Йәйге лагерҙан рәхәтләнеп ял итеп ҡайтып киләбеҙ. Белһәгеҙсе, унда нисек шәп икәнлеген! Бына хәҙер тәрбиәселәргә һөйләһәм, ышанмай торорҙар әле. Урманға барып туйғансы еләген дә ашаныҡ, көн дә тиерлек йылғала һыу индек. Баш ҡаланан килгән йәш вожатыйҙарҙан уңдыҡ. Эй, һәйбәттәр ҙә инде. Үҙебеҙҙең ағай-апайҙар кеүек хәстәрләп кенә торалар. Хатта мәле еткәс, лагерҙан ҡайтҡы ла килмәне.
...Балалар йорто алдына автобус менән килеп төшкәс тә, беҙҙе тәрбиәсебеҙ Рәйфә апай ҡаршы алды.
– Һаумыһығыҙ, апай! – тип ихлас йылмайып уға сәләм бирҙем. Тик тәрбиәсе мине күреүгә әллә ни шат түгел ине. Һаулыҡ та алманы. Ҡайнап торған асыуы йөҙөнә сыҡҡан. Быны мин уның йәмрәйгән битенә ҡарап шундуҡ тойомланым.
– Йүнле кеше булып ҡыланма! – тине тәрбиәсем, һөҙөрҙәй итеп ҡарап.
Мин бер ни ҙә аңламаным. Тиктомалдан Рәйфә апай ниңә улай ҡаты бәрелде икән?
– Нимә булды һуң, апай? – тип ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына һораным.
Был һүҙҙәрем уның асыуын арттырҙы ғына:
– Белмәмешкә һалышып торма, алтмыш ауыҙ! Телеңә хужа була алмай аҙым һайын шыҡрыҡлап йөрөһәң, иманыңды уҡытырмын әле!..
– Мин нимә тип һөйләп йөрөгәнмен һуң? – Үҙемде яҡлап һүҙ әйтеүемә Рәйфә апай ҡоторғандан-ҡоторҙо. Быны күреп, башҡа балалар ҙа йортҡа инергә ашыҡманы, ситтән генә тамашаны күҙәтте. Кемдер ауыҙын йырҙы, кемдер иһә минең өсөн борсолоп торҙо. Детдомда шундай бер-бер хәл була икән, бүтәндәр, ишетмәй ҡалмайым тип, әллә ҡайҙан килеп етә. Аҙаҡ күрмәйерәк ҡалғандарына ләззәтләнеп һөйләйҙәр.
Тәрбиәсем беләгемдән елтерәтеп тотоп алды.
– Етем быҙау аҫраһаң – ауыҙың тулы май булыр, етем бала аҫраһаң – ауыҙың тулы ҡан булыр, тип юҡҡа әйтмәгәндәр икән. Бына ошо мәхлүк тә бер ғәйепһеҙгә тотош ауыл халҡы алдында исемемде сығарҙы. — Уның ярһыуынан маңлайына тир бәреп сыҡты. – Хәҙер кеше күҙенә күренер әмәл юҡ. Ҡайҙа барма, минең бәғеремде сәйнәйҙәр.
Нимә әйтергә лә белмәй шаңҡыным да ҡалдым. Рәйфә апай ниңә шулай ябырылды икән? Хәтеремә төшөрөп ҡараһам да, уның алдында бер гонаһымды ла тапманым. Ахырҙа:
– Берәй кем менән бутайһығыҙҙыр, –тигән булдым.
– Шым ғына тор, ҡарға! – Тәрбиәсе беләгемдән нығыраҡ ҡыҫып тотто. – Нимә эшләргә белмәй торғанда йә томшоғоңдо онтай һуғырмын!
Ярһыған тәрбиәсегә берәй һүҙ ҡушыуы ла ҡурҡыныс булып китте. Анау көндә бит кисен тыштан һуңлап ингәне өсөн дуҫымды ҡайһылай туҡманы! Дәү йоҙроғо менән һелтәп, күҙен күгәртә һуҡты. Аҙаҡ дуҫым, кеше күҙенә лә күренергә оялып, гел башын түбән эйеп йөрөнө. Ул Рәйфә апайҙың йыуан ҡулдарына бер эләктеңме, еңел генә ҡотолормон тимә!
Тәрбиәсем төкөрөктәрен сәсә-сәсә аҡырыуын дауам итте:
– Йә, әйт әле, ҡасан мин детдомдан әйбер урлап ташыным? Ҡайҙа күрҙең? Һеҙҙең тәрилкә-ҡалаҡтарығыҙ, шәшкеләрегеҙ миңә ни хәжәтемә кәрәк?! Һинең яҫтығыңды, юрғаныңды, таҫтамалыңды урлап алып ҡайттыммы? Нимә һарыҡ һымаҡ өнһөҙ тораң, яуап бир!
Рәйфә апайҙың талпан һымаҡ миңә йәбешеп, ҡолағымды йырта яҙырҙай итеп ҡысҡырыуынан ҡалтырана башланым. Кинәт ебенем дә төштөм. Күҙҙәремдән тәгәрәгән эре йәш тамсылары битемде өтөп алғандай булды.
– Һеҙҙең турала улай тип һөйләгәнем булманы. — Бар көсөмдө йыйып, тотлоға-тотлоға әйтә алдым.
– Ҡара һин уны, ғәйебен танырға ла уйламай! Бөтә ауыл халҡы хәҙер мине тикшерә. “Ильястың ауыҙын тый”, тигәндәре лә булды... Һинең генә этлегең был, һинең генә! Йә, анау мәл беҙгә картуф алышырға килгәндә һайыҫҡан һымаҡ йөрөй инең. Ревизор шикелле күҙең сығырҙай булып, соҡсоноп йөрөгәнһең, тимәк. Хәҙер донъямды тикшерергә ҡалдымы? Не позволю! – Рәйфә апайҙың йән көсөнә төртөүенән ергә дөбөр-шатыр барып төштөм. Аяҡ-ҡулым һыҙырылды, ярамдан сәсрәп ҡан атылды.
– Мин һинең был этлегеңде бер ҡасан да онотмам! Үкенер көндәрең алда әле... – Рәйфә апай тамаҡ төбө менән ҡысҡырҙы ла детдомға инеп китте.
Шатланып йөрөгән еремдән шулай кәйефем тиҙ генә боҙолдо ла ҡуйҙы. Ҡайһы ерҙә яңылыш һүҙ ысҡындырҙым икән тип иҫләргә маташтым. Тик барыбер бер ни ҙә хәтергә төшмәне.
Ошо хаҡта борсолоп, төнө буйына йоҡлай алмай сыҡтым. Яраларым ғына түгел, күңелем дә һыҙлай ине. Минең бит Рәйфә апай тураһында бер ҡасан да насар һүҙ һөйләп йөрөгәнем булманы. Киреһенсә, уға һәр саҡ ярҙам итергә әҙер торҙом. Яҙ етһә төркөмөбөҙҙөң малайҙары менән уға картуф сәсәбеҙ, көҙөн йыйып бирәбеҙ. Билдәр арып, хәлһеҙләнеп ҡайтып тәгәрәһәк тә, мыжып йөрөмәнек. Ҡышын тәрбиәсебеҙҙең кәртәһенең ҡарын таҙартыуҙы, малдарына бесән һалыуҙы, йылғанан өйөнә һыу ташыуҙы ла бүтәндәр белмәй әле. Әгәр Рәйфә апайҙың эшен эшләргә бармайым тиһәң, тәрбиәсебеҙҙең яуабы әҙер:
– Былай булғас, яңы кейем тип ауыҙыңды ла асма!
Детдомға килтерелгән бөтә әйберҙәрҙе лә тәрбиәсебеҙ генә келәттән алып бирә ала. Уның әйткән һүҙен үтәмәһәң, йөрө әйҙә иҫкереп бөткән кейемдә. Бүтәндәр, һинең күҙеңде ҡыҙҙырып, яңы ыштан, ап-аҡ күлдәк кейеп йөрөйәсәк, ә һин бирелергә тейеш булһа ла, иҫкеһе менән хушһынаһың. Үҙенә дошман булғандар ғына Рәйфә апайҙың һүҙен ҡолаҡҡа элмәйәсәк. Әммә ундайҙар беҙҙең төркөмдә юҡ тиерлек...
Шул көндән алып Рәйфә апайҙың миңә мөнәсәбәте үҙгәрҙе лә ҡуйҙы. Һаулыҡ һорашһаң, яуап бирмәй. Ауыҙы йырылып китеп барған еренән, мине күреп ҡалһа, йөҙө кинәт үҙгәрә лә ҡуя.
Беҙҙең төркөмдә тәрбиәсе булғас, нисек инде һөйләшмәй йөрөйһөң? Йә тегене, йә быны белешергә кәрәк. Тик Рәйфә апай мине күрмәмеш тә белмәмеш.
Бер көн әйбер килтергәндәр, тигән хәбәр ишеттем. Башҡалар алғанда, буш тороп ҡалмаҫ өсөн барҙым.
– Малайҙарға яңы аяҡ кейеме бирәләр, тип әйтәләр. Апай, миңә лә алаһығыҙмы? Ҡырҡынсы размерҙы кейәм, – тигән булдым.
Рәйфә апай көлөмһөрәп ҡараны:
– Аяҡ кейемдәрен келәттән күптән алдым. Тик һиңә етмәне...
Был һүҙҙәрҙән аптырашта ҡалдым:
– Нисек инде улай? Бөтәһенә лә бар, ә миңә юҡ.
Тәрбиәсебеҙҙең иҫе лә китмәне. Киреһенсә, был турала һөйләгәндә йөҙөндә ҡәнәғәтлек күренгәндәй булды.
– Әлләсе. Һинең барлығыңды бөтөнләй онотҡанмын. – Быны ул ниндәйҙер ләззәт менән әйтте. – Ярай, тайыш аяғың иҫке ботинка менән өҙөлөп ҡалмаҫ әле! — Башҡаса мине ишетергә теләмәүен белдереп, арты менән боролдо ла кабинеттан сығып китте.
Бынан һуң да Рәйфә апай сөсөләнеп барманы. Һаулыҡ та алманы. Келәттән бөтә балаларға кейем алғанда, миңә иң һуңғы булып сират етә. Тәрбиәсенең теләге шулай. Ә инде ҡалдыҡ-боҫтоҡто үҙегеҙ аңлайһығыҙҙыр. Аяҡ кейеме бирелһә – йә ике-өс үлсәмгә ҙурыраҡ булып сыға, костюм йә күлдәк бирһәләр, киреһенсә, ҡыҫҡаһы эләгә. Аҙаҡ йөрөйһөң бүтәндәр алдында оятыңдан ҡыҙарып.
– Апай, был бит ҡыҫҡа, — тип әйтеүем була, тәрбиәсем шундуҡ әрләп ташлай:
– Хөкүмәт бушлай кейендергәнгә рәхмәт әйт әле. Үҙеңә килешлеһен эшләй башлағас алырһың!
– Исмаһам, саҡ ҡына оҙонораҡ еңлеһе юҡмы? Быныһы бигерәк бит...
– Хан балаһылай һайланып торма! Алһаң – алаһың, алмаһаң – вәссәләм! – Ризалашмай ҡайҙа бараһың инде? Яланғас йөрөп булмай бит.
Их, шул ваҡытта ни тиклем ғәрләнгәнемде белһәгеҙсе! Оятыңдан ер тишегенә инерҙәй булаһың. Ниңә тәрбиәсем шулай итә икән? Бер зыяным да теймәне шикелле. Тик анау көндә, лагерҙан ҡайтҡанда, ҡайһылай әрләне һуң. Шунан бирле башланды бит был ғазаптар.
Мәктәпте тамамлаған йылда Рәйфә апай йәнә “хәстәрлеген” күрһәтте. Университетҡа инер өсөн характеристика кәрәк. Ә уны тик тәрбиәсе генә яҙырға тейеш. Бына шунда ул теләгәнен кинәнеп яҙҙы. Бындай ҡылыҡһырлама менән университетҡа түгел, гыпытыуға ла яҡын юлатмайҙар.
Шулай ҙа, ҡайҙандыр башым етеп, мәктәп уҡытыусыһынан да характеристика яҙҙырттым. Шуны ғына тапшырып, юғары уҡыу йортона инә алдым. Ә инде Рәйфә апайҙың ҙур кинәнес менән яҙған ҡылыҡһырламаһын әле лә ҡәҙерләп һаҡлайым. Бына унда нимә тип яҙылған:
“Ильяс Мөхәмәтов – бик сәйер кеше. Балалар йортона килгәндән үк башҡаларҙан нисек тә булһа айырылырға ынтылып торҙо. Һауаланырға ярата. Мәкерле. Кенәсел. Үс тотоусан. Үҙе тураһында юғары фекерҙә. Олоно ла, кесене лә һанлай белмәй.
Ильясҡа артыҡ ышанып барырға ярамай. Алдашырға оҫта. Бик мөһим мәлдә тиҫтерҙәрен уңайһыҙ хәлдә ҡалдыра. Балалар араһында тиктомалдан низағ ҡуптарыу һәләтенә эйә. Кешегә әгәр ҙә берәй төрлө ярҙам күрһәтһә, шуны күргән берәүгә арттырып һөйләй. Балалар йорто етәкселеге һәм тәрбиәселәр араһындағы ҡайһы бер аңлашылмаусанлыҡтар ҙа шул сәбәпле килеп сыға ине.
Уны дөрөҫ юлға баҫтырыу өсөн ниндәй генә алымдар ҡулланманыҡ. Тик ғаиләһендә алынған кире тәрбиәне үҙгәртеүе еңелдән түгел.
Ғөмүмән, Ильясты иң тәртипһеҙ, ауыр холоҡло балаларҙың береһе тип атарға мөмкин. Киләсәктә бындай кешенең йәмғиәткә файҙа килтерә алыуы бик тә шикле.
Тәрбиәсе Рәйфә Түлебаева.”
...Бынан һуң арыу ғына йылдар үтте. Балалар йортонда минең менән бер осорҙа тәрбиәләнгәндәр күптән инде үҙаллы тормошта йәшәй. Мин дә, университетты тамамлап, баш ҡалала эшләп йөрөйөм.
Күпме генә күңелде ҡырған ваҡиғалар булһа ла, детдомда йәшәгән йылдар һағындыра. Бигерәк тә бер төркөмдә йәшәгән һәр тиҫтеремдең яҡты йөҙө, һөйөндөргән дә, көйөндөргән дә шуҡлыҡтары һаман иҫтә.
Балалар йортонда элек бергә тәрбиәләнгәндәр ауылда осрашыуға йыйылдыҡ. Тормошта үҙ урынын тапҡан ике тиҫтәгә яҡын кеше килде. Элекке тәрбиәселәребеҙ ҙә, уҡытыусылар ҙа саҡырылғайны. Күрешеү хөрмәтенә мул ғына итеп табын әҙерләнде.
Бындай осрашыуға сарсаған һәр кем детдомдағы булған хәл-ваҡиғаларҙы иҫенә төшөрҙө. Уңыштарыбыҙ тураһында һөйләнек. Бер-беребеҙҙең мәрәкәләрен иҫләп, көлөшөп тә алдыҡ. Табын артында ултырғанда ваҡыт тиҙ үтә икән.
Кисләй башлағас, ҡыҙмаса булып алған Рәмил эргәмә килде.
– Ильяс ағай, һине бер минутҡа ғына мөмкинме? – тип саҡырып алды. Беҙ уның менән бер бүлмәлә йәшәнек. Уҡыуға һәләк тырыш булды. Төрлө ярыштарҙа, олимпиадаларҙа уға етеүсе юҡ ине. Балалар йортонан һуң ниндәйҙер һөнәрселек училищеһына уҡырға ебәрҙеләр. Унан һуң тыуған яғына эшләргә ҡайтты.
Мин сыҡтым.
– Ағай, һиңә бер нәмә әйтергә ине. Теге ней... — Рәмил һүҙҙе ниҙән башларға белмәй, ыҡ-мыҡ итеп бер аҙ торҙо.
– Нисек бар, шулай әйт һуң.
– Һинең алдыңда үҙемде шул тиклем ғәйепле итеп тоям...
– Китсәле, юҡты һөйләмә! Бер зыяныңды ла күргәнем булманы.
– Тейҙе шул. Һин үҙең генә белмәйһең әле. – Рәмилдең йөҙө ҡыҙарып китте. – Шул ҡылығым ҡасандан бирле миңә тынғылыҡ бирмәй. Әле булһа ла үкенеп бөтә алмайым. Инде был күргәндә лә һинең алдыңда ғәфү үтенмәһәм, тыныс йәшәй алмам.
– Нимә әйтергә теләгәнеңде аңламайым, Рәмил.
– Ауылда берҙән-бер умартасы Ғосман ағайҙы хәтерләйһеңдер?
– Эйе.
– Бына шул ағайға беҙ төркөмдәш Морат менән барғайныҡ. Шул хәтлем бал ашағы килә ине. Үҙең беләһең бит инде – умартасыла бал мул. Ә балалар йортонда ундай һыйҙы күргәнебеҙ ҙә юҡ.
– Шунан, ашанығыҙмы?
– Их, ашамаһам, күпкә хәйерле булыр ине. – Ул бер аҙ шымып торҙо ла, ауыр көрһөнөп, һүҙен дауам итте. — Ғосман ағай беҙҙең нимәгә килгәнебеҙҙе белһә лә, тиҙ генә һыйын сығарырға ашыҡманы. Тәүҙә ихатаһына индерҙе, хәл-әхүәл һорашты, нисек уҡыуыбыҙ, балалар йортондағы тормош менән ҡыҙыҡһынды. “Рәйфә апайығыҙ балаларға ҡул күтәрергә ярата, тиҙәр. Шул дөрөҫмө?” – тип төпсөндө ул. “Әгәр нисек бар, шулай һөйләһәк, бал менән һыйлайым”, тине. — Рәмил ауыр һулап ҡуйҙы.
– Ә һеҙ нимә тинегеҙ?
– Күрәләтә балдан ҡолаҡ ҡаҡҡы килмәй бит! Нисек бар, шулай һөйләнек. Уның нимәһен йәшерәһең — ысындан да шулай бит инде. Берәй нәмәне дөрөҫ эшләмәһәң, башҡа асҡыс менән һуҡҡанын һөйләнек. Үҙенең өйөнә беҙҙе эшләтергә йөрөткәнен дә әйтеп һалдыҡ. Шунан һуң ағай өйөнә алып инде. Ҡатыны сәй яһаны. Өҫтәлдә яңы ғына айыртылған балды күргәс, күҙҙәр бәзләп китте. Ә Ғосман ағай төпсөнөүен дауам итте. “Рәйфәнең өйө эстән матурмы?” — тигән була. “Уй, ағай! Һеҙ тәрбиәсебеҙҙең өйөн күрһәгеҙ, башығыҙ әйләнер ине. Унда нимә генә юҡ! Тик әйберҙәрҙең күбеһе – детдомдыҡы. Сынаяҡтар ҙа, башҡа һауыт-һаба ла, ҡорғандар ҙа, вазалар ҙа, мендәр тышлыҡтары ла беҙҙеке. Уны тәрбиәсебеҙ нисек үҙенә ташып өлгөргәндер”, – тип әйтеп һалдым. “Ә быны һин ҡайҙан беләһең? Бәлки, тәрбиәсең шундай уҡ әйберҙе магазиндан һатып алғандыр?” – тине умартасы, уны яҡлап. Үҙемдең әйткәнемде нисек дәлилләргә лә белмәй ҡалдым. Әгәр Ғосман ағай ошо турала Рәйфә апайға әйтһә? Улайһа, бөттө баш! Нисектер ҡотолор кәрәк ине. “Был турала беҙҙең Ильяс яҡшы белә. Ул үҙ күҙҙәре менән күргән”, — тип алдап әйткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Тик һеҙ был турала мин әйтте тимәгеҙ инде, тип үтендем. Рәйфә апайҙан туҡмалырмын тип ҡурҡтым. Ә һиңә, беҙҙән ҙурыраҡ булғанға, барыбер бер нәмә лә булмаҫ тип уйланым...
Бына һиңә, мә! Көтмәгәндә бындай хәбәрҙе ишеткәс, үҙем дә шаңҡып ҡалдым. Һәр яҡлап та өлгөлө булып йөрөгән Рәмилдең ауыҙынан бындай һүҙҙәрҙе ишетермен тип кем уйлаған?
– Ғәфү ит инде, ағай! – Рәмил ғәйепле ҡарашын ситкә йүнәлтте. – Бер ҡалаҡ татлы балдың шул тиклем әсе ғазапҡа әйләнерен уйламағайным...
Шул саҡ яҡында ғына кемдеңдер ауыр уфтанғанын ишетеп, боролоп ҡараныҡ. Ә унда хаҡлы ялда булған тәрбиәсе Рәйфә Түлебаева баҫып тора ине. Ул бер-ике аҙым артҡа сигенде лә ағасҡа һөйәлде, быуындары тотмайынса, ултыра төштө.