Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Яралы яҙмыш
Һәр әҙәби әҫәр – үҙе бер дәрес. Аңлағандар өсөн, уҡығандар өсөн. Үҙ әҫәре менән яҙыусы уҡыусыларына дәрес бирә. Ул дәрестең уңышлылары ла, ҡайһы бер кәмселектәре лә барҙыр. Әммә һәр әҫәр яҙыусының ныҡлап әҙерләнгән асыҡ дәресе булып ҡала килә. Ана шул дәресте хәтер күҙе менән ҡарап, уҡып тормош һабаҡтары алабыҙ. Яҙыусы үҙ заманының уҡыусыларын әхлаҡи яҡтан тәрбиәләп кенә ҡалмай, ватансыл, көслө рухлы, милли үҙаңлы шәхес итеп үҫтерә лә. Заманалар аҡҡан һыу һымаҡ үҙгәреп тора. Нәфис һүҙ оҫтаһы ла замансалыҡ принциптарынан тайпылмаҫҡа тейеш.


Әйткәндәй, "Ағиҙел" журналында был хаҡта бәхәс тә барҙы. Уны "түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү" тип атағайнылар. Әммә фекерҙәр түңәрәк булмай сыҡты. Һөйләшеүҙе ойоштороусылар һәм ҡатнашыусылар әҙәби әҫәрҙе дәреслек менән тиңләп маташты. Дидактик әсбап булараҡ дәреслектең вазифаһы ла, мәғәнәһе лә икенсе төрлөрәк. Уҡыусылар өсөн дә, уҡытыусыларға ла ул – тик ярҙамсы әсбап. Өйгә эш бирелһә, уҡыусы дәреслекте ҡараған була. Ҡайһы бер уҡыусылар уны тотоп та ҡарамай. Шуға ла әҙәби әҫәрҙе дәреслек менән сағыштырып, яҙыусының ижадын кәмһетәбеҙ һымаҡ. Художестволы ижадты дәрескә тиңләү отошлораҡ, минеңсә. Дәрестең дә, әҙәби әҫәрҙең дә (проза, драматургия, поэзия) берҙәм өс маҡсаты бар: дидактик (белем биреү), психологик (шәхесте үҫтереү) һәм педагогик (тәрбиә биреү). Ошо берҙәм өс маҡсат үтәлмәһә, дәрес тә юҡҡа сыға, әҫәр ҙә камиллыҡтан күпкә түбән була. Быны миҫалдар менән аңлатып ҡарайыҡ. Минең алдымда Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның "Мәрхәмәтле булһын яҙмыш" ("Шоңҡар", 2013, 6-сы һан) тигән повесы ята. Уны ҡабат-ҡабат уҡып сыҡтым. Халыҡсан, заманса әҫәр. Яҙыусының үҙен күргәнем юҡ, белмәйем дә. Әҫәрҙә сағылдырылған хәл-ваҡиғалар араһында йөрөп ятҡан һымаҡмын. Хас дәрестә ултырған кеүек. Ә Зөлфирә үҙенең саф телмәре менән һабаҡ бирә.
Иң мөһиме – башҡорт прозаһына үҙенсәлекле, өмөтлө, үткер ҡәләмле ижадсы килә. Шуға ҡыуанам. Проза яланын балҡытырҙай ижад ҡомары ла бар. Быға тиклем төрлө баҫмала донъя күргән хикәйәләрен, повестарын да уҡығаным булды. "Мәрхәмәтле булһын яҙмыш" повесы бик ыҡсым яҙылған. Ундағы хәл-ваҡиғаларҙа ҡатнашҡан геройҙары ла бер нисә бөртөк кенә. Быныһын да һәйбәт тип баһаларға кәрәктер. Юғиһә ҡайһы бер яҙыусыларҙың әҫәрҙәрендә геройҙарҙың осо-ҡырыйына сығып булмай. Билдәле булыуынса, һәр персонаж үҙе бер сюжетты, йәғни хәл-ваҡиғаны һынландыра.
Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева үҙенең повесында Биксәнтәй мәктәбенең уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире Баянһылыуҙың әсе яҙмышын һүрәтләй. Эйе, яралы яҙмышҡа дусар була Баян. Ундай яҙмыш бала тормошонда уҡ башлана. Бер фотограф килеп, әсәһен, апайҙарын һәм Баянды "кәртешкәгә" төшөрә. Фотоны өйҙөң стенаһына элеп ҡуялар. Шунда әсәһе ғәжәп һүҙ ысҡындыра. Әҫәргә күҙ һалайыҡ:
" – Бөтәгеҙ ҙә матур төшкәнһегеҙ, бер Баянһылыу ғына яман сыҡҡан.
– Нишләп, әсәй, Баянһылыу ҙа бик матур төшкән дә инде, – тиеште бер-береһен ҡыйырһытып өйрәнмәгән ҡыҙҙар.
– Ямаҡ кеше нисек төшөрһәң дә ямаҡ сыға инде. Хут иҫ китмәле күлдәк кейҙер, хут алтынға күм".
Бала күңеле быға нисек түҙҙе икән? Шунан һуң ул Баян­һылыуҙан Баянға әйләнә. Баян елдән килмәгән дә баһа! Үҙ әсәһе үҙ кинйәһен яман тип әйткәс, бала үҙ күңеленә бикләнә. Халыҡ дидактикаһын онотабыҙ, күрәһең. Башҡа балаларың алдында ла, ситтәр янында ла үҙ сабыйыңды яманлама, барлыҡ күңел яралары шундай мөнәсәбәттән, үҙ яҡыныңдың ҡырыҫлығынан башлана. Юғиһә беҙҙә сит ир алдында – үҙ иреңде, сит бала янында – үҙ балаңды, сит килен алдында үҙ киленеңде яманларға тырышыу бар. Был халыҡ дидактикаһына һыймай. Ундай наҙанлыҡ ҡайһы бер ғаиләләрҙең тарҡалыуына ла килтерә. Был һүҙ ыңғайында әйтелде.
Һылыуыбыҙ Баянға әйләнеп ҡайтайыҡ.
Биксәнтәй мәктәбендә һәйбәт уҡытҡаны, үҙ эшенә ижади ҡарағаны, тырышлығы өсөн уны уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире (завуч) итеп үрләтәләр. Үҙ коллегалары менән асылып китеп һөйләшеп бармаһа ла, Баян – тырыш, егәрле, үҙ эшенең тәмен белгән уҡытыусы. Ире Нуриман ошо уҡ мәктәптә директор булып эшләй.
Баян һәйбәт иргә юлыға, әлбиттә. Нуриман ата-әсәһеҙ үҫкән, башҡалар кеүек уйын-көлкөгә, еңел тормошҡа ынтылмаған. Үҙаллы донъяһын ҡорған. Аҙып-туҙып йөрөү уның өсөн ят булған. Баян менән Нуриман башҡаларҙы көнләштерерлек тормош ҡороп ебәрә, әммә бер-береһен һөйөшөп оҙаҡ йәшәй алмай. Күңелдәренә яҙмыш тағы ла яра һала: берҙән-бер сабыйҙары Миҙхәт, лейкемия ауырыуына дусар булып, яҡты донъяны ҡалдырып китә. Уның вафатына тиклем Баяндың әсәһе лә яман ауырыуға һабыша. Һау саҡта әсәһен, уның өйөн, мал-тыуарын һатып, апаларының береһе алып киткән була. Ҡарарға, бағырға, йәнәһе. Әсәһенең пенсия аҡсаһын да шул апаһы үҙләштерә. Миҙхәт ауырып киткәс, Баян апаһына барып, бәлки, ваҡытлыса ғына баланы ҡарашыр тип, ялынып-ялбарып, әсәһен үҙ өйөнә алып ҡайта. Уңамы һуң бынан ул? Тормош бер киреләнһә, уны элекке ыҙанына ҡайтарып булмай. Яралы яҙмышлы Баянға тағы ла бер йәрәхәт өҫтәлә. Халыҡта "Ҡаза яңғыҙ йөрөмәй" тигән әйтем бар. Уйламағанда әсәһе лә ауырып китә. Хәҙер инде Баянға ауырыу балаһын да, әсәһен дә бер үҙенә ҡарарға тура килә.
Миҙхәте, был гонаһлы донъяны ҡалдырып, шым ғына китеп барҙы. Баштарҙы эйҙереп, күҙҙәрҙе йәшләп, маңлайҙарға һырҙар өҫтәп, емерелеп килде ҡайғы. Ҡайһы бер ирҙәр бындай ҡайғыны хәмер менән баҫырға тырыша. Әммә Нуримандың холҡо ундай түгел. Эстән яна, һыҙлана, тик кешеләргә һиҙҙермәй. Ул – мәктәп директоры. Күпме күҙ уға баға: уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа. Нуриман элеккесә һәр береһе менән һаулыҡ һораша. Миҙхәтем үлде тип, ҡайғымды башҡаларға ауҙарып булмай ҙа инде, тип уйлай ул. Эшкә бара, эшләй, ҡайта. Тик өйөндә генә, Миҙхәтенең буш карауатын күреп, һыҙлана, яна.
Ә Баяндың яралы яҙмышына яралар өҫтәлә генә бара. Миҙхәте ауырып киткәс, әсәһе лә түшәккә йығыла. Ауырыуы ла ниндәй бит әле ул. Бер ҡараһаң, аҡылына килеп, һин дә мин һөйләшеп ултыра. Икенсеһендә инде үҙ-үҙен белештермәй, сәсрәп ауырый ҙа китә. Ярауы аҫтында. Шул саҡ, ике ауырыуҙы тәрбиәләүе ҡыйын тип, күрше ауылда йәшәгән апаһына йүгереп бара. Әҫәргә күҙ һалайыҡ:
" – Мәлһеҙ килгәнем өсөн кисерегеҙ, – тип башланы Баян һүҙен. – Тормош ауырланып китте бит әле. Улымдың хәле бик мөшкөл. Етмәһә, әсәй ҙә ҡаты сирләй... Миҙхәтем арыуланғансы, әсәйҙе кире үҙегеҙгә алып тәрбиәләп тораһығыҙмы?
– Алып ҡайтҡанһың икән, үҙең генә көт. Кешегә бәлә һалма. – Апаһы һеңлеһенә сәнсеп ҡарап ҡуйҙы. – Икегеҙ ҙә түрә кеше, аҡсаны көрәп алаһығыҙ. Бик өлгөрмәһәң, ялла берәй әбей-һәбейҙе.
Апаһынан мән сыҡмаҫын белгән Баян башын эйеп йорттан китеү яғын ҡараны".
Тормош шулай ул. Элекке тормошто түгел, бөгөнгөһөн әйтәм. Апалары хәлле, ауылдың байы, бер тинде биш итергә тырышып ятыуы. Байлыҡ артынан ҡыуып, үҙ әсәһен ваҡытлыса булһа ла тәрбиәләүҙән баш тарта һылыу апаһы. Ана шулай Баян үҙ яҙмышына буйһона. Башҡаса сараһы юҡ та. Үҙ апайың ят булғанда, сит кешегә дуҫ тип нисек әйтмәк кәрәк? Килде заманалары, һынды бер-береңә таяныс бағаналары.
Миҙхәттәре үлеп, бер нисә ай үткәс, Нуриман йәш уҡытыусы Дилбәргә өйләнә. Баяндың яҙмышына тағы бер яра өҫтәлә. Айырылышыу ҡағыҙҙарына Баян һүҙһеҙ, күңелендә һис бер үҙгәрешһеҙ ҡул ҡуя. Дилбәр менән серҙәш булып бөткәйнеләр инде. Нуриман һалдымы уны утҡа, әллә серҙәшеме? Баяндың йөрәккенәйендә ут янғандыр ҙа бит, әммә үҙ ҡайғыһын һис кемгә белгертмәне. Ир бирмәк – йән бирмәк, тиһәләр ҙә, ул үҙ яҙмышына, хатта унан да хәтәренә буйһоноп күнгән инде. Һүҙһеҙ дөрләне, һүҙһеҙ янды.

* * *
Айырылышыу ҡағыҙҙарын алып, Нуримандың районға киткән көнө. Баян, мәктәптәге эшен йәһәтерәк тамамлап, өйөнә ҡайтып, әсәһен йыуындырып, ян-яҡ стеналарҙы таҙартып, иҙәнен йыуа башлай. Шул саҡ, тып баҫып, Баянды тертләтеп, Дилбәр килеп инә. Нуримандың райондан ҡайтыу-ҡайтмауын белешә. Ысынын әйткәндә, кеше булараҡ, Баяндың элекке серҙәше булараҡ ауырыуҙың хәлен һорашырға тейеш ине лә. Дилбәр бындай йоланы башҡарып тормай. Әҫәргә күҙ һалайыҡ:
" – Фу-у, – тип танауын йыйырҙы Дилбәр, – һыҡра еҫе һеңеп киткән өйгә... Бында нисек түҙеп тормаҡ кәрәк?! Күсеп килһәм, ишек-тәҙрәләрҙе асып, аҙна буйы елләтеп алмайынса, ҡотолоп булмаҫ ул еҫтән... Ә беләһегеҙме, беҙ бит Нуриман менән бәпәй көтәбеҙ".
Шулай итеп, үс алынды. Көндәшенә "был өйҙән тиҙерәк тай" тигән ишара яһалды. Мәңгелеккә йәшәргә килгән кеүек ҡыланды Дилбәр. Ауырыу әсәнән көлдө. Ауырыуҙан көлһәң, көлә етер, артыңдан ҡыуа етер, тигән әйтемде лә уйлап торманы. Баян Дилбәрҙе үсәмәне, әммә ғәрләнде, күңел генәһе ғәрипләнде һымаҡ. Халыҡта "Ағас башын ел бора, әҙәм башын уй бора" тигән әйтем бар. Әсәһенең өйө, мал-тыуары һатылған. Ҡайҙа морон төртөргә? Шул уй Баянды райондың мәғариф бүлеге мөдиренә юлландыра. Рәхмәт инде уға – мәсьәләне әҙәмсә хәл итте. Ҡараяр мәктәбенә география уҡытыусыһы һәм директор итеп тәғәйенләне.

* * *
Биксәнтәйҙәге ғүмер миҙгеле тамамланды, күрәһең, тип уйлағайны Баян. Ҡараяр ауылы урман төпкөлөндә урынлашҡан. Мәктәбе лә төҙөк кенә, яңы проект буйынса һалынған.
Мәктәптең завучы үҙенсәлекле ҡатын булып сыҡты, үҙен генә бик белдеклегә һананы. Нисек тә булһа яңы директорҙы Ҡараярҙан биҙҙерергә тырыша Гөлбаныу Гәрәевна. Техничкалар менән бергә өй ағартыуҙы, ултырып сәй эсеүҙе тыя. Йәнәһе, улар менән дистанция һаҡларға кәрәк, абруйҙы юғалтмаҫ өсөн. Аҙаҡ, Баяндың өйөн (бүлмәһен) тәртипкә килтереп сыҡҡас, техничкаларына әйтә: "Ул (йәғни Баян) бер неудачница. Йүнле ҡатын иренән айырыламы ла ҡыҫыр буламы?" Әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Бындай аяуһыҙ һүҙ мәктәп коллективы һәм ауыл халҡы араһында тиҙ тарала.
Ҡараяр мәктәбенә килеп, Баян үҙенең бәхетен таптымы, яҙмышының яралары уңалдымы?
Иң беренсе сиратта ул мәктәптең абруйын күтәрә. Уҡыу йорто янын гөл-баҡсаға әйләндерә. Районлаштырылған орлоҡтар табып, йәшелсә үҫтерә. Кластан тыш эштәрҙе, төрлө ижади түңәрәктәрҙе йәнләндерә. Уҡытыу һәм тәрбиә мәсьәләләренә талапты арттыра. Мәктәпкә төкәтмә рәүешендә яңы ашхана һалдыра. Йүнәлешле (профилле) уҡытыуға, уҡытыусыларҙың эшмәкәрлеген белем биреүҙә балаларҙың һаулығын һаҡлауға (здоровьесберегающее образование) йүнәлтә. Мәктәп директорҙары шулай эшләргә тейештер ҙә. Директор вазифаһына үрләргә тырышҡан Гөлбаныу Гәрәевна ниңә әле ошоларҙы яйға һалмаған? Ундай кеше мәктәптең завучы булып та йүнле эшләй алмаҫ.
Баяндың директорлыҡ эшмәкәрлеген район һәм республика мәғарифы етәкселәре тейешенсә баһалай. Бәхетенең бер өлөшө ошолор. Нуримандың һуңғы бүләге булып ҡыҙы тыуа. Бәхетенең иң ҡыуаныслыһы, иң ҙуры, бәлки, шул ҡыҙылыр.
Баяндың яҙмышына яңы яралар ҙа өҫтәлә. Дала кешеһенә, бигерәк тә ул ауырыу булһа, урман яғының һауаһы ла килешмәйҙер, күрәһең. Ҡараярға күсеп килеп ике ай самаһы йәшәгәс, ауырыу әсәһе үлеп ҡала. Сүп өҫтөнә сүмәлә тигәндәй, Ҡараярҙа өс йыл эшләгәс, директор урынын көҫәгән әлеге завуч Гөлбаныу Гәрәевна Баян өҫтөнән райондың мәғариф бүлеге мөдиренә ялыу яҙа. Ялыуҙы, йәнәһе, ата-әсәләр яҙған. Шул ләстит остоғон мәктәп уҡытыусылары йыйылышында Гөлбаныу Гәрәевна үҙе уҡып ишеттерә: "Баян Заһит ҡыҙы амораль тормош алып бара. Иргә сыҡмай бала тапҡан кеше мәктәп директоры булып эшләй аламы?" Бына шулайыраҡ һүҙҙәр менән тулы Гөлбаныуҙың РОНО етәкселегенә яҙған ялыуы. Эй, яҙмыш, тағы ла ниндәй яралар өҫтәрһең икән Баян иңенә? Мәктәпте алға сығарып, уҡытыусыларҙың эшмәкәрлегенә аныҡ йүнәлеш биреп, түңәрәктәр эшен яңыса үҙгәртеп ҡороп, уйсан, үҙ фекере булған балалар тәрбиәләргә, киләсәкке тормоштоң кешелекле шәхесен үҫтерергә тырышып йөрөгән һәйбәт етәксене, һәйбәт уҡытыусыны Гөлбаныу күрергә теләмәй. Уның артынан эйәреүселәр ҙә бар. Гөлбаныу уларҙы ҡурҡытып, үҙ яғына ауҙарып алған. Әгәр директор булырға ҡыҙыҡҡас, үҙ намыҫын аяҡ аҫтына һалып тапап, етәкселекте үҙенә алырға теләгәс, ниңә ул Баян башҡарып сыҡҡан эштәрҙе үтәмәгән, ниңә мәктәпте алдынғылар рәтенә күтәрмәгән? Етәксе креслоһы ялҡауҙарҙы, педагогик яҡтан зәғиф кешеләрҙе өнәп бармай. Баян бала тапҡан икән, ул бала – ЗАГС-лы ире Нуримандан. Быны Баян кешегә һөйләп тормай, ваҡланмай. Мәктәп коллективында Баянды аңлаусылар, уның эшмәкәрлегенә һөйөнөп ҡараусылар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, биология уҡытыусыһының сығышынан өҙөк килтерәм: "Баян Заһит ҡыҙын ебәрһәк, ҙур хата яһарбыҙ. Мәктәп өсөн унан да күп эшләгән кеше булманы. Бында ирешеү-талашыуҙан фәтүә юҡ". Баян Заһит ҡыҙы, был ғәйепте күтәрә алмай, йыйылыштан сығып китә.
Өйөнә ҡайтыу менән РОНО мөдиренә шылтыратып, үҙ иҫәбенә түләүһеҙ отпуск алып, ҡыҙы Емеште етәкләп, Биксембәткә ҡайтты ла китте. Унда юлланыуҙың да үҙ сәбәптәре бар. Бер мәл: "Ҡайт, Баян, һин миңә бик кәрәк", – тип Нуриман шылтыратҡайны. Бында ҡайтып та Баяндың яҙмыш яралары уңалманы. Киреһенсә, яңы яралар ғына өҫтәлде. Көндәше, элекке серҙәше Дилбәр ныҡлап ауырып киткән икән. Эргәһендә ҡыҙы Миңһылыу йүгергеләп йөрөгән була. Емешкә оҡшаған, әйтерһең дә, игеҙәктәр. Бер ата балалары ла баһа! Баян, мунса яға һалып, Дилбәрҙе йыуындыра, өҫ кейемен алмаштыра. Әммә ауырыуҙың хәлен еңеләйтә алмай. Дилбәр был яҡты ла, ҡәһәрле лә донъянан баҡыйлыҡҡа күсә. Баяндың әсәһен ошо өйҙә шул уҡ ҡатын килеп, мыҫҡыллап сығып киткәйне. Ул Баяндан көлмәне, уның ауырыу әсәһенән көлдө. Донъя – ҡуласа, ике әйләнеп бер баҫа, тиҙәр. Тимәк, Баяндың әсәһе үҙ ауырыуын Дилбәргә күсереп киткән теге донъяға. Рәнйеш тигән һүҙ кешегә ҡаныҡһа, ул уны ташлап китә алмай.
Баян менән Нуриманды, ҡыҙҙары Емеш менән Миңһылыуҙы яңы тормош көтә. Ҡайҙа һуң ул? Биксембәттәме, әллә Ҡараярҙамы? Баяндың дөрөҫлөгөн раҫлар өсөн улар Ҡараярға юллана. Яҙмыш яралары уңалырмы?
Мәктәп, уҡыу-уҡытыу тураһында тағы ла бер әҫәр тыуҙы. Ул тормошта булған, булып ятҡан, буласаҡ хәл-ваҡиғаларҙы художестволы әҫәр итеп һынландырған. Автор үҙе лә уҡытыусылыр, моғайын. Мәктәп донъяһын, уҡыусыларҙың, уҡытыусыларҙың психологияһын, улар араһындағы ығы-зығылы хәл-ваҡиғаларҙы, халыҡ дидактикаһын яҡшы белә. Шуға ла Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева үҙ уҡыусыларына һәйбәт әҫәрҙәр бүләк итә.

Рафаэль АҘНАҒОЛОВ,
педагогия фәндәре докторы,
БДУ профессоры.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 686

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 065

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 586

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 783

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 610

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 464

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 516

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 424

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 680

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 416

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 580