Мәрйәм Бураҡаеваның “Көҙгө ысыҡ” тип исемләнгән китабын күптән уҡып сыҡҡайным. Күңелемә оялаған хистәрҙе йөрәк түрендә оҙаҡ йөрөтөп, ниһайәт, улар менән уртаҡлашырға булдым.
Китапты, ғәҙәттә, ҡәләм менән һыҙып-һыҙып уҡыйым. Күңелгә үтеп ингән, уға ауаздаш булған һүҙҙәрҙе, ҡат-ҡат күҙ йүгертәм дә һыҙыҡ өҫтөнә алам. Бының менән уларҙың көсөн, әһәмиәтен арттырам кеүек үҙем өсөн. Аҙаҡтан китапты ҡабат ҡулға алғанда шул һөйләмдәр күҙгә салына ла күңелдең тәрән хистәрен йәнә елкендереп ебәрә. Эстә Нур тарала.
“Кеше тыуған ерендә йәшәүе менән бәхетле”“Көҙгө ысыҡ” хикәйәһен ҙур тулҡынланыу менән уҡыным. “Кеше тыуған ерендә йәшәүе менән бәхетле” тигән һүҙҙәр күңелемә шатлыҡ та, һиҙелер-һиҙелмәҫ бер моңһоулыҡ та булып яғылды. Төп герой Ғирфандың тыуған ауылы Иртөбәккә ҡайтыуы, атай йорто нигеҙенә килеүе, әрем өҙөп еҫкәүе, моңона әйләнеп ҡайтыуы өсөн ҡыуандым. Сит яҡтарҙа өҙгөләнеп йөрөгән күңелдең йәнә тыныслыҡ табыуы миндә ниндәйҙер аңлайышһыҙ йырҙарҙы, ана һүнәм, бына һүнәм тип янған шәмдәрҙе ҡабат терелтеп ебәрҙе. Эскә йылы йүгерҙе. Кеше тыуған яғының һауаһын һулап, һыуын эсеп, ер йылыһын тойоп, ҡабатланмаҫ еҫен һулап үҫә. Ошоларҙың барыһы ла уның күңеленә һеңә һәм ғүмере буйына йәшәргә көс бирә. Әйтерһең дә, йәшәү ҡото ошо тыуған тупраҡҡа бәйләнгән. Кеше уға ерегә, тамырлана, бауыр баҫа. Ошо ҡоттан айырһалар, йәшәүҙең мәғәнәһе лә ҡалмай кеүек…
Мин үҙем тыуған яҡтарымды ныҡ һағынам. Шуғамы икән “Ҡыҙыл паша” спектакленән “Кәрим йыры”н, “Илсе Ғайса”ны, “Мәтрүшкәләр”ҙе йөрәк әрнеүе менән тыңлайым. Үҙәк өҙгөс көйҙәре, һүҙҙәре күңелемә үтеп инеп, элекке яраларҙы ҡуҙғытып сыҡҡан ҡандай һулҡылдап ҡына аға. Шуғалыр ҙа әҫәрҙе уҡығанда йәнде әйтеп бөтөлмәгән һағыш биләне. Ҡайһы бер кешеләр тыуған яғынан алыҫ йөрөһәләр ҙә, үҙҙәрен өйҙәгеләй тоя, һағынмай, һарғаймай. Юҡ, улар таш бәғерле түгел, көслө генә улар. Миңә ундай көс бирелмәгән. Хәйер, нәҫелебеҙ менән шулайбыҙ. Алтмыштан уҙған олатайым да йыл һайын берәр айға тыуған яғына ҡайтып урай, ҡырҙарын, урмандарын, атай йортон һағына ул. Шул ваҡытта алған илһам уға йыл әйләнәһенә етә лә, ваҡыты еткәс, йәнә көс алырға ҡайта кеүек… Йәнтөйәк көсөн. Бына ҡайҙа беҙҙең хәҡиҡәт. Бала сағым үткән, ҡартәсәй, ҡартатайым ғүмер иткән ауылыма ҡайтһам, еренә ятып бар тереклекте ҡосаҡлағы килә, йылғалар ағышын, ер һулышын тыңлағы, бөтә ауылды күкрәгемә ҡыҫып-ҡыҫып яратҡы килә. Ундағы һәр йорт, һәр ҡапҡа яҡын миңә. Инәй-олатайҙарҙың уйсан йөҙө бала саҡтағы ғәмһеҙлекте, ихласлыҡты, шатлыҡтарҙы хәтерләтә. Уларҙың һәр береһенең янына барып ултырғы, һөйләшке, рәхмәт әйтке килә. Иң ауыр мәлдәрҙә лә уйымда ғына ауылыма ҡайтам, урамдарын урайым. Шул саҡ ҡына аңлайым: күңелем бишеге – тыуған яғымда. Һыҡрап ҡына шиғыр тыуа:
Әбешемә ҡайтып ҡына
Ятып һыуын эсәһе,
Өҙгөләнгән күңелемә
Аҡ сәскәләр өҙәһе…
Иҫке йорттоң ишектәрен
Шығырҙатып асаһы,
Бала саҡты хәтерләткән
Бар нәмәне ҡосаһы.
Йәйелеп киткән урындыҡта
Балалар уйнай кеүек,
Һары сәғәт тек-тек килеп,
Һаман да атлай кеүек.
Аҡ тояҡлы этажерка
Серҙәрен һаҡлай һаман:
Күпме китап һыйған унда,
Күпме күңел һыйынған!
“Кәзәләрҙе тауға ҡыу”, — тип
Бишек йыры йырланған,
Аҡ селтәрле бәүелсәктә
Нисә яҙмыш юл алған!
Аҡ мейесле утъяҡҡысҡа
Тағы бер инһәң ине,
Бергәләшеп, гөрөлдәшеп
Сәйҙәрен эсһәң ине!
Ауылымдың ал таңдарын
Иртә тороп күрәһе,
Шәфәҡ нурҙарын эйәртеп,
Бейек тауға менәһе.
Унда мине илай-илай
Ҡайыным ҡаршы ала,
Моң-зарҙарын һөйләп туймай,
Башын иңемә һала.
“Иламасы, ҡайынҡайым!
Хәҙер мин янда ғына”, –
Тиеп уны йыуатамын,
Ә үҙем янам ғына.
Икебеҙҙең яҙмышыбыҙ,
Гүйә, бергә үрелгән,
Ошо Әбеш тупрағына
Үкһеү моң булып һеңгән.
…Әбешемә ҡайтып ҡына
Ятып һыуын эсәһе,
Һабантуйлы аҡланында
Аҡ сәскәләр өҙәһе.
Иртөбәгенә ҡайтҡас, Ғирфан ғүмере буйына эҙләгән һөйөүен дә осрата. “Хыялымда һине тыуҙырғанмын, шуға ла күргәс тә үҙ иткәнмен”, – ти ул Шәмсиәгә ҡарата. Уның йөҙөн түгел – ҡарашын, һынын түгел – моңон күңеленә яҡын күрә Ғирфан. Эйе, кеше ғашиҡ булғанда ниндәйҙер йыр тарта уны үҙенә. Был йырҙы ул үҙе генә ишетә, үҙе генә аңлай. Ике йән осраша ла, оран һалып, бер-береһен таныта, үҙ-ара аңлаша, яҡыная гүйә. Шул эске тауыш ҡына оҙата килә ике йәрҙе. Төп герой ҙа һөйгәненең моңон таный. Тик Шәмсиәһе тормошта булып сыға. Һуңлабыраҡ ҡайтҡанына үкенә ир, әммә йәрен осратмаһа, күпкә ауырыраҡ, үкенеслерәк булыр ине. Юҡ, ул кеше бәхетенә үрелмәй, ул тик үҙенең бәхетен тапты. Ошо һөйөүенән, тыуған йорто моңонан, әскелт әрем еҫенән ҡабаттан терелгәндәй була, йәшәү уты, йәшнәү дәрте ҡабына унда. Кеше ике тапҡыр тыуа, тиҙәр. Тәүгеһендә физик йәһәттән донъяға килһә, икенсеһендә асыл йәһәтенән үҙен таба. Һәм икенсе тыуыу күпкә ауырыраҡ, әммә татлыраҡ та шул… Олоғайған көнөндә шундай Нурын табыуы – Ғирфан өсөн әйтеп бирә алмаҫлыҡ бәхет. Эйе, йәш, дәртле йылдарын ул сит яҡтарҙа, кемделер эҙләп, ҡуныр урын тапмай, йырһыҙ-моңһоҙ үткәрә. Яҙғы таңдарҙа ялтыраған ысыҡ сағыу ҙа, ярһыу ҙа түгел хәҙер, әммә “көҙгө булһа ла ысыҡ бит ул, сафлыҡ тамсыһы”. Ошо саф балҡышты ҡасан да булһа табыу үҙе бәхеттер ул.
Тормош – ҡорама юрғанКитаптың һәр әҫәренән йылылыҡ бөркөлә. “Ҡорама юрған” хикәйәһен уҡып сыҡҡас та, йәм, рәхәтлек ҡунғандай булды күңелгә. Ысынлап та, кеше тормошо ошо ҡорама юрған кеүек. Һәр кем Хоҙай биргән төҫтәрҙән үҙенә яҡын, ярашлы булғандарын һайлай ҙа уларҙы ялғай-ялғай яҙмышын ҡора. Сағыу, тоноҡ төҫлөләре, сәскәлеһе, буйлыһы – ҡорамалар төрлө-төрлө. Шуның кеүек әҙәм балаһы ла барлыҡ хистәрҙе татыу, уларҙы риза ҡылып ҡабул итеү һәм шул сағыулыҡ араһында кешелеклелек сифаттарын һаҡлап ҡалырға өйрәнеү өсөн киләлер был донъяға. Аллаһы Тәғәлә һәр йән өсөн алдан әҙерләп ҡуйған төҫтәр ҙә бар кеүек, шул уҡ ваҡытта кеше лә үҙ төҫтәрен үҙе һайлай. Ниндәйҙер берлектәге ижад гүйә...
Тормошомдо үҙем ҡорам.
Тормош – ҡорама юрған.
Хаҡ Тәғәлә беҙҙең алға
Төрлө төҫ һалып ҡуйған.
Шул төҫтәрҙе ялғай-ялғай,
Йәнем юлын юлаҡлай.
Ҡара төҫтө үҙ итә лә
Саф аҡтарын йоҙаҡлай.
Үҙем һайлаған һағыш та
Һары төҫтән тегелә.
Әйтерһең дә, башҡа төҫ юҡ.
Үҙәктәрем өҙөлә.
Йылдар үткәс, бәлки, йәнем
Һандығын асып ҡуйыр.
Аҡ төҫтәрҙән торған юлын
Ҡара тир түгеп уйыр, –
тигән юлдар теҙелә күңелдә. Фарзияға йыйылған инәйҙәр ҙә шулай ҡорама юрғанға ҡарай-ҡарай йәшлек йылдарын иҫкә төшөрә, яҙмыштарын барлай.
Әсмәбикә мәрхүмәнең тормошо уйландырҙы мине. Ул араларынан иртәрәк киткән. “Бөтөнөһөн эскә йотто”, – ти әбейҙәр. Ҡайғы-хәсрәте булһа ла, берәү менән дә уртаҡлашмаған, балалары алдында ла көсһөҙ күренмәйем тип, һыр бирмәй, түҙеп йәшәгән, иламаған. Бындай моңһоулыҡты һирәк йөрәк кенә күтәрә алалыр ул. Ауыр уйҙар, кисерештәр менән мотлаҡ уртаҡлашырға кәрәк. Һине аңлаған, сер тота белгән яҡын кешең менән. Әҫәрҙә “Хәсрәт йотоу – ут йотоу” тигән мәҡәл телгә алына. Ошо ут эскә төшә лә үртәй ҙә үртәй тереклегеңде, йә берәй сир булып сыға, йә яйлап йөрәгеңә ултыра. Үҙеңдең һаулығыңды ҡаҡшатыуҙан тыш, балаларыңа ла күсеүе бар был моңһоулыҡтың: “Йән быуындан быуынға күсә. Күңелдә төйөр һаҡлап, һары һыу йыйып, сәләмәтлегеңде лә бөтөрөү бер, иң яманы – киләсәк нәҫелгә ғазаплы йән ҡалдырыу”.
Бер яҡтан эс серҙәрең менән бүлешеү файҙаға булһа, икенсе яҡтан нәҡ ошондай фажиғәле хистәр ижад кешеһе өсөн уңдырышлы мөхит булып торалыр. Күптәрҙең эстән һыҙып йәшәүе күңелдәргә үтеп ингән йыр, шиғыр, рәсем булып һынланыш таба. Бындай әҫәрҙәрҙә кешенең йән ауазы, эскерһеҙ моңо, үҙәк өҙгөс тауышы ишетелә; улар бөтә төҫтәрҙә балҡый, бөтә кисерештәрҙе сағылдыра кеүек. Шуға күрә һәр кем үҙе һайлайҙыр юлын, үҙе генә аңлай торғандыр.
Сәйғәфәр ғүмере буйына балдыҙы Фарзияны яратып йәшәгән. Был хаҡта берәүгә лә һөйләмәгән. Әйткәндәй, “Көҙгө ысыҡ” йыйынтығында тормоштағы бындай хәл йыш һүрәтләнә – йәшерен генә, һүҙһеҙ генә кемделер һөйөп йәшәү. Шулай уҡ уйландырырлыҡ хәл. Кемделер өҙөлөп ярат та, бергә була алмаҫты белеп, тере көйөк булып йәшәсе әле. Ә ҡайһы берәүҙәр бит йәшәй, һис тә бирешмәйенсә, сөнки ысын мөхәббәт ул бер нәмә лә талап итмәй. Ул бар ғына. Уның өсөн бары азат булыу мөһим. Асылы шул бит – азатлыҡ, ихласлыҡ, сафлыҡ. Ысын һөйөү ҡайҙа ла ниндәй шарттарҙа ла йәшәй. Үҙе генә түгел, кешене лә йәшәтә, ауырлыҡтарҙы йырып сығырға көс бирә, шатлыҡтарҙы ишәйтергә дәрт өҫтәй. Ул моң кеүек, ағыла ғына. Шул ағышты ишеткән кеше ғүмере буйына уны күңелендә һаҡлап йәшәй ала. Хатта йәрен башҡа бер ҙә күрмәһә лә. Шуның кеүек Сәйғәфәр ҙә үҙ намыҫына, ғаиләһенә тап төшөрмәй, мөхәббәтен фашламай тормош көткән. Һөйөүе хаҡында хатта үҙенә лә әйтергә ҡыймағандыр. Уның был кисерештәрен белгән ҡатыны: “Тойғо аҡылға буйһонмай ҙа инде. Кешенең йөрәген һурып алып алмаштырып булмай бит. Шулай ҙа ул аҡыл менән йәшәне…” – тип оло рәхмәт һәм ихтирам менән иҫкә ала ирен. Ә инәйҙәрҙең береһе: “Һеҙ бит ике ғаилә бөтөн ауылды һоҡландырып татыу йәшәнегеҙ. Балаларығыҙ ҙа бер туғандай татыу”, – ти. Кешенең ошондай тоғролоғон – үҙенә, ғаиләһенә, һөйөүенә – осратыуы ауыр. Бының өсөн ниндәй көс, сыҙамлылыҡ, намыҫлылыҡ кәрәк. Әҫәрҙә быларҙың барыһы ла сағыла. Шуның менән һоҡландыра ла геройҙар. Берәүһенең: “Оло мөхәббәткә юлығыу өсөн тойғо теҙгенен йөрәккә түгел, аҡылға тотторорға кәрәк”, – тип әйтеүе лә хаҡ. Ярһыу хистәр була ла үтә, ә тормош көтөү өсөн күберәк сабырлыҡ, төплө аҡыл һәм йән йылыһы кәрәктер.
Китап ныҡ тәьҫир итһә, аҙағында бер-ике һүҙ теркәп ҡуям. Был юлы түбәндәгеләре йөрәктән урғылып сыҡты: “Рәхмәт, Мәрйәм апай! Әҫәрҙәрең көҙгө ысыҡтай күңелемә тамып, уны йәнә нурландырып ебәрҙе”. Кеше күңелендә шундай Нур ҡабыҙа алыу – әҙәм балаһының Аллаһ Тәғәлә, үҙе һәм кешелек алдындағы иң изге бурыстарының береһелер.