Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күңелдә һайрай ҡоштар
Күңелдә һайрай ҡоштар Йырлап йәшәйек

Күңел күгем гел ҡояшлы,
Булғанда яҡын дуҫтар.
Киң Йыһандан нур ҡойола,
Күңелдә һайрай ҡоштар.

Туған халҡымдан һут алып
Бөрөләнә яңы моң.
Илем, телем, дуҫтар барҙа
Һайрар ҡош тынамы һуң?!

Йәйғор төҫтәрендә балҡып,
Дәрт-илһам ишек ҡаға.
Халҡым өсөн йөрәгемдән
Йыр-моң шишмәһе аға.

Йән ҡуҙымды таратамын,
Йәшәү йәмен бүлешәм.
Илем, телем, дуҫтар барҙа
Мин ғорур тауҙай үҫәм.

Йыр-моң тулған рухым көслө,
Килһә лә ауырлыҡтар.
Ижад толпарын йүгәнләп,
Йырлап йәшәйек, дуҫтар!

Илеш – Баймаҡ дуҫлығы

Ярты быуат дауам итә
Илеш–Баймаҡ дуҫлығы.
Йәшәүгә дәрт, йәмдәр өҫтәй
Күңелдәрҙең хушлығы.

Баймаҡтың һылыу ҡыҙҙары —
Уңған килен Илештә.
Ҡыҙ бирешеп туғанлашыу
Дуҫ халыҡҡа килешә.

Илештә лә, Баймаҡта ла
Үҫә бөркөт егеттәр:
Һабантуйҙа бил бирмәйҙәр,
Ярышта — ут кеүектәр.

Һеҙ — игенсе, беҙ — игенсе,
Тирәбеҙ уңыштарҙы.
Аҡ тирмәләрҙең түрендә
Ҡунаҡ итеп дуҫтарҙы.

Илеш менән Баймаҡ халҡы —
Нәҡ игеҙәк балалар.
Яҡты дуҫлыҡ күңел биҙәй,
Һыуынмаһын аралар!

Һабантуйға
осоп ҡайтам


Һабантуйға осоп ҡайтам,
Биҙәнгән ҡыҙ — ауылым.
Тал-тирәкле Баҙы буйын,
Иш тауҙарын һағындым.

Игенсенең йөҙө яҡты,
Баҫыуҙар — йәшел хәтфә.
Һабантурғайҙары һайрап,
Байрам еткәнен әйтә.

Маҡталһын ҡыр эшсәндәре,
Тир түккәс һалып көсөн,
Майҙан түрендәге урын
Еңгән батырҙар өсөн.

Һабантуй ул — күркәм байрам,
Халҡыма ҙур тантана.
Милли йолаларҙы үтәү
Һабантуйҙан башлана.

Ярыш сәме елкендерә,
Яңғырай ҡурай моңо,
Ат сабышы, милли көрәш —
Күреп туймаҫһың уны.

Һабантуйҙар беҙҙе йыя,
Илеш данлай ул-ҡыҙын.
Аҡ ҡайынлы тыуған яғым
Шашып бейеһен бөгөн!
Һин юғалтма мине

Тормош юлдарында
ни күрһәк тә,
Һин ебәрмә мине, аҡҡошом.
Ике йәнде берләштергән яҙмыш
Шау сәскәлә булһын
йәй-ҡышын.

Йөрәк араларын ел көйҙөрһә,
Һин ышанма алдаҡ һүҙҙәргә.
Йән йылытҡан наҙлы ҡояш
булып,
Тура ҡара минең күҙҙәргә.

Һин ташлама мине,
ҡарағоштай
Кинәт килеп ҡайғы баҫҡанда.
Һөйөү йырын күңел иркәләһен,
Уртаҡ таңдар көлөп атҡанда.

Ғүмер үрҙәренә менгән саҡта
Һин юғалтма мине, һөйгәнем.
Һинең өсөн, бары һинең өсөн,
Үҙәк өҙөп янып-көйгәнем.

Аҡ сәскәләр

Хушбуй һипкән көҙ ҡыҙҙай
Ауылым урамдары.
Хистәр ташҡынын ҡуҙғыта
Аҡ сәскә бурандары.

Йондоҙ ямғыры аҫтында
Яҙғы моңдо ташыйҙар,
Күңел баҫҡан һағыштарҙы
Йолҡоп алып ташлайҙар.

Ғашиҡ ҡошсоҡтай елкенеп
Йәнем оса күктәргә.
Ем-ем иткән йондоҙҙарҙы
Их, тим, усҡа сүпләргә!

Аҡ сәскәләр наҙлап ҡына
Сәстәремә ҡуналар.
Күбәләктәй ҡанат елпеп,
Биттән үбеп уҙалар...

Осратырға ине һине
Ошо тылсымлы кистә.
Бүләгем күптән төрөлгән
Аҡ сәскәле саф хискә.

Йәй

Сәхрәләргә алып китә
Моңға уралған юлым,
Үҙем — бешкән танһыҡ еләк,
Донъям —сәскәле болон.

Пар еләктәр уралышып,
“Өҙөп ҡап!” — тип өндәшә.
Йәй йәмдәренә ҡойоноп,
Балҡып йәшә лә йәшә!

Күңелемә йәй шатлығы
Гөлләмә булып тула.
Еләк еҫе иҫерткес йәй
Йылда бер генә була...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779