Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ырыуҙарҙы туплай “Иҙел йорт”
Ырыуҙарҙы туплай “Иҙел йорт”
Күренекле яҙыусы һәм ғалим, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, филология фәндәре докторы, профессор, бихисап монография, дәреслек, уҡыу әсбаптары, мәктәптәр өсөн күп төрлө дәреслек, хрестоматиялар авторы Мирас Иҙелбаевтың исеме киң ҡатлам уҡыусыларға яҡшы таныш. Мәртәбәле ғалим һәм яҙыусы күп яҡлы талантҡа эйәлеген меңәрләгән уҡыусыһы алдында тағы бер ҡат раҫланы – былтыр уның “Иҙел йорт” тигән романы донъя күрҙе.



1995 йылда Мирас Хәмзә улының оҙайлы һәм ныҡышмалы ижади эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе булған «Юлай улы Салауат» исемле романы сыҡҡайны (2005 йылда урыҫ телендә лә баҫылды). Тарихи-документаль ерлеккә таянып яҙылған был әҫәрҙә легендар батырыбыҙҙың халыҡ, ер-һыу, ил азатлығы өсөн дәһшәтле, ҡанлы-шанлы көрәшкә күтәрелеүенең сәбәптәре, тамыр-сығанаҡтары асыла. Йәш ҡаһармандың милли һәм социаль азатлыҡ хәрәкәтенә тәүәккәл ҡушылыуының, легендар яу етәксеһе дәрәжәһенә күтәрелеүенең осраҡлы булмауы, был һыҙаттың борон-борондан нәҫелдән нәҫелгә, быуындан быуынға күсә килеүе айырып билдәләнә. Автор данлыҡлы Аҡайҙан башлап Аҙналы, Юлайҙар дауам иткән көрәштең, азатлыҡ-байманлыҡ өсөн яуға күтәрелеүҙең Салауаттың күңленә сабый саҡтан уҡ һалыныуын, изге традицияларҙың һаҡланыуын һәм дауам итеүен дәлилдәр аша ышандырғыс итеп асып һалыуға айырыуса ҙур иғтибар бүлә.
Мирас Иҙелбаевтың тарихи-документаль факттарға таянып ижад итеүенә, аныҡ шәхестәр образын һынландыры­уына 2002 йылда нәшер ителгән «Ҡыҙыл ҡарҙар» тигән китабы ла ныҡлы дәлил була ала. Уға «Декабрь йон­доҙ­ҙары» һәм «Ҡыҙыл ҡарҙар» повестары, хикәйәләр тупланған.
«Декабрь йондоҙҙары» повесында Ҡазан университетында В.И. Ленин менән бергә уҡыған, революцияла ҡатнашҡан тарихи шәхес Мирсаяф Биишевтың яҙмышы һынландырыла. Унда ХIХ быуат аҙағындағы Рәсәйҙәге ҡуҙғалыштарҙың башы, йәмғиәт тор­мошондағы үҙгәрештәрҙең тәүге сатҡылары яҡтыртыла.
«Ҡыҙыл ҡарҙар» повесы ла — тарихи-документаль ерлекле әҫәр. Төп герой Буранғол Зиннуровтың прототибы итеп 1920 – 1930 йылдарҙа танылыу яулаған, Төркиәлә булған, Ленинградта уҡыған, шә­хес культы осоронда на­хаҡҡа ғәйепләнеп юҡ ителгән Мөхтәр Байымов алынған. Автор сағыу талантлы, тәрән белемле, халҡын, Башҡортостанын үҫтереү өсөн фиҙакәр хеҙ­мәт иткән ҡаһарман йө­рәкле, илһөйәр шәхестең һыҙаттарын тулыһынса асып бирә.
Мирас Иҙелбаевтың киң эпик ҡоласлы яңы тарихи романы «Иҙел йорт»тоң тәү­ге китабында (күләмле әҫәр ике китаптан тора. Әле донъя күргәненә “Үҫмер егет менән ат башы” исем­ле тәүге өлөшө ин­де­релгән) ХV быуат аҙағы, ХVI быуат башындағы Башҡортостандағы ижти­мағи-сәйәси мөхит яҡтыртыла, төрлө ырыу-араның тормош-көнкүреше, ғө­рөф-ғәҙәттәре һүрәтләнә. Тәүге ки­таптың төп геройы – буласаҡ атаҡлы сәсән Ҡобағоштоң атаһы Баязит. Ро­мандағы барлыҡ сюжет һыҙыҡтары тап уға — башҡорт илендәге иң ҙур, ҡеүәтле, Дим йылғаһының урта ағымында тормош көткән мең ырыуының абруйлы башлығына килеп тоташа.
Баязит — ырыуҙарҙың көнкүрешен хәстәрләп ятыусы ғына түгел, ә тотош башҡорт иленең киләсәк яҙмышын ҡайғыртҡан киң ҡарашлы сәйәсмән, аҡыллы ил уҙаманы. Һәр береһе айырым, үҙ ҡанун-йолаһы буйынса йәшәп ятҡан башҡорт ырыуҙарының уларҙың ожмахтай ерҙәрен баҫып алырға ынтылған нуғай ханлыҡтарының, йылдан-йыл көсәйә-ҡеүәтләнә барған урыҫ дәүләтенең ниндәй ҡурҡыныс менән янағанын күпкә алдан күргән, баһалаған оло шәхес булып күҙ алдына баҫа ул. Халыҡты ойоштороуға бөтөн ғүмерен бағышлай.
Романдың тәүге өлөшөндә, ваҡиға­лар­ҙың төйөнләнешендә үк Баязиттың, иң яҡын ҡәрҙәштәренән бәләкәй бер төркөм йыйып, хәүеф-хәтәр тулы сә­фәргә юлланыуы, алыҫта ятҡан Үҫәргән ырыуы еренә йүнәлеүе хикәйәләнә. Ундағы башлыҡ, үҙ һүҙле, уҫал, тәкәббер Ҡарабуға менән уртаҡ тел табыу, ырыуҙарҙы берләштереү өсөн ҙур йыйын үткәреү хаҡында килешеү маҡсатында юлға сыға ул. Әммә ят ерҙә уларҙы бәлә-ҡаза көтөп тора.
Романда тиҫтә быуаттар дауамында Ете ырыуҙы берләштергән ҡеүәтле, дәһшәтле союздың тарҡала башлаған мәле һүрәтләнә. Әйтергә кәрәк, заманында был союзға исеме тарихта уйылып ҡалған Мәсем хан етәкселек иткән. Ә әҫәрҙә хикәйәләнгән ваҡытта Ете ырыу берләшмәһендәге иң көслө Үҫәргән ыры­уының башлығы Ҡарабуға үҙен ана шул хан дәрә­жәһенә лайыҡ итеп тоя. Ҡаты холоҡло, һауалы башлыҡ менән һөйләшеүе Баязитҡа еңелдән булмай. Әммә күп ырыуҙың ихтирамын яулаған абруйлы ил ағаһының төп­лө, дәлилле фекерҙәрен Ҡарабуға кире ҡаға ал­май.
Романдың үҙәк өлө­шөндә башҡорт илендәге бөтә ырыуҙарҙың оло йыйынға йыйылыуы, бик көсөргәнешле һөйләшеүҙәр алып барыуы, дөйөм башлыҡ һайлап ҡуйыуҙа киҫкен ҡараштар бәрелеше ентекле, тәрән, ышандырғыс итеп һүрәтләнә. Ниһайәт, күпселектең бер фекергә ыңғайлаған мәлендә барлыҡ уй-ниәтте Басман менән Түрәханды үлтереп тәхеткә менеп ултырған яуыз, мәкерле нуғай ханы Алтаҡарҙың селпәрәмә килтереүе хикәйәләнә.
Бөтөн ырыуҙарҙы бергә туплап, ил баҫҡынсыларына ҡаршы күтәрелеү, Ватанды һаҡлау, бер башлыҡ хәстәрлеге аҫтында йәшәү идеяһын тормошҡа ашырыу киләсәк йылдарға күсерелә.
Мең ырыуы башлығы артабан да халыҡты берләштереү, хәүеф-хәтәргә ҡаршы тороу маҡсаты менән янып йәшәй, ойоштороу, өндәү-аңлатыу эштә­рен киң йәйелдерә. Ә инде нуғай ханы Алтаҡар Үҫәргәнде баҫып тигәндәй алғас, Баязиттың саҡырыуы буйынса, был ырыуҙың ерен, хоҡуҡтарын һаҡлау өсөн башҡорттар дәррәү күтәрелә. Берләшеүҙең идеологын, ойош­тороу­сыһын, етәксеһен ҡулға төшөрөү, юҡ итеү өсөн Алтаҡар мәкерле хәйлә ҡора. Әммә автор Баязитты хәйлә ҡорбаны хәлендә күрһәтеүҙән алыҫ тора. Олпат йәштәге ил ағаһы Ҡарабуға йәйләүенә был мәкергә бер ҡатлы ышанғаны өсөн түгел, ә килеп тыуған хәтәр ваҡиғала башҡа юл булмағанға, үҙенең аҡыл, ихтыяр көсөнә ышанғанға күрә килә. Тотҡон хәлендә лә абруйын һаҡлап, лайыҡлы һөйләшеүҙәр алып бара, һөҙөмтәлә ирекһеҙҙән ҡан-дошманға әйләнгән Алтаҡар ҙа уны хөрмәт итергә, улы Ҡобағошҡа ҡағылышлы талабын үтәргә мәжбүр була. Был – романдың кульминация өлөшө. Шартлар сиккә еткән көсөргәнешлек әҫәрҙә төрлө психологик анализ саралары аша асыла килә. Аталы-уллы Баязит менән Ҡобағоштоң ирҙәрсә сабыр һөйләшеүе, хушлашыуы мәлендәге тос һүрәтләү алымдары ырыу башлығының яҙмышы һәләкәт менән осланасағына ишаралай.
Романда икенсе төп сюжет һыҙығы Ҡобағош образына бәйле үҫтерелә. Әҫәргә ул алты йәшлек сабый сағынан килеп инә. Кескәй геройҙың алыҫ Үҫәргән еренә тәүге сәфәр ҡылыуын, Йәнсәйет ағаһы менән оҙайлы, ҡурҡыныс юл үтеүен, ҡыҙыҡһыныусан, теремек, зирәк, батыр йөрәкле булыуын яҙыусы мауыҡтырғыс картиналарҙа йүгерек, шыма алымдар аша һүрәтләй килә. Үҫә, аҡыл-зиһен туплай төшкәс, атаһының васыятына ярашлы “Урал батыр” ҡобайырын йөрөгән бер ерендә һорашып, табып, яҙып алыуы, сәсәнлек сәнғәте менән ҡыҙыҡһыныуы, буласаҡ атаҡлы сәсән Аҡмырҙа менән танышыуы, Шүлгән мәмерйәһен барып күреүе эпизодтары Ҡобағоштоң рухи донъяһын эҙмә-эҙлекле аса, нигеҙләй килә. Атаһы өлгөһөндә тәрбиәләнгән, алты йәшенән уға эйәреп, ырыуҙар, тотош Башҡорт иле яҙмышын ҡайғыр­тып, берләшеү идеяһын алға ҡуйып сәфәрҙәрҙә йөрөгән Ҡобағоштоң киләсәктә атаһы башлаған эште дауам итәсәге ышандырғыс итеп бирелә. Шәхес булараҡ өлгөрөп килгән йәш батыр күңелендә халыҡтың рухын нығытыр, ғәйрәт, көс, дәрт бирер өр-яңы ҡобайыр урғыла ла йөрәкте ҡуҙғытырҙай илһөйәрлек, ватансылыҡ рухы менән һуғарылған йыр булып тирә-яҡҡа, йыраҡ-йыраҡҡа тарала. Беренсе китап бына ошолай тамамлана.
Романда, киң эпик жанрға хас булғанса, башҡа үҙаллы, мәҫәлән, Басман ханға, Түрәханға, Ҡазан ханына шулай уҡ Йәнсәйет, Булат, Гөлйемеш, Ҡарабуға, Ҡараҡаш йыйынындағы балалар ярышында ҡатнашҡан буласаҡ данлыҡлы ырыу башлыҡтары образдарына (бында айырыуса Бөрйән ырыуының атаҡлы башлығы булып таныласаҡ Иҫәкәй образы тулы кәүҙә­ләндерелгән) бәйле сюжет һыҙыҡтары үҫтерелә. Улар ХV быуат аҙағындағы, ХVI быуат башындағы тарихи торошто күҙ алдына баҫтырыу, шул осорҙоң йәшәйешен яҡтыртыу, төрлө социаль, милли ҡатлам вәкилдәренең рухи йөҙөн, психологияһын сағылдырыу өсөн хеҙмәт итә. Романда күп төрлө ғөрөф-ғәҙәтте, йолаларҙы тасуирлау халыҡтың милли менталитетын тәрәнерәк асыуға булышлыҡ ҡыла.


Гөлфирә ГӘРӘЕВА,
филология фәндәре докторы,
БДУ профессоры.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779