Бала бағыу атай-әсәй бурысы ғына түгел. Шуның өсөн дә был ғәмәл борон-борондан мөһим һаналған, бала бағыу, сабый холҡо тураһында бихисап мәҡәлдәр ҡалған. Әммә тәрбиә эшендәге төп традициялар, ҡанундар юғала барғанлыҡтан, хәҙерге атай-әсәйҙәр бик күп проблемаларға башта иғтибар итмәй, ваҡ мәсьәлә тип ҡарай, тик аҙаҡ һуң була. Иғтибар ителмәй ҡалып килгәне — ул халыҡ алдында яуаплылыҡ тигән тойғоноң юғала барыуы.
Башҡорттар борон ҙур-ҙур ғаилә йәки ауылдарҙа бер бөтөн булып йәшәгәнлектән, бала һәр ваҡыт күп (халыҡ тигәнде аңлата) күҙ аҫтында булған. Күп эсендә бағылғас, бала үҙе лә күп алдында яуаплылыҡ тойған. Ә яуаплылыҡ тойоу — ул тәрбиәлә иң мөһим таяныс. Бала үҙен шул күптең бер өлөшө итеп тоя. Ерәнсә һүҙҙәре менән әйткәндә:
Күп эсендә кем сүп түгел, әү,
Күп һүҙен һәм шул әйтә.
Күп тигәнем халыҡ булыр,
Тотҡан юлы хаҡ булыр.
Әй, һүҙе һөттән аҡ булыр,
Яҡшыға ышыҡтай тау булыр,
Яуызға ҡаршы яу булыр.
Яҡшыға ышыҡтай тау булыр,
Яуызға ҡаршы яу булыр.
Бөгөн заман икенсе. Беҙ баланы күптәр күҙе алдында тәрбиәләй алмайбыҙ. Әммә баланы халыҡтан айырмау сараһын күреп була. Был бик мөһим. Халыҡ мөхитендә йәшәтеп, халыҡ өсөн яуаплылыҡ тойғоһо һеңдереп үҫтереү балала маҡсат менән йәшәү ҡағиҙәһен тәрбиәләй. Ә маҡсат халыҡ мәнфәғәтенән сығып билдәләнә икән, был — тәрбиә мәсьәләһендә иҫ китмәле ҙур таяныс.
Халыҡ алдында яуаплылыҡ тоймаған кеше үҙен дә юғалта, уға төҙәтә алмаҫлыҡ хилафлыҡ та килтерә.
Быға миҫалдар бихисап. Әммә исемләп атап әйтеүҙең мәғәнәһе юҡ, һәр кем күреп, белеп тора, иң ҡыҙғанысы, яңы ғаилә ҡороп, балалар үҫтереүсе атай-әсәйҙәр шул уҡ хатаны ҡабатлай. Һуңғы йылдарҙа талантлы йәштәребеҙҙең халыҡ алдында аҙ ғына ла яуаплылыҡ тоймай, фәҡәт үҙ мәнфәғәттәрен генә өҫтөн ҡуйып, сит илдәргә сығып китеүе, талантты үҙ халҡы өсөн ҡулланыуҙы башына ла килтермәй, шунда ғаилә ҡороуы (ниндәй моңло тауыштар юҡҡа сыға!), ваҡытлыса ауырлыҡҡа, ҡаршылыҡҡа аҙ ғына түҙемлеге, сабырлығы етмәй, үҙ һәләтен асырға мөмкинлек биргән йүнәлештә эшләмәй аҡсалы-төшөмлө урынға эшкә сығып китеүе (сит яҡтарҙа күпме һәләтле етәкселәребеҙ, белгестәребеҙ бил бөгә!), бейеү маһирлығы, фәнгә ынтылышы, шиғри күңеле булып та эскегә һалышыуы, туған телен белмәү арҡаһында үҙ илебеҙҙә йәшәп тә туған халҡына ят булып ҡалғанлыҡтан, үҙ ғилемебеҙҙе (ә башҡортта өйрәнелмәгән күпме ғилем тармаҡтары бар!) өйрәнмәүе шул тиклем йәнде әсетә, сит илдәрҙәге таланттарыбыҙҙың: “Ватандаштарым, һеҙҙе һағынам, барығыҙға ла сәләм, берәй моңло йыр тапшырһағыҙ ине!” — тип, “Юлдаш” каналы аша сәләм оҙатып ятыуы әсендермәй ҡалмай.
Тәбиғәттең тап улар аша халҡыбыҙға бирелгән рухи байлығын тәләфләү бит был. Тотош ойошмаға, предприятиеға, республикаға тәғәйен аҡсаны үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыусыларҙы яуапҡа тарттыралар. Ә халыҡты рухи яҡтан ярлыландырыу матди байлыҡты тәләфләү ише генә түгел. Халҡыбыҙҙың нәҫелдән нәҫелгә, быуындан быуынға быуаттар буйы күсә килгән рухи байлығына МИНЕКЕ тип кенә ҡарау, дауамһыҙ итеү, халыҡты унан тотошлай мәхрүм итеү шулай уҡ хыянатҡа тиң.
Оло юғалтыуҙарға, халҡыбыҙҙы рухи ярлыландырыуға, ә таланттың үҙен маҡсатһыҙ йәшәүгә килтергән был хатаның сәбәбе бер ҡарауға бик ябай һымаҡ: беҙ баланың бәхетен фәҡәт юғары белем алыуҙа (ә улар күпме икән?) күрә башланыҡ. Ғаиләлә тәрбиә шунан ғибәрәт: урыҫ телле балалар баҡсаһына бирәбеҙ, өйҙә урыҫ телендә генә һөйләштерәбеҙ, урыҫ телле мәктәптә уҡытабыҙ, сит телдәрҙе өйрәтәбеҙ, юғиһә Берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра, юғары уҡыу йортона инә алмаҫ, бала кәм-хур булыр, аҙаҡ беҙгә үпкәләр... Хатта уның сәләмәтлеге хаҡында ла онота биреп ҡуябыҙ. Ауырый башлағас ҡына иҫкә төшөрәбеҙ. Шулай итеп, баланың был яҡты донъяға тыуыу, йәшәү маҡсатын бик ныҡ тарайтабыҙ. Әлбиттә, һәр кем белем алырға ынтылырға тейеш. Диплом ғына түгел, ә ысын-ысындан белем алыу — заман талабы. Әммә баланың йәшәү маҡсатын, “Һин юғары белемле булырға тейешһең!”— тип, фәҡәт МИН тигән тар төшөнсәгә генә ҡайтарып ҡалдырырға ярамай, сөнки баштан уҡ уның юғары белем алыуын ғына үҙмаҡсат итеп ҡуйып, бөтөн тырышлыҡты шул йүнәлешкә генә һалып, “артыҡ” тип һаналған туған теленән, тарихынан, мәҙәниәтенән айырабыҙ икән, борондан килгән ҡиммәтле һәм һиммәтле тәрбиә ҡанундарыбыҙҙың бер тармағы — халыҡ, ил алдында яуаплылыҡ тигән төшөнсәне бирә алмаясаҡбыҙ.
Башҡаһы — аҙаҡ, тәүҙә юғары белем алһын, тип уйлай атай-әсәй. Мәктәптә лә ошо уҡ йүнәлеш дауам итә: ярай, аҙаҡ, әлегә туған тел дә, әҙәбиәт тә, республика тарихы ла, традицияһы ла кәрәкмәй. Үҙе өйрәнер, иң мөһиме — БДИ, юғары уҡыу йортона инеүселәр һаны буйынса юғары процент, маҡтау ҡағыҙҙары...
Шулай итеп, бала БЕҘ тигән төшөнсәне аңлауҙан мәхрүм ҡала. Беҙ — ул баланың яуаплылығын арттырыусы төшөнсә, уның үҙенең дә таяныр таяуы, арҡа һөйәр бағанаһы. Беҙ — ул баланы уратып алырға тейешле туған мөхит. Кеше был мөхитте юғалтһа, йәшәү маҡсаты булмай.
Ғөмүмән, бала Тәбиғәт, Кешелек донъяһы алдындағы бурысын тоймай икән, йәшәүҙең мәғәнәһе ҡалмаясаҡ. Бала халыҡ яҙмышы хаҡында уйланып үҫһә, зиһененә халыҡ яҙмышы өсөн яуаплылыҡ тойғоһо һалынһа, бер ваҡытта ла юғалып ҡалмаясаҡ. Халҡы, иле өсөн ни эшләргә кәрәклеге хаҡында уйланасаҡ, үҙ йүнәлешен үҙе табасаҡ, белем алыуы ла үҙмаҡсатҡа ғына ҡайтып ҡалмаясаҡ. Яуаплылыҡ тойғоһо һалынған кеше бер ваҡытта ла аҙашмаҫ, йөрәгендә халҡы булған, маҡсатлы йәшәгән кеше — иң бәхетле кеше. Унан ҡалған яҡты нур балаларында, нәҫелендә дауам итәсәк.
Ә тәбиғәт, халыҡ алдында яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләү бик ябай ғына әйберҙән башлана — балаң туған телен белһен. БЕҘ тигән туған мөхит солғанышында йәшәһен. Сабый теле “әсәй-атай” тип асылһын, өйҙә туған телдә нәшер ителгән китаптар, гәзит-журналдар булһын — уҡылһын, туған көйҙәр яңғыраһын, байрамдарҙа милли ризыҡ еҫтәре аңҡып торһон. Ошоларҙан баланың БЕҘ тигән мөхите барлыҡҡа килә. БЕҘ тигән мөхит — ул оло таяныс. Ул — яуаплылыҡ, ул — терәк, ул — һине ҡалыптан сығармай тота торған сара. Был мөхит тәрбиәһе — атай-әсәйҙең иң яҡын ярҙамсыһы. Шул саҡта күпкә еңелерәккә тура килә.
Башҡорттарҙа БЕҘ тойғоһо көслө. Милләтебеҙ йәшәйешендә ул төп нигеҙ булған. Әгәр бала күңеленә БЕҘ тигән төшөнсәне һала алабыҙ икән, үҙебеҙҙе алмаштырасаҡ быуындың рухи ныҡлығын ҡаҡшатмауҙа был тос өлөш буласаҡ. Быуаттар буйы күсә килгән рухи байлығыбыҙ әләф-тәләф ителмәҫ, тырым-тырағай килмәҫ, йотолмаҫ, киреһенсә, ишәйер, камиллашыр, донъя кимәленә сығып, башҡаларҙы һоҡландырыр.
Мәрйәм БУРАҠАЕВА.