Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сәхнәләге алһыу таңдар...
Сәхнәләге алһыу таңдар...
Яңыраҡ билдәле яҙыусы, ғалим Суфиян Поварисовтың сәхнә әҫәрҙәрен туплаған “Ауылымдың алһыу таңдары” исемле китабы донъя күрҙе. Ул әҙиптең 90 йәше тулыуға арналған.


Әҙәбиәт һөйөүселәр, шул иҫәптән мин дә, Суфиян Поварисовты күп һанлы повесть һәм романдар авторы, йәғни прозаик тип беләбеҙ. Уның “Кәрлә йондоҙ” исемле пьеса яҙғанлығы хаҡында хәбәр ҡайҙалыр күҙгә салынып ҡалды-ҡалыуын. Әммә бында Поварисовтың сәхнә әҫәре яҙғанлығына ҡарағанда комедияның сәйер исеме иғтибарҙы йәлеп итте шикелле.
Һәм бына Суфиян ағай менән яҡшылап танышҡас, уның егерменән ашыу бер шаршаулы пьеса ижад иткәнлеген, уларҙы күп һанлы халыҡ театрҙарының яратып ҡуйғанлығын ишеттем. Ул ғына ла түгел: Поварисовтың бер нисә ҙур, йәғни ике актлы сәхнә әҫәрҙәрен дә яҙғанлығын белдем. Яңы ғына ныҡлап әҙәбиәткә килеп, тәүге повестары менән үҙен талантлы прозаик итеп танытҡан әҙип көтмәгәндә 1970 йылда бер юлы ике әҫәрен Башҡорт дәүләт академия (“Кәрлә йондоҙ”) һәм Сибай башҡорт драма (“Туй бүләге”) театрҙарында ҡуйҙырып, бар яҙыусыларҙы шаҡ ҡатыра. Унан һуң тағы бер нисә ҙур пьеса ижад итә Поварисов, әммә әкренләп ул драматургиянан ситләшә һәм, тулыһынса прозаға күсеп, 70 йәшенән һуң бер-бер артлы романдар яҙырға тотона. Туҡһан йәшенә еткәндә, оло әҙибебеҙ Ғәлимйән Ибраһимовтың тормошона арналған трилогия, Бөйөк Ватан һуғышын һүрәтләгән пенталогия, илебеҙҙең төрлө осорона бағышланған тағы биш, бөтәһе ун өс роман авторы! Иҫ киткес хеҙмәт. Уларҙы уҡыған саҡта һәр кем егерменсе быуатта илебеҙҙең ни тиклем ҡатмарлы яҙмышҡа дусар булыуын уҡып тетрәнә, шул осорҙа халҡыбыҙҙың үҙен көслө рухлы итеп күрһәтеүен белеп һоҡлана, уның бар ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуы өсөн күңелдәрендә оло ғорурлыҡ тоя. Тарихи һәм тәрбиәүи яҡтан ни тиклем кәрәкле романдар ижад иткән әҙип. Ә ғалим Поварисов хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ. Ул – филология фәндәре докторы, тел фәненә, стилистикаға бағышланған йөҙәрләгән мәҡәлә, тиҫтәләгән китап авторы. Уларҙа ғалим стилистикаға үҙ фекерен, яңы ҡарашын әйткән. Яҙыусының был йүнәлештәге хеҙмәттәре хаҡында бик күп билдәле шәхес төплө фекерен белдерҙе, Хөкүмәтебеҙ үҙен юғары баһаланы, төрлө орден-миҙалдар менән бүләкләне, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исемен бирҙе.
Ә бына яҙыусының драматургияһы хаҡында фекер әйтеүсе булманы шикелле. Шуға ла, драматург булараҡ, әҙиптең ошо өлкәләге ижады хаҡында һүҙ алып бармаҡсымын. Поварисовтың ни өсөн драматургиянан ситләшеүе тураһында һүҙ сурытып тормайым. Бының менән ҡыҙыҡһыныусылар яҙыусының “Тамаша” журналында баҫылған “Мин ниңә драматург булманым” тигән ҡыҙыҡлы мәҡәләһенән уҡып белер.
Бер шаршаулы әҫәрҙәренең тәүгеләрен әҙип 1958 йыл тирәһендә яҙа, һуңғыларын 1968 йылда ижад итә. Алтмышынсы йылдар аҙағында һәм етмешенсе йылдарҙа нигеҙҙә ике актлы пьесалар менән мауыға. Ғилми эш, проза ижад итеү менән аралаштырып, Поварисов һәммәһе егерме йылға яҡын ғүмерен драматургияға бағышлай һәм байтаҡ әҫәр яҙа, шул осорҙа үҙен бик һәләтле драматург итеп таныта. Пьесалар менән танышҡас, әҙиптең драматургияны ташлауы өсөн минең күңелдә оло үкенес тыуҙы. Егерменсе быуат аҙағында, театрҙар һәйбәт пьесаларға оло ҡытлыҡ кисергән осорҙа, Поварисов сәхнәне бөтә тәне менән тойоуы, үҙенсәлекле характерҙар тыуҙырыу оҫталығы, тормоштоң төрлө хәлдәрен һәм проблемаларын тотоп ала белеүе менән тамашасының яратҡан авторына әүерелеп, бик күп талантлы пьеса ижад итә ала ине. Әммә яҙмыш ҡушыуы буйынса Суфиян ағай романист һәм ғалим булып ҡалды һәм беҙҙе ошо өлкәләге уңыштары менән йыуандырҙы.
Поварисов уҙған быуаттың илленсе йылдарында юҡҡа ғына тотонмай пьеса ижад итеүгә. Ул һуғыштан һуң Урта Азия республикалары мәктәптәрендә уҡытҡанда уҡ, аҙаҡ университет тамамлап Татарстанда эшләгәндә драма түңәрәктәре ойоштороп, сәхнәгә төрлө пьесалар сығара, уларҙа төп ролдәрҙе уйнай, ә инде көнүҙәк темаларға әҫәр таба алмағанда, тота һалып үҙе пьеса яҙып ташлай. Әлбиттә, улары өйрәнсек кенә булғандыр, тип фараз итәбеҙ, сөнки береһе лә һаҡланмаған. Ә инде уҙған быуаттың илленсе йылдарында ижад ителгәндәре хаҡында ауыҙ тултырып һөйләргә мөмкин.
Поварисовтың бер шаршаулы пьесаларын хронологик рәүештә күҙәтһәң, әҙиптең оҫталыҡ яғынан үҫешен асыҡ күҙалларға ­мөмкин. Бына уның тәүге пьеса­ларының береһе – “Яңы көй” тигән лирик комедия. Был әҫәрендә автор әле тормоштоң типик ситуацияһын, характер­ҙарын һәм проблемаһын тотоп алыу хаҡында борсолмай, ә ысын мәғәнәлә “пьеса” ҡора. Бының өсөн көлкөлө ситуация таба һәм йәмғиәттең ул осорҙағы саҡыры­уына ярашлы (“Ҡала кешеләрен ауылға эшкә ебәреү”) ҡыҙыҡлы әҫәр ижад итә. Әлбиттә, харак­терҙарҙың һәм конфликттың яһалмалығы бер аҙ ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра, әммә геройҙарҙың теле холоҡтарына ярашлы булыуы ышандыра, һәм әҫәр йылы ҡабул ителә. Ошондай етешһеҙлектәр һәм уңыштар уның тәүге пьесаларының һәр береһендә тиерлек күренә. Уларҙа әҙип өсөн иң мөһиме ҡыҙыҡтырырлыҡ ситуация ҡороу һәм идея-темаһы менән хөкүмәттең идеологияһына ярарға тырышыу булһа, пьеса өсөн төп әйберҙәр – характер, типиклыҡ бер аҙ етешмәһә, алтмышынсы йылдарҙа ижад ителгән әҫәрҙәрендә инде яҙыусы сәхнә ҡанундарын яҡшы ғына үҙләштерә һәм тормошсан характерҙар тыуҙырыуға, конфликттарҙы көсәйтеүгә, хәрәкәткә етеҙлек биреүгә ҙур иғтибар бирә.
Мәҫәлән, “Иҫке ғәҙәт буйынса” (1963 йыл) һәм “Шайтан ҡотороуы” (1964 йыл) комедияларын ғына алайыҡ. Тәүге әҫәргә өс кенә герой алынған, әммә уларҙың һәр береһенә аныҡ һәм көслө итеп яҙылған характер бирелгән. Тамашасыларға ана шул таныш холоҡтарҙы сәхнәнән күреүе ҡыҙыҡлы бит. Конфликт та характерҙарҙың төрлөлөгө арҡаһында тыуҙырыла – был инде ысын драматургияға хас сифат. Илленсе йылдар булыуға ҡарамай, халыҡтың һаман да дингә ынтылыуын, матди байлыҡ тип кенә түгел, рухи донъя хаҡында уйланыуын әҫәрҙә күреүе фәһемле. Әлбиттә, ул йылдар талабы буйынса, заманының социаль заказынан да ҡотола алмаған автор – дин кешеләрен кире образ итеп күрһәтергә мәжбүр булған. Шуға ҡарамаҫтан, тос характерҙары, тормошсан конфликты менән әҫәр һәйбәт тойғо ҡалдыра.
“Шайтан ҡотороуы” комедияһы типик ситуацияһы, типик характерҙары менән алдыра. Бында инде автор идеология талабына ҡулайлашырға ынтылмай, фәҡәт һәр тамашасыға таныш хәлде күрһәтә һәм шуға анализ, баһа бирергә тырыша. Төп образдарҙың береһе – Әмир. Ул аҡыллы, хәйләкәр, һәр кемгә кәрәкле һүҙен таба белә, шул һәләте менән етәксе кешене лә үҙ файҙаһына эшләтә ала. Әммә кәрәкле тип тапһа, Әмир тиҙ генә фекерен кире бора, баяғы етәксене хурлай башлай, яңыһына ылыға, һәм был үҙгәреүе шул тиклем ышандырырлыҡ итеп яҙылған, шуға уның флюгер кеүек төрлө яҡҡа борғоланыуына башҡа образдар артыҡ иғтибар ҙа итмәй, Әмирҙе тура һүҙле тип һанай. Әмирҙең ысын йөҙө, башҡаларҙың быны күреп етмәүе бик ҡыҙыҡлы, көлкөлө килеп сыға. Тағы бер типик образ бар пьесала – Хәтип. Ул бригадир булып эшләгән осорҙа, кешеләрҙең һыйлауынан баш тарта алмайынса, эскелеккә һабышҡан, бригада эштәренә ҡул һелтәп ҡарай башлаған. Дуҫтарының уға ихлас ярҙам итергә тырышыуы, Хәтиптең дә дөрөҫ юлға сығырға маташыуы тормошсан һәм мәҙәк ситуациялар, характерҙар бәрелешеүе аша мауыҡтырғыс итеп күрһәтелгән. Ана шуға пьесаны ҡыҙыҡһынып уҡыйһың, артистарҙың уйнауын күҙ алдына килтереп көләһең.
Кемгәлер Суфиян Поварисовтың ҙур пьеса менән сәхнәгә күтә­ре­леүе көтөл­мәгәнсә бул­­ғандыр. Әммә, күреүегеҙсә, әҙип егерменән ашыу бер шаршаулы пьеса яҙып ҡәләмен шымартҡан, сәхнә закондарын ныҡлап өйрәнгән, спектаклдәр ҡуйып ҡараған, төп ролдәрҙе башҡарған, шулай итеп үҙенең драматург булып етлеккәнен тойған һәм оло театрҙар өсөн ике шаршаулы пьесалар ижад итергә тотонған.
“Туй бүләге” – әҙиптең тәүге ҙур пьесаһы, шуға ла унда авторҙың бер аҙ тәжрибәһеҙлеге йәки, икенсе төрлө әйткәндә, бик тырышып әҫәрен драматургияның бөтә ҡанундарына ҡалып­лаштырыуы артыҡ ныҡ һиҙелә. Шул сәбәпле яһалмараҡ сюжет килеп сыға, осраҡлыҡҡа ҙур урын бирелә, ошо драмалағы ваҡиғаларға, ситуацияларға ышаныуҙы кәметә төшә. Әммә пьеса үҙенең темаһы, мелодраматизмы һәм әлеге лә баяғы яҙыусының характерҙарҙы оҫта ҡора белеүе менән өҫтә әйтелгән ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙе баҫып китә, һәм әҫәр һәйбәт яҙылған тигән тойғо ҡалдыра. Әммә тәүге ҙур пьесаһындағы яһалмалыҡтан Поварисов икенсе пьесаһында уҡ ҡотола. Бында типик ситуациялар, типик конфликттар төп урын ала һәм әҫәрҙе ышандырыу көсө, тормошсанлығы бермә-бер арта. Юҡҡамы ни “Кәрлә йондоҙ” Башҡорт дәүләт академия драма театрында сәхнәләштерелгән. Был – Суфиян Поварисовтың иң уңышлы пьесаларының береһе.
Элекке ваҡыттарҙағы атама буйынса “кире” тип аталған образдар – ирле-ҡатынлы Кәллә менән Мөпти – автор тарафынан оҫта эшләнгән. Ҡыҙын нисек тә университетҡа индерергә теләгән леспромхоз директорын оҫта файҙаланып, улар кеҫә ҡалынайтмаҡсы. Характерҙың маҡсатҡа ынтылыуы ни тиклем көслө булһа, етмәһә, уға ашығырға тура килһә, шул уҡ ваҡытта ураған һайын еңеп сыҡмаҫтай төрлө ҡаршылыҡтар тыуып торһа, комик характер бик баҙыҡ һәм мәҙәк килеп сыға. Әммә көлкөлө образ ижад итеү өсөн тағы бер шарт үтәлергә тейеш. Тулы мәғәнәле комик характер тыуҙырыу өсөн уға маҡсатҡа өлгәшеүҙең ҡыҙыҡлы ысулын табыу мотлаҡ. Шул ни тиклем юмор менән һуғарылһа, әҫәр ҙә, характер ҙа мәҙәк килеп сыға, ошо комедияны комедия итә, образды көлкөгә әйләндерә. Суфиян Поварисов драматургияның ошо ҡанунын яҡшы белеп яҙа. Кәллә менән Мөпти маҡсаттарына етди ынтыла, әммә уға өлгәшеү сараларының бер ҡатлыһын, көлкөлөһөн һайлай: университет уҡытыусыларын ҡунаҡҡа саҡырып һыйлайҙар, улар алдында ялағайланалар, үҙҙәренсә хәйлә ҡоралар, алдашалар һ.б. Ошо уҡ һүҙҙәрҙе хәҙерге һүҙ менән әйткәндә “посредник” ролен үтәүсе доцент Хәбиров хаҡында ла әйтергә мөмкин. Ул гел генә латин һүҙҙәрен ҡулланып үҙен аҡыллы, абруйлы итеп күрһәтергә тырыша, әммә ҡылыҡтарының түбәнлеге, нәфсеһе арҡаһында ураған һайын көлкөлө хәлгә эләгә.
Һәр әҫәрҙә иң ауыры – “ыңғай” образды ижад итеүе, бигерәк тә сәхнәгә сығарыуы. Саҡ ҡына дөрөҫ алып бармаһаң, был геройыңдың яһалма образға, ҡоро рупорға әйләнеүен көт тә тор. Уға инде тамашасы ышанмай, ошо сәбәпле теге геройҙың һүҙҙәре бушҡа әйләнә, мыҫҡыллы көлөмһөрәү генә тыуҙыра. Унан ҡотолоу өсөн авторға ышандырырлыҡ ситуациялар, харак­терҙар бәрелеше, йәғни көслө конфликттар ойоштора белергә кәрәк. Ыңғай образдарҙың харак­терҙарын да оҫта ижад итә Поварисов. Сабировтың ассистент ҡына булыуына ҡарамай, доцент Хәбировҡа ҡаршы тороуы, ректор Харисов менән трест идарасыһы Сорокиндың, леспромхоз директоры Ноғомандың иң ауыр, сетерекле хәлдә лә үҙ принциптарына тоғро ҡала белеүе тормошсан һәм ышандырырлыҡ итеп яҙылған. Ҡатмарлы ситуацияла ла улар саф булып ҡала белә. Был сәхнәләрҙе уҡығанда донъяны ошондай характерҙар тотоп тороуына ышанаһың, был күңелдә яҡты тойғо уята.
“Кәрлә йондоҙ” комедияһы, бынан ярты быуат элек яҙылһа ла, бөгөн дә көнүҙәклеген юғалт­маған, хәҙерге тамашасы ла уны яратып ҡа­рарлыҡ. Образдар бөгөнгө көндән алынғандай таныш, конфликт хәҙерге тормош менән ауаздаш, пьесаның төҙөлөшө заманса һәм етеҙ хәрәкәтле. Һәр яҙыусы мәңгелек әҫәр яҙырға ынтыла, йәғни уның китаптары, пьесалары йылдар, быуаттар үтһә лә уҡыусылар өсөн кәрәкле һәм ҡыҙыҡлы булыуын теләй. Иманым камил, Суфиян Поварисовтың “Кәрлә йондоҙ” пьесаһы ла, уның башҡа күп әҫәрҙәре кеүек, киләсәк быуын өсөн фәһемле лә, файҙалы ла, һәм ул йәнә күп тапҡырҙар төрлө театрҙар сәхнәһенә күтәрелеп тамашасыны ҡыуандырасаҡ әле.
Хәйер, Поварисовтың ул комедияһы ғына түгел, “Ауылымдың алһыу таңдары” китабына тупланған башҡа пьесалары ла барса театрҙарҙа ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ. Бигерәк тә республикабыҙҙа йөҙҙән ашыу халыҡ театры барлығын иҫәпкә алғанда, уларҙың даими рәүештә ҡуйырлыҡ әҫәрҙәр эҙләүен иҫкә төшөргәндә, Суфиян ағайҙың был китабы – үҙе хазина тултырылған бер һандыҡ ул. Ышанам, был хазинаға күп коллективтар иғтибар итер. Сөнки әҙиптең ҙур пьесаларын да, бер шаршаулы әҫәрҙәрен дә бөгөн тот та сәхнәгә сығар, улар актерҙарға матур ролдәр бүләк итәсәк, тамашасыларҙың күңеленә лә хуш киләсәк.

Наил ҒӘЙЕТБАЙ,
драматург, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779