Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төн эсендә ниҙәр бар?..
Гараж әллә күпме яйланмалар, ҡорамалдар, деталдәр менән тулы. Һәр нәмә йыйнаҡлап ыҫпай кәштәләргә теҙелгән. Дөрөҫөн әйткәндә, Илһамдың өйҙәге эш кабинетында ла бындай тәртип юҡ. Ә бында, ҡәҙимге гараждағы кеүек, сүп-сар, ту­ҙы­шып ятҡан тимер-томорҙоң әҫәре лә юҡ.
– Шәпһең, Абдулла, маладисһың! – тип һоҡланды Илһам. – Берәр мастерскойҙа эшләйһеңме?
– Юҡ. Ғилми-тикшеренеү институтында эшләйем. Йәш саҡта шунда гаражға урынлашҡайным, тора-бара конструктор бюроһына үрләттеләр.
– Фән менән булаша башланыңмы?
– Юҡсы. Нимәгә ул миңә фән? “Москва слезам не верит” фильмындағы Алексей Баталовтың роле уйҙыр­ма түгел ул. Мин дә, уның Гошаһы кеүек, ғалимдар уй­лап тапҡан яңылыҡты ҡулым менән тормошҡа ашырам. Ғалимдарҙың күбеһе бер яҡлы ғына ул. Мин бына ябай слесарь, белмәгәнем күп. Уларҙыҡы ла етерлек. Ә һин ни менән мәшғүлһең?
– Журналист. Китаптар ҙа яҙам, – Илһам быларҙы һөнәренән оялған кеүегерәк әйтеп ҡуйҙы. Ул үҙен Абдулла алдында ирҙәрсә һөнәре лә, һәләте лә булмаған кеше кеүек хис итә башлағайны. Абдулла ғилми асыштар яһарға һәләтле ғалимдарҙы ла өнәп бөтмәй, ҡәләм тотоп тамаҡ туйҙырған иргә бөтөнләй кәмһетеп ҡарар төҫлө тойолдо.
– Кит әле! Ысынмы? – тип ҡыҙыҡһынып текләне Абдулла. – Тере яҙыусыны беренсегә күрәм. Яҙыусылар философ була. Китаптарын уҡыһаң, хайран ҡалаһың. Кеше күңелен, холҡон, геройҙарҙың ҡы­лығының сәбәбен ныҡ белеп яҙалар.
– Ғалимдар яҙыусынан да фекерлерәк бит...
– Мин дә шулай тип уйлай инем. Минең менән булған сәйер ҙә, серле лә бер мөғжизәле ваҡи­ғаға, онотолмаҫ төнгө мажараға, береһенең-бер аңлатма бирә алғаны юҡ әле.
Илһамға ҡыҙыҡ була башланы. Ниндәйҙер се­ре бар был икәүҙең. Ул, етмәһә, төнгә бәйле. Кисә төндә ул хаҡта Абдулла ишараланы, бөгөн уйын­лы-ысынлы Зөлфирә телгә алды, әле ҡабатлап Абдулланың теленән ысҡынды. Машинаһын уй­лап, иғтибарына элмәй түгелме Илһам быларҙы? Журналислыҡ, яҙыусылыҡтың төп ҡоралы – ҡыҙыҡһыныу серем итәме?
– Минең кеүек берәр төнгө мажараға тары­ғаның булдымы әллә, Абдулла?
Абдулла машина двигателендә ҡаҙыныуын дауам итте. Өндәшмәйерәк йөрөнө.
– Ышанмаһаң, ышанмаҫһың, – тип телгә кил­де торараҡ. – Гәзиткә-маҙар яҙыр өсөн түгел, ҡыҙыҡ өсөн генә һөйләйем. Яҙмайым тип вәғәҙә бирһәң генә. Кеше ышанмаҫлыҡты дөрөҫ булһа ла һөйләмә, тиҙәр бит. Ҡайһы бер ағай-эне, Абдулланың аҡылы зәғифләнгән, тип уйлар. Яҙмай­һыңмы?
– Ярар һуң...
Абдулла гараж ишегенә барып, тышты күҙәтеп алды.
– Зөлфирә был тирәлә түгел икән.
– Бәй, Зөлфирә белә түгелме? Бая үҙе ишараланы ла инде.
– Белә ул. Әммә ҡатын-ҡыҙ бит, һиҙҙермәһә лә, ҡы­тығы килә. Уныһын ғына беләбеҙ. – Абдулла, заговорсы кеүек, Илһамға күҙен ҡыҫып ҡуйҙы. – Бисәнең ауыртҡан еренә баҫмау яғын ҡарар кәрәк. Улар халҡын рәнйетһәң, нервылары слабый микән, төшөнкөлөккә, ҡуйыртылған уйҙырмаға бирелә лә китә. Кәрәкмәй. Бергә ғүмер итәһе. Хәйер, белә ул теге хәлде.
– Зөлфирә менән таныш түгел инек әле, – тип башланы һүҙен Абдулла. – Теге төнгө мажараларҙан һуң ғына осраттым мин уны.
Бер йылды Кемерово өлкәһенең губернаторы Аман Тулеев үҙен Рәсәй президентлығына кандидат итеп тәҡдим итте. Ни өсөн улайтҡандыр. Ҡыҫыҡ күҙле, ярым ҡаҙаҡ, ярым башҡорт Башҡортостан кешеһе Аманды Рәсәй халҡы президент тип таный буламы? Кемерово өлкәһенән Өфөгә делегация килеп төштө. Береһе, Салауат исемлеһе, край хакимиәте аппаратында эшләй икән. Заманында кулак тип Себергә оҙатылған Баймаҡ кешеһенең нәҫеленән булып сыҡты. Бер килгәндә ҡартатаһының тыуған ауылын да барып күргеһе килеү теләген белдерҙе.
Мин ул саҡта гаражда эшләй инем. Институт директоры мине саҡырып алды:
– Һин Буранбайҙанмы әле ул?
– Эйе. Түште асып күрһәтәйемме?
Директор көлөп ҡуйҙы:
– Кәрәкмәй, – тине ул. – Күлдәгең тышынан да күренеп тора. Кемерово өлкәһендә Ҡурай тигән ауыл бар икән. Уны уҙған быуатта Себергә оҙатылған ағай-эне был яҡтарға кире ҡайтырға ҡурҡып нигеҙләгән, күрәһең. Әле беҙгә килгән делегация етәксеһе Салауат Ағзамовичтың олатаһы һеҙҙең ауылдыҡы булһа кәрәк. Һеҙҙең ауылда уныҡы кеүек фамилиялы кешеләр бармы?
– Юҡ шикелле...
– Шулай ҙа ҡунаҡты Буранбайға алып барып килергә тура килер. Бәлки, берәр сыбыҡ осо булһа ла табылыр.
– Була ул, – тип шатланып киттем. – Ауылға ҡайтып урау хөрт түгел инде ул.
Ике машинала юлға сығып киттек. Береһенең руле миндә. Ҡунаҡтар минең машинаға ултырҙы. Мин һиңә әйтәйем!.. Уларҙың береһе ҡыҙыҡай. Килеп тороп һы­лыу. Салауат Ағзамовичтың һеңлеһе икән. Ағайығыҙ, “Өфө – Баймаҡ” юлынан түгел, артҡы ултырғысты күрһәткән көҙгөнән күҙен ала алмай, нисек хәрәкәт ит­кәнен дә шәйләмәҫлек хәлгә килмәһенме!
– Баймаҡ ҡыҙҙары матур инде ул. – Илһам берәр бик ҡыҙыу lоve storу ишетәһен аңлап, ҡыҙығып китте. – Тик улар уҫалыраҡ була түгелме?
– Нишләп?.. Уларҙың уҫаллығы... Ана Зөлфирәгә ҡара... Йыуаш түгел, әлбиттә. Тик, уҫал булам тип, әллә ҡайҙа бара алғаны юҡ әле.Текәлеге бар. Уныһы хаҡ. Уф, оҙаҡ йөрөттө артынан. Шуға һаман асыу килеп ҡуя. Ҡыҙҙар ни, ҡосаҡлаһаң, йыуашая ул. – Абдулла шуҡ йылмайып ҡуйҙы.
– Әйттем иһә ҡайттым. Зөлфирәң бигерәк ипле күренә.
– Ипле! – Илһам шыртлап ҡуйҙы. Әллә кеше бисәһен маҡтап саманы юғалтты инде.
– Ҡәҙимге бисә, йәшәмәҫлек түгел. Кеҫәһе тулы сөй, шул яғы менән алдыра.
Ә теге Себер ҡыҙы... Ҡап-ҡара сәс, күҙҙәре йоҙроҡ ҙурлыҡ, йәм-йәшел. Иркә генә һөйләшә. Ҡыҫҡаһы... Быуынға төштө был ҡыҙыҡай. Һинең шулай булғаны бармы?
– Булмай ни! – Илһам дәртләнеп китте. – Беҙ, яҙыусылар, китап уҡыусылар менән осрашыуҙарға йөрөйбөҙ. Залда һәр саҡ берәр һылыу күҙеңде яулай. Тотоп ашарҙай булаһың. Сара юҡ. Тырышып ҡарайһың инде... Һис юғы һине һағыныр хәлгә етерлек итеп башын булһа ла бутап китәһең...
– Ышаналарҙыр инде?..
– Ышандыраһың. Тел ни өсөн бирелгән? Бөтә матур ҡыҙҙарҙы ла етәкләп алып ҡайтып булмай ҙа баһа. Ә, илһам өсөн... Ир-ат илһамһыҙ артабан хәрәкәт итә алмай. Уға стимул кәрәк...
– Илһам ҡатын-ҡыҙ күңеленән һауыла. Уныһы хаҡ. Һәүкәшкә лә бит һөт биргәне өсөн бесән ашаталар. Ә ҡатын-ҡыҙ... Уның йәне, минеңсә, ихласлыҡ һәм мө­киббән инанғанлыҡ менән туҡлана. Мин ҡатын-ҡыҙҙы рәнйетергә ҡурҡам. Аллам һаҡлаһын!
Абдуллаға Илһамдың “егетлек”тәре оҡшаманы булһа кәрәк. Ул өндәшмәй генә двигатель менән булышыуын дауам итте. Ләкин хәтирәләренә бирелгәйне инде, йәнә һөйләй башланы:
– Баймаҡтар матур ҡаршы алды. Бишбармаҡ, ҡаҙы­лыҡ, ҡарта, бәлештәр, тултырмалар, бауырһаҡ, ҡымыҙ, бал өйөлөп тора. Ә минең күҙгә аҡ-ҡара күренмәй. Етмәһә, район хакимиәтендә эшләгән класташ егет төрттөрөп китте: ”Тешең үтмәҫтәй булһа, әйт, ҡыҙҙарҙың матурын беҙ ҙә яратабыҙ ул!” Тегегә бармаҡ янап ҡуйырға тура килде.
Ауылда быларҙың нәҫелен белеүсе табылманы. Уларҙыҡы кеүек фамилиялы берәү ҙә юҡ. Архивҡа инергә ваҡыт самалы. Ҡунаҡтарға милләттәштәренең көнкүреше, йола-ғәҙәттәре, йырҙары, ҡурай моңо иҫ киткес көслө тәьҫир итте, хушлашҡанда күҙҙәрендә йәш сағылды.
– Бындайҙы минең атайымдың да күргәне юҡ, – тип ҡуйҙы Салауат. – Һайлау мәшәҡәттәре үткәс, килеп сығырбыҙ әле.
Минең ике күҙ – Алисала. Эсемдән генә “Әлисә, Әлисә...” тип ҡабатлайым. Үҙемдән дә ҡурҡып, ояла-ояла “һөйөклөм...” тип тә өҫтәп ҡуям.
Ҡунаҡтар Кемеровоға ҡайтып китте. “Аман Тулеев­тың Рәсәй президенты була алмаҫын беҙ беләбеҙ, – тигән беҙҙең директорға Салауат. – Беҙгә ошо кампания барышында уның әле ултырған креслоһын бүтәндәрҙең теше үтмәҫлек итеп нығытып ҡалырға кәрәк!” Сәйәсәт!
Ә мин... Теге йәшел күҙҙәрҙең упҡынынан сыға алмайым. Һайлауҙар үтте. Ельцинды “ғаилә”һе айныр-айнымаҫ көйө затлы Рәсәй тәхетенә йәнә ултыртып ҡуйҙы. Ай үтте. Кисерештәрҙән айығып булмай. Иҫһеҙ-ләнгән кеүекмен. Нишләргә? Отпуск алдым. Сыҡ та һыпырт Кемеровоға. Адрес та, телефон да юҡ. Эстәге усаҡҡа түҙерлек сара ла юҡ.
Абдулла йәнә гараж ишегенән башын тығып ҡарап, Илһамға күҙен ҡыҫты. Машинаның двигателе йыйылып бөттө, уны икәүләшеп урынына ҡуйҙылар.
– Ә һин ниндәйҙер мажаралы төн хаҡында һөйләмәксе инең түгелме?
– Ул төндө мин шул Красноярск крайында кисерҙем дә инде...
Килеп төштөм. Ә Әлисәне ҡайҙан эҙләргә? Ҙур ҡала. Шахтерҙар бит мул эш хаҡына өйрәнгән, халҡы ярайһы текә. Губернатор администрацияһы тирәһендә буталам, беҙгә килеүселәрҙең береһе-бер осрамай. Салауат Ағзамович хаҡында һораштырам, йүнләп яуап биреүсе юҡ.
Ҡурайға китергә булдым. Бәлки, тыуған ауылдарында берәй мәғлүмәткә тап булырмын. Башта автобус менән район үҙәгенә барҙым. Ауыл район үҙәгенән алыҫ түгел икән. Маршруткаға ултырҙым. Көтөп торғандар ти мине. Быларҙың ғаиләһен беләләр, адрестарын белеүсе юҡ. ”Ағзам – ҙур кеше, шахтаның баш инженеры, ҡайтҡаны юҡ”, – тиҙәр.
– Ауылдары Ҡурай тип аталғас, башҡорттар йәшәй­ме?
Юҡсы. Йыйылма халыҡ, Раскулаченныйҙар. Барҙыр инде. Миңә бер башҡорт та осраманы. Ауылдары былай матур, төҙөк. Салауат менән Алисаны ишетеп кенә беләләр. Баймаҡтар кеүек әйҙүкләп торған кеше юҡ. Ҡасаба хәтлем ауыл. Тегендә һуғылдым, бында... Мәктәптәренә инеп сыҡтым. Алиса бында тыумаған, мәктәбендә уҡымаған.
Ҡунаҡхана юҡ. Нишләргә? Маршрутка иртәгә генә була. “Ярар, – тип уйланым, – 15 саҡрым араны йәйәү йөрөмәгән кешеме ни мин? Район үҙәгендә, моғайын, ҡунаҡхана барҙыр”. Киттем дә барҙым килгән юл буйлап. Бәлки, берәй машина осрар әле. Машиналар юҡ. 90-сы йылдар аҙағы, хәҙерге кеүек машиналар мыжғып тормай. Юл һил. Ҡараңғы төштө. Юлдан тайпылмаҫҡа тырышам. Бара торғас, сатҡа юлыҡтым. Килгәндә абай­ламағанмын. Уңға китергә кәрәк, тип уйлайым. Уңға барһаң, юл уңыр. Һәр хәлдә, аҙағы булмаған юл булмай бит.
Бер аҙҙан тимер сымдар тартылған, бейек ҡоймалы ергә барып сыҡтым. Китеп барам, китеп барам. Арытты. Юлдың аҙағы юҡ... Тапандым-тапандым да бер ҡыуаҡ төбөнә инеп яттым. Таң атһын, берәй нәмә асыҡланыр.
Иртәгәһен өшөбөрәк уянып китһәм, кисә күргән ҡойманың тышында түгел, эсендә ятам, имеш... Ҡойма өҫтөнән өс ҡат тимер сым тартылған.
“Проходная” тигән яҙыу күренә. Шунда киттем. Бер офицер, ике һалдат ҡаршы алды. Күҙҙәре маңлай­ҙарына менеп китте! “Кем һин? Бында нисек индең?” Аҙашыуымды, был яҡ кешеһе түгел икәнемде, арып, ҡойма тышында йоҡлап китеүемде аңлатып ҡарайым, ышанмайҙар.
Офицер мине айырым бүлмәгә алып инеп китте. Һөйләгәндәремде ҡағыҙға яҙырға ҡушты. Пистолетын сығарып өҫтәлгә һалды. Мин үҙемдең әле генә һөйләп сыҡҡандарымды, ҡулым ҡалтырай-ҡалтырай, ҡағыҙға төшөрҙөм. Салауат менән Алисаның исемен генә телгә алманым. Бәләһенән баш аяҡ.
Офицер ҡағыҙымды алды. Уҡыны. Йөҙө ағарынды. Бер-беребеҙгә текләп ултырып алдыҡ. Ҡарашы, һиңә әйтәйем, киноларҙа күрһәткән НКВДшниктыҡы кеүек уҫал. Ултырҙы-ултырҙы ла минең ҡағыҙҙы йыртып, усында йомарлап кеҫәһенә тығып ҡуйҙы.
– Өс рәт тимер сымды күрҙеңме? Уларға ток ебәрелгән. Ул сым аша бер кем дә үтә алмай. Зона территорияһына проходной аша ғына инеп була. Ә уның ишеге эстән генә бикләнә, асҡыс сейфта һаҡлана. Төнгө дежурҙа беҙ өсәү булдыҡ. Ишектән бер кемде лә индермәнек. Берәй кешене пропускһыҙ индерһәк йә сығарып ебәрһәк, беҙгә – трибунал. Аңлайһыңмы? Трибунал! Ә һинең бында килеп ингәнеңде нисек аңлатырға?
Нимә тип әйтәйем. Үҙем дә ярым үле, ярым тере хәлдәмен.
– Аңлайһыңмы, һине зонаға беҙ генә индергәнбеҙ булып килеп сыға. Беҙҙең баш ҡына түгел, һинеке лә китә. Һиңә – срок!
Мин ҡурҡыштан дерелдәй башланым. Ултырабыҙ офицер менән ҡара-ҡаршы. Офицер ҙа, һалдаттар ҙа йәл. Ә үҙем һуң?! Яҡшы ниәттән, мөхәббәт ҡанаттарында, йәм-йәшел күҙле мөхәббәтеңде эҙләп юлға сыҡ та, ғәйепһеҙҙән ҙур срокка ябылсы әле! Нисек килеп индем икән мин бында?
Бер аҙҙан офицер урынынан торҙо. Пистолетын алды. “Ошонда ултыр, мин тиҙҙән киләм”, – тип сығып китте.
Тиҙ әйләнеп килде. “Әйҙә, йәһәт кенә ҡуҙғал, эйәр минең арттан!” Киттек. Ҡараңғы тамбур буйлап барабыҙ. “Ошонда ата икән был мине”, тип уйлай-уйлай атлайым. Ишеккә килеп төртөлдөк. Ул уны асҡысы менән асты. “Һыпырт! – тип бойорҙо был. – Мәгәр бөгөнгө хәлде берәйһенә ысҡындырһаң, һиңә лә, беҙгә лә – каюк!”
Сыҡтым. “Арттан атырмы икән?” Атманы. Оло юлға нисек барып еткәнемде, Кемерово вокзалынан нисек ҡайтыр юлға сыҡҡанымды хәтерләмәйем. Оҙаҡ ваҡыт ыҙаланы мине был ваҡиға. Кешегә һөйләргә ҡурҡыта. Тәүәккәлләп, уратып-суратып булһа ла үҙебеҙҙең институттың бер профессорына һөйләнем. Аңлата алманы. Нисек ғалим булып алғандыр...
Абдулла һүҙенән туҡтаны. Илһамдың машинаһына инеп, моторҙы ҡабыҙҙы, тегеһе шыҡ та итмәй, быға буйһондо, гараждың тышына сығып та китте.
– Принимай! – Абдулланың күҙҙәре ҡәнәғәт йылмая, йөҙө лә яҡты. Илһамдың да шатлығы эсенә һыймай. Бына бит! Оҫта оҫта инде. Автомастерскойға барып етергә тура килһә лә, нисәмә көн ығышырҙар ине. Аҙна-ун көн генә үтә ул унда.
– Рәхмәт, Абдулла! Һин дә минең өсөн төнгө мөғжизә булып сыҡтың. Ни хаҡ һорайһың?
– Ҡуй әле!.. Тере яҙыусыны осрат та... Кемгә эләгә ул... Тик... һин шуны әйт, теге минең менән булған хәл нисек килеп сыҡты икән?
Илһам ҡаушап ҡалды. Сәйер, үтә сәйер ваҡиға шул.
– Телепартация! – тине ул, терминды иҫенә төшө­рөүенә ҡыуанып. Йыһандың беҙгә билдәле булған­дарынан башҡа ла ҡөҙрәттәре, үлсәм-үлсәүҙәре бар, тиҙәр.
– Улай тигәндәре булды. Ә логикаһы юҡ микән ни? Мин аңларлыҡ ҡағиҙәһе?
– Ул тиклемен белмәйем шул... Телепортацияға кеше үҙе ныҡ теләп тә, ниндәйҙер тетрәнеүҙәр кисереү арҡаһында ла барып эләгеүе бар, тип аңлата физиктар. Ә мин ысынын белмәйем...
– Беләһең һин! Яҙыусылар белмәгән нәмә буламы ни? Фантаст яҙыусыларҙың китабын уҡыһаң, иҫ китә. Беләһең! Ярар, ябай кешеләргә әйтергә ярамайҙыр. Төпсөнмәйем. Бәлки, берәй саҡ үҙем төбөнә төшә алырмын...
Илһамға уңайһыҙ булып китте. Үтә ҙурҙан бесә түгелме Абдулла уның образын? Бигерәк һәләтһеҙ итеп тойҙо ул үҙен алтын ҡуллы, ниндәйҙер тәбиғи егетлек һәм әхлаҡилыҡ аңҡып торған яңы танышы алдында.
– Егеттәр! Мунса ла, аш та әҙер! – Зөлфирәнең яғымлы тауышы уны күңелһеҙ уйҙарҙан ҡотҡарҙы.
Хәйер, бөгөн күргәндәрен, ишеткәндәрен һәм кисергәндәрен ул онота алырмы, күңеленә көтмәгәндә оялаған кемдеңдер алдындағы ниндәйҙер ғәйеп тойғо­һонан ҡотолормо икән? Бәлки, былар ғәҙәтләнгән үҙ тормошо һәм мөхитенә барып инеү менән юҡҡа сығыр?
...Абдулла уйламаған ерҙән ток аҡҡан тимер сы­быҡ­тар уратып алған зона эсендә, социаль тормоштоң һәр кешенең дә күҙенә сағылмаған, әммә иң фажиғәле утрауында, йәшәү менән үлем араһындағы ҡыл нәҙеклеген төшөнөп тетрәнгән булһа, Илһам иһә төн шаршауын асып, ябай ҙа, зауыҡлы ла, әҙәп-әхлаҡлы ла мөнәсәбәт­тәргә ҡоролған изге күңелле, алтын ҡуллы, тыйнаҡ Абдулланың оло юлдан ҡарт ҡарағайҙар аръяғына йәшенеп, ышыҡланып ултырған ожмах кеүек донъяһына килеп юлығыуын мөғжизәнән кәм күрмәй ине.
Мунса инеп, һалма ашап, сәй эсеп бер булдылар. Илһам, саҡырылмаған ҡунаҡ булыуын онотоп, күптәнге дуҫы менән осрашҡандағы кеүек ҡәнәғәтлек эсенә сумғайны.
­Хушлашырға кәрәк. Кисләп тә бара. Хужалар Ил­һамды йәнә килергә саҡырып ҡалды. “Ауылығыҙ ошо яҡта булғас, был тирәнән үтмәй булдыра алмайһың, теләгән ваҡытта кил дә ин”, – тип һөйләнде Абдулла. Уның да Илһамдан айырылғыһы килмәй микән? Әллә әҙәп йөҙөнән генә саҡырамы? Ни хәжәте инде Илһамдың Абдуллаға?..
Төнгөлөккә ҡалмаҫҡа кәрәк. Ә төн эсендә нимә генә булмаҫ...


Автор: Т. Ғәниева


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779