Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдар башында матур көҙ көнөндә Рәшит Солтангәрәев, Самат Ғәбиҙуллин менән Өфө урамдарында оҙаҡ ҡына һөйләшеп йөрөгәйнек. Самат дуҫлыҡты ҡәҙерләй торған, дуҫ йәнле кеше ине, Өфөләге ҡәләмдәштәрен һағынып килә торғайны. Әлеге осрашыуыбыҙҙа уның: “Егеттәрҙең һәр береһен төндәр буйы барлап сығам, нимә эшләйҙәр, нимә яҙалар икән — шуны белгем килә”, — тип ихлас әйткәне хәтерҙә. Самат Ғәбиҙуллин Өфөнән ситтә йәшәгәндә бик йыш осраша алманыҡ. Уны күргән һайын ҡыуана ла, һыҙлана ла торғайным. Әле лә уны уйлағанда күңелемдә ошо ике кисереш яңыра. Саматтың барлыҡ булмышында һис бер көнсөллөк, тарлыҡ, ҡаралыҡ юҡ ине. Уның бына ошо сифаттары айырыуса ҡыуандырҙы. Сабый ихласлығын һаҡлаған шундай изге йәндәр арабыҙҙа тағы ла бармы икән? Бындай һорауҙар хәҙерге бит йыртышыу заманында айырыуса йыш тыуа. Үҙе эшләгән Бөрйән районы гәзите редакцияһында, иң аҙ эш хаҡын миңә тәғәйенләгеҙ, башҡаларҙың ғаиләһе, бала-сағаһы бар — бына шулай тигән шағир Самат Ғәбиҙуллин. Бындай дон-кихоттарҙы бөгөн көндөҙ сыра яндырып та таба алмаҫһың.
Саматтың яҙмышында күңелемде ныҡ һыҙландырғаны шул: көнкүрешендә яңғыҙ булды, бигерәк ауыр, ҡарауһыҙ йәшәне. Әлеге осрашыуыбыҙҙа ла ҡәләмдәшебеҙ ныҡ бөтөрөнгәйне, һаулығы насар күренде. Быларҙы ул белгертмәне, зарланманы, кемгәлер бер генә үпкә һүҙен дә әйтмәне. Ә бит рәнйергә лә хаҡы, сәбәбе бар ине. Өфөгә был килгәнендә Самат мул ғына гонорар алған булған. Ләкин шағирҙы рәхимһеҙ тырнаҡтарына эләктергән яҙыусы йораттары – әҙәбиәт ҡоҙғондары – был аҡсаны бер-ике көндә елгәртеп тә өлгөргәндәр, шағирҙың ҡайтырына ла ҡалдырмағандар. Юллығын хәстәрләп, уны Рәшит менән оҙатып ҡалдыҡ.
Самат Ғәбиҙуллин менән Башҡорт дәүләт университетында һабаҡташ булдыҡ. Ул минән бер курсҡа түбән уҡый ине, әммә шиғырҙарыбыҙҙы әҙәби түңәрәктә бергә тикшерҙек. Ҡулъяҙма журналыбыҙҙы, гәзитебеҙҙе бергә сығарҙыҡ. Беҙҙең һымаҡ башлап яҙыусыларҙы туплаған түңәрәктең гөрләп торған саҡтары ине.
Аҙаҡ ер өҫтөндәге юлдарыбыҙ айырылһа ла, күңелдәребеҙ айырылманы. Ғүмеребеҙ әҙәбиәт донъяһында, ижад юлында бергә үтте. Самат, Өфөнән ситтә йәшәһә лә, бер ваҡытта ла шиғри мөхиттән ситләшмәне. Ижад уның шатлыҡтары ла, борсолоуҙары ла — бөтә яҙмышы булды. Башҡа шағирҙың уңыштарына бар күңелдән ҡыуана белде. Бигерәк тә йәштәргә һәр саҡ ярҙамсыл ине. Ғүмеренең һуңына табан Самат оҙаҡ йылдар үҙенең тыуған районы Бөрйәндә редакцияла эшләне, айырыуса йәш шағирҙар менән ижади аралашты, уларға ҡарата иғтибарлы булды. Бөгөн ошонда тәрбиәләнгән һәләтле шағирҙар Самат Ғәбиҙуллинды үҙҙәренең остазы ти — бындай бәхет һәм хөрмәт һирәктәргә насип була. Әҙәбиәттең киләсәген хәстәрләп, йәштәргә ихлас та, талапсан да ярҙам итеп йәшәгәндә генә шуға ирешергә мөмкин.
Самат Ғәбиҙуллин — бына шундай бәхеткә өлгәшкән шағир. Үҙе иҫән саҡта уның биш китабы донъя күрҙе. Бик үк күп тә түгел һымаҡ. Ләкин ижадта һандан бигерәк сифат мөһим. Самат һан артынан ҡыуманы, һүҙгә талапсан булды. Үҙенең әҫәрҙәре хаҡында ғына уйлап йәшәмәне, әҙәбиәтебеҙҙең киләсәге тураһында борсолдо. Уның китаптары ғына түгел, һәләтле уҡыусылары ла ҡалды. Ижадсы өсөн быныһы айырыуса әһәмиәтле.
Ысын шағирҙың әҙәбиәткә килеүен уҡыусы уның беренсе китабынан уҡ күреп ҡыуана. Самат Ғәбиҙуллиндың 1967 йылда баҫылып сыҡҡан “Тауыш килә тауҙарҙан” тигән бәләкәй генә тәүге йыйынтығы ошо осорҙа башҡорт әҙәбиәтенә үҙенсәлекле яңы шағир аяҡ баҫҡанын раҫланы. Тауҙарҙа тыуған был тауыш уйсан да, моңло ла ине. Китапты уҡығандағы уйҙарымды “Туған тауҙар, туған тупһалар” тигән рецензиямда яҙғайным. Мәҡәләм “Совет Башҡортостаны” гәзитендә 1967 йылда баҫылды. Туған тауҙары Самат өсөн атай йортоноң тупһаһы һымаҡ ғәзиз булды. Шағирҙың тәүге китабына ингән “Әсәм күҙҙәре” исемле шиғыр ошолай тамамлана:
Әсәм көтә.
Гүйә, елдәр тынды,
Сатнап торған һыуыҡ ҡаҡшаны.
Йәнгә йылы инде.
Ҙур тауҙарҙы
Тыуған тупһам итеп атланым.
Бында тауҙар кесерәймәй, кеше лә ниндәйҙер Алып батырға әйләнмәй. Тыуған яҡтарын, юлдан күҙен алмаған әсәһен һағынған егет сатлама һыуыҡты ла тоймайынса шул тиклем ашҡынып ҡайта, хатта ҙур тауҙарҙы ла ул тыуған йортоноң табан аҫтындағы тупһаһы һымаҡ тоя. Күнегелгән үлсәүҙәр үҙгәрә, әммә барыһы ла бик тәбиғи һәм кешесә.
Самат Ғәбиҙуллиндың тәүге китабын уҡыған саҡта минең Бөрйән тигән тауҙар илен күргәнем юҡ ине. Шул яҡтарҙың һулышы миңә Саматтың шиғырҙары менән килеп етте.
Бөрйәндәге тормош тураһында мин тағы ла бер һабаҡташымдың яҙғандарынан — университетта минән алдараҡ уҡыған Мөхтәр Сәғитовтың хикәйәләренән белдем. Ул илгә ҙур фольклорсы ғалим булып танылды. Уның менән Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында байтаҡ йылдар бергә эшләнек. Тәүге хикәйәләре иҫ киткес үҙенсәлекле ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Мөхтәр Сәғитовтың ҙур әҙип таланты тулыһынса асылмай ҡалды.
Бөрйән яҡтарына мин беренсе тапҡыр 1974 йылдың сыуаҡ октябрендә аяҡ баҫтым. Беренсе барыуымда Саматты осратманым. Күрәһең, уның башҡа районда эшләп йөрөгән сағы булғандыр. Ә инде һикһәненсе йылдарҙағы сәйәхәттәремдә байтаҡ юлдарҙы Самат менән бергә үттек. Шүлгән мәмерйәһенә бергә индек, Бабсаҡ ҡәберенә лә бергә баш эйҙек. Унда ҡуйылған ташта минең шиғырҙан алынған “Ырыуыбыҙ — ҡыпсаҡ” тип башланған юлдарҙы уҡыу ғәжәп яңылыҡ булды.
Бер көндө, Бөрйәндәге сәйхананан сыҡҡас, Самат менән йылға буйында һөйләшеп ултырғайныҡ. Мин беренсе тапҡыр Бөрйәндең Ағиҙелендә һыу инеп алғайным. Ҡаршы ярҙағы яңғыҙ йортҡа ҡарап: “Шунда шиғыр яҙып ҡына йәшәһәң икән”, — тип әллә ниндәй хыялдарға ла бирелеп киткәйнек. Ошо барғанымда Саматтың Мөсәт ауылындағы Һауа исемле бик ихлас апаларында булғайныҡ, ҡунаҡсыл хужалар миңә күстәнәс итеп мәтрүшкә, ҡорот биреп ебәргәйне. Күрһәткән хөрмәттәре, әйткән матур теләктәре һаман да онотолмай.
Бөрйән тәьҫораттары минең “Һыуһаным — һыуҙар бирегеҙ” тигән поэмама, “Бөрйән ҡарағаты” һәм башҡа шиғырҙарыма инде. Шүлгән мәмерйәһе янында һыбай йөрөгәндәрем һәм башҡа күренештәр яҡташым, атаҡлы режиссерыбыҙ Әмир Абдразаҡов төшөргән “Илемдә илемде һағынам” тигән документаль фильмда һаҡланып ҡалды.
Урал тауҙарына күтәрелергә, Ағиҙел буйҙарында йөрөргә, күпме йырҙарҙа йырланған, шиғырҙарҙа данланған Башҡортостанды күрергә мин бәләкәстән хыялландым. Шуға ла миңә, Ырымбур далаларында үҫкән ялан башҡортона, тауҙар менән осрашыу — һәр саҡ ҡыуаныслы ваҡиға. Бейек-бейек тауҙарға артылғаным, хатта Ирәмәлдең үҙенә ике тапҡыр күтәрелгәнем бар. Ул ваҡиғалар ни тиклем генә ҡыуаныслы булмаһын, тауҙар донъяһын, шундағы тормоштоң үҙенсәлектәрен барыбер тауҙарҙа тыуып үҫкән кешеләр һымаҡ аңлай алмайым.
Тауҙарҙа тыуған шағирҙың фекерләүе ошондағы күренештәр, тик был ергә хас образдар менән бәйләнгән. Самат Ғәбиҙуллиндың шиғырҙарында ла нәҡ шулай. Донъяны ул тау кешеһенсә күрә, тау кешеһенсә ишетә. Әгәр ҙә ул:
Түбәләрҙән аҫта булғанда ла,
Түбәнлектән өҫтөн булайыҡ, —
ти икән, был образлы фекерләүҙә бейеклектәр ғорурлығы, упҡындар һәләкәте — ҡыҫҡаһы, тауҙар донъяһы. Дала кешеһе башҡасараҡ фекерләй.
Бына тау балаһы Самат Ғәбиҙуллиндың күреүе һәм ишетеүе:
Уралып, уралып, уралып,
Тауҙарҙы аралап юл үтә.
Шул юлда саҡ та соҡ елеүсе
Һыбайлы күңелде елкетә.
Иркен яландарҙа юлдар уралып-уралып үтмәй. Йомшаҡ дала юлында ат тояғынан бындай тауыш сығып бармай. Һыбайлының саҡ та соҡ елеүе дағаларҙың ташлы тау юлына ҡағылғанында ғына мөмкин. Шағир шул үҙенсәлектәрҙе сос ҡолағы менән ишеткән, үткер күҙе менән күргән.
Тағы ла бына шағир күргән тау күренеше:
Ғәрәсәттәр тына. Ҡояш балҡый,
Тау һырттары нурға мансыла.
Ҡаяларҙың ялтыр маңлайынан
Тирҙәр тамып тора тамсылап.
Самат Ғәбиҙуллинды тормош тауҙар кеүек уйсан итте. Шағир туған тауҙары һымаҡ сабыр булды. Ошо тыуған еренән илһам алған фекерҙәшемдең йөрәк моңо бик күптәрҙең күңелендәге һымаҡ минең өсөн дә бер ваҡытта ла тынғаны юҡ. Ихлас йөҙө, уйсан һүҙе ғүмерем буйына хәтеремдә һаҡланыр.
Донъяла барыһы ла үҙгәрә. Шағир ҙа үҙгәрешһеҙ ҡалмай. Яңыра, ғашиҡ була, ялҡындары һүрелә, күңеле төңөлә. Юғалтыуҙарҙан һуң тағы ла ҡанатлана, илһамлана.
Самат Ғәбиҙуллин да донъя менән бергә үҙгәрҙе, уның шатлыҡтарына шатланды, ҡайғыларына ҡайғырҙы. Уның тормошо еңелдән булманы. Ләкин ҡайһы саҡта өмөттәре өҙөлөп барғанда ла үҙе булып ҡалды. Тоғролоғон, ихласлығын, киң күңеллелеген һаҡлай алды.
Тормош нисек кенә үҙгәргәндә һәм кешеләрҙе үҙгәрткәндә лә, шәхестең һис ҡасан үҙгәрмәҫкә тейешле йәшәү үлсәмдәре, әхлаҡ ҡағиҙәләре була. Шуларҙы юғалтмайынса йәшәү шәхесте шәхес итә.
Самат Ғәбиҙуллиндың:
Алыҫта, алыҫта
Йәшен уттары, йәшен уттары.
Алыҫта, шул яҡта
Минең дуҫтарым, минең дуҫтарым —
тигән һағышы күптән инде йырға әйләнде. Ошо моң миңә йыш әйләнеп ҡайта, ихлас шағирҙы юҡһыныуҙарымды яңырта.
Рауил БИКБАЕВ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.