Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бүләләре шиғырҙарын яттан белә
Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, сәсән Мөғәлләм Мирхәйҙәровтың исеме халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһыныусыларға, әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Баҡыйлыҡҡа күсеүенә теүәл 40 йыл уҙһа ла, уның киләсәк быуынға ҡалдырған аманаты үлемһеҙ.



Мөғәлләм Мирхәйҙәров 1900 йылда Асҡар ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ғилемгә ынтылышы, халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһыныуы уны Белорет педагогия техникумына алып килә. Уҡыуҙы тамамлағас, халҡыбыҙҙың тарихын, ижадын өйрәнеүгә ныҡлап тотона, ауылдарға йөрөп, материалдар туплай, уларҙы ташҡа баҫтыра. Уҡытыу эшен дә онотмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, заманының алдынғы ҡарашлы улын сәйәси золом тулҡыны урап үтмәй — 1937 йылда, ялған ғәйеп тағылып, иркенән мәхрүм ителә Мөғәлләм Мирхәйҙәров. Оҙаҡ йылдар дауамында тупланған ҡулъяҙмалары яндырыла. Ләкин ауыр эш, аслыҡ, яланғаслыҡ, нахаҡ һүҙ сәсәндең рухын һындыра алмай.
Углич төрмәһендә тиҫтә йыл тотҡонлоҡта булғанда ла ул шиғырҙар яҙа, “Углич хәтирәләре” йыйынтығына ингән яҙмалары ошо хаҡта һөйләй. Иреккә сығып, фани донъя­нан киткәнсе М. Мирхәйҙәров буш ваҡытын ижадҡа, ауыҙ-тел ҡомартҡыһын йыйыуға, тарихты өйрәнеүгә, тел, әҙәбиәт буйынса мәҡәләләр, көндәлектәр яҙыуға бағышлай. Жәлил Кейекбаев, Мөхтәр Сәғитов, Әхнәф Харисов, Рәми Ғарипов, Әхмәт Сөләймәнов, Ғайса Хөсәйенов һәм башҡа яҙыусылар, ғалимдар менән аралашып, хатлашып йәшәй.
Мөғәлләм сәсән үҙ халҡын, уның рухи ҡомартҡыларын йәненән артыҡ күргән. Халҡыбыҙға уның “Ҡуңыр буға”, “Минәй батыр менән Шүлгән батша”, “Йүгерек батыр”, “Хан ҡыҙы”, “32 ҡыҙ инек”, “Билдәш кәзә” кеүек эпик әҫәрҙәре, ҡобайыр һәм бәйеттәре, бик күп халыҡ йырҙарына, ер-һыу атамаларына бәйле тарихи яҙмалары яҡты мираҫ булып ҡалды.
Әйткәндәй, Асҡарҙа Мөғәлләм Мирхәйҙәровҡа арналған сара уҙғарылғайны. Унда шағир Әсхәл Әхмәт-Хужа, Асҡар ауыл биләмәһенең элекке башлығы Зөлфир Ғаррапов та ҡатнашты. Сәсәндең балалары, ейәндәре уларға сикһеҙ рәхмәттәрен әйтте. Нәҡ ошо ике уҙамандың фиҙакәр хеҙмәт емеше булараҡ, район үҙәгенең халыҡ телендә “Тоҡос” тип йөрөтөлгән Октябрь урамына 1993 йылдың 13 майында рәсми рәүештә Мирхәйҙәров исеме бирелә. Ул осорҙа район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе булып эшләгән Әсхәл ағайҙың башланғысын ауыл биләмәһе етәкселеге ихлас хуплай. Изге ниәтте тормошҡа ашырыуҙа сәсәндең улдары Илсен, Марсель һәм Дамир, урамдаштары Фирғәт Ниғмәтов, Рафаэль Шаһимов ҙур ихласлыҡ күрһәтә.
Урамға исем биреп кенә сәсәндең иҫтәлеген мәңгеләштереү тамамланмай, район башҡорттары ҡоролтайы 1996 йылда сәсән Мирхәйҙәровтың тыуған нигеҙенә мәрмәр таҡтаташ ҡуйҙыртыуҙы ла хәстәрләй.
Әсхәл Әхмәт-Хужа Өфөлә “Ағиҙел” журналында эшләгән сағында янына сәсән яҡташының килеүен яҡшы хәтерләй. Халыҡтан йыйған эпостарҙың киләсәге өсөн борсолоп мөрәжәғәт итә ул шағирға. Мөғәлләм сәсән үҙе иҫән саҡта быны хәстәрләмәһә, иҫ киткес ҡиммәткә эйә рухи хазина хәҙерге көнгә, бәлки, килеп тә етмәҫ, ҡулъяҙма килеш һарғайып, осоп-туҙып юҡҡа сығыр ине. Әсхәл Әбүталип улы уны Рәшит Шәкүр менән таныштыра, 1969 йылда инде “Ҡуныр буға” тигән башҡорт ҡобайыры фәнни әйләнешкә инә.
Осрашыуҙа Зөлфир Фәтих улы М. Мир­хәйҙәров исемендәге премия йәки стипендия булдырыу тәҡдимен әйтте.
Мөғәлләм Мирхәйҙәровтың милли һыҙаттарының балаларына һәм ейәндәренә күсеүе һөйөндөрә. Ҡатнаш халыҡ йәшәгән Асҡарҙа тыуып үҫһәләр ҙә, уларҙа башҡорт рухы көслө. Шулай булмаһа, улы Илсен (ул мәрхүм хәҙер), үҙе лә ҡобайырҙар сығарып, думбырала уйнау, ҡумыҙ сиртеү серҙәренә ҡыҙы Илмираны өйрәтер инеме?! Әйткәндәй, Илмира — республика ҡумыҙсылар бәйгеләре еңеүсеһе һәм лауреаты. Хеҙмәт юлын табиплыҡҡа бағышлаған Марсель Мөғәлләм улы ла милли моңобоҙға ғашиҡ, халыҡ музыка ҡоралдарында уйнай, тарихыбыҙ менән ҡыҙыҡһына.
Сәсәндең тағы бер ейәнсәре Зилә Батталова ла милли рухта тәрбиәләнгән. Бүләләре иһә ҡарт олатайҙары яҙған шиғырҙарҙы яттан белә.
Күрше-тирәләге балалар ҙа сәсәндән әкиәттәр, бәйеттәр, йырҙар тыңлап үҫә.
— Халыҡ йырҙарына һөйөү күңелемә Мөғәлләм апа аша һеңде, тип ышаныслы әйтә алам, — ти яҡташы Флүрә Рәхмәтуллина ла.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779