Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йыр туғандарҙы табыштырҙы
Йыр туғандарҙы табыштырҙы
Сәхнәлә талғын ғына илаһи моң ағыла, ул күңел­дең нескә ҡылдарын сиртеп, йөрәкте өҙә, һағыш­ҡа сорнай. Йырсының көслө тауышынан арҡа буйҙары земберләп китә, диуарҙар һелкенеп ҡуй­ғандай тойола. Күҙ алдында йырҙағы боронғо тормош күренештәре пәйҙә була, ундағы ваҡиға­ларҙы төҫмөрләп, хис-тойғо­ға бирелеп, шул тарих төпкөл­дәренә төшөп онотолаһың. Баш­ҡорт халыҡ йыры тымыу менән дәррәү ҡул са­быу яңынан был тормош­ҡа алып ҡай­та. Эргәлә ултырған ҡатын: “Эй шул йырсыны яратам, тик уны күрер өсөн генә килдем бөгөн дә!” – тип йылмая. “Минең дә яратҡан йырсым, ул ҡатнашҡан концерттарға гел йөрөргә тырышам”, – тим.



Һүҙ Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гүзәл Үл­мәҫ­ҡолова хаҡында бара. Яңыраҡ уның менән осрашып, уңыштары, ижади пландары менән ҡыҙыҡһынып алдым. Гүзәл миңә үҙе тураһында, сәнғәт тормошо хаҡында ихлас һөйләне.
– Ун туғыҙ йыл инде Башҡорт дәүләт филармонияһында хеҙмәт итәм. Музыкаль-әҙәби лекторий бүлегендә эш­ләйем, күберәк етди, классик әҫәрҙәр башҡарырға тырышам. Репертуарымда Гендель, Бах, Моцарт, Глинка, Пуччини, Чайковский, Рахманинов, Свиридов, Римский-Корсаков һәм башҡа бөйөк композиторҙарҙың ариялары, романстары бар.
Үҙебеҙҙең башҡорт композиторҙарынан Заһир Исмә­ғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Салауат Низаметдинов, Айрат Ҡобағошов, Нур Дауытов, Рафиҡ Сәлмәнов, Рим Хәсәнов йырҙарын, романстарын бик яратам. Репертуарымда балалар өсөн яҙылған йырҙар бик күп: романстар, триолар, дуэттар. Әҙәби-музыкаль лекторий йырсыһы булараҡ, халыҡҡа, балаларға музыканы аңлатыу, йырҙар менән таныштырыу өсөн күп көс һалабыҙ.
Тәүҙә башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләгәйнем, сөнки балаларҙы ныҡ яратам. Күберәк уҡыусылар, студенттар алдында сығыш яһарға тура килә. Балалар өсөн концерт программаларында теләп ҡатнашам, уларҙы алдап булмай. Шуның өсөн балалар алдында бар күңелем, йөрәгем менән йырларға тырышам, – ти йырсы.
Гүзәлдең хәтерендә филармонияның эстрада булегендә эшләгән ваҡыттары бигерәк тә көслө тәьҫорат ҡалдырған:
– Ул ваҡытта республикабыҙҙың бөтә райондарында, хатта иң төпкөл, бәләкәй ауылдарында ла концерт ҡуйып йөрөнөк. Шул саҡ Башҡортостандың ниндәй матур төбәк икәненә хайран ҡалдым, Салауат Юлаев тыуып үҫкән ер­ҙәрҙе күреү бәхетенә ирештем, уның иҫ китмәле тәбиғәтенә һоҡландым, халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығына һушым китте.
Гүзәлдең бай, матур тембрлы, киң диапазонлы көслө тауышын республикала ғына түгел, хатта Рәсәйҙең күп төбәктәрендә лә – Мәскәүҙә, Санкт-Петербург, Пермь, Йошкар-Ола, Кемерово, Силәбе, Ҡазан, Ырымбур, Волгоград һәм башҡа ҡалаларҙа яратып тыңлайҙар, йылы ҡабул итәләр.
Гүзәлгә сит илдәрҙә лә сығыш яһарға насип булған. Ул Германияның баш ҡалаһы Берлинда «Йәшел аҙна» халыҡ-ара күргәҙмәһендә сығыш яһап, Ер шарының бөтә төбәк­тәренән килгән ҡунаҡтарҙы, немец тамашасыһын хайран ҡалдыра. Юғары кимәлдә башҡарған башҡорт халыҡ йыр­ҙарын, итальян арияларын сит ил кешеләре йотлоғоп тыңлай, “Браво!” тип алҡыштарға күмә.
Шулай уҡ Гүзәл Словакияла, Төркиәлә бер нисә тапҡыр була. Унда халыҡ-ара фольклор фестивалендә ҡатнаша. Бер саҡ элек Рәсәйҙән китеп Төркиәлә тамыр йәйгән туғандарын да осрата. Әйтергә кәрәк, Гүзәл – күренекле башҡорт ғалимы Абдул Ҡадир Инандың туғаны.
Төркиәгә йыйынған ваҡытта уға ике туған ағаһы, спорт мастеры, Силәбе, Арғаяш яҡтарының билдәле көрәшсеһе Иршат Үлмәҫҡолов: “Туғандарҙы табырға, осрашырға ты­рыш!” – тип, уларҙың исем-шәрифен яҙып биреп ебәрә.
Истанбул театрының грим бүлмәһендә Гүзәл концертҡа әҙерләнеп, туғандарҙы ҡайҙан эҙләргә икән тип уйланып ултырғанда, бер ағай килеп инә. Был оло йәштәрҙәге, оҙон буйлы, ҡаҡсараҡ кәүҙәле, яғымлы йөҙлө кеше Башҡорт­остандан килгән артистарға: “Мин – Йәшәр Мостафа, Абдул Ҡадир Инандың улымын. Атайым Рәсәйҙең Силәбе өлкәһендә тыуып үҫкән”, – тип әйтә.
Шулай итеп, Гүзәлде туғаны үҙе килеп таба. Йәшәр Мос­тафа әфәнде ныҡ шатлана, ҡатыны һәм ҡыҙы менән таныштыра, ҡунаҡҡа саҡыралар. Концерттан һуң уны йылы тәбрикләйҙәр, талантлы туғандарының матур тауышына һоҡланалар, бергәләп фотоға төшәләр. Абдул Ҡадир Инандың тыуып үҫкән Арғаяш яҡтарын бер генә мәртәбә булһа ла күреп ҡайтырға ине, тип теләк белдерәләр…
Гүзәл үҙе лә көйҙәр ижад итә. Былтыр Гөлфиә Юны­сованың ижад кисәһендә шағирәнең һүҙҙәренә яҙылған бер нисә яңы көйө лә яңғыраны. Күптән түгел “Әллә ниңә һине юҡһынам” тигән йыры Радик Вәлмөхәмәтов башҡарыуында хит-парадта өсөнсө урынды алды. “Мәңгелеккә кил, иркәм” тигән йыры иң популяр дуэттар альбомына индерелде. “Әсәй”, “Йәшәйек саф мөхәббәттә”, “Тыуған ер”, “Аҡ ҡар” тигән йырҙарын Башҡортостан радиоһы һәм телеви­дениеһы аша йыш ишетергә мөмкин.
Гүзәл ижади тормошонда тик үҙенең көсөнә генә таяна, тырышлығы менән генә уңыштарға ирешә.
– Эшкә етди ҡарарға миңә уҡытыусыларым – Баш­ҡорт­остандың халыҡ артисы Флүрә Ноғоманова, Өфө сән­ғәт академияһы профессоры Миләүшә Мортазина өй­рәтте. Шулай уҡ ижадташ коллегаларыма, концерт­мейстерҙар Елена Мороз, Елена Овчинникова, Ольга Хәйруллина­ларға рәхмәтлемен. Режиссерҙарҙан Салауат Итбаевҡа, Эльмира Сәфәрғоловаға (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул филармониянан китте) бигерәк тә рәхмәт әйткем килә. Улар тәбиғи һәләтемде асырға ярҙам итте, – ти Гүзәл.
Дәүләт тә Гүзәлдең эшен юғары баһаланы. 2007 йылда уға “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исем бирелде. Былтыр мәҙәниәт министры Әминә Ша­фиҡова маҡтау грамотаһы тапшырып, күңелен үҫтерҙе.
Гүзәл Үлмәҫҡолованың йырҙары тағы-тағы ла арбай. Был хәтлем дә сикһеҙ моң даръяһы булыр икән!
Яратҡан йырсыбыҙ үҙ эшен тәьҫирләнеп, илһамланып башҡарыуын дауам итә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779