Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Елкенгән йөрәк елпенеп, Ҡанатланып осорҙай
***

Төшкә генә бер мәл инер әле
Дер һелкетеп ерҙә йөрөгәндәр.
Балаң кәрәк булыр,
һәҙәп төшөп,
Ҡуйыныңа елдәр өргәндә.

Бәлә булыр төймә тағыуҙары,
Еп табалмаҫ энә күҙәүен.
Мыжыҡ ҡарттай ҡолаҡ итен
ашар,
Серәкәйҙәр менән күгәүен!

Асһам ине ҡартлыҡ ҡапҡаларын
Ирем менән генә бергәләп.
Булһын энә һабаҡларлыҡ ҡыҙым,
Көрәк һаплар улым эргәлә!

Маҙаға тейә

Маҙаға тейә таң һайын
Ҡарға менән сәүкәләр.
Әкрәбәләрен саҡырып,
Һөрән һалып, йәүкәләп.

Зитҡа тейһә ни булған һуң?
Уға ниңә көйөргә?
Көйөк бер мәл әйләнә бит
Яман сиргә-төйөргә!

Өҫтөңә ябырылмайҙар,
Ҡунмайҙар ҙа башыңа.
Күҙеңде лә суҡымайҙар,
Ҡый һалмайҙар ашыңа.

…Ғәйбәтселәр ҙә алдыңа
Йоҙроҡ төйнәп килмәйҙәр.
Исемеңде һинән ситтә
Иҙгеләйҙәр, иләйҙәр.

Ҡарға-сәүкә ҡымйыр ерҙән
Шуға үтәм һаҡ ҡына,
Өҫтөмә тамған нәжесте
Кейемемдән ҡаҡҡылап.

Сәғәт

Йөрәк эленгән
Сәғәт теленә.
Ғүмер ҡәҙере
Һуңлап беленә.

Мәлен үткәрмәй,
Сәғәтте ҡара.
Тәрбиә юҡта
Ул туҡтап бара.

Хәстәрләп торһаң
Йөрәкте әгәр,
Ғүмер йомғағың
Алға тәгәрәр.

* * *

Күп балалы әсә бит мин.
Шиғырҙарым шуға күп.
Йөрәкһеҙ шиғыр тыуҙырған
Шағир түгел – ул кәкүк.
Үҙе теләп яңғыҙ ҡала
И бәхетһеҙ, и аңһыҙ.
Булмаһынсы балаларым –
Шиғырҙарым иманһыҙ.

Бөрйәнем

Бөрйәнемде кемдәр данламаған,
Бөрйәнемде кемдәр һанламаған?
Кемдәр уның сихри матурлығын
Бар булмышы менән аңламаған?

Быуаттарҙың ауыр тынын һаҡлай
Һыуын уртлап, Шүлгән
мәмерйәһе.
Йылҡысыҡҡан күлгә Аҡбуҙаттың
Затын эҙләп килмәй йән эйәһе.

Төҙөп ҡуйған бында сал тәбиғәт
Ҡаяларҙан мөғжизәле һарай.
Тау-ҡәлғәлә ныҡлы тамыр йәйгән
Ҡарағайҙар миңә һынсыл ҡарай.

Урал батыр татыр татлы һыуҙың
Тәмен тоям шишмә һыуҙарында.
Һомайғоштоң һынын сырамытам
Таң атҡанда томан быуҙарында.

Шаршау булып ергә ябырыла
Шарлауыҡта тауҙың яҙғы һыуы…
Был ерҙәрҙең ҡәҙерен белер
микән
Беҙҙән аҙаҡ килгән яңы быуын?..

Һөт

Йәшлек бит ул – һөт күбеге,
Ҡырҡ-илле йәш – һөт өҫтө.
Ҡартлыҡ инде айыртылып,
Күк һыу ҡалған һөт төҫлө.
Күбектәрем елгә осто,
Һөт өҫтөнә саң ҡунды.
Ҡат-ҡат айыртыла торғас,
Тормошомдан саҡ уңдым.
Уңһам да – күк һыу яңынан
Ҡаймаҡҡа әүерелмәҫ.
Биҙрәмде түңкәрмәй тороп,
Ал яҡҡа дәүер елмәҫ.

Баҫҡыс

Үҙ баһаңды күтәрергә
Егеүле лә пар ат кәрәк.
Еңеүеңде дәлилләргә
Шаулап торған парад кәрәк.
Тыныс ҡына һил тормошта
Йөрәк янмай, күҙҙәр һүнә.
Ылйы-былйы күңелеңә
Аҡты буяр һүҙ ҙә күнә.
Аҡҡа төшкән һүлпән һүҙҙә
Төнгө юлдай һулып ятыр.
Хисһеҙ шиғыр яҙа торғас,
Тартышып та ҡулың ҡатыр.
Әйҙә йөрәк һиҫкәнһен дә,
Әйҙә күңелең тулаһын!
Йәнең алдан һиҙеп торһон
Ҡасан күңелһеҙ булаһын.
Ҡасан бәхет киләсәген,
Алтын асҡыстарын тотоп.
Яҙмыш, ана мине көтә
Һалҡын баҫҡыстарын тотоп.
Һалҡын баҫҡыс тайғаҡ, шыма,
Үрләр өсөн дә көс кәрәк.
Аҡыл: “Төш!” – тип еңдән тарта,
Арттан этә дәрт: “Өҫкәрәк!”

Байрам менән вайран

Күңелгә байрам килтерә
Уйлау ғына ла һине!
Мөхәббәттең тойғолары
Шулай һынала инде.

Елкенгән йөрәк, елпенеп,
Ҡанатланып осорҙай!
Күңелем
Ер шарын сөйөр ҙә,
Ҡабат алып, ҡосорҙай!

Исемеңдең һәр хәрефен
Йондоҙҙар менән яҙам!
Юлсылар менән ярышам,
Юлһыҙҙар менән аҙам.

Юҡ, аҙам түгел, аҙашам
Һөйгәнем менән бергә:
Йыһанға тәгәрәп төшәм,
Һөйрәлеп менәм ергә!

Күңелемде вайран итә
Уйлау ғына ла һине!
Һөйөүҙең ғәрәсәт көсө
Шулай һынала инде.

Хәрәкәт

Һыуҙа балыҡ рәхәтләнеп йөҙә,
Күктә ҡоштар кәйелеп осалар.
Беҙҙең генә, компьютерға текләп,
Ултырыуҙан яна осалар.

Һыуҙа балыҡ рәхәт йөҙмәй, туған,
Анһат түгел ҡошҡа осоуы.
Ҡош ҡанатын ҡаршы еле һынай,
Балыҡ ҡанаттарын – тос һыуы.

Һыуҙа йөҙөр, күктә осор өсөн
Күпме кәрәк ҡанат елпергә?!
...Айырылмай осаң ултырғыстан,
Сөскөрәһең ектән ел керһә.

Ҡанатыңды һинең кем
һындырған,
Ғәйрәтеңде һинең кем алған?
Әгәр һин дә хәрәкәттә булһаң,
Барыр ине донъяң гел алға.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779