Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әнүәрҙең “ерҙәге йондоҙҙар”ы
Әнүәрҙең “ерҙәге йондоҙҙар”ы
Мин уны күптән беләм. Журналист, дүрт китап авторы, Фәтих Кәрим, Динис Бүләков исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, матбуғат баҫмаларына даими яҙышҡан, 2010 йылда “Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем алған кеше. Ләйсән һәм Ленара исемле ике ҡыҙы бар, атаһы — Зөфәр ағай, әсәһе — Менәүәрә апай. Бер туған ҡустыһы Мәрүәр юғары белемле рәссам ине, хәҙер мәрхүм инде. Әле Бишбүләк районының, Ҡыңғыр-Мәнәүеҙ ауылындағы ата-әсәһенең элекке нигеҙендә хәләл ефете Роза менән бына тигән итеп донъя көтә. Ҡулынан бөтә эш килә, ауылдың данлы балта оҫтаһы булған атаһына тартҡан. Әле ауылынан 77 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Йәрмәкәй район гәзитендә хеҙмәткәр
.

Әнүәр Сөләймәнов… Уҙған быуаттың 70-се йылдары уртаһы. Тирә-яҡ ауылдарҙан Өфөгә гөрләшеп килеп тулдыҡ. Аң-белемгә һыуһағанбыҙ, ниндәйҙер тормош тәжрибәбеҙ ҙә бар, армияла булғанбыҙ. Әлбиттә, әҙәбиәтте яратабыҙ, туған халҡыбыҙ ижадына ғашиҡбыҙ – шул беҙҙе берләштерә.
Әнүәр баштан уҡ ергә яҡыныраҡ кеше булды: шағирлыҡҡа, дан яулар ғәмәлдәргә ынтылманы. Тәбиғәтенә тоғро ҡалып, журналислыҡ юлын һайланы, мәҡәләләр яҙҙы, ҡаратырыш булды. Һәр саҡ тормоштоң ҡайнаған еренә ашҡынды: ҡайҙа шаулайҙар, көнүҙәк мәсьәләләр хәл ителә, Әнүәр – шунда. Был – журналистың төп һыҙаты: алда булыу, тынғыһыҙлыҡ, баш­ҡаларҙан иртәрәк өлгөрөп ҡалыу… Әнүәр дуҫыбыҙ, ауыл малайы булһа ла, һис тә баҫалҡы түгел ине. Терегөмөштәй теремек. Бер ваҡытта ла ситтә, күләгәлә ҡалмай. Һәр саҡ билдәле, күренекле кешеләр тарафына ынтылды, уларҙың эшенә, һөнәренә, ҡылған батырлыҡтарына һоҡланып йәшәне, шулар хаҡында әҫәрләнеп яҙҙы.
Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә 2002 йыл­да сыҡҡан “Бергәләп матурлайыҡ донъяны” тигән китабын алайыҡ. Күренекле шәхестәр, хеҙмәт батырҙары тураһындағы очерктар, һүрәт­ләмә­ләр туплан­маһы ул. Геройҙар араһында кемдәр генә юҡ: совет илсеһе Кәрим Хәкимов, шағир-патриот Фәтих Кәрим, Советтар Союзы Геройы Мәғүбә Сыртланова, саңғы буйынса донъя чемпионы Зәлиә Насриева, летчик-космонавт Урал Солтанов, Ленин премияһы лауреаты академик Кев Сәлихов (Ҡазан), маршал Борис Шапошников, Рәсәй Геройы армия генералы Анатолий Романов, генерал Рауил Фәйрүзов, СССР-ҙың халыҡ артисы Инна Чурикова… Яҡташыбыҙ еңел атлетика буйынса донъя чемпионы Нурзиә Баһманова тураһында ла “Башҡортостан” гәзитендә тәүләп Әнүәр Сөләймәнов яҙып сыҡты. Республикабыҙ хөкүмәтенең элекке башлығы Рим Баҡыев, Татарстандың элекке хөкүмәте башлығы Мөхәммәт Сабиров хаҡындағы очерктары менән дә билдәлелек яуланы ул. 1977 йылда Әнүәр студент ҡына көйө Ҡазанға бара, Хәсән Туфан, Шәйхи Маннур, Хәсән Саръян ише яҙыусылар менән осраша.
Эйе, йәштән үк юғарылыҡҡа ынтылды ул. Ошо холҡо, әҙәбиәткә, мәҙә­ниәткә мөкиббән китеүе арҡаһында Башҡортостанда тыуып үҫеп, Татарстанда уңышлы эшмәкәрлек алып барған яҡташтарыбыҙ тураһындағы “Ерҙәге йондоҙҙар” исемле йыйынтығы баҫылып сыҡты. Ул китапта йөҙҙән ашыу билдәле шәхестең хеҙмәт һәм тормош юлы яҡтыртылған. Башҡорт­остан татар дуҫтарыбыҙға күпме данлы-даланлы ул-ҡыҙ үҫтереп биргән! Был ике ҡәрҙәш халыҡ араһында борондан килгән дуҫлыҡ билдәһе, шуның матур бер һөҙөмтәһе түгелме ни?!
Эйе, Әнүәр үҙе — татар егете, туған халҡын өҙөлөп һөйә, шуға уның данлыҡлы ул-ҡыҙҙары хаҡында яҙыуҙан туҡтамай. Ҡайҙа уңған, күркәм эш ҡылған татар бар, Әнүәр шунда иң беренсе барып етә һәм күргәне-белгәне хаҡында бар ғаләм менән уртаҡлаша. Афарин! Беҙгә бындай егәрле, үткер, утлы-ялҡынлы егеттәрҙән өлгө алырға, улар һымаҡ булырға ынтылырға кәрәк. Ундай сифат тынғыһыҙ йәндәргә, эше, халҡы өсөн өҙөлөп торғандарға ғына хас.
Әйткәндәй, 5 сентябрҙә киске сәғәт 7-лә Өфөнөң “Нур” татар дәүләт драма театрында Әнүәр Сөләймәновтың ижад кисәһе була. Ҡәләм оҫтаһына уҡыусыларының, дуҫтарының әйтер һүҙе, һис шикһеҙ, күптер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 857

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 781