Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мин һөйөнөп барам, йырлап барам…
Мин һөйөнөп барам, йырлап барам…
Илде иңләп

Рәсәйемдең буйын, иңен иңләп,
Йөрөгән булды инде, күп булды.
Йә һөйөнөп, йә иһә бер көйөнөп,
Йөрәгемә яңы моң тулды.

Һәммәһе лә иҫтә торамы ни,
Күбеһе китте инде, онотолдо.
Әммә гүзәллектәр онотолманы,
Йөрәк түрҙәремдә тотолдо.

Рәсәйҙең йөрәк тамыры булған
Волга йылғаһында йөҙөлдө.
Шатлығы ла Илдең, ҡайғыһы ла
Ҡағыҙ биттәренә теҙелде.

Ильич ҡалаһының ләләләре
Күҙ алдымдан китер булырмы?
Күңелем минең сабый сағымдан уҡ
Даһи уйҙарына тоғро.

Мамай ҡурғанында кисергәндәр
Күңелдәрҙән мәңге юйылмаҫ.
Илебеҙ өсөн ҡорбан булғандарҙың
Даны йәшәр, мәңге онотолмаҫ.

Лермонтовтар йөрөгән Кавказ тауы
Һуҡмаҡтарын үттем уйланып.
«Беҙҙең уйҙы дауам итегеҙ», – тип,
Әйтте улар, гүйә, уянып.

Брест крепосының таштарына
Килеп баҫҡас, йәнем тетрәнде.
Ах, ул һуғыш, ерҙе яраланы,
Ҡанлы күкрәү булып күкрәне.

Тағы саба поезд Волга буйлап,
Мин поезда, гүйә, һыбайлы.
Әллә Илем ҡартлығымда һаман
Һөйөүемде шулай һынаймы?!

Мин һөйөнөп барам, йырлап барам,
Маҡтау йырын йырлап Рәсәйгә.
Беҙ тоғро һиңә, мәғрур Илем,
Тоғро булған кеүек әсәйгә.

Кәрәклелек

Ерҙә көн дә күпме кеше тыуа
Кәрәк булыр өсөн донъяла.
Ах, ҡыҙғаныс, тыуған ҡай берәүҙәр
Кәрәклекте тиҙ үк юя ла.

Ата-әсә генәме һуң инде,
Уның өсөн был ер ояла.
Ваҡыты еткәс, китә, ул да китә,
Ерҙә унан бер йәм ҡалмай тиһәм,
Йәмһеҙ булып шыҡһыҙ йөй ҡала.

Ундайҙарҙа түгел бөгөн уйым,
Кәрәклеләр ерҙә бихисап.
Улар ҡылған гүзәл изгелектәр
Күп быуындар уҡыр бер китап.

Кәрәклелек – оло бәхеттер ул,
Яуаплылыҡ та ул ғүмергә.
Ул бит һинең тормош путевкаңдыр,
Үҙең менән бергә, гел бергә.

Кәрәк булыу талант та ул,
Үҙеңә күрә оло һәләт тә.
Донъя һынай һине, гел күҙәтә
Һәр көнөңдә, һәр бер сәғәттә.

Әйтә алһам ине һуңғы сиктә,
Бөтәһен дә барлап һәр яҡлап,
Кәрәк булдым, тиеп, икеләнмәй,
Йәшәү асылымды йомғаҡлап.

Ҡараңғыны ярып барам

Яҡты эҙләп, хаҡлыҡ эҙләп,
Ҡараңғыны ярып барам.
Бер тоторҙай яҡын һымаҡ
Яҡты менән минең арам.
Яҡты эҙләп, аҡлыҡ эҙләп,
Ҡараңғыны ярып барам.

Күҙем менән түгел инде,
Асам күңелем тәҙрәләрен.
Бал ҡортолай барлап киләм
Был тормоштоң кәрәҙҙәрен.

Тормош кәрәҙҙәре һымаҡ
Миңә насип айҙар-көндәр.
Аҡлыҡ көтә, сафлыҡ көтә
Бал сәскәле аҫыл гөлдәр.

Ҡараңғыны ярып барам,
Эҙләп барам яҡтылыҡты.
Ҡараңғы, тим яманлыҡты,
Яҡты, тимен яҡшылыҡты.

Күҙ барҙа ла ҡараңғыны
Ағартырға гел тырыштым.
Байраҡ итеп ҡуйғым килде
Яҡтылығын был тормоштоң.

Ғәзиз ерем, күкрәгендә
Яҡты байраҡ елберҙәһен.
Яҡты нурҙар биҙәп торһон
Киләсәктең төҫөн-бәҫен.

Йыр ҡартаймай


Зәңгәр сирендәрҙең ҡуйынына
Аҡ эскәмйә һыйынып ултырған.
Көн дә кисен йөрәк елкендереп,
Йыр тарала ошо урындан.

Ап-аҡ сәсле әбекәйҙәр шунда
Йыйылышып ала көн һайын.
Йәшлек ҡайтмай, тиҙәр. Тик йыр булып
Ҡабат ҡайталыр ул, моғайын.

Был әбейҙәр шаҡтай туҙған инде,
Йыйырсыҡтар баҫҡан йөҙҙәрен.
Ә йырлайҙар шундай бирелеп китеп,
Онотоп китеп хатта үҙҙәрен.

Аҫыл йылдар артта ҡалһалар ҙа,
Моңдар ҡалған, моңдар һаҡланған.
Ғәжәп бит был, йырҙар ҡартаймайҙар,
Йырҙар ҡалған, йырҙар йәш ҡалған.

Йыр кешенең күңел ҡанатылыр,
Ул талпына, оса, тарала.
Ерҙә нимә шулай йырҙар һымаҡ
Ҡартайыуҙы белмәй бара ала?

Сирендәрҙең зәнгәр сәскәләре
Йырҙы тыңлап, ана, тирбәлә.
Кешеләрҙе дауа йәшәтә, ти,
Иң ҙур дауа ошо йыр мәллә?

Үҙегеҙҙән эҙлә, үҙегеҙҙән…

Бәғерһеҙ үк булды балам, тиһең,
Миһырбанһыҙ булды, илатты.
Уйлайһыңмы, беләһеңме икән
Шуға алып килгән һыҙатты?

Иң тәүендә ҡара үҙ-үҙеңә,
Төп сәбәпте эҙлә үҙеңдән.
Һеҙ бит ата-әсә, үҙегеҙ бит
Бағаһығыҙ бала күҙенән.

Һеҙҙең күңелдәрҙең ҡатылығы
Бүләк булманымы балаға?
Ҡатылыҡтан тыуа таш бәғерҙәр,
Йомшаҡ күңел йәнгә бал яға.

Бәғерһеҙлек килә үҙегеҙҙән,
Бәхетһеҙлек һеҙҙән башлана.
«Дөрөҫ әйтәһең, шағир ағай», – тиеп,
Тәҙрә төбөмдә ал гөл баш ҡаға.

Юҡҡамы ни гөлдәр сәскә ата,
Аҫыл булһын, тиеп, емешем.
Һин дә ерҙә бер гөл түгелме ни,
Емеш бирәһең бит һин, кешем.

Үҙебеҙ һәйбәт булһаҡ, һәйбәт булыр
Беҙҙе дауам итер балалар.
Миһырбанлыраҡ булһаҡ үҙебеҙ, тимен,
Әҙерәк булыр әрнер яралар.

Үҙегеҙҙән эҙлә, үҙегеҙҙән,
Үҙегеҙҙән килә һәммәһе.
Быуындарҙан шулай күсә килә
Кешеләрҙең йәшәү мәғәнәһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 857

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 781