Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Был мөхиттә ни хәлдәр?
Был мөхиттә ни хәлдәр?
(Хәсән Назар, “Был мөхиттә”, 2014 йыл, 18 июль)
Күренекле шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәсән Назар шиғриәт һөйөүселәрҙе “Был мөхиттә” исемле поэмаһы менән ҡыуандырҙы.


Халыҡтың яратҡан шағиры, ҡөҙрәтле тел оҫтаһы беҙҙе әйләндереп алған бө­гөнгө донъяға байҡау яһай, ошо юҫыҡта кешеләр араһындағы мөнәсәбәтте, улар аңындағы үҙгәрештәрҙе аңларға, тормошта бер төрлө, ә ғәмәлдә бөтөнләй башҡаса күренештәрҙең асылына төшө­нөргә ынтыла. Шағир уйҙары менән берсә үткәндәргә юллана, берсә бөгөнгөгә әйлә­неп ҡайта, берсә тормош тәжрибәһен мул туплаған аҡһаҡал рәүешендә, әйләнә-тирә хәл-ваҡиғаларҙы бизмәнгә һалып, уларға үҙ ҡарашын, үҙ баһаһын белдерә, фәлсәфәүи күҙлектән сығып, замандаштары алдына уйландырырлыҡ һорауҙар ҡуя. Нәҡ шуның һөҙөмтәһендә поэма йөкмәткеһе, проблематикаһы яғынан бик тәрән, төплө фекерле булыуы менән иғ­тибарҙы йәлеп итә. Исеменән үк күҙгә таш­лана – мөхит, йәғни беҙҙе әйлән­де­реп алған тирә-яҡ, тормош, йәмғиәт. Әгәр йәмғиәт тип фекер йөрөткәндә, мөхит төшөнсәһе бик киң, тәрән фәлсәфәүи мәғәнәгә эйә. Иҡтисади, социаль, сәйәси, рухи өлкәләр йәмғиәттең нигеҙен тәшкил итә. Ғәҙеллек – ғәҙелһеҙлек, байлыҡ – фәҡирлек, тоғролоҡ – хыянат, изгелек – яуызлыҡ кеүек ҡапма-ҡаршылыҡлы тө­шөн­сә­ләр ҙә ана шул мөхитте бар ҡыла. Кеше лә шәхес булып шунда формалаша һәм, һәләтенә, булмышына ҡарап, йәм­ғиәткә көсөнән килгәнсә үҙ өлөшөн ин­де­рә. Күп яҡлы, ҡатмарлы, иге-сиге бул­маған мөхитте аңлауы ла, аңлатыуы ла еңел эш түгел. Ана шундай ҡатмарлы темати­каға тотоноп, әҙәби әҫәр яҙырға тәүәккәл­лек итеүе менән Хәсән Назар ҡыйыу аҙым яһаған һәм быны уңышлы атҡарып сыҡҡан. Монологик характерҙағы поэмала ике төп образ хәрәкәт итә: лирик герой (шағир) һәм мөхит (йәмғиәт).
Поэмалағы лирик герой – ил, халыҡ иңенә төшкән барлыҡ тормош һынауҙа­рын кисергән, оло тәжрибә, аҡыл тупла­ған аҡһаҡал. Уның донъяға үҙ ҡарашы, үҙ баһаһы бар. Тормош уны иркәләмәгән, юлына аҫыл келәмдәр йәйеп көтмәгән, бер нәмәне лә алдына өйөп әҙерләп тор­маған. Барыһына ла лирик герой үҙ көсө менән ирешкән. Шуға күрә кемгәлер ярам­һаҡланыуҙы, ялағайланыуҙы үҙ ит­мәй ул.
Ваҡланыу ҙа, аҡланыу ҙа юҡтыр,
Ҡоро сығыусы мин түгел һыуҙан,–
тигән юлдар лирик геройҙың йәшәү асылын бик теүәл билдәләй.
Бөгөнгө мөхитебеҙҙәге ниндәй мәсьә­ләләр борсой икән лирик геройҙы? Поэма йөкмәткеһенә бер ни ҡәҙәр иғтибарҙы йүнәлтәйек әле. Әйткәнебеҙсә, тормош күп яҡлы. Уны ғүмерең аҙағынаса аңлап бөтөү мөмкин түгел. Шул йәһәттән әй­ләнә-тирәләге кешеләрҙе лә аңлап ҡара тиҙ генә. Лирик герой йәмғиәттең тик изге заттарҙан ғына тормауын билдәләй ҙә һинең алда һин дә мин дуҫ булып, ә асылда яла яғып, хөсөт ҡылып көн итеү­селәрҙең үтә ҡурҡыныслығын иҫкәртә. Битлек аҫтындағы кешеләр, шаҡшылар тип атай уларҙы лирик герой. Шуныһын да оноторға ярамай: һәр мөхиттең (замандың тип ҡабул итәйек) була ундай ямандары.
Йөҙ кешегә булһаң да һин яҡшы,
Мәхрүм икән, табыла бер шаҡшы, –
тигән юлдарҙа кире ҡаҡҡыһыҙ хәҡиҡәт ярылып ята.
Поэмала бөгөнгө йәшәйешебеҙгә бәй­ле тағы бер аҡыллы фекерҙе билдә­ләмәйенсә булмай. Борон-борондан хал­ҡыбыҙҙа “Таш менән атҡанға аш менән ат” тигән әйтем йәшәп килә. Бик тә матур әйтелгән: халҡыбыҙҙың киң кү­ңел­лелеге, баҫалҡылығы, күндәмлеге сағы­лыш тапҡан. Әммә шағир, бының менән бик үк килешеп бөтмәйенсә, һорауҙы шулай ҡуя: “Таш атҡанға кәрәкме аш атыу?” Тәрәндән фекер йөрөткәндә, ки­лешмәү мөмкин түгел. Дөрөҫ әйтә аҡ­һаҡал: һәр нәмәнең сиге бар, артыҡ хуш күңеллелектең яҡшыға алып бармауын тормош аҙым һайын раҫламаймы ни?! Ғөмүмән, кеше үҙ мөхитендә һис кенә лә меҫкен булырға тейеш түгел.
Һәр заманда йәмғиәтте кеше бар итә, үҙгәртә, үҫтерә, төҙөй, хатта емерә. Тор­моштоң шатлыҡ-ҡайғылары, үҫеш-ҡый­ралыштары – барыһы ла кешенең үҙе­нән. Бөгөнгө мөхитебеҙҙә кеше үҙ асылын (хеҙмәт, мөхәббәт, әҙәп, рухиәт) онотоп ебәрмәйме икән тигән хәүеф тынғы бирмәй лирик геройға. Ҡасандыр ир-егет батырлыҡ, ҡыйыулыҡ сифаттары менән дан алһа, бөгөн бәғзеләр, ял­ҡау­лыҡҡа, һүлпәнлеккә барып, ғаилә тот­ҡаһы тигән булмышын юғалта. Заман ауырлығына һылтаныу бар. Ә ҡасан һуң заман ал да гөл генә торған? Салауаттар осоронда ла батыры ла, ҡурҡағы ла, байы ла, ярлыһы ла булған. Һәр осорҙоң данға күмелер ул-ҡыҙҙары ла, меҫкен байғоштары ла етерлек. Иң мөһиме – һуңғылары өҫтөнлөк алмаһын. Тик “Ә мин кем һуң әле?” тигән һорауҙы һәр кем үҙенә йышыраҡ бирергә тейеш.
Поэмала бер нисә урында “Кеше! Кем һин?” тигән риторик һорауҙың ҡабатла­ныуы ла юҡҡа түгел. Күрше хәлен күр­ше­нең белмәүе, рәхмәтте аҡсаның ҡы­ҫы­рыҡ­лауы, рухи ҡиммәттәрҙе матди байлыҡтың баҫыуы, ыңғай әхлаҡи сифат­тарҙың аҙғынлыҡ ышығында ҡалыуы – бө­гөнгө ысынбарлыҡ. Лирик геройҙың хафаланыуҙары тиккә түгел. Бөгөнгө замандаштарына, киләсәк быуынға ул бы­лай тип мөрәжәғәт итә: булма нәфсе ҡоло!
Донъяның әсеһен-сөсөһөн аҙ таты­маған, әммә һис кенә лә баҙап ҡалмаған уҙамандың бирер аҡылы ла, уртаҡлашыр тәжрибәһе лә етерлек. Ҡолаҡ һалайыҡ әле:
Әпәкәйҙән
Өҙөлмәйем икән – ҡыуанам мин,
Көс тапмаҡта халыҡ аҡылына,
Халыҡ моңдарына таянам мин.
Тормошта ғәҙеллектең юҡлығы һәр кемгә мәғлүм. Булмаған да, булмаясаҡ та, сөнки йәмғиәт үҫеше, кешелек прогресы шуға таяна. Бай – ярлы, белемле – наҙан, түрә – ябай кеше, уңған – ялҡау һ. б. шундай ҡапма-ҡаршылыҡлы төшөн­сәләр солғай беҙҙе. Былар – сәмләнергә, тырышырға, ҡыуып етергә, кәм-хур бул­маҫҡа этәргес биреү өсөн борондан кеше тарафынан бар ҡылынған нәмәләр. Әммә инде һәр нәмәлә сама бар. Бөгөн бай менән фәҡир айырмаһының ер менән күк араһы кеүек булыуы, ҡылған эштәр өсөн язаның да һис кенә лә ғәҙеллеккә тап килмәүе, закондан алда аҡса, байлыҡтың йөрөүе, хеҙмәт кешеһенә мөнәсәбәттең кире яҡҡа үҙгәреүе бер кемгә лә сер түгел. Ана шуға борсола лирик герой. Нимә шулай болғата был донъяны? Аныҡ яуап юҡ. Әммә бер хәҡиҡәтте онотмау фарыз:
Баҙар бизмәненә һалып булмай
Туғанлыҡты, тиҙәр, хаҡлыҡты ла.
Поэмала шәхес формалашыу мәсьә­лә­һенә лә шаҡтай урын бирелгән. Шағир билдәләүенсә, мөхит был тәңгәлдә ҙур әһәмиәткә эйә. Ошо рәүешле, ул үҙ тормошонан миҫалдар килтереп, ғәзиз ауылын, уның изге күңелле эшһөйәр ке­ше­ләрен, тыуған яҡ тәбиғәтен күҙ алдына баҫтыра, артабан Өфөләге уҡыу йылдарын, ижад, ғаилә осорон хәтеренә төшөрә, ярҙам ҡулы һуҙған, кәңәштәрен биргән Рәшит Солтангәрәев, Зәйнәб Биишева, Назар Нәжми кеүек остаздарын иҫкә ала. Шағир үҙенең барлыҡ хеҙмәт, ижад юлының тыуған Башҡортостаны, халҡы менән айырылғыһыҙ бәйле булыуы менән сикһеҙ ғорурлана. Шулай итеп, ауыл, ҡала, республика төшөн­сә­ләре аша мөхит образы күҙ алдына баҫа. Ошо мөхиттә шәхес булып үҫешеүе өсөн лирик герой ҙур ҡәнәғәтлек менән былай ти:
Шөкөр итмәктәмен булғанына,
Маҙрамаһам да мин аҡ бәхеттә.
Түбән түгелмен үҙ кимәлемдән,
Маҡтауҙар ҙа булды. Маҡтанманым.
Түпәләү ҙә, йәүкәләү ҙә булды,
Һеремен шул, баҙап мин ҡалманым.
Йәшәгән мөхитебеҙҙе күҙ алдынан үткәреп, шағир власть даирәһен тән­­ҡит­ләй, ришүәтселекте, башбаштаҡлыҡты фашлай. Ҡасандыр Ғафуриҙар, Бабичтар һымаҡ халыҡты ҡыҙғана, уның күн­дәмлегенә, сыҙамлығына һоҡлана. Шағир тормош ығы-зығыһынан төшөнкөлөккә бирелеп, донъянан ваз кисергә өндәгән суфый түгел. Уның бурысы – халҡын уятыу, сәмләндереү, дәртләндереү, яҡ­шы­ға өмөтләндереү. Һөҙөмтәлә ошондай һығымта яһай шағир:
Шулай инде йәшәү был мөхиттә, –
Төшөр әле ҡулға улъялар, тип,
Ни күрһәк тә, күрәбеҙ ил менән,
Имен булһын бары донъялар, тип.
Хәсән Назарҙың һәр бер әҫәре тормош ысынбарлығына нигеҙләнә. Шуға күрә лә халыҡ уларҙы яратып ҡабул итә. “Был мөхиттә” поэмаһы ла йәшәйешебеҙҙең көнүҙәк проблемаларын күтәреүе, тормош хаҡында фәлсәфәүи фекер йөрөтө­үе, хәл-ваҡиғаларға аналитик ҡараш ташлауы менән әһәмиәтле. Ошолар ме­нән бергә шағирҙың сәсән теле, ғәжәйеп һүҙ байлығы, ижад маһирлығы әҫәрҙең уҡымлылығын бермә-бер арттыра.
Хәсән Назар әҫәрҙәренең теле ябай, аңлайышлы, халыҡсан. Поэманың тор­мошсанлығы, ышандырыу көсө шунда ла.
Шағир теле – үткер тел. Әйткән һәр һүҙе сәптең нәҡ алмаһына тейә лә ҡуя. Кемдең кем икәне шунда уҡ аңлашыла. Миҫалдар килтерәйек.
Алғыр булды фирҡә күркәләре,
Ҡыпһыуыры булды етәксенең, –
тигән юлдарҙағы алғыр һүҙе бүре кеүек йыртҡыс менән ауаздаш, күркә иһә кәпәренеү, шапырыныуҙы, мин-минлекте күҙ алдына баҫтыра, ә ҡыпһыуыр инде ҡаты ҡул мәғәнәһен бирә. Йыйып әйт­кәндә, ошо ике юлда ғына ла илебеҙ тарихындағы тотош бер осор сағылыш таба.
Хәсән Назар йәтеш сағыштырыуҙар менән оҫта эш итә. Мәҫәлән, ике йөҙлө бәндәләрҙе, һатлыҡтарҙы “бушап ҡалған шешәләргә” оҡшатыу бик тә уңышлы килеп сыҡҡан. Тағы бер миҫал:
Бар уҡ-һаҙаҡтай егеттәр ҙә,
Шиңгән ҡуҙаҡтай бар ебектәр ҙә.
Уҡ-һаҙаҡтай, ҡуҙаҡтай сағыштырыу­ҙарын ҡулланыу, егеттәр ҙә, ебектәр ҙә тип рифмалаштырыу бик тә килешле.
Шағир ҡапма-ҡаршылыҡ күренештәре менән дә оҫта эш итә. Мәҫәлән:
Баҫыуында – ҡара сиңерткәләр,
Ә сәхнәлә – сәскә ҡосаҡ-ҡосаҡ.
Аҡылы булған кешене был юлдар һис кенә лә битараф ҡалдырмаҫ, уйланып, фекер төйнәргә мәжбүр итер.
Өфө мөхитен һүрәтләү өсөн дә бик тапҡыр һүҙбәйләнештәр ҡуллана шағир:
Осон-осҡа ялғап көн иткән дә,
Бөйөрөн май бөргән дә
бер ҡор бында.
Аңлашыла: көн иткән халыҡтың йәшәү кимәле бер төрлө түгел.
Шағир халыҡтың тел байлығын бик уңышлы файҙалана. Мәҫәлән, “Әҙәм кү­ңе­ле – ҡара урман”, “Таш менән атҡанға аш менән ат”, “Эйелгән башты ҡылыс сапмаҫ” кеүек тапҡыр һүҙҙәр күҙгә ташла­на. Ошоноң менән поэманың художество кимәле бермә-бер арта.
“Был мөхиттә” поэмаһы – бөгөнгө за­ма­ныбыҙ һулышын уңышлы яҡтыртҡан, художество эшләнеше яғынан юғары кимәлдәге әҫәр. Һәр кем үҙе йәшәгән мө­хиттә тәрбиәләнә, унан ситләшеү мөмкин түгел, әммә ул ниндәйҙер дәрәжәлә йоғонто яһай ала. Кеше әйткән һүҙе, ҡыл­ған эше, холоҡ-фиғеле менән мөхиттә билдәле бер көскә эйә. Ошо поэмаһы менән Хәсән Назар ҙа үҙ мөхитенең үҫеш процесына тос өлөш индерҙе, рух илсеһе булыуын тағы бер тапҡыр раҫланы.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779