Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төн эсендә ниҙәр бар?..
Төн эсендә ниҙәр бар?..Илһамдың кәйефе һәйбәт ине. Ауыл­да апаһы, ҡустыһы менән осрашып, күңеле булып ҡайтып бара. Апаһы Мәскәүҙә йәшәй уның, ҡустыһы – үҙҙәренең ауылында. Ҡустыһы бынан дүрт-биш йыл элгәре генә аталарына күрше генә ергә өй күтәреп башҡа сыҡҡайны. Ул саҡта әсәләре лә иҫән ине әле. Илһам менән апаһы ҡустыларының өй һалыу ниәтенә, тәүҙә атайҙар янында торһаң ни була, тип бик риза булмағайны. Аталары иһә, күрше генә бит, дәрт иткәс, һалһын өйҙә, тигәс, уға аҡсалата ярҙам иттеләр. Арыу ғына өй һалып инде, үҙҙәре барыбер ике арала йөрөп ятты. Әсәләре вафат булғас, атаһын үҙенә генә күсереп алырға ла ныҡыш­ҡайны, тегеһе риза булманы. Атай йорто былай ныҡ ҡына ул. Һыуы өйҙә. Газ менән йылытыла. Ашау-эсеүгә балалары янына инеп йөрөнө.
Әле бына ярты йыл элек ҡапыл ғына китеп барҙы. Берәүҙе лә ыҙалатманы.
Өй бушап ҡалды. Вариҫтар өсәү. Ул кемгә була? Шул хаҡта һөйләшергә йыйылышҡайнылар. Шул һөйләшеүҙән риза булып ҡайтып бара Илһам.
– Миңә өй һалыштығыҙ, – тине ҡустылары, – үҙегеҙ ҡарағыҙ. Һеҙгә дәғүәм юҡ. Ауыр 90-сы йылдарҙа балалар ҙа мәх­рүм булманы, уныһын-быныһын ебәреп, сәй-шәкәрҙән, ондан өҙмәнегеҙ. Һатам тиһәгеҙ һатып, аҡсаһын бүлешегеҙ.
– Атай йортон һатып байып булмаҫ, минең уға ҡалған көнөм юҡ. – Илһам апаһының фекерен көттө.
– Минең дә, – тине апаһы. – Ә нишләп һатабыҙ беҙ уны? Тора бирһен. Ҡайтып йөрөрбөҙ.
– Ҡайтһағыҙ минең өйгә лә һыяһығыҙ, – тип ҡараны ҡустылары. Апаһы менән ағаһы ныҡ торҙо. Ҡуй, торһон, тип ризалашманылар.
Шуға бик күңеле булып ҡайтып китте Илһам. Апаһы ауылда бер аҙ торам әле, ҡәберен кәртәләтәм тип тороп ҡалды. Атай мираҫы тип бер туғандарҙың үҙ-ара дошманлашып бөткәне бар. Быларҙыҡы, ысынлап та, һәйбәт килеп сыҡты. Атаһы менән әсәһенең төҫө, тотҡан сынаяҡ, көрәк-һәнәккә тиклем ҡәҙерле. Мәскәүҙең һа­уаһын еҫкәп ятҡансы, апаһы менән еҙнәһе, уларҙың ейәндәре йәйҙе ошонда үткәрер. Олоғаялар бит. Илһамдар ҙа ҡайтып йөрөр. Бигерәк матур бит ауылдарының тәбиғәте. Емеш-еләк йыйған, ат көткән, бесән сапҡан урындарҙы бер әйләнеп сығыу ҙа әллә ни.
Йырлай-көйләй, һыҙғыра-һыҙғыра килә торғас, машина фыр-фыр итеп кәзәләнә башланы. Артабан барырлыҡ түгел. Илһам туҡтап тышҡа сыҡты. Капотты асып ҡа­ҙынып ҡараны. Шәмдәрҙе тикшерҙе. Бензин етерлек. Ни булды быға?
Ҡараңғы төшөп китте. Үткән-һүткән машиналар ҙа туҡтамай. Нишләргә? Берсә машинаһының эсенә инеп ултырҙы, берсә кире сығып борғоланды Илһам. Юлдың һул яғында ағастар араһынан уттар емелдә­гәне күренеп ҡала. Был тирәлә ауыл юҡлы­ғын белә ул. Баҡсалар ғына. Машинаны ҡалдырып, шул уттар яғына барып ҡа­рарғамы? Ә унда кемгә һуғыла беләһең? Кеше хәҙер кешенән ҡурҡа, бигерәк тә төн уртаһында. Ишек астыртып, төн сығырға индереүгә күндереү икеле. “Яҡшы кәйефте берәр нәмә боҙмаһа булмай, – тип асыр­ғанды Илһам. – Әллә берәрһе юға­рынан ҡарауыллап тора. Ниндәйҙер көс мотлаҡ аяҡ сала һала. Исмаһам, берәр яңы­лышһа!..”
Алдына сығып, машина туҡтағанын һиҙ­мәй ҙә ҡалды Илһам. Унан бер ир килеп сыҡты. Хәйерлегә булһа ярай ҙа. Ҡәрсәһе, “йүнле кеше төнөн йөрөмәй, төнөн йөрөгән кеше ҡараҡ була”, ти торғайны.
– Йөрөмәйме ни? – теге ир Илһам янына килде. – Сәбәбен беләһеңме?
– Ҡараңғы... Тапмай ҡуйҙым. Кәзәләнә. Ҡыҙмай.
– Ҡайҙа, капотты асып ҡарайыҡ әле... – юлаусы ла, Илһам кеүек, тегене һәрмәне, быны. – Ғәйеп двигателдә. Бында ғына рәткә һалырлыҡ түгел, – тигән диагноз ҡуйҙы.
Икәүләшеп тәмәке көйрәтеп алдылар. Һөйләшмәнеләр. Бер-береһенең кем булыуын, ҡайҙа китеп барыуын да һораш­манылар.
– Абдулла, – тип ҡулын һондо таныш булмаған кеше.
– Илһам...
– Бүтән юл юҡ, – тине шунан Абдулла,– тағылығыҙ миңә. Двигателде иртәгә яҡтыла ҡарарбыҙ. Бында ултыра алмаҫһығыҙ. Төн эсендә ниҙәр булмаҫ. Әсәйем әйтмешләй, ҡараҡтар төнөн йөрөй.
Илһам көлөп ебәрҙе.
– Минең ҡәрсәйем дә шулай ти тор­ғайны. Үҙем былай ҡараҡ түгел дә ул.
– Күренеп тора. Ҡараҡтарҙың тачкаһы төн уртаһында юлда боҙолоп ултырмай хәҙер. Мин анау яҡта йәшәйем. Дачала. Тағылығыҙ. Төн уртаһында яңғыҙ ҡалыу­ҙың нимәгә тарытыу ихтималлығын беләм, – тип йылмайҙы Абдулла. – Бәләһенән баш-аяҡ.
Машинаны таҡтылар ҙа ҡуҙғалдылар. Бая шәйләнгән уттар яғында икән Аб­дулланың дачаһы. Тиҙ килеп тә етте­ләр.Ишек алдында ут яна.
Машиналарҙы ҡапҡа эсенә индереп ҡуйҙылар. Ут яҡтыһында дачаның бик ыҫ­пай, күркәм булыуы күҙгә ташланды. Театр гардеробтан башланған кеүек, баҡсаһы ҡапҡанан уҡ билдәле Абдулланың. Рә­шәткәләр, ҡапҡа семәрләп, биҙәкләп яһалған.
– Асыҡтығыҙмы? Асыҡһағыҙ, бисәне уятам.
– Юҡ, – тип баш тартты Илһам. – Ауылдан ит ашап, һурпа эсеп кенә сыҡҡайным. Рәхмәт. Уятмағыҙ ҡатынығыҙҙы. Баш терәрлек урын тапһағыҙ.
Илһам Абдуллаға текләберәк ҡарап ҡуйҙы. Ярайһы оҙон буйлы, йоҡа кәүҙәле урта йәштәрҙәге кеше икән.
– Урын етерлек.
Ирҙәр өйгә инеп ут ҡабыҙҙы.
– Абдулла! – тигән ҡатын-ҡыҙ тауышы ишетелде икенсе ҡаттан.
– Мин! Ҡунаҡ бар. Һин торма, Зөлфирә. Беҙ кефир эсәбеҙ ҙә ятабыҙ.
Абдулла Илһамға кефир ҡойоп бирҙе, урын күрһәтте.
– Йоҡлағыҙ. Машинаны иртәгә ҡарар­быҙ.
...Үҙҙәренең ауылындағы өйҙә йоҡлаған кеүек рәхәтлек кисереп, еңеләйеп уянды Илһам. Рәхәтен рәхәт тә, сит кеше йортонда бит әле ул. Хужаларҙың өйө тыныс икән. Асыҡ тәҙрәнән ҡоштар һайрағаны ишетелә, сәскә еҫе танауҙы ҡытыҡлап күңелгә ҡаймаҡ кеүек яғылғандай. Ул кейенеп тупһаға сығып баҫты. Вәт әй!.. Бындайҙы күргәне юҡ ине әле Илһамдың. Хужалар бай кешеләр микән ни? Улай тиһәң, байҙарҙың донъяһы бейек ҡойма менән уратылған була. Бында ундай ҡой­малар юҡ. Ә ихата әкиәт донъяһы кеүек сынъяһау. Ҙур булмаған ике ҡатлы өй ылыҫ бүрәнәнән һалынған. Уны үрмәле гөлдәр биҙәп тора. Сәскәләр икенсе ҡатҡа тиклем үрмәләгән. Тупһа, беседка, ҡапҡа, ҡой­ма­лар, тәпәшәк кәртәләүҙәр сәскә формаһына еткерелеп бөгөлгән тимерҙән яһалған. Ундайҙы бер саҡ Илһам Златоуст ҡала­һының металлургия заводы музейында күргәйне.
Түтәлдәр, линейка менән тигеҙләп һы­ҙылған кеүек, төҙ. Ситенән һыу һибә торған тишекле торбалар үткән. Клумбалар тәбиғи ҡалҡыулыҡ төҫлөрәк. Уларҙы төрлө төҫтәге йәшмә, мәрмәр таштар биҙәгән, таштар араһынан экзотик сәскәләр йылмая. Урал тауҙарында аяҡ аҫтында ятҡан, сит илдәр өсөн торғаны бер хазина һаналған был таштар зауыҡлы теҙелгән, ҡояш нурҙа­рында сағылып, йәйғор төҫтәре менән күҙҙең яуын ала. Ағастан һырып, юнып эшләнгән йәнлек һындары бар. Мөғжизә!..
– Йоҡоғоҙ тыныс булдымы? – Абдул­ланың үҙе кеүек ярайһы оҙон буйлы һылыу ҡатынды Илһам, бынау матурлыҡтарҙан арбалып, күрмәй ҙә тора икән. “Ҡатыны һылыу, – тигән уй йүгерҙе башынан. – Зауыҡлы кеше бисәне лә һайлай белгән. Кемдәр һуң былар?”
– Ғәфү итегеҙ, саҡырылмаған ҡунаҡты кем тиҙәр әле... – Илһам ҡатынға һоҡла­ныбыраҡ ҡарауынан ғәйеп кисергән кеше кеүек, шаяртыбыраҡ һүҙ ҡушты. – Өйөгөҙ­ҙөң ҡото бар икән. Ҡаты йоҡлағанмын. Ғөмүмән, бигерәк шәп икән дачағыҙ. Бын­дайҙы күргән юҡ ине әле.
Хужаларға ярайым тиһәң, балаһын маҡ­та, тиҙәр бит. Бында бала-саға күренмәй. Ә дача, дөрөҫөн әйткәндә, маҡтамай тү­ҙерлек тә түгел шул.
– Үҙегеҙ һалдығыҙмы, әҙерҙе алды­ғыҙмы?
– Үҙебеҙ... – Ҡатын яғымлы ҡарашын гараж яғына һирпте. – Бындағы һәр нәмә Кулибиндың үҙ ҡулы менән эшләнде.
– Кулибин? Фамилияғыҙ шулаймы? Абдулланы әйтәһегеҙме?
– Уны...
– Эй, онотоп торам, оҫта ҡуллы кешене шулай тиҙәр бит әле.
– Абдулланың ҡушаматы ул. Эшендә лә шулай тип йөрөтәләр. – Ҡатын, кисә Абдулла уны Зөлфирә тип атаны буғай, ире менән ғорурланыуын йәшермәй ине. – Әйҙәгеҙ, сәй эсәйек. Абдулла! Ташлап тор эшеңде, ҡунаҡ уянды, бергәләп сәй эсеп алығыҙ. Сәмиға апай һөт, ҡаймаҡ килтереп китте. Әйҙәгеҙ! Анау яҡта, – тип Илһамға ҡарап әйтте Зөлфирә, – бәләкәй генә ауыл һаҡланып ҡалған. Бер нисә кеше һыйыр тота. Шулар һөт, ҡаймаҡтан өҙмәй. Уларға, аҙ булһа ла аҡса, беҙгә – ризыҡ.
– Двигателде һүтеп алырға тура килде, – тип ҡулын йыуып өҫтәл янына килеп ултырҙы Абдулла. – Борсолмағыҙ. Ҡороп ҡуябыҙ беҙ уны. Әллә һин тип һөйлә­шәйекме? Ике башҡорт үҙ-ара “һеҙ” тип һөйләшкәнде яратмайым мин. Тәбиғи түгел. Беҙҙең тел өсөн ят. Беҙҙә хөрмәт итер өсөн “ағай, апай, инәй, ҡайным, бейем, ҡайынбикә, ҡайнаға, еңгә, олатай, өләсәй, ҡартатай, ҡартәсәй, еҙнә” тигән һүҙ­ҙәр, тағын әллә күпме мөмкин­лектәр бар. Кешегә шуларҙы ҡушып өндәшһәң, үҙе үк хөрмәт итеүҙе аңлата. Һеҙләп һөйләшеү сит телдән күскән, килмешәк ҡағиҙә хәҙер яйлап үҙенә хоҡуҡ яулап бара.
– Шулай шул... Оҙаҡҡа барырмы икән был ремонт? Уңайһыҙ бит әле. Мәшә­ҡәтләнем...
– Ике-өс сәғәткә барыр. Мәшәҡәт тип. Кешене күрәләтә төндә ҡалдырып китергә ни...
Зөлфирә көлөп ебәрҙе.
– Абдулла төндән шыртлай ул! Һөйлә ҡунаҡҡа теге төнгө мажараларыңды.
– Абдулла ҡатынына һирпелеп кенә ҡараны ла өндәшмәне.
– Ҡулың оҫта икән, Абдулла, донъяң ялтырап тора. Техника яғына ла маһир икәнһең. Һөнәрең буйынса инженер тиһәм... эштәрең рәссамдыҡына оҡшаған...
– Ю-у-у-ҡ, – тип һуҙҙы Абдулла. – Слесарь мин. Былары, – баҡсаһы яғына ҡулын һелтәне, – күңел эше.
– Кулибин, – тип өҫтәне йәнә Зөлфирә.
– Һин әйтерһең инде, – Абдулла, йөҙөнән һиҙелә, ҡушаматынан ҡәнәғәт, күрәһең. “Сит кеше алдында күберәген һөйләйһең түгелме?” тигән һорау ҙа бар кеүек.
Күҙе ҡыҙып ҡуйҙы Илһамдың. “Бәхетле кешеләр, –тип уйланы ул. – Минең ғаиләне былар кеүек бәхетле тип атап буламы икән? Юҡтыр... Үҙем ғәйепле микән?.. Абдулла кеүек оҫта ҡуллы түгелмен. Төн уртаһында сит кешене етәкләп ҡайтһам, етмәһә, уның мәшәҡәттәре менән була башлаһам, ҡатыным Зөһрә, Зөлфирә кеүек, мөхәббәтле күҙҙәрен төбәп, риза ҡаршы алыр инеме икән? Юҡ, әлбиттә. Ризаһыҙ­лығын белдермәҫкә тырышыр, әммә бынаулайтып ялтырап тормаҫ, минең яҡшы яҡтарҙан былай, кеше алдында уйынлы-шаярыулы төрттөргән булып, гел етеш­һеҙлектәрҙе асып маташыр. Әле бына үҙе апаһы, ҡустыһы менән хәл иткән ҡарар­ҙарынан разый булып ҡайтып бара ла ул, өйҙә нисек ҡаршыларҙар? “Дөрөҫ ҡарар, – тип төрттөрәсәк ҡатыны. – Беҙгә ни, бай кешеләргә мираҫ нимәгә ул!” Ә былар... Бәхетле ғаиләләр бар икән шул. Ғөмүмән, ғаиләнең аңлашып йәшәй алмауында, тимәк, бәхетһеҙ булыуында, кем күберәк ғәйепле икән? Ирҙәрме, бисәләрме? “Бисәләр, – тигән һығымтаға килде Илһам. – Бынау Зөлфирә кеүек ҡатының булһа ул...”
Илһам машина мәшәҡәтенең оҙаҡҡараҡ һуҙыласағына ҡыуанып та ҡуйҙы. Һис айы­рылғыһы килмәй ине уның бынау бигерәк камил мөнәсәбәтле кешеләр, яҡты хистәр, матур кәйеф тыуҙырыусы матур донъянан. Ә бит эшкә бараһы бар.
Илһам редакцияға шылтыратты. Төнгө мажараларын һөйләне, баш мөхәррир, үҙе лә машинала йөрөгән кеше булараҡ, бик туҙынманы. “Йәһәтлә шулай ҙа!” – тип кенә ҡуйҙы.
Сәй эсеп алғас та, Абдулла йәнә гаражына йүнәлде. Илһам, двигатель йүнә­терлек оҫталығы булмаһа ла, уның артынан эйәрҙе.

(Аҙағы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 684

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 063

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 585

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 782

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 610

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 463

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 515

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 423

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 678

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 414

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 578