Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “...Ярам бөтәшкәндер, Моғайын да, берәү эстән генә Миңә, кисер, тиеп өндәшкәндер...”
“...Ярам бөтәшкәндер,  Моғайын да, берәү эстән генә Миңә, кисер, тиеп өндәшкәндер...” Бер матур халыҡтың балаһы һин

Бер матур халыҡтың балаһы һин,
Бер аҫыл халыҡтың балаһы.
Урал урмандары йөрәгеңдә,
Күңелеңдә – башҡорт далаһы.

Бер матур халыҡтың дауамы һин,
Бер аҫыл халыҡтың дауамы.
Торна сыңрауҙары – әрнеүеңдер,
Ҡурай моңо – йәнең дауаһы.

Бер матур халыҡтың ҡолонсағы,
Бер аҫыл халыҡтың нәҫеле.
Заттың ҡото һине һаҡлауын
Аңларһың, алғас та иҫ белеп.

Бер матур халыҡтың ҡошсоғо һин,
Бер аҫыл халыҡтың бөркөтө.
Уны ҡурсып кирелер ҡанаттарың,
Аяғыңа баҫһаң ир етеп.

Ҡан хәтере

Ҡан хәтере бер ҡоралай ише
Һикерҙе лә ҡаянан-ҡаяға,
Эйәр, тине, упҡындарға бәреп,
Әйләндерҙе шунан саяға.

Ҡан хәтере, ас бүреләй ҡарап,
Ыржайҙы ла, үтә ҡараны.
Оноттом да әле кемлегемде,
Ялап ҡуйҙым иҫке яраны.

Ҡан хәтере, бөркөт булып саңҡып,
Йөрәгемә ҡанат үҫтерҙе.
Осоп йөрөгәндә ҡурҡышымдан,
Әллә ҡыуаныстан иҫ керҙе.

Ҡан хәтере, аҡ йыландай булып,
Һырғаланды килеп балтырға.
Әйләндерҙе мине ҡон ҡайтармаҫ,
Ҡан юлламаҫ ап-аҡ батырға.

Ҡан хәтере, Аҡбуҙаттай кешнәп,
Бикле торған мәмерйәһен ярҙы.
Тойҙом шунда һәр бер ҡарыш ерҙә
Тупраҡ яҡлап тамған ҡаным барҙы.

Ҡан хәтере, аждаһалай ҡалҡып,
Мең башын да теҙҙе офоҡҡаса.
Үҙ-үҙемә килеп бәрелдем бит,
Булмышымдан йүгереп ҡаса-ҡаса.

Ҡан хәтере, арыҫландай булып,
Ажғырҙы ла ятты юлыма.
Ҡалтырана-ҡалтырана ғына
Ялын урап алдым ҡулыма.

Өркәк кейек, йыртҡыс януарҙың,
Бөркөттөң дә тойҙом азатлығын.
Бына кемдәр минең йәнде тырнап,
Бәғеремде суҡып ғазаплаған.

Аждаһалай бер башҡайын ҡырҡҡас,
Урынына өстө яңыртҡан,
Хәтерем дә юҡ ителгән һайын
Үҙен үҙе шулай ҡайғыртҡан,

Үҙен үҙе шулай ҡурсалауҙан
Күҙгә күренмәҫкә ҡалдырған,
Хасил булыр өсөн күңел ялының
Һуңғы ҡылын йолҡоп яндырғас.

Бөгөн
бер бушлыҡмын


Мин ни булдым икән әлмисаҡта,
Ҡурай моңо, сулпы сыңымы?
Ҡалҡан битендәге бер тәңкәме,
Булат ҡылыстарҙың ҡынымы?

Нимә булдым икән әлмисаҡта,
Ҡарағайға төшкән тамғамы?
Әллә яуҙа тураҡланған аттың
Ҡыяҡ буйлап төшкән ал ҡаны?
Мин ни булдым икән әлмисаҡта,
Йылҡы тире һеңгән йүгәнме?
Әллә тауға үрләгәндә арып
Шығыр-шығыр килгән күгәнме?

Мин ни булдым икән әлмисаҡта,
Янсыҡ осондағы суҡ микән?
Толоп өҫтөндәге яға микән,
Күреп өҫтөндәге тоҡ микән?

Мин ни булдым икән әлмисаҡта,
Ҡаптырманың аҫыл ҡашымы?
Бүлешеп тә һис бер кәмемәгән
Туҫтаҡтағы икмәк башымы?

Мин ни булдым икән әлмисаҡта,
Урҙаларҙа кипкән әремме?
Ылашында ыҫланыусы ҡорот,
Әллә ҡаҙан аҫтындағы ҡороммо?

Мин ни булдым икән әлмисаҡта,
Ҡараланған ҡаурый ҡәләмме?
Әллә батырҙарҙы алға әйҙәр
Төҫө уңа төшкән әләмме?

Мин ни булдым икән әлмисаҡта,
Һыҙғырыумы уҡтар осҡандағы?
Белмәйем шул... Бөгөн бер бушлыҡмын,
Бер тынлыҡмын Башҡортостандағы.

Ҡолаҡ ярып килер бер тынлыҡмын,
Бушлыҡтарым күбеп шартлар сиктә...
Ниндәй инем әле әлмисаҡта,
Иҫкә төшмәй тора бер нисек тә.

* * *
Һуңғы тамсы һығылып төштө йәндән,
Был донъялар үҙгәрмәне һин үлгәндән
Өмөт!
Бәлки ыңғайлар тип бына-бына,
Түҙәйем тип, тағы бер тына
Мин яҙмыштан башҡа алданмам!
Ҡырҡ өҙөлөп башҡа ялғанмам,
Инде өҙөр урын ҡалмаған,
Йөйҙәр ҡалын, йөйҙәр ныҡ бәйләнгән,
Тире ҡайыштарға әйләнгән.
Һуңғы тамсы өҙөлөп төштө йәндән,
Еңелерәк булды хатта теләгәндән
Үтеү.
Үтеп китеү мәңге ҡыймаҫ бер сик буйын.
Әле бына сикһеҙ ирек тойҙом,
Ниндәй еңел хатта ауыр уйым,
Ә йөрәктә төпһөҙ ҡара уйым.
Шул уйымға ап-аҡ шишмә атылалыр,
Алдаҡ өмөт, алдаҡ ҡылыҡ ватылалыр,
Ҡомдан төҙөгән ҡала уйылып төшә,
Ә ҡулымда йәнә бәхет – кескәй өшә.
Уста ята кескәй генә өшә ҡамыр,
Мин теләрмен теләк, һәм нур тамыр
Өтөп.
Һуңғы тамсы һығылып төштө йәндән,
Тик донъялар шартламаны һин үлгәндән
Өмөт.
Был үлемең мине азат итте,
Ялған тормош, ялған ышаныстан,
Ысынбарлыҡ улай уҡ та ҡурҡыныстан
Түгел икән бөгөн танышҡан.
Бер алдатҡыс көстән ҡотолоу өсөн
Этәргестер үлемең, шуға рәхмәт!
Өмөтһөҙлөк үҙе ҡотолоу икән,
Ҡайһы яңылыштан, бына хикмәт...

* * *

Ниһайәт, күңел түңәрәк,
Ниһайәт, түңәрәк ай.
Бер кемдең дә яратыуы,
Һоҡланыуы кәрәкмәй
Әлегенән артығыраҡ.
Кисә генә ҡалай илаҡ инем,
Етмәй ине ым һәм иғтибар...
Бөгөн бына үҙ-үҙемә етәм,
Юғы юҡтыр, әммә барым бар.
Күңел асылып тора,
Һыйлы тағараҡтай
Һалҡын баҡсаларҙы биҙәгән,
Кемдәр унда минән йылы көҫәй,
Сатнаманан кемдәр биҙрәгән?
Бынамын мин,
Миңә һыйынығыҙ,
Йылытырға етер көстәрем.
Тағараҡта ҡыҙыл тәлгәш –
Күңел утым.
Үткән үпкәм,
Үлгән хатта ҡандай үстәрем...
Ниһайәт, күңел түңәрәк,
Ниһайәт, түңәрәк ай.
Ниһайәт, йөрәгем минең
Ҡорбан һорап иламай.
...Ярам бөтәшкәндер,
Моғайын да, берәү эстән генә
Миңә, кисер, тиеп өндәшкәндер...
Мин кисерәм, шуға шундай еңел,
Күңел хәҙер бер ҙә ырғаҡ түгел,
Тағараҡтай ғына, табындай.
Үҙем йылытырға әҙер, бер кемдән дә
Йылы эҙләп тормай, табынмай.
Күңел инде бер ҙә ырғаҡ түгел,
Тағараҡтай ғына асыҡмын,
Беләм, был донъяла йөрәктәр бар
Ҡышҡы мышарҙарға талсыҡҡан.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779