыҙ ҡал­ма­ны. Рус телендә “Рәсәй-әсә” йы­ры бик аһәңле яңғыраны. Һу­ңында бейеп түгел, бөркөт­тәй осоп башҡарылған “Салауаттың мираҫы” исемле бейеү йөрәк­тәргә рух өҫтәне.
Милли батырыбыҙ Салауат Юлай улы образы аша борон-борондан иреккә ынтылған, тыуған илен һаҡлауҙа таш ҡурған булған ата-бабаларыбыҙ күҙ алдына баҫты. Кәрәк саҡта Бүгәсәү менән берләшеп баш күтәргән, “Төньяҡ амур­ҙары” исеме менән француздарҙың һу­шын алған һәм Бөйөк Ватан һуғышында танктарға ҡаршы аттарҙа сапҡан ба­тыр­ҙарҙың ораны яңғыраны, ҡылыстары сыңланы... Тарих! Ул онотол­маҫ, ә аңы­быҙҙа уйылып ҡалыр. Бының өсөн ба­тыр­ҙар­ҙың, ветерандарҙың изге көрәше йәйҙең йәмле көнөндә, көҙҙөң һырғаҡ һалҡынында һәм ҡыш­тың буранында ла йылы нурҙай, йөрәктәрҙә мираҫ булып һаҡ­ланһын.
Ошо йәһәттән тарихты тер­геҙеүгә бу­лышлыҡ иткән “Ми­раҫ” йыр һәм бейеү фольклор ан­самбленең сығышы маҡтау­ға лайыҡ, афарин! Артабан ошондай сы­ғыш­тарҙы дәррәү күтә­реп, йолаға әй­лән­дер­һәк, би­ге­рәк тә яҡшы булыр ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780