Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тамғаланған хыял артынан
Тамғаланған хыял артынан
Һәр кешене Хоҙай яратып бар итә. Күктәр, әйтер­һең, һәр кемдең йөрәгенә хыял һала, зиһенен үткән­дәр менән бәйләй һәм ҡатмарлы ла, серле лә, мауыҡ­тырғыс та тормош юлында аҙашмаҫ өсөн бәндәләренә тамғалар ебәреп тора. Ғүмерҙең ағышы, көндәлек ығы-зығы менән алданып, кемдәр­ҙер ул билдәләрҙе танымай ҙа башлай, икенселәр бөтөнләй күңел тәҙрәләренә илһам шаҡыуын ишетмәй, өсөнсөләр, йөрәк ауазын тыңлау – ул йомшаҡлыҡ, тип иҫәпләй. Кешеләрҙе кеше иткән сифат ана шул йөрәк тауышын тыңлай белеү һәләте түгелме икән?.. Һәр эште автоматик рәүештә башҡарған, бер-береһе менән йәнле арала­шыуҙан ситләшеп барған кешеләр үҙҙәренең кешелек асылын юғалтмаймы?!
Героиням — тап хыялы артынан юғары үрҙәргә артылған, хеҙмәт ҡаҙаныштарын яулаған, мөхәб­бәт сөңгөлдәренә сумған ҡатын. Рәсәй Юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, Башҡорт­остан­дың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, М. Царев исемендәге Рәсәй премияһы лауреаты Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы Ҡасимова хаҡында һүҙем. Уны әллә ҡасандан беләм кеүек, хатта мин күрмәгән бала сағын, йәшлеген дә күҙ алдына килтергәндәй булам.


Тынғы бирмәгән ынтылыш

...Иҫке Балтас ауылында ла тәбиғәт иҫ киткес матур! Яҙын ҡоштар ҡайтҡан мәлдә туғайлыҡтар моңға күмелә. Әллә нин­дәй билдәһеҙ бер ынтылыш, әйтеп аңлатып бөткөһөҙ талпыныу йәш ҡыҙҙы алыҫтарға, әле ул бел­мәгән тарафтарға әйҙәй, саҡыра төҫлө. Бөрө ҡалаһына сәфәрҙәр уның тынғыһыҙ йөрә­ген тамам урынынан ҡуҙғата. Ана, пароходҡа ултырып баш­ҡорт артистары килеп төштө. Улар йырлай, бейей, төрлө сәхнә күре­нештәрен күрһәтә, халыҡ уларҙы алҡышлай, сығыш­тарын сәскәләргә күмә. Артистар бер миҙгел эсендә генә тыуҙырып киткән байрам кәйефе, донъяға ҡарашты үҙгәртерлек осра­шыуҙың юҡҡа түгеллеген шунда уҡ аңлай, тоя Фәрдүнә! Был бит уның юлы, тап уның өсөн был сәхнә! Нәҫелдәрендә артис­тар, сәнғәт кешеләре булмаһа ла, ул үҙ алдына артист булырға ҡарар итә. Рус әҙәбиәте дәрестәре, донъя драматургияһы ме­нән танышыу бер аҙға ғына булһа ла уның ярһыуын баҫҡан кеүек була. Ул үҙаллы төрлө ролдәрҙе уйнап ҡарай, мәктәптең драма түңәрәгендә шөғөлләнә, ингән һайын был арбат­ҡыс донъя уны үҙенә ылыҡтырғандан-ылыҡтыра. Күктәр, ишетегеҙ минең ауазды, минең сәхнәгә сыҡҡым, кеше­ләр алдында төрлө ролдәр башҡарғым килә, тип тибә башлай уның йөрәге! Һуң юҡҡа ғына осрашманы ла инде ул артистар менән!
Үҙ сәғәте һуҡҡанын көтөп ала йәш ҡыҙ: А. В. Луначарский исе­мендәге Театр сәнғәте дәүләт институтына йәштәрҙе туп­лауҙарын ишетеп, ҡоштай талпынып барып етә уҡыу йортона. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, алдан уҡ үҙенең унда уҡыясағын тойомлаған ҡыҙ театр сәнғәте серҙәренә өйрәткән белем усағына инеп тә китә.
Мәскәү... Был ҡалала сәхнәгә ғашиҡ ҡыҙ сәскәләй асыла. Вячеслав Тихонов, Нонна Мордюкова кеүек театр һәм кино сәнғәте оҫталарын уҡытҡан Ольга Пыжова, Борис Бибиков кеүек абруйлы уҡытыусыларҙа белем алыу, башкөллө баш ҡаланың сәнғәт мөхитенә сумыу, донъя сәнғәте оҫталары ме­нән осрашыу йәш Фәрдүнәгә был тормошта үҙ хеҙмәт май­ҙанын табырға, ижади яҡтан асылырға ярҙам итә. Остаздары уға студент йылдарынан уҡ төп ролдәрҙе ышанып тапшыра. Ҡа­нат­ланып, дәртләнеп, үҙ күлен тапҡан аҡҡоштай, йөҙөп йөрөп эшләй актриса. Театр, бер ҡараһаң, — сәнғәт донъяһы һәм ошо төр ижадҡа ғына һөйөү тәрбиәләй кеүек. Әммә тормошто, кешеләрҙе яратмай тороп, ысын ижадсы булыу һис мөм­кин түгел. Ошо фекерҙе, ошо мөҡәддәс хәҡиҡәтте йәштәр­ҙең күңеленә һала уҡытыусылары. Уҡытыусыларынан йәшәр­гә, йәшнәргә, көрәшергә, яратырға өйрәнә йәш артистар.

Мөхәббәттең татлы ғазаптары...

Яҙын институттан ҡайтып килгәндә, йәш ҡыҙ ике пар күгәр­сендең гөрләшеп осоуын күҙәтеп тора һәм күңеленә тулған шатлыҡтан ҡысҡырып көлөп ебәрә. Был күренеш юҡҡа түгел, тимәк, уның да парлашып осор кешеһе янында ғына йөрөй! Тик ниңә әле береһе алыҫҡа осто ла китте һуң?.. Йә, ярай, ҡоштар ҡайҙа ғына осмаҫ та ҡайҙа ғына ҡунмаҫ, һәр нәмәгә мәғәнә биреп булмай инде, тип уйлай ҡыҙ. Әммә был күренеште ул ниңәлер хәтерендә ҡалдыра...
Йәш Фәрдүнәнең йөрәген дә шаҡый һөйөү тойғоһо! Башҡорт студияһы менән бергә Мәскәүҙә Ҡабарҙанан да йәштәр белем алған була. Ана шулай тәү күреүҙән бер-береһенә ғашиҡ була ҡыҙ менән егет. Пшизаби, әйтерһең, һөйгәненең аяҡ аҫтына то­тош донъяны ташларға әҙер! Мөхәббәт берсә илерткес, бер­сә тилмерткес тойғо тигәндәре шулдыр, күрәһең. Йәштәр бер-береһенә булған хистәрен һис кемдән йәшермәй, һәр ерҙә икәү етәкләшеп йөрөйҙәр. Уҡыу мәлендә улар өйләнешеп, егет яғына ҡайтып китәләр.
Талантлы, илһамлы йәш актриса Ҡабарҙа-Балҡар театрында эшләй башлай. “Ленинградский проспект”та (И. Шток) – Маша, “Дама-невидимка”ла (П. Кальдерон) – Беатриса, “Платон Кречет”та (А. Корнейчук) Валя һәм башҡа бик күп ҡыҙыҡлы, төрлө пландағы ролдәрҙе башҡарыу бәхете тейә уға рус труп­паһында. Ҡаф тауҙары яғында йәшәгән алты йыл ғүмер эсендә Ф. Ҡасимова сәхнәгә 24 роль сығара.
Әммә мөхәббәттең татлы минуттары менән йән әрнеткес ғазаптары ла көтөп торған икән йәш ғаиләне. Юҡ, һис уйлап ҡуймағыҙ, бер ниндәй хыянат та, кеше һүҙе лә, туғандар ҙа ҡар­шы төшмәй уларҙың саф мөнәсәбәтенә. Барыһын да Фәр­дүнә Ҡасим ҡыҙы үҙе хәл итә. Һәр ҡатын өсөн донъялағы иң ҙур бәхет – ул әсәй булыу. Ни тиклем генә Пшизабиҙы яратһа ла, уның хистәрен йөрәге менән тойһа ла, айырылышыу ауыр буласағын аңлаһа ла, йәш ҡатын хушлашыу көнөн үҙе билдәләй. “Һеҙ әсәй була алмай­һығыҙ!” тигән һүҙҙәр уны бына инде нисәнсе төн тертләтеп уята, набат кеүек яңғырап тора. Эй, Хоҙайым, был тиклем дә оло мөхәббәт биргәс, һынауҙарын да күтәрә алыр тигәнһеңдер, мин күнәм барыһына, әммә һөйгән кешемде үҙ балаһы булыуҙан мәхрүм итә алмайым, тип ул тыуған яғына, юҡ-юҡ, Мәскәүгә ҡайтырға була!..
Айырылышыу минуттары... Пшизаби Фәрдүнәһен самолет­ҡа оҙатырға килә, үҙе һулҡылдап илай, сөнки ул ышанып бөтә алмай, ниңә айырылышырға һуң? Улар бит бер-береһен ярата! Ҡатын самолетҡа ултыра, трапты ала башлайҙар, ә ир кире йүге­реп килеп, салонға менә һәм Фәрдүнәнең йәшле күҙҙә­ренән үбә-үбә: “Беҙ барыбер бергә булырға тейешбеҙ!” – тип ҡабатлай. Тик мөхәббәттән көслөрәк яуаплылыҡ тойғоһо биләп алған була был мәлдә ҡатындың йөрәген. Хуш, Ҡаф тауы! Хуш, һөйөклөм!..
Йәрәхәткә дауа табыла

Ә хушлашҡанға тиклем...1964 йылдың йәйендә Башҡорт­остандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим Ҡаф тауына дуҫтарына килә, һәм шунда юл фажиғәһенә осрайҙар. “Әллә ерҙән килде, әллә күктән пәйҙә булды. Нальчиктың рус театры артисткаһы икән. Башҡорт ҡыҙы. Бығаса күргән-белгән зат түгел. Беҙҙең хәлде ишеткәс, ирен, йортон, эшен, донъя мәшәҡәттәрен ҡалдырып, бында ашыҡҡан. “Кисерегеҙ, һуңлабыраҡ белдем. Өйҙә юҡ инем. Мин һеҙҙе ҡарарға килдем”, – тине үтә ябай итеп”, – тип яҙа, йылдар үткәс, үҙенең “Ғүмер миҙгелдәре”ндә Мостай ағай.
Нисек итеп ошо хәтлем фажиғәне кисергән кешеләргә ситтән генә ҡарап тораһың, ти?! Һәр хәлдә Фәрдүнә булдыра алмай...

Ғорурлыҡ ғәли йәнәптәре!..

Йәне яраланһа, күптәр тыуған иленә, тыуған яғына ашыға, унда ғына тыныслыҡ табыр кеүек кеше. Ә бына йәш Фәрдүнә тыуған Башҡортостанына яралы ҡош булып ҡайтып инергә ҡыймай. Ул ҡайтһа ла, еңеүсе рәүешендә, иленә, театр сән­ғәтенә терәк булып ҡайтырға тейеш. Был — уның ҡарары, был — уның юлы! Яҡшы ла, яман да, бейек тә, түбән дә түгел – ә күңеле талабы.
Уҡытыусылары бик ихлас ҡаршы ала уны Мәскәүҙә. Ольга Ивановна аспирантураны тамамлап, уҡытыусы булып ҡайтыр­ға кәңәш итһә, Борис Владимирович талантлы уҡыусыһын сәхнәлә күрергә теләүен йәшермәй. Әммә баш ҡалалағы мөхит уны йәнә үҙенең арбағыс көсө менән әүрәтеп ала. Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы аспирантураға уҡырға инә, өс урында эшләп йөрөй. Уҡытыусылары менән бергә уҡытыу мөмкинлеге уға үҙ-үҙенә ышаныс өҫтәй. Тажик студияһын йәш белгескә ышанып тап­шыралар. Бик кинәнеп, яратып башҡара ул эшен. Мәҙә­ниәттәр төрлөлөгө, холоҡ-фиғел айырмаһы уның үҙен дә мәҙәни яҡтан байыта, белем һәм һөнәри оҫталығын арттыра. Бер ни тиклем күңел торошо үҙ урынына ултырғас, кәйефкә лә көрлөк ҡунғас, Фәрдүнә тыуған яғы хаҡында уйлана башлай. Нисек булыр икән ул көн? Ҡасан тыуыр икән ул минуттар? Юҡ, ҡуй әле, Фәрдүнә, тип тынысландыра ул үҙен, бынау хәтлем эшең, уҡыусыларың, уҡытыусыларың яныңда, ә һин ҡайҙалыр ашҡынаһың. Теләгән мөхитеңдә ижад итәһең бит, ниңә яңы билдәһеҙ кисерештәр даръяһына ташланырға? Тик күңелде алдап буламы ни? Бөрөләнгән тойғо яйлап ҡайтыу ниәтенә әйләнер тип уйламағанда, белгескә Өфөнән саҡырыу килеп төшә. Кемдәрҙән бит әле: композитор Заһир Исмәғилев менән шағир Мостай Кәрим уны әле асылмаған, әммә асыласаҡ сәнғәт институтына уҡытырға саҡыра! Нимәлер күңелендә “гөлт” итеп тоҡаныуын тоя Фәрдүнә Ҡасимова. Бәлки, ошолор уның көткән сәғәте? Икеләнеүҙәр урап үтмәһә лә, тыуған яғын һағыныу хисе, сәхнәгә сығыу теләге көслөрәк булып сыға. Яңы асылған Өфө дәүләт сәнғәт институтына РСФСР Мәҙәниәт министрлығы йүнәлтмәһе буйынса актерлыҡ оҫталығы һәм режиссура кафедраһына өлкән уҡытыусы булып ҡайтып төшә ул.
Етмәһә, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры ул студент саҡта Варка ролен башҡарған диплом спектаклен – “Бәхетһеҙ мөхәббәт”те (И. Тобилевич) сәх­нәгә сығарырға йыйына. Нажибәк Хафизов хатта уны са­ҡы­рырға вәғәҙә итә. Әммә ваҡыт үтә тора, тик ҡабат өндәшеүсе булмай. Бәлки, сәхнәгә лә сығырмын, тип ҡанат­ланып ҡайтҡан Фәрдүнәнең ҡанаттары ҡайырылғандай була.

Сәхнә ене килеп ҡағылһа...

Әммә сәхнә, театр сәнғәтенең ялҡынлы, йәнле тормошо уға уйылып китеп хәүефләнергә лә ирек бирмәй. Ул йәнә ижад донъяһына, студенттарҙың йәнле тормошона сума. Үҙе сәх­нәлә уйнамаған ролдәрен уҡыусылары алып сыға халыҡ хөкөмөнә. Үҙенең студенттарында сәхнәгә тоғролоҡ, театр сәнғәтен мөкиббән китеп яратыу тойғоһон тәрбиәләргә тырыша Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы.
Студенттарҙың да бит төрлөһө була. Кемдер йәштән асыла, икенселәргә остаз ярҙамы кәрәк, өсөнсөләр эше менән алдырырға ниәтләй. Үҙенең йәш коллегаларын үтәнән-үтә күргәндәй Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы. Шулай бул­маһа, бөгөн инде исемдәре билдәле бик күп артистарҙы, бәлки, белмәгән дә булыр инек. Остаздары уларға амплуаһын табырға, профессионал булараҡ асылырға ярҙам иткән. Юҡҡа ғына йылдар үткәс Олег Ханов, Суфия Ҡорбанғәлиева, Рәмилә Сәлимгәрә­ева, Илдар Вәлиев, Риф Сәйфуллин кеүек уҡыусылары уға рухи терәк, профессиональ айбарлығы өсөн рәхмәт уҡымай, күрәһең. Оҙаҡ йылдар эшләү осоронда Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы илебеҙ театрҙары өсөн 501 актер һәм режиссер әҙерләгән. Уларҙың 130-ы Рәсәйҙең, Башҡорт­остан­дың сәнғәт һәм мәҙә­ниәт өлкәһендә почетлы исемдәргә лайыҡ. Күп уҡыусылары Ә. Абушахманов, Л. Гришанова, Р. Лощенкова, А. Лощенков, Б. Хәйбуллин — бөгөн үҙҙәре сәнғәт өлкәһенә белгестәр әҙер­ләгән вуздарҙа белем бирә – Башҡортостандың халыҡ артис­тары Олег Ханов, Хөрмә­тулла Үтәшев, Резеда Фәхруллина сәхнәлә лә уйнай, уҡыта ла.
Ҡуйған спектаклдәре лә байтаҡ Ф. Ҡасимованың: “Ҡыҙлы йорт” (Н. Асанбаев), “Шәүрәкәй” (М. Буранғолов), “Ревизор” (Н. Го­голь), “Ай тотолған төндә” (М. Кәрим) һәм башҡа әҫәрҙәр Салауат, Туймазы, “Нур”, Удмурт Респуб­ликаһы театрҙарында сәхнәләштерелгән. Йәмғеһе 30 сәхнә әҫәренә йән өргән режиссер Ҡасимованың йөрәге.

Яҙмыш бүләге

Ғүмерендә ҡатмарлы, һынылышлы осорҙары күп була Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙының. Бына-бына теләге тормошҡа ашып, уға яҙмыш йәнә сәхнәгә сығырға мөмкинлек бирә. М. Кәримдең “Салауат” трагедияһында уйнар өсөн көтөп алған миҙгеленә әҙерләнә башлай. Тик ни хикмәт? Ул йөрәге аҫтында сабыйы яралыуын тойоп ҡала. Режиссер Лек Вәлиев Башҡорт­остан­дың халыҡ артисы Зәйтүнә Бикбулатова менән икеһенә бер роль тәғәйенләгән була. Зәйтүнә апай дубляждарҙы яратмай, әммә Фәрдүнә Ҡасимованың уйнауына риза булһа ла, уға сәхнәгә сығырға насип булмай. 31 декабрҙә Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙының улы тыуа. Яңы йыл етеп килә, урам тулып халыҡ көлөшә, шатлана, байрам салюттары Өфөнөң Совет майҙанын балҡыта. Былар барыһы ла әле яңы ғына әсә булған Фәрдү­нәне тәбрикләй кеүек тойола ижадсы ҡатынға. Балаһының ауазын ишетеү менән ул аңын юғалта... Эйе, Күктәрҙең ҡөҙрәте киң тигәне шулдыр, күрәһең. Сәнғәткә, яратҡан театрына тоғро булған ҡатынды фиҙакәрлеге өсөн тап сәхнәгә сығыр мәлдә ҡатын-ҡыҙҙың донъялағы төп бурысы – Әсә булыу бәхете менән бүләкләгән бит Хоҙай! Бөгөн улы Айҙар Аҡманов — республикала билдәле сценарист. Ҡатыны Эльвира менән балалар үҫтерәләр. Ейәндәренең шатлыҡ-ҡыуаныстарына һөйөнөп йәшәй бөгөн өләсәй.
Ире, биология фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡа­ҙанған фән эшмәкәре, Фән һәм техника буйынса республика дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың Фәндәр ака­демияһының мөхбир ағзаһы Фәнғәт Хаммат улы Хажиев менән дә уларҙың бергә булыуы – яҙмыштың бер бүләге. Уларҙың уртаҡ кисерештәре, юғары кимәлдәге үҙ-ара әңгәмәләшеүҙәре – тағы ла бер тапҡыр еңмеш ауыл ҡыҙының Күк тамғаларын уҡый-уҡый ғүмер үрҙәренә артылыуының бер миҫалы.


Автор: Лариса Абдуллина.
Фото: Эдуард ДИЛМӨХӘМӘТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Рашиза
    Рашиза от 03.11.2014, 18:57
    Лариса эшка сыккан икан, котоп алам журналистын, шагиранен хар асарен. Фартуна апа турахында элек та язгайны, яратып укыным

  2. Закирйән ағайың
    Закирйән ағайың от 06.11.2014, 12:10
    Башҡортостанда һинең Зөки Вәлиди, башҡорт теле тураһындағы бәләкәй генә яҙмаларыңды уҡып ҡыуандым. Шундай матур яҙылғандар.
    Уҡыусыға шундайыраҡ нәмәләр күберәк кәрәк. Быны һин үҙең дә аңлайһың. Ватандашта Әнүәр ағай Әсфәндиәров тураһында ла бик матур яҙылған
    Ағай шундай мәҡәләләргә бик тә лайыҡ кеше ине.
    Һиңә уңыштар теләп Зәкирйән ағайың






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780