Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәхтегәрәй Шәфиев — беренсе мөхәррир
Бәхтегәрәй Шәфиев — беренсе мөхәррир(Тыуыуына 115 йыл тулыуға ҡарата)
Был шәхес тураһында заманында күп яҙылды. Рамазан Ҡузыевтың махсус китабы ла бар, ләкин Бәхтегәрәй ғәмәлдә гел бер яҡлы яҡтыртылды: ялҡынлы революционер-большевик, халыҡ бәхете хаҡына йәнен аямай көрәшеүсе, фәҡәт дөрөҫ юлдан барыусы. Баррикаданың теге яғындағы Зәки Вәлиди һәм уның көрәштәштәре иһә — халыҡҡа ҡаршы эш итеүсе яуыз дошмандар.
Беҙҙеңсә, ысынбарлыҡ бик ҡатмарлы. Шәхестәр ҙә билдәле бер программаға ҡоролған робот түгел. Кем ул Бәхтегәрәй Шәфиев? Тарихҡа бәләкәй генә байҡау яһайыҡ.
Большевиктар Петербургта власты үҙ ҡулына төшөрөүгә күп тә үтмәй, Башҡортостанда милли азатлыҡ хәрәкәтенең башында торған Мәркәз шураһы иҫке стиль менән 15 ноябрҙә (28 ноябрь) Башҡортостан мөхтәриәтен иғлан итеү тураһында ҡарар сығара, ул иртәгеһенә 2-се фарман менән ғәмәлгә ашырыла ла башлай. Өсөнсө башҡорт ҡоролтайы (Ырымбур, 1917 йылдың 8–20 декабре) мөхтәриәтте раҫлай. Большевиктар 1918 йылдың ғинуарында Ырымбурҙы алғас, Башҡорт хөкүмәте ҡаланан китмәй, Советтарҙы ҡабул итеүен белдереп, Мәскәүгә телеграмма һуға, коммунистарҙың вәғәҙәләренә ышана. Ышаныс ҡиммәткә төшә: Башҡорт хөкүмәте Ырымбур губерна хәрби-революцион комитеты тарафынан 3 февралдә (иҫке стиль) ҡулға алына. Ошо уҡ көндә законлы Башҡорт хөкүмәте урынына Башҡортостандың Ваҡытлы революцион Советы (БВРС) булдырыла. РКП(б)-ның Ырымбур губерна комитеты инициативаһы менән! Ана шул БВРС составында күрәбеҙ ҙә инде Бәхтегәрәй Шәфиевте.
Бәхтегәрәй Шәфиев — беренсе мөхәррирБәхтегәрәй Әғзәм улы Шәфиев Һайылмыш буйындағы 1-се Иманғол ауылында 1897 йылдың 5 февралендә өсөнсө бала булып донъяға килә, өс йәштә үкһеҙ етем ҡала, атаһының ҡустыһында тәрбиәләнә. Ырымбурҙағы “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә ҡаҙна иҫәбенә белем ала, әммә забастовкала ҡатнашҡаны өсөн 1912 йылда ҡыуыла. Шунан Иманғол һәм Сәйетҡол (Әпсәләм) урыҫ-башҡорт училищеларында уҡый. Әлбиттә, “Башҡорт фонды” иҫәбенә. Артабан Ырымбур фельдшер-акушерлыҡ мәктәбенә инә, өйәҙ земство идаралығы аҡсаһы иҫәбенә йәшәй. Февраль революцияһынан һуң ҡалала Уҡыусы мосолмандар йәмғиәте төҙөлә. Бәхтегәрәй уны ойоштороусыларҙың береһе була, йәмғиәткә етәкселек итә. 1917 йылдың майында большевиктар партияһына инә.
Бына шундай әүҙем егет хөкүмәт ағзаһы булып китә, БВРС рәйесе урынбаҫары һәм буласаҡ “Башҡортостан” гәзитенең мөхәррире итеп ҡуйыла. Ырымбур губерна хәрби-революцион һәм губерна мосолман хәрби-революцион комитеттарына ағза булып һайлана.
БВРС-тың эшмәкәрлеге хаҡында том-том хеҙмәттәр яҙылған, ләкин уны бер генә һөйләм менән дә билдәләргә мөмкин: ниндәй генә өлкәлә булмаһын, большевиктар сәйәсәтен үткәреү, РКП(б)-ның ҡурсаҡ хөкүмәте ролен тайпылышһыҙ башҡарыу... Хөкүмәт ағзаһы Бәхтегәрәй Шәфиев тә шул сәйәсәтте үткәрә, башҡорт халҡын Ленин идеялары ғына яҡты киләсәккә алып сығасаҡ тип ышана, шуның өсөн барлыҡ талантын, һәләтен биреп көрәшә. Бының өсөн беҙ уны ғәйепләй алмайбыҙ.
Гәзит барлығы биш тапҡыр донъя күреп өлгөрә. Материалдар урыҫса-төркисә баҫыла. Мөхәрририәт ағзалары Абдулла Дәүләтшин (БВРС рәйесе), Йыһанур Шәрипов (БВРС сәркәтибе), Ғариф Алпаров (БВРС сәркәтибе), Фәйзерахман Солтанбәков (типография комиссары) һәм Шәфиев үҙе була. Гәзит яҙылыу буйынса таратыла, кантондарға, волостарға рәсми дәүләт баҫмаһы булараҡ бушлай өләшелә. Аңлашылыуынса, “Башкурдистан” (төркисә ғәрәп яҙмаһында шулай) Ленин етәкселегендәге большевиктар сәйәсәтен һәм Совет идеяларын тормошҡа ашырыуҙа һиҙелерлек роль уйнай.
Большевиктар сәйәсәте тиҙҙән тағы үҙ йөҙөн күрһәтә: БВРС март аҙаҡтарында таратыла. БВРС делегацияһы етәксеһе сифатында Мәскәүгә киткән Шәфиев унда Үҙәк Мосолман Комиссариатында эшләй. Ике ай самаһы үткәс, Бәхтегәрәй отставка һорай, ләкин ебәрмәйҙәр. Тағы һорай, тағы баш тарталар. Ниһайәт, 1918 йылдың 3 июнендә һорауы ҡәнәғәтләндерелә. Отставканың сәбәбе билдәһеҙ. Иң ғәжәбе — Шәфиев дутовсылар һәм вәлидовсылар ҡарамағындағы Ырымбурға ҡайта. Ни өсөн? Киң билдәле кешенең халыҡ араһында агитация алып барыу өсөн ҡайтыуы мөмкин түгел. БВРС ағзаларынан М. Ҡулаев, М. Мортазин, В. Ғәбитов, У. Ҡыуатов, Ғ. Айытбаев, Т. Имаҡов төрлө осорҙа Зәки Вәлиди яғына сыға һәм башҡорт милли хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша. Ырымбурҙа ғына түгел, Мәскәүҙә лә большевиктарҙың асылда ниндәй милли сәйәсәт алып барғанына шаһит булған Шәфиев, бәлки, бүтән маҡсатта ҡайтҡандыр? Һәр хәлдә бихисап һорау тыуа.
Бер килке йәшенеп-ҡасып йөрөгән Бәхтегәрәй үҙ ауылында ҡырҡлап урыҫ казагы тарафынан тотола. Июлдә була был хәл. Егетте ҡотҡарырға тырышып, дуҫтары Дутовҡа ла мөрәжәғәт итә, ләкин ул: “Вәлидовҡа бирәбеҙ, ул уларҙың милләтенән, теләһә ни эшләтһендәр”, — ти. Суд һымаҡ нәмә лә була. Шунан август төндәренең береһендә ҡораллы 12 казак Шәфиевте Каруанһарайға алып барырға тип юлға сыға, ләкин урманда атып китә.
Егерме икенсе йәшкә сыҡҡан егеттең ғүмере шулай өҙөлә. Уның үлемендә беренсе сиратта вәлидовсыларҙы ғәйепләйҙәр. Һәр хәлдә совет тарих фәнендә һаман да шул фекер хөкөм һөрә. Минеңсә, Бәхтегәрәйҙең фажиғәһе бер яҡлы ғына ҡаралырға тейеш түгел, эҙләнергә һәм мәсьәләнең айышына төшөнөргә кәрәк. Берсә аҡтарҙан, берсә ҡыҙылдарҙан ҡот осҡос яфалар күргән башҡорт халҡының егерменсе быуат башындағы фажиғәле тарихы уның Бәхтегәрәй Шәфиев менән Баһау Нуриманов, Зәки Вәлиди менән Муса Мортазин кеүек аҫыл улдары яҙмышы аша яҙылған бит. Киләсәк быуын тикшеренеүселәре үҙ һүҙен әйтер әле.
Аҫылғужа БАҺУМАНОВ.
(“Башҡортостан”, 1993 йыл, 16 февраль).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 857

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 781