Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Һоҡланам
Риф Мифтаховтың шиғриәте күңелемә күптән яҡын. Бына нисәмә йыл инде уның ижади үҫешен күҙә­теп киләм, уңышлы ши­ғыр­ҙарына үҙем яҙғандай ҡыуанам.
Әҙәбиәткә шағирҙар тулҡын-тулҡын булып килеүсән. Быуын-быуын тип тә әйтер инем мин. Бала саҡтан уҡ һуғыштың афәттәрен күргән, тырма-һабандарға ат булып егел­гән беҙҙең быуын өсөн асылған әҙәбиәт ише­генән оҙаҡ та тормай Риф Мифтаховтар быуыны килеп керҙе. Донъяға әйтер һүҙебеҙ булған кеүек, уларҙың да үҙ фекере бар ине. Ҡәһәрле зилзиләнең утлы тыны ул быуынды ла өтөп алырға өлгөргәйне. Бына шуға күрә лә Риф Мифтахов үҙенең тәүге китабын “Өскөл хаттар” тип атауы бер ҙә ғәжәп булманы. Өскөл хаттарҙың нимә икәнен ул саҡта үҫкән малайҙар яҡшы белә: фронттан яҙылған һалдат хәбәрҙәре улар. Һуғыш темаһы артабан да шағирҙы уның ижад юлдары буйлап оҙата йөрөнө.


Заманында күренекле тәнҡитсе Ким Әхмәтйәнов, шағирҙың тәүге йыйынты­ғына юғары баһа биреп, былай тигәйне: “Риф Мифтахов – өскөл хаттарҙан хәреф танырға өйрәнгән быуын вәкиле. Уның һуғыш фажиғәләренә арналған әҫәрҙәре ғүмерлек һабаҡҡа һәм антҡа әүерелә”. Шағир үҙе лә “Һуғыш тура­һында бик күп яҙҙыҡ” тигән шиғырында:
Һуғыш уты ҡабат ҡабынасаҡ,
Беҙ туҡтаһаҡ уны яҙыуҙан,
– тигән һығымтаға килде.
Ысын шағир булыу өсөн мотлаҡ ҡат­марлы биография булыу шарт, ти ҡайһы берәүҙәр. Бәхәс­ләш­мәйем, был, бәлки, шулайҙыр ҙа. Ысынлап та, тор­моштоң әсеһен-сөсөһөн татыған, ауырлыҡты, михнәтте үҙ елкәһендә кисергән, ҡайғы-хәсрәтте үҙ йөрәге аша ток кеүек үткәргән шағирҙың әйтер һүҙе лә тосораҡтыр, уҡыусыға еткерер фекере лә тәрәне­рәктер, ышандырырлыҡ тамыры ла булалыр. Кисерештәр тәрәнлеге шиғырға күсеүсән бит ул.
Риф Мифтаховтың биографияһы иһә тәү ҡарауға әллә ни ҡатмарлы ла түгел һымаҡ. Ул 1939 йылдың 17 сентябрендә Ишембай районының (элекке Маҡар) Кинйәбулат ауылында ғүмере буйы тир түккән Фәйзрахман ағай менән Ғәрифә апай ғаиләһендә донъяға килә. Башта тыуған ауылында, унан күрше Байғужа мәктәбендә уҡый. Ишембай мәктәп-интернатында белем ала. Колхозда эшләй. Совет Армияһында хеҙмәт итә. Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Ҡай­тып Ишем­байҙа уҡытыусылыҡ итә. Өфө­гә килеп, Башҡортостан “Китап” нәшриә­тендә, төр­лө гәзит-журнал редакцияларында, ра­дио, телевидениела эшләй. Һуңғы ике тиҫтәнән ашыу йыл һуҙымында шағир “Һәнәк” журналының әҙәбиәт бүлеген алып барҙы.
Һанауға еңел генә килгән тышҡы штрихтар бына шулай ябай. Әммә ошо ябай ғына күренгән нәмәләр артында күпме михнәтле йылдар, аслыҡ-ялан­ғаслыҡ, тетрәнеүҙәр, нахаҡҡа кәм­һете­леү­ҙәр, абыныуҙар, сынығыуҙар... Ҡар­шылыҡлы ил биогра­фияһы ла уның яҙ­мышы аша үтә, үҙенең тамғаһын һала. Күрелгәндәрҙең, кисерелгәндәрҙең бө­тәһе лә шағирҙың күңел биографияһын байытмай ҡалмай, әлбиттә. Бына шуға күрә лә шағир­ҙың әйтер һүҙе тос, ышан­дырырлыҡ, уның үҙ кредоһы бар һәм шуға тоғро:
Намыҫ, Выждан, Иман –
ҡояш шаһит –
Ошо өс нур йәшәү терәгем.
Уларһыҙ бит, боҙға әүерелеп,
Күкрәгемдә шартлар йөрәгем, –
ти шағир.
Уның шулай уҡ:
Саф намыҫ – әсәйем,
Ә хаҡлыҡ – атайым, –
тип әйтергә лә тулы хаҡы бар, сөнки бөтә ижады менән ошо “ата-әсәһе”нә тоғро­лоғон раҫланы, уларға дан йырланы. Шағирлыҡ масштабын да ул бик бәлә­кәйҙән күҙ алдына килтермәне. Донъяның дүрт ҡапҡаһын шар асып:
Күсһен ғаләм ҡәләм остарына,
Ишетелһен күңел күкрәүе! –
тип юҡтан ғына әйтелмәйҙер ул. Ысын шағир, ҙур шағир һүҙе был.
Ҡәләм осона күсә торған ғаләм дә, тыуған ил кеүек, тыуған тупраҡтан башлана. Донъяның ҡапҡаларын шар асыу өсөн дә фатихаһын шағирға ул бирә. Әлбиттә, һәр шағир үҙенең үҫкән төйәге тураһында яҙмайынса булдыра алмай. Инде тыуған яҡ тураһында яңы һүҙ әйтеүе лә ҡыйындыр. Риф Мифтахов та:
Еңел түгел һине маҡтап яҙыу,
Ә яҙмайса йәшәй алмайым! –
тип әйтеп һала. Туҡтауһыҙ эҙләнә һәм үҙ һүҙен, үҙ моңон таба. Беҙ уның шиғыр­ҙарында ҡаяларҙың ҡайраҡ түбәһендә үҫкән ҡарағайҙарға һоҡланабыҙ, урман­дағы япраҡ йырын ишетәбеҙ. Шағир менән бергә:
Тауҙарыңдың ябай ташын
Ҡәғбәләргә тиң күрәмен, –
тип ҡабатлайбыҙ, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән шағир һүҙенә ҡушылып:
Тыуған яҡ изге ул,
Күңелдән китмәй ул,
Һағындырыр әле тыуған яҡ, –
тип эстән генә көйләй башлайбыҙ. Шағир­ҙың яратыу тойғоһо беҙҙең дә күңел­дәргә күсә. Бына шул мөғжизә түгелме ни?
Яратыу... Тыуған яҡты яратыу... Уның кешеләрен яратыу... Төрлө ваҡытта төрлө яғы менән боролһа ла, тормошто яратыу... Күңелеңә оҡшаған ҡыҙҙы яратыу... Мөхәббәт... Ғөмүмән, Риф Мифтаховтың ижадында романтик рух менән һуғарылған һөйөү лирикаһы айырым урынды алып тора. Шәхес булараҡ та ошо лирик шиғыр­ҙарында беҙгә кү­берәк асыла. Күреүебеҙсә, ул – һиҙгер күңелле, тәрән кисерешле, нескә хисле, тиҙ яраланып бара торған бер ҡатлыраҡ шағир. Бер һүҙ менән әйткәндә, тәбиғәт балаһы. Шулай булғанға күрәлер ҙә күңелдәрҙәге мөхәббәт йәйғороноң бөтә спектрын табып була уның шиғырҙа­рында. Уларҙың һәр береһендә – үҙенсә асыш.
Яттарҙы – күҙ, һине йөрәк менән
Күрә-күрә астым бер серҙе:
Күпте һөйгән — ҡатын-ҡыҙҙы белә,
Берҙе һөйгән — ысын һөйөүҙе, –
тигән юлдар аҫтына күптәр ҡул ҡуйыр ине.
Үкенеүҙәр... Һағыштар, юғалтыуҙар... Табыштар... Уларһыҙ һөйөү буламы ни?! Риф Мифтаховтың ошо темаға яҙылған шиғырҙары араһында үҙемдең күңелемә ауаздаш булған, яттан һөйләп йөрөр­лөктәрен күп таптым. Уларҙы мин хәҙер үҙем яҙған кеүек күрәм. Бына шундай бер шиғырҙың һуңғы строфаһын ғына миҫалға килтермәйенсә булдыра алмайым:
Үткәндәргә илтеп тоташтырыр
Яҙмыштар ҙа, юл да ҡалмаған.
Тик донъяла һинһеҙ йәшәүемде
Ҡара гүргә тиклем аңламам.
Эйе, мөхәббәт — сер. Мәңгелек сер шул ул. Уны аңлап бөтөп буламы ни?!
Һөйөү тураһында тик етди генә һөйлә­шергә тимәгән. Риф Мифтахов ҡайһы саҡта ул тойғоно сатира-юмор ар­баһына һалып тарта. Хәтеремдә, бер осрашыуҙа ул сәхнәлә шундай шиғыр уҡығайны. Тамашасылар уны ғәжәп йылы ҡаршы алды, рәхәтләнеп көлә-көлә ҡул сапты. Ул шиғыр әле лә ҡолағымда сыңлап тора:
Һылыу ҡыҙҙарға ҡарайым,
Йәшемде самалайым,
Күңелемдә аҡыл менән
Һөйөүҙе аралайым.
Тик тойғоларҙы тыйырға
Саралар табалмайым,
Һөйһәләр, һөйәм дә ҡуям,
Бер нигә ҡарамайым.
Сатира-юмор – Риф Мифтахов ижады­ның айырылғы­һыҙ бер өлөшө. Әйтергә кәрәк, шағирҙың был “ағасы” һуңла­быраҡ япраҡ ярҙы. Шуны күҙ уңында тотоптор инде, ул заманында “мин һаман да асылмаған бөрө, ағалмаған бер күл кеүекмен” тип яҙғайны. Шөкөр, бөрө асылды, күл йылға булып йырылды. Хәҙер инде башҡорт сатираһы тураһында һүҙ сыҡҡанда, Риф Мифтаховтың исемен дә телгә алыу дөрөҫ булыр ине. Әммә... әммә...
Риф Мифтахов терһәк менән юл яра торған кеше түгел. Ул тормоштоң ваҡ-төйәгенә, ығы-зығыһына ҡул һелтәп, шиғриәт күгендә йәшәй.
Һөйләмәй генә эшләгән
Яҡшылыҡтарым ҡалһын,
Эҙемдә уттар янһын! –
тип ижад итә бирҙе, дан-шөһрәт артынан ҡыуманы. Иламаған балаға имсәк бир­мәйҙәр тигән әйтем беҙҙең заманда бигерәк дөрөҫкә сыҡты. Риф Мифта­ховтың бай ижадын бигүк күреп барманылар. Тәнҡитселәребеҙ күберәк исемле, дәрәжә­ле, мәртәбәле шағирҙар тирә­һен­дә өйөрөлдө, уларға тәтәй һүҙҙәр өләште. Ә Риф Мифтахов иһә һаман күләгәлә ҡала килде. Быға, бәлки, уның тура һүҙ­лелеге, күңеленә оҡшамағанды әйтә барыуы, әҙәби мөхиттәге етешһеҙлектәргә килешеп ҡарамауы ла сәбәпсе булған­дыр. Тура әйткән туғанына ярамай бит ул.
Мин был юлдарҙы шағирҙың ”Ҡояш шаһит” исемле йыйынтығын уҡығандан һуң баҡсала яҙҙым. Тәҙрә аша, йәшел япраҡлы аҡ ҡайындар аша Риф Мифта­ховтың өйө күренә. Матур итеп яһалған балконына ай һәм йондоҙҙар йәбеш­терелгән. Ана шулай ай һәм йондоҙҙар менән аралашып бейектә йәшәй шағир. Ҡатыны Хөрмә, балалары Азат һәм Ғәлиә — уның ныҡлы терәге. Алда әйтеп киткән өс нурға тағы өс нур ҙа өҫ­тәлгән. Күрше булғас, күренә бит ул, һоҡланғыс татыу һәм уңған ғаилә был! Бәхетле ғаилә. Шағир уңышы өсөн был да мөһим. Ә шағирҙың уңыштары байтаҡ. Уның ике тиҫтәнән ашыу китабы донъя күрҙе. Улар араһында “Күҙ йәштәре”, “Яңғыҙлыҡҡа дарыу юҡ”, “Бөркөт бейеклектән ҡурҡ­май” тигән повестар һәм хикәйәләр йыйын­тыҡтары бар. Шағир проза өлкәһендә лә үҙенең оҫталығын иҫбатланы. Матбуғатта әленән-әле күренеп торған сатирик һәм юмористик хикәйәләре уның был жанрға етди ҡарауын һөйләй.
Риф Мифтахов үҙенең ижады менән генә мауығып йәшәгән шағир түгел. Бына дүрт тиҫтә йылдан ашыу инде фажиғәле яҙмышы, күңелдәргә шыбырлатып йондоҙ ҡағып төшөргән, Рәшит Назаровтың ты­рым-тырағай таралып бөткән ижади ми­ра­ҫын туплап, тәртипкә килтереп, уҡыу­сыға еткереү эшен дауам итә. Риф уның өс китабын, ҙур күләмдәге ике томын баҫтырып сығарыуға өлгәште. Беренсе том өсөн шағир Рәшит Назаров Башҡортостандың Салауат Юлаев исе­мендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.
Шулай изгелек ҡылып йәшәй шағир. Кешеләргә яҡшылыҡ өләшеп йәшәй. Әммә һаман да шул баҫалҡылыҡ инде, ул үҙ ғүмерен башҡасараҡ күр­мәксе:
Мин пәйғәмбәр түгел, хаталарым
Булғандарҙыр ғүмер кискәндә.
Тамуҡтарҙа яныр гонаһым юҡ,
Белеп китәм ерҙән киткәндә.
Ярар, шағир менән килешәйек, бул­маһа. Шағир­ҙарҙың урыны, ысынлап та, йәннәттәлер.
Инде һуңғы һөйләмгә нөктә ҡуйырға ла ярайҙыр. Риф Мифтахов ҡәләмдәштә­ренә арнап яҙған бер шиғырында:
Дан, дәрәжә, шөһрәт, исемдәрҙе
Талант түгел, бары талапҡа
Һатҡан саҡта, дәрәжәһеҙ дуҫым,
Мин һоҡланам һинең талантҡа! –
тигәйне. Ә беҙ был юлдарҙы тулыһы ме­нән Риф Мифтаховтың үҙенә күсерәйек. Мин һоҡланам һинең талантҡа, Шағир!

Марат КӘРИМОВ,
Башҡортостандың
халыҡ шағиры.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779