Суфиян Шәмсетдин улы Поварисов. Был исем уҙған быуаттың икенсе яртыһынан алып күптәргә таныш. Әгәр ҙә 1942 йылда Иглин районында төҙөлөп, тарихта “Курск дуғаһы” тип теркәлгән дәһшәтле тамуҡты үткән Башҡорт миномет полкы яугирҙәренең хәтирәләрен уятырға тура килһә, белеп тороғоҙ, улар мотлаҡ уны: “Полкыбыҙҙа ғына түгел, тотош фронтта фашистарҙы күп ҡырған, ҡырылырға өлгөрмәгәненең ҡотон алған снайпер-минометсы! Ауырлығы өс центнер ярымдан артыҡ булған полк минометы менән дә еңел эш итте. Расчетта командир иҫәпләнһә лә, күп ваҡыт үҙе атып, башҡаларға мәргәнлек серен өйрәтә, уларға ғәмәли һабаҡ бирә ине”, — тип телгә аласаҡ. Шуға ярһып аҡҡан Днепрҙы кискәндә Суфиян Поварисовтың тотош армия командованиеһын һоҡландырырлыҡ оҫталыҡ менән эш итеп, батырлыҡ күрһәтеүенә лә, ошоноң өсөн “Советтар Союзы Геройы” тигән юғары исемгә тәҡдим ителеүенә лә ғәжәпләнәһе түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғары исемдең билдәһе булған Ленин ордены менән “Алтын Йондоҙ” миҙалын күкрәгенә тағырға насип булмай уға, сөнки беҙҙең бюрократия армияла ла үҙ тәбиғәтенә тоғро була. Ҡыҫҡаһы, командованиеның миномет расчеты командиры Суфиян Поварисовты Советтар Союзы Геройы тигән маҡтаулы исемгә тәҡдим итеү тураһындағы рапорт-юллама СССР Юғары Советы Президиумы рәйесе Михаил Калининға барып етә алмай, ҡайҙалыр юғалып ҡала.
Поварисов хаҡында Урта Азияла һүҙ сыға ҡалһа: “Бигерәк тә игелекле мөғәллим-әкә ине”, — тип, үзбәге лә, ҡырғыҙы ла, башҡаһы ла йылы хәтирәләргә биреләсәк.
Ҡазан дәүләт педагогия институтының тарих-филология факультеты йылъяҙмаһына уның исеме 1951 — 1955 йылдарҙың алдынғы студенты булараҡ теркәлгән. Татарстандың Аҡтаныш районындағы Бурһыҡ урта мәктәбендә уны 1955 — 1958 йылдарҙа Туҡай теленә мөхәббәт тәрбиәләгән тынғыһыҙ уҡытыусы, хәстәрлекле директор тип иҫкә алалар.
Суфиян Поварисов — журналистар араһында ла, әҙиптәр, ғалим-ғалимә даирәһендә лә үҙ кеше. Шулай булмай һуң, 1958 — 1960 йылдарҙа “Кызыл таң” гәзитендә эшләп алған, ғүмере буйы публицистиканан айырылмаған, бер үк ваҡытта поэмалар, пьесалар, хикәйә-повестар, романдар ижад иткән, 1960 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетындағы татар филологияһы кафедраһында эшләгән дәүерендә ябай уҡытыусынан филология фәндәре докторы, профессор дәрәжәһенә күтәрелгән ғалимды башҡаса кем тип белһендәр, ти. Әйткәндәй, БДУ-ға ул төркиәткә үҙен мәшһүр ғалим булараҡ танытҡан профессор Жәлил Кейекбаевтың фатихаһы менән күсә.
Тормошоноң һуғыштан һуңғы ошо өлөшө хаҡында һүҙ сыҡҡас, Суфиян Шәмсетдин улы бер саҡ шулай тигәйне:
— Яҙмыш тигән нәмә ҡыҙыҡ ҡына бит ул. Мине бөтөнләй икенсе һуҡмаҡтан да алып китә ала ине...
Уның ауыҙынан ошоно ишеткәс, үҙем дә һиҙмәҫтән:
— Нисек инде? — тип һорап ҡуйҙым, һәм бына ниндәй яуап алдым:
— Яуҙан ҡайтыуыбыҙ булды — ике сержантты, ҡорҙашым Фәрухша Йыһаншин (хәҙер йәнлектәр тураһында әҫәрҙәре аша танылған яҙыусыбыҙ Камил Йыһаншиндың атаһы) менән мине районыбыҙҙың хәрби комиссариатына саҡыртып алдылар. “Һеҙ, әлбиттә, ауыр һуғыш юлын үткәнһегеҙ. Шулай ҙа яңынан армияға саҡырырға булдыҡ”, — ти военком. “Нисек инде?” “Армияла офицерҙар, һеҙҙең кеүек тәжрибәле хәрби командирҙар етмәй”. “Һуң?” “Әлбиттә, һеҙ баш тарта алаһығыҙ. Был эш мәжбүри түгел...”
Һуғыш бөткәндә егерме генә йәштә булһам да, ел иҫһә лә елкенеп торор елкенсәк сағым ваҡытынан алда уҙған ине инде.
— Ошо һуғыштан имен ҡайтһам, йәш быуынды тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә, именлегебеҙгә һөжүм итә ҡалһалар, уҙған һуғыштағы хаталарыбыҙҙы ҡабатламаҫ өсөн Ватан һағына баҫырға һәр яҡлап та әҙер торорға өйрәтермен, тип ниәтләгән инем... “Уҡытыусы булырға теләйһең инде, значит?” — тип һоранылар. “Так точно!” “Ете класс белемең менәнме?” “Так точно! Артабан уҡыясаҡмын...” “Һинең менән ясно, өлкән сержант Поварисов! Уңыштар теләйем! Ә һин, өлкән сержант Йыһаншин?”
“Мин риза”, — тине Фәрухша. Армияла Фәрухша ла уҡыған, белем алған, погонына өс йондоҙ тағып, йәғни полковник дәрәжәһендә ҡайтып төштө. Мин иһә уны профессор дәрәжәһендә ҡаршы алдым.
Шулай тип тамамлаған ине Суфиян ағай яҙмыш хаҡында башлаған һүҙен.
...Әҙәбиәт һөйөүселәр ҙә, әҙәби тәнҡит һәм әҙәбиәт ғилеме өлкәһендә теше төшкән ғалимдар ҙа Суфиян Шәмсетдин улын милли роман жанрын үҫтереүгә ифрат ҙур өлөш индергән әҙип тип таный. Ошо жанрҙа ул, элеккесә әйткәнсә, производствонан айырылмай ғына, туғыҙ китап яҙҙы. Ниндәй генә әҫәргә тотонорға йыйынмаһын, материалды ул тәүҙә энәһенән ебенә тиклем өйрәнә. Роман жанрын үҙләштереүҙе күптәрҙе көнләштерерлек айырыуса бер тырышлыҡ менән бөйөк яҡташыбыҙ, Татарстандың хеҙмәт геройы Ғәлимйән Ибраһимовтың тормош юлын, ижадын ентекләп өйрәнеүҙән башланы. Тырышлығы уға, халыҡса әйткәндә, бер атыуҙа ике ҡуянды йығырға форсат бирҙе. Берҙән, ниәтләнгән бер роман урынына шул талант эйәһе хаҡында тотош трилогия хасил булды; икенсенән, уның әҫәрҙәренең теле хаҡында докторлыҡ диссертацияһы тыуҙы. Трилогия туғандаш ике республикала ла йылы ҡаршыланды.
Йәшереп тораһы түгел, заман яҙыусыларының ҡайһы берҙәре йә дары еҫен аҙ еҫкәүенә ҡарамаҫтан, йә хәрби темаға яҙылған хеҙмәттәрҙе уҡып ҡына, йә документаль фильмдарҙы өйрәнеп кенә, йә бары фантазияһы нигеҙендә генә һуғыш хаҡында яҙып маташа. Шулай булһа ла, әрһеҙләнеп юғары баһалар алыуға ирешә. Суфиян Поварисов ундайҙар иҫәбенә инмәй. Һуғыш тураһында яҙа икән, булмаҫтайҙы булды тимәҫ. Үҙе күргән, үҙе ҡатнашҡан, үҙ йөрәге аша үткәргән хәл-ваҡиғалар ҙа әллә нисәмә романға етерлек. Шулай булмайынса һуң! Аяуһыҙ яҙмыш уны Бөйөк Ватан һуғышының “Курск дуғаһы” тигән тамуҡҡа тиң утлы упҡынында яугирлеккә имтихан тоторға мәжбүр итә. Әжәл менән минут һайын йөҙгә-йөҙ осрашырға, һәр яугирҙең үлемен йөрәге аша үткәрергә тура килә әле ун һигеҙе тулыр-тулмаҫ, хәҙерге үлсәмдәр күҙлегенән ҡарағанда, малайлыҡтан сығып та өлгөрмәгән минометсыға. Хәрби статистар иҫәпләүе буйынса, ул дәһшәтле утлы упҡында мылтыҡтан, автоматтан, пулеметтан атылған йәҙрәләр, мина, снаряд һәм бомба ярсыҡтары күмелмәгән һәм әҙәм ҡаны менән һуғарылмаған бармаҡ баҫымындай ҙа ер юҡ, ти. Шул тамуҡ эсенә инеүгә дусар ителгәндәрҙең биш кенә проценты иҫән ҡалған бит. Әгәр шул уҡ статистика, 1924-1925 йылдарҙа тыуғандарҙан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарының өс кенә проценты тере ҡалған, ти икән, тимәк, уларҙың күбеһе шул ут упҡынында мәңгелеккә ятып ҡалған. Шул хәлдәр барыһы ла Суфияндың бары лирик шиғырҙар яҙырға ғына көйләнгән күңелен тетрәндереп, унда ҡарар күҙгә тойолмаҫ, ғүмер буйы уйылмаҫ һәм уңалмаҫ яра һала, психологияһын яңынан ҡоя. Шуларҙы кисереү, һөйөп тә, һөйөлөп тә өлгөрә алмайынса күҙ алдында ҡанға батып ауған ҡоралдаштары рухы алдында үҙен бурыслы итеп тойоуы һуғыш темаһына тотонорға мәжбүр итә Поварисовты. Шуға ла, уның әҫәрен уҡығанда, уҡыусы үҙен ул тасуирлаған ваҡиғаларҙы ситтән күҙәтеүсе түгел, ә шул ҡанлы алышта ҡатнашыусы итеп тойорға мәжбүр була. Был иһә яҙыусының хәҡиҡәткә хыянат итмәй генә, һуғыш тигән фажиғәле һәм мәғәнәһеҙ социаль бәрелеште бөтөн асылында асып биреү маһирлығына эйә булыуы хаҡында һөйләй. Былай тип әйткәндә, мин уның Курск дуғаһындағы алыш картиналарын сағылдырыусы “Яҙмыш ҡорбандары” романын ғына түгел, иҫәпһеҙ ҡорбандар бирә-бирә, Днепрҙы аша сығыу ваҡиғалары тетрәндергес итеп тасуирланған “Ут эсендәге мөхәббәт” романын да күҙ уңында тотам. Уларҙа һуғыштың фажиғәле асылы бөтөн аяуһыҙ дөрөҫлөгөндә асыла. Шулай ҙа автор пессимистик һөҙөмтә яһауҙан йыраҡ тора. Киреһенсә, әҫәрҙәре менән ул йәшәүҙең, тормоштоң мәңгелеген раҫлай. Ошо йәһәттән, минең ҡарашҡа, “Ут эсендәге мөхәббәт” романы бигерәк тә ныҡ айырыла. Шул юғары идеал һәм идеяны раҫлау өсөн, автор бында бик тә уңышлы алым-мотив һайлаған. Был осраҡта мин минометсы Сәлим менән телефонсы ҡыҙ Алтынай араһында утлы алыш мәлендә тыуған саф мөхәббәтте күҙ алдында тотам. Әжәл менән йөҙгә-йөҙ осрашыу арҡаһында, һалдаттың ҡырыҫланған күңелендә шул илаһи хискә урын табылыуы, ирекһеҙҙән халҡыбыҙҙың сержант Суфиян кеүек үк утлы яу юлын үткән һөйөклө шағиры Мостай Кәримдең:
“Һиңә булған мөхәббәтем минең—
Ташта үҫкән гөлдәр бәйләме”, — тигән шиғыр юлдары (“Таш өҫтөндәге гөлдәр”) хәтергә килә. Романда мөхәббәт мотивы йәшәүе тормош мәңгелеген раҫлау сараһы булараҡ асыла ла инде.
Сәлим менән Алтынайҙың үҙ-ара мөнәсәбәте Таһир менән Зөһрә, Ромео менән Джульетта мөхәббәте кеүек саф. Шуға ла бөтөн киң мәғлүмәт саралары мөхәббәт төшөнсәһен енси аҙғынлыҡ, порнография менән алмаштырған заманда саф мөхәббәттең ни икәнен аңлаусы уҡыусылар Суфиян Поварисовтың ярата һәм яратыла белеүсе геройҙарын ныҡ оҡшатты. Хатта роман “Ағиҙел” журналында баҫыла башлағас, авторҙың үҙенә: “Суфиян ағай, шул геройҙарың үлеп кенә ҡуймаһын инде!” — тип әйтеүселәр ҙә була. Шул турала һүҙ сыҡҡас, Суфиян Шәмсетдин улы, ауыр һулап:
— Ни хәл итмәк кәрәк, туған. Һуғыштың үҙ логикаһы ла үҙ ҡануны. Мин ысынбарлыҡтан ситләшә алманым, — ти. — Үҙең күҙ алдына килтереп ҡара, туған. Американдар тарафынан бомбаға тотолоуҙан һис тергеҙеп булмаҫлыҡ дәрәжәлә емерелгән Дрезден. 9 май. Еңеү көнө... Һалдаттарҙың да, офицерҙарҙың да шатлығы сикһеҙ. Әммә шул саҡ полк командиры тревога иғлан итте. Беҙ иһә, шаярта майор, тип, тәүҙә ыжламаныҡ та. Ул арала команда яңғыраны. “Полк, строиться!” Тиҙ генә сафҡа баҫтыҡ. “Полк, приготовиться в поход по маршруту Дрезден — Прага!” Гитлерға үтә тоғро, ныҡ ҡоралландырылған бер дивизия, беҙҙең ғәскәрҙәрҙең Берлинды алыуына ҡарамаҫтан, артта ҡалып, һуғышып маташа, имеш. Власовсылар ҙа улар менән булған. Уларҙың ниәте, фронтты өҙөп, американдар яғына сығып ҡотолоу икән.
Алыш бик ҡаты булды. Атыштыҡ-атыштыҡ та ҡул һуғышына күстек. Бер таҙа кәүҙәле немец мине йығып һалып штыгы менән сәнсәм тигәндә, үҙе ауып төштө, беҙҙең көрмәкләшкәнде күреп ҡалған Алтынай автоматының төйҙәһе менән уның башына тондорған икән. Тик шул арала икенсе фашист ҡыҙыҡайҙың башына һуғып өлгөрҙө... Ул яуыз үҙе лә шунда әжәлен тапты. Ә Алтынай, минең өсөн алтындан да ҡәҙерле Алтынай, ҡулымда йән бирҙе. Илай-илай мәңгелеккә ер ҡуйынына үҙем һалдым уны...
Ҡарт һалдаттың был моңһоу хикәйәтен тыңлау ауыр булды. Суфиян ағайға иһә уны һөйләү иҫке яраны яңынан асыу менән берҙер, моғайын. Һикһәндән уҙып, туҡһаны яғына яҡынлашҡан ҡарт һалдат юҡҡа тамағын ҡыра-ҡыра күҙен һөрткөләп алмаҫ ине... Бынан иһә романдағы Сәлимдең кем булыуын да, Бөйөк Еңеүҙең, йырҙа әйтелгәнсә, йәш аралаш яуланған шатлыҡ икәнен дә аңлауы ҡыйын түгел ине, әлбиттә. Был да — авторҙың әҫәрҙәрендә һүрәтләнгән баталь күренештәрҙең генә түгел, хатта яу эсендә ҡайнашҡан персонаждар күңелендә тыуған хис-кисерештәрҙең дә, шуларҙың мөхәббәт тойғоһо тигән иң-иң мөҡәддәсе лә документаль булыуына, тормош хәҡиҡәтен раҫлауға ҡоролоуына бер миҫал.
Йәшерен-батырын түгел: беҙ “толерантлыҡ” тигән һүҙҙе “интернационализм”дың синонимы икән, тип ҡабул иттек. Шул алданыуыбыҙға үҙебеҙ күнегеп, уның “сабырлыҡ”, “түҙемлек”, икенсе төрлө әйткәндә, “уң сикәңә сәпәһәләр, һулын ҡуй” тигәнде аңлатыуын уйлап та бирмәйенсә, интернационализм төшөнсәһен онота башланыҡ. Кемдәрҙер “Патриотизм — последнее прибежище” тигәнгә лә иҫебеҙ китмәне. Әле телгә алынған ике романы менән Суфиян Поварисов патриотизм һәм интернационализм төшөнсәләрен совет яугирҙәре йөҙөндә халҡыбыҙ аңлаған дәрәжәлә беҙҙең хәтеребеҙгә төшөрә. Юҡ, хәтергә төшөрөү менән генә сикләнеп ҡалмай. Ике әҫәр ҙә шул булмышындағы ватансылыҡ, милләттәр интернационализмы идеяһы менән һуғарылған. Яҙыусының төрлө милләттән булған яугир-персонаждарын Тыуған иле, Ватан берлеге идеяһы, яҙмыштар уртаҡлығы тойғоһо берләштерә. Уның романдары асылда нәҡ ошо берҙәмлек Оло Еңеүебеҙгә ирешелгән төп фактор булыуын раҫлай.
Һуғыштың иң ҡыҙыу нөктәләрендә гел алғы һыҙыҡта булыуы арҡаһында, уның тәбиғәтен бөтөн ҡәбәхәтлегендә белгән, ул ни тиклем аяуһыҙ булмаһын, яҡты хистәрҙе һүндерә алмауына үҙ яҙмышында яҡшы төшөнгән һәм шуға инанған яугир-яҙыусы тәжрибәһе уға туранан-тура үҙе ҡатнашмаған шарттарҙа барған яу күренештәрен дә уңышлы һүрәтләргә форсат бирә. Быға үҙе бәләкәй генә, үҙенең фюзеляжы фанеранан ғына торған “У-2” самолетында 782 тапҡыр төнгө осошта ҡатнашып, дошманға күп ҡаза һалған, шул батырлыҡтары өсөн Советтар Союзы Геройы дәрәжәһенә лайыҡ булған Мәғүбә Сыртланова тураһындағы “Төнгө фәрештәләр”, Граждандар һуғышына бағышланған “Биш партизан” тигән романдары ла дәлил була ала.
Суфиян Шәмсетдин улы менән күрше булараҡ, мин күптән инде шуға күнеккәнмен: төндә ҡасан ғына ҡайтһаң да, уның тәҙрәһендә һәр саҡ ут була. Ул миңә тәүҙә юл күрһәтеүсе маяҡ кеүек тойола. Яҡынлаша килә, ҡараңғы ихатала абынмаҫ өсөн махсус рәүештә тәҙрәнән ағылған яҡтылыҡҡа әүерелгәндәй була. Тимәк, өй хужаһы һаман да яҙыу өҫтәле артында. Башҡалар был донъяла күңел маяғына эйә булһын, тормош юлдарында абынмаһын өсөн шулай итә әҙип. Уның әйтер һүҙе уҡыусы күңеленә барып етә. Тимәк, снайпер-минометсы һаман да снайпер, нәфис һүҙ снайперы булып сафта ҡала.
Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ,
филология фәндәре докторы.