Ошо көндәрҙә Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй төбәктәрендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 95 йыллыҡ юбилейына арналған саралар үткәрелде. Әлбиттә, әҙип иҫән саҡта донъя яҙыусыларын үҙендә йыйыусы Кендектең тыуған яғы ла бындай тантаналарҙан ситтә ҡалманы.
Һүҙем Шишмә районының Келәш ауылында, Шишмә ҡасабаһында уҙған саралар тураһында булыр. Мостай Кәримдең тыуған ауылы – Башҡортостан халҡы өсөн үҙенә күрә рухи мәркәз дә ул. Ошо уҡ ауылда Фәриҙә Ҡудашева, Зыя Камали тыуған. Әйткәндәй, тап Келәш мәктәбендә ошо шәхестәрҙең һәр береһенең ижадына арналған кабинеттар булдырылған, Сәйфи Ҡудаштыҡы ла бар. 1979 йылда асылған белем усағы 2005 йылдан Мостай Кәрим исемен йөрөтә. Ауылда Мостай урамы һуҙылған. Шағир шишмәһе лә ҙур мәҙәни комплекстың бер өлөшө кеүек. Юбилей саралары ваҡытында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марат Шәрипов киләсәктә бында әҙәби-мәҙәни үҙәк ойошторолһа, бик яҡшы булыр ине тигән фекер әйтте. Шәп бит! Әгәр халыҡ шағиры Мостай Кәримдең музей комплексы ла киләсәктә үҙ ишектәрен асһа, был ауылда, ысынлап та, сәнғәт утары булдырыу һис тә насар булмаҫ ине. Дим, Ҡыҙҙар тауы, шишмәләр, Аҡманай ҙа – ошо матур төбәктең тәбиғи йәме.
Район хакимиәте башлығы Флүр Уразмәтов әйтеүенсә, Шишмә халҡы үҙенең шәхестәре ижадына тәрән һөйөү менән ҡарай һәм уны ҡәҙерләп һаҡлау өсөн барыһын да эшләргә әҙер! Мәктәптә экскурсияны балалар алып барҙы, улар һәр кабинет менән таныштырып, һәр шәхес хаҡында матур итеп һөйләй ҙә белде. XI класс уҡыусылары Гөлназ Хәбибова менән Нияз Сәхәүетдинов әҙәби композиция нигеҙендә ҡыҙ менән егеттең һуғыштан һуң осрашыу сәхифәһен сәхнәләштерҙе. Гөлназ шул тиклем тәрән кисерештәр менән образға инеп китте, хатта күҙҙәренән тәгәрәгән йәштәрен дә тыя алманы. Афарин һүҙ сәнғәтенә ғашиҡ йәштәргә!
Сарала ҡатнашҡан шәхестәр – Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары, прозаик Спартак Ильясов, шағирә Йомабикә Ильясова, яҙыусылар Ҡәҙим Аралбаев, Таңсулпан Ғарипова, Ирек Кинйәбулатов, Марсель Сәлимов, ғалимдар Тимерғәле Килмөхәмәтов, Әхмәт Дәүләтҡолов, Зәки Әлибаев, тележурналист Шәүрә Ғилманова – Мостай Кәрим хаҡындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты, тыуған яғындағы сараларҙың мәртәбәһе, юғары кимәлдә үтеүе хаҡында әйтте.
Байрам тантаналарынан шағирҙың балалары ла ситтә ҡалманы. Улы Илгиз, ҡыҙы Әлфиә, килене Нәзифә яҡын кешеләренең юғары тойғолар, юғары маҡсаттар менән йәшәүе тураһында һөйләне. “Мин бала саҡтан һәр эшемде, һәр аҙымымды ағайым нимә тип әйтер тип баһаланым. Мостафа ағайым миңә ғүмер буйы терәк тә, маяҡ та булды!”– тине 92 йәшлек Сәлисә апай Кәримова.
Сарала Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижадына арналған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашыусы башҡа төбәктәрҙән килгән ғалимдар ҙа сығыш яһаны. Ҡаҙағстан ҡунаҡтары, К. Жубанов исемендәге Аҡтүбә төбәк-ара дәүләт университеты уҡытыусылары, филология фәндәре докторы, телсе Сабира Исакова, филология фәндәре кандидаты, әҙәбиәтсе Ғәйшә Ниязова, Мәскәү ҡунағы, педагогия фәндәре докторы, Рәсәй халыҡтары әҙәбиәтен өйрәнеүсе ғалим Руслан Хәйруллин Мостай Кәрим ижады хаҡында фекерҙәре менән уртаҡлашты. Руслан Зиннәтулла улы: “Рәсәйҙең уҡыу әсбаптарына Мостай Кәримдең изгелек, яҡшылыҡ орлоҡтарын сәсеүсе әҫәрҙәре инде, киләһе Әҙәбиәт йылында милли әҙәбиәттәргә иғтибар артыр тип уйлайым!” – тине. Ҡаҙаҡ ғалимәһе Ғәйшә Ниязованы тыңлау үҙе бер кинәнес булды. “Юҡҡа ғына заманында Мостай Кәрим башҡорт менән ҡаҙаҡ халыҡтарын төрки донъяһының ике тамсыһы, бер-береһенә телдәре, асылы менән бик оҡшаған милләттәр тип әйтмәгән, күрәһең. Ҡаҙаҡ халҡы бөгөн дә Мостай Кәрим ижадын яратып уҡый. Күптән Башҡортостанға килергә теләгем бар ине, хыялдар тормошҡа аша, тиҙәр бит. Шағирҙың тыуған яғына килеүемә ҡыуанып бөтә алмайым. Аралашҡандан беҙҙең рухиәтебеҙ байый ғына!” – тине ул. Башҡортостан менән Ҡаҙағстандың рухи бәйләнештәре яңынан нығыныуы ҡыуаныстар килтерһен!
Район хакимиәте башлығы Флүр Зиннур улы тантанаға килеүселәрҙе яҡташтарының уңыштары, ҡулланыуға тапшырылған спорт комплексы хаҡында ғына һөйләп ҡалманы, Шишмә ҡасабаһында төҙөлөп бөтөп, бына-бына ишектәрен асырға торған “Хөсәйенбәк” мәсетенә алып барҙы. Иҫ киткес архитектура ҡомартҡыһы хасил булған район үҙәгендә! Шәреҡ оҫталары боронғо йолаларҙы һаҡлап төҙөгән был Хоҙай йорто Башҡортостандың иң күркәм биналарының береһе исеменә лә дәғүә итә ала. Диуарҙарға яҙылған Аллаһтың 99 исеме, зиннәтле биҙәлеш, иркен зал, ҙур тәҙрәләр кешеләрҙе донъялыҡтағы ваҡлыҡтарҙан айырып, гонаһ-сауаптары бизмәненә баҫтырыу көсөнә эйә төҫлө.
Шуны ла әйтеп китмәй булмай: һуңғы йылдарҙа республика яҙыусылары, зыялылары араһында Мостай Кәрим ижадына төрлө ҡараш белдереүселәр ҙә юҡ түгел. Кемдәрҙер асыҡтан-асыҡ шағирҙы власҡа хеҙмәт итеүсе тип атай, икенселәр ижадын юҡҡа сығарырға тырыша, өсөнсөләр яулаған наградаларын, алған бүләктәрен һанау менән мәшғүл. Был үҙенә күрә замананың кире йоғонтоһо һөҙөмтәһендә әхлаҡи төшөнсәләрҙең түбәнәйеүе менән дә бәйле, күрәһең. Үҙен яҙыусы, әҙип тип атаған зат бер ҡасан да башҡаның шәхесен юҡҡа сығарыу юлы менән билдәле булырға тырышмаҫ. “Әҙәп” һүҙе “әҙәбиәт” менән бер тамырҙан икәнен онотмайыҡ. Эйе, әҫәрҙәрҙе тәнҡитләргә була, әммә, ни сәбәптәндер, беҙҙең замана “тәнҡитселәре”нең һүҙе китап тураһында фекерҙән башлана ла шәхесте тикшереүгә ҡайтып ҡала. Пушкин, Есенин, Аҡмулла, Бабич, Джек Лондон, Мопассан ниндәй кеше булғанын беҙ белмәйбеҙ, улар хаҡындағы хәтирәләр аша ғына фекер йөрөтә алабыҙ, әммә әҫәрҙәре уларҙы бөйөк иткән, донъяға танытҡан.
Мостай Кәрим дә – ана шундай арҙаҡлы шәхестәрҙән. Әле үҙе иҫән саҡта юбилей материалдары әҙерләгәндә, Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында йәшәгән яҙыусы, нәшриәтсе, төҙөүсе, тәржемәсе таныштарымдың үҙҙәре бәйләнешкә сығып, Мостай ағайҙың ижады хаҡында яҡты фекерҙәрен әйткәне, “Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, “Ай тотолған төндә” әҫәрҙәре йоғонтоһонда үҫеүе тураһында яҙғаны хәтеремдә. Был юлы ла шулай булды. Күптәр уның юбилей саралары нисек үтеүе хаҡында ҡыҙыҡһынды.
Оло инәйҙе, Үлмәҫбайҙы, Кендекте, Тәңкәбикәне һәм башҡа бик күп геройҙарын иҫкә төшөрәйек шағирҙың! Улар аша ҡитғаларҙы үтеп, башҡорт холҡо, башҡорт асылы замана әҙәбиәте йөҙөндә донъяға сыҡты. Башҡорт ҡатындарына хас сабырлыҡты, башҡорт ирҙәренә хас айбарлыҡты донъя уҡыусылары таныны, яратып ҡабул итте. “Мудрый Мустай”ҙың йөҙөндә, ижадында Рәсәй, элекке СССР, хатта бик күп башҡа сит ил уҡыусылары тәрән зиһенле, аҡыллы, ҙур йөрәкле башҡорттарҙы донъяға ҙур яҙыусы биргән милләт тип белде. Әҙиптәребеҙҙе илаһилаштырмайыҡ, ә ижадтарын таный, дөрөҫ баһа бирә беләйек!