Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һоҡландырҙы башҡорт фильмдары
“Башҡортостан” киностудияһы ойоштор­ған Кино төнөнә барғаныма шатланып ҡайттым. Бармаһам, күпме матурлыҡтан, күркәмлектән, иҫ киткес мәғлүмәттән мәхрүм ҡалыр инем. “Кинобыҙ бар, буласаҡ! Ундай белемле, маһир, үҙ һөнәренә мөкиб­бән ғашиҡ, янып эшләгән кешеләр менән тағы төрлө-төрлө фильм­дар төшөрөп булыр!” тигән фекерҙән башлап китәйем әле яҙмамды.

“Мөрйәнән күтәрелә төтөн, берүк һүрелмәһен” тигән документаль фильмы менән режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтова һәм сценарий авторы Мәғә­фүр Тимербулатов халҡыбыҙ яҙмышы тура­һында уйға һалды: һәр беребеҙ үҙ төбәгенең яҙмышы хаҡында уйланғандыр, ҡул ҡаушырып ултырмайыҡ, ауылһыҙ етем ҡалыуыбыҙ ихтимал бит тигән һығымта яһағандыр.
Өмөт тигән тойғо йәшәтә кешене. Өҙөлмәй ҡал­ған бер һары япраҡ хәле ауырайған ҡартты түшәктән торғоҙоп ебәрә! Режиссер Роман Пожидаев менән сценарий авторы Зөһрә Бураҡа­ева­ның “Япраҡ” исемле ҡыҫҡа метражлы нәфис фильмы ошо хаҡта бәйән итә. Кеше күңелендә өмөт тигән көслө тойғоно уятыу, йәшәргә дәрт биреү өсөн ейәненең ҡарта­таһын шул тиклем ныҡ яратыуы һәм йәшәткеһе килеүе арҡаһында уйлап тапҡан балаларса хәйләһе – һары япраҡ осоп төшмәһен тип, елем менән йәбештереп ҡуйыуы хаҡында был нәфис фильм. Маһир актерыбыҙ Хәмит Яруллин­­дың уйнауы ныҡ тетрәндерҙе лә, ышандырҙы ла, фәһем дә бирҙе. Кескәй булыуына ҡарамаҫтан, Хәмит ҡарттың ейәне булып уйнаған Алсын Ғәлиевтең дә үҙ ролен еткереп, оҫта башҡарыуы хайран ҡалдырҙы.
Тәрән уйҙарҙан арынып, рәхәтләнеп көлөргә лә тура килде Кино төнөндә. “Беҙҙекеләр бынамын тигән йәнһүрәт оҫталары ла икән!” тигән ҡыуаныслы тойғо уятты режиссер Рим Шәрәфет­динов үҙенең “Ни пуха, ни пера” йәнһүрәте менән.
Режиссер Таңсулпан Бураҡаеваны мин нәфис фильмдар оҫтаһы булараҡ белә инем. Был юлы уның ике документаль фильмын таң ҡалып, һоҡланып, ҡыуанып ҡарап ултырҙым. Рәссам Йәлил Сөләймәнов ижадының тәрән фәлсәфәүи уйла­ныуҙар, күңел байлығы емеше икәнлеген аңланым.
Ә инде “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеме” документаль фильмы йөкмәткеһенең тәрән­леге менән хайран итте. “Был фильм – белем, мәғлүмәт диңгеҙе! “Диңгеҙгә төшөрөүен-төшөрҙө лә, сығара алырмы?” тигән хәүеф тә тыуҙы башта. Алып сығыу ғынамы! Автор талғын ғына, ышандырырлыҡ тауыш менән тотош оло хеҙмәт яҙырлыҡ мәғлүмәтте ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бәйән итте лә бирҙе. Кейем аша тотош халыҡ тарихын асып булыуын иҫбатланы. Ул дөрөҫ әйтә: “Көндәлек кейемебеҙҙә милли эле­мент­тарҙы сағылдырырға, халҡыбыҙҙың донъя таң ҡалырлыҡ маһирлығы менән ғорур­ланып йәшәргә кәрәк бит беҙгә!”
Мин оҙаҡ йылдар мәктәптә уҡытам. Башҡорт те­ле, “Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” дәрес­тәрендә был фильм аша күпме мәғлүмәт биреп булырына ҡыуанып ултырҙым. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеме тураһында һөйләгәндә, тектереп алған башҡорт кейемен кейеп, мат­буғатта баҫылып сыҡҡан мәғлүмәт менән дә­ресемде байытырға тырышам. Ошо фильмды күр­һәткәндә ни тиклем белем алыр ине уҡыусылар!
Мәҡәләмдең төп фекере шул: “Башҡорт ҡа­тын-ҡыҙҙарының милли кейеме” тигән фильм­ды мәктәптәр һәм, ғөмүмән, башҡорт мәҙәниәте, тарихы, сәнғәте менән ҡыҙыҡһынғандар өсөн һатыуға сығарып булмаймы икән? Ошо үтенесте гәзит аша “Башҡортостан” киностудияһы етәк­селегенә еткергем килә.

Наилә БУРАНҒОЛОВА,
104-се мәктәп уҡытыусыһы.




Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779