Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тарихһыҙ роман булмай
Тарихһыҙ роман булмай
Күренекле башҡорт яҙыусыһы Ғәлим Хисамовтың төрлө йылдарҙа утыҙҙан ашыу китабы донъя күргән. Шуларҙың ҡайһы берҙәренең исемен атау ғына ла уларҙың йөкмәткеһендәге көтөлмәгән сюжет ҡоролошон, үҙенсәлекле фекер йүнәлешен тоҫмалларға мөмкинлек бирә. Әйтәйек: “Шерлок Холмс илай”, “Ҡыҙыл ҡар”, “Көтмәгәндә ут тоҡанды”, “Ҡара шишмә”, “Ун туғыҙынсы”, “Шаһиҙә”, “Илһеҙгә көн юҡ”, “Тамып та ғына ҡала ҡандары”, “Тәфтиләү”, “Аһура Мазда” һәм башҡалар.
Яҙыусының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителгән “Аҡтамыр”, “Өн һәм һан” романдары ла – ана шундайҙарҙан.

Инглиз яҙыусыһы һәм философы Томас Карлейль халыҡ менән тарих хаҡында: “Үҙ тарихы китабының барлыҡ биттәре лә яҙылып бөтмәгән халыҡ бәхетле”, – тип әйтеп ҡалдырған. Карлейлдең замандашы, Америка яҙыусыһы һәм философы Джордж Сантаяна иһә: “Үҙенең үткәнен онотҡан кеше шул уҡ үткәнен киренән кисереүгә хөкөм ителә”, – тигән. ХХ быуатта йәшәгән тажик фәйләсүфе Саҙритдин Айниҙың әйткәне тағы ла хәтәрерәк: “Киләсәкте тоҡандырыр өсөн үткәндең көлөнән ҡуҙ эҙләйем...”
Ошо фекерҙәргә таянып ҡына ла әллә нисәмә бүлектән торған әҫәрҙәр яҙып, томдарҙан торған китаптар сығарырға мөмкин булыр ине. Икенсе яҡтан ҡарағанда, фәҡәт тарихи ваҡиғалар һүрәтләнеш алған романдар ғына тарихимы ла, ҡалғандары хәҙерге заман әҫәреме? Ғөмүмән, ниндәйҙер кимәлдә тарихи ваҡиғалар сағылыш тапмаһа, ул роман була аламы?
Әлбиттә, әҙәбиәт ғилеме күҙлегенән ҡарағанда, бындай һорауҙарға урын да булырға тейеш түгел һымаҡ, сөнки тарихи роман тарих тураһында тигән ҡараш күптән инде нығынған. Һыу еүеш, ҡар аҡ була тигән һымаҡ. Әммә рухи талап күҙлегенән ҡараһаҡ, тарихһыҙ рух булмаған һымаҡ, рухһыҙ роман да булмай. Бында ла шул уҡ еүеш һыу, аҡ ҡар логикаһы. Тимәк, тарихһыҙ рух булмағандай, тарихһыҙ роман да булмай.
Ә бит, уйлап ҡараһаң, бынан меңәр-меңәр йыл элекке дәүер ҙә, бынан илле йыл элек булып үткән ваҡиғалар ҙа, кисәге көн дә ана шул тарихтың айырылғыһыҙ өлөшөн тәшкил итә. Элек, әйтәйек, таш быуаттан бронза быуатына тиклем бер нисә йөҙ мең йыл кәрәк булһа, хәҙер ундай эволюция ике көн һуҙымында бойомға ашыуы бар. Ул сағында беҙ кисәге көндө лә борон-борон заманда тип нарыҡларға тейеш булабыҙ. Тағы ла шуныһы: хәҙерге дәүерҙә һәр яҡтан да иң мөһим, иң кәрәкле мәғлүмәти сығанаҡ менән ҡоралланған кеше әлеге мәлдә үк киләсәк менән йәшәүе бар. Ҡыҫҡаһы, барыһы ла сағыштырмаса заманда көн күрәбеҙ...
Был фекер йүнәлешенән шул аңлашыла: һәр бер шағир, һәр бер проза яҙыусы, һәр бер публицист – иң беренсе нәүбәттә тарихсы ла. Әгәр ҙә шағир, прозаик, публицист ижад иткән әҫәрендәге ваҡиғаларға тарихи күҙлектән сығып баһа бирә алмай икән, уның әҫәре лә кисә булып үтеп, бөгөн онотолған ваҡиға бәрәбәренә генә тиң буласаҡ. Ул сағында инде әҙәби әҫәр хаҡында һүҙ алып барып та булмай. Сөнки ысын художество ижадтың, әҙәби әҫәрҙең ғүмере быуаттарға тиң булыуы мотлаҡ.
Ғәлим Хисамовтың “Аҡтамыр”, “Өн һәм һан” романдары менән танышып, уларҙы ҡат-ҡат уҡып сыҡҡандан һуң ошолар хаҡында уйландым. Был әҫәрҙәрҙе “сюжет-ваҡиға-һөҙөмтә” принцибы буйынса ғына, йәғни ябай “ҡулланыусы” (“обыватель” һүҙенең башҡортса тәғәйен тәржемәһен тапманым) күҙлегенән генә уҡып булмай. Уларҙы аңлау өсөн интеллектуаль кимәл, милли рух ихтыяжы, үҙ халҡыңдың тарихын белеү кәрәк. Алгебраны аңлар өсөн математиканы, ма­те­матиканы төшөнөр өсөн арифметиканы өйрәнеү фарыз. Әгәр ҙә уҡыусы ошо шарттарға яуап бирмәһә, был романдарҙы, бигерәк тә “Өн менән һан”ды уҡып бер ни ҙә аңлай алмаясаҡ.
Ни өсөн тигәндә, яҙыусының был әҫәрҙәре бер үк ваҡытта тарихи ҙа, хәҙерге заман хаҡында ла, киләсәк тураһында ла. Икенсенән, яҙыусы хәҙерге заман ваҡиғаларын һүрәтләгән башҡорт романы бер үк ваҡытта тарихи ҙа булырға тейеш, тигән фекерҙе лә аңыбыҙға еткерә. Был беҙҙең яҙмышҡа тиң, сөнки үҙ асылыбыҙҙы һаҡлар өсөн беҙ туҡтауһыҙ милли рухыбыҙ хаҡында хәстәрлек күреп, көрәшеп йәшәргә мәжбүр ителгәнбеҙ. Милли рух хаҡында хәстәрлек тик тарих аша ғына мөмкин.
Киләсәктә Башҡортостандың, башҡорт халҡының ХХ быуат урталары тарихын өйрәнгәндәр мотлаҡ рәүештә Ғәлим Хисамовтың “Аҡтамыр” романын алып уҡыясаҡ. Романдағы ваҡиғалар Башҡортостанда, Мәскәүҙә, Төркиәлә һәм ул саҡтағы СССР-ҙың бөйөк төҙөлөштәрендә бара. Әйтергә кәрәк, яҙыусы үтә лә оло тәүәккәллек һәм ҡыйыулыҡ менән ул саҡтағы Үҙәк комитет, Башҡортостан Өлкә комитеты үткәргән милли сәйәсәт хаҡында асыҡтан-асыҡ әйтеп, шул осорҙағы шәхестәрҙең исем-шәрифен бер аҙ үҙгәртеберәк (әммә улар “Был – мин!” тип ҡысҡырып тора) алып, улар ҡатнашҡан реаль ваҡиғалар нигеҙендә художестволы әҫәр яҙыуға өлгәшкән. Унда беҙ милләтебеҙҙең олуғ шәхестәре Таһир Кусимовты, Заһир Исмәғилевте, Арыҫлан Мөбәрәковты, Рамаҙан Өмөтбаевты һ.б. таныйбыҙ.
Совет осоронда урындағы, Үҙәктәге партия диктаторҙары тарафынан үткәрелгән шәхестең һәм милләттең хоҡуҡтарын инҡар итеүгә йүнәлтелгән сәйәсәттең һөҙөмтәләрен беҙ әле булһа татыйбыҙ. Әйтәйек, шул уҙған быуаттың 60-сы йылдарынан 80-се йылдар аҙағына тиклем республикабыҙҙың төп милләт вәкилдәренең 300 меңдән ашыуы Себергә һәм башҡа төҙөлөштәргә сығып китеүе хаҡында беҙ нимә беләбеҙ? Романда был ваҡиғалар туранан-тура сағылыш тапҡан.
Әҫәрҙең икенсе бер ҙур йүнәлеше – халҡыбыҙҙы аҡтамырға тиңләгән Әхмәтзәки Вәлиди шәхесе һәм уның тыуған иле Башҡортостан менән бәйләнеше, органдарҙың был шәхескә мөнәсәбәте. Әйтергә кәрәк, был йүнәлештә лә яҙыусы, ҙур ҡыйыулыҡ күрһәтеп, милли юлбашсыны юҡ итергә тырышҡан көстәрҙе туранан-тура фашлай, Вәлидиҙе юҡ итергә ебәргән кешенең Төркиәлә тороп ҡалыуын тыуған илгә хыянат тип атамай. Ҡасандыр ҡыҙылдар терроры башланғандан һуң сит илгә сығып китергә мәжбүр ителгән Вәлидиҙе үлтерергә тип 1960 йылдарҙа ебәрелгән кеше милли юлбашсыбыҙҙы һаҡлар өсөн үҙе лә Вәлиди кеүек сит илдә ҡала. Бик ғибрәтле факт. Тарих ҡабатлана.
“Аҡтамыр”ҙың бәхәсһеҙ уңышы шундалыр: ул илебеҙҙә барлыҡ тыйыу, цензура юҡҡа сығып, илебеҙ инсандары киң билдәлелек шарттарында иркенләп йөҙгән осорҙа ижад итеп ҡалынған. Тарихи темаға мәҡәләләр менән сағыштырғанда әҙәби әҫәрҙәр оҙайлыраҡ мөҙҙәт өсөн ижад ителә. Уның художестволы деталь тигән ҡиммәте күп кенә дөйөмләштереүҙәргә мөмкинлек бирә. Ярай әле, Ғәлим Хисамов халҡыбыҙ тарихы өсөн үтә лә мөһим, халҡыбыҙҙың рухи күтәрелеш осорона бәйле ошо романын яҙып өлгөргән. Үҙ мәлендә. Бөгөн уны яҙыу мөмкин дә булмаҫ ине.
“Өн һәм һан” романына килгәндә, был әҫәрҙе аңлап уҡыр өсөн уҡыусыға иң тәүҙә ҙур әҙерлек, тарихи темаларға ликбез үтеү талап ителә. Был әҙерлек дәресенә бик күп тарихи сығанаҡтар, тарихсыларҙың, бигерәк тә донъя халыҡтарының, расаларҙың гаплатөркөмдәрен өйрәнгән ғалимдарҙың һуңғы асыштары, Ринат Йосопов, Нияз Мәжитов, Салауат Хәмиҙуллин, Булат Аҙнабаев, Юлдаш Йосопов кеүек тарихсыларҙың, Салауат Ғәлләмов, Закирйән Әминев, Йәдкәр Бәширов кеүек ғалимдарҙың хеҙмәттәре менән танышыу фарыз. Уларҙың һәм башҡа бик күптәрҙең тау-тау эштәрен ҡат-ҡат атҡарғандан һуң ғына “Өн һәм һан” уҡыусыға үҙ серен аса аласаҡ. Был романды аңлап уҡыр өсөн хеҙмәт һәм талант талап ителә. Һорау һәр ваҡыттағыса асыҡ көйө ҡала: иң тәүҙә өн барлыҡҡа килгәнме, әллә һанмы?
“Кешелек тарихы – нигеҙҙә, идеялар тарихы ул”, – тигән Герберт Уэллс. “Өн һәм һан” романы – тап шундай идеялар тарихы тураһындағы әҫәр. Ошо китаптарҙа автор тарихи фараз рәүешендә башлаған идеялар тарихының илебеҙҙең, халҡыбыҙҙың киләсәген тәьмин итерлек милли идеяларға барып ялғанырына шик юҡ. Салауат Юлаев бүләгенә мотлаҡ лайыҡ тарихи романдар улар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779