Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Оҫта китте – моңо ҡалды
Оҫта китте – моңо ҡалды
Үҙе иҫән саҡта бик сығарғыһы килде был китабын. «Ҡайҙа баҫтырырға була?», «Күпмегә төшә?» тип миңә шылтыратып та кәңәшләште. Ул өлкәлә тәжрибәм юҡлыҡтан, әллә ни ярҙам да итә алманым. Һүҙ күренекле композитор, бер йыл элек арабыҙҙан киткән Салауат Низаметдинов һәм уның «Тәүбә» исемле китабы хаҡында бара.


Композитор «Тәүбә»һе

Республика һуҡырҙар китапханаһында үткән хәтер кисәһендә был йыйынтыҡтың ҡулъяҙмаһы уларҙа булыуын белгәс, директоры Айгөл Рафаэль ҡыҙы Әминеванан бер нисә көнгә генә биреп тороуын үтендем. Ләкин тотошлайы менән танышып сығырға көсөм етмәне. Салауатты юғалтыу һағышы шул тиклем көслө ине, ҡулъяҙмаһының һәр һүҙенән, һәр битенән үҙе ҡарап, үҙе һөйләп торған кеүек булғас, кире өҫтәл тартмаһына һалып ҡуйҙым. Болоҡһоу саҡта йәнә алам да, бер аҙ уҡып, тағы һалам. Шулай итеп, ҡулъяҙмаһын башынан аҙағына тиклем эҙмә-эҙлекле генә итеп уҡып сығырға тура килмәне – китапхананан кире һорап алдылар.
Һәм бына, ниһайәт, Салауат Низамет­ди­новтың ҡатыны Резеда ханымдың тырыш­лығы менән, вафатына бер йыл тигәндә, китап донъя күргән. Егерме ике бүлектән торған йыйынтыҡта композитор үҙенең бала сағынан, мәктәп йылдарынан алып нисек ижадҡа килеүе, юлында осраған изгелекле кешеләр, уҡытыусылары, остаздары, дуҫта­ры, рухташтары тураһында һөйләй. Тормо­шондағы тәүге юғалтыуҙары, беренсе уңыш­тары, йыр һәм опера жанрында нисек эшләүе, республиканың Композиторҙар союзына етәкселек итеүе, ижад кешеләренең үҙ-ара мөнәсәбәте, мәҙәниәт торошо хаҡында уйҙары, хыялдары һүрәтләнә. Йәшлек хаталарын да, ғаилә тормошон да, яҙмышындағы яҙлыҡҡан мәлдәрен дә йәшермәй – уҡыусы алдында ысын мәғәнәһендә тәүбәгә килеп, булмышын асып һала.
Ҡайһы бер кешеләр әйтеүенсә, бәлки, бәхәсле урындары ла юҡ түгелдер. Әммә Салауаттың һөйләгәнен ҡағыҙға күсергән музыка белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Виктория Симонова белдереүенсә, китап Салауат хаҡында түгел, ул – Салауаттың китабы. Кем һөйләй – шул хаҡлы, тиҙәр. Тимәк, был китап та – Салауаттың хәҡиҡәте, уның дөрөҫлөгө.

Салауатһыҙ бер йыл


Һәр концертында яңғыраған «Ашығамын» тигән йыр Салауат Низаметдиновтың тормош девизына әйләнгән һымаҡ ине. Күренекле шағирә Гөлфиә Юнысова һүҙҙәренә яҙылған ул. Яңы йыр ижад итһә, тиҙерәк берәйһенә биреп, тамашасыларға ет­кергеһе килде. Йыл да, моң һөйөүселәр алдында ижади хисап тотҡан кеүек, концерттарын ойошторҙо. Халыҡ менән осрашыу­ҙарға ихлас йөрөнө. Минең 50 йәшлек юбилейымда, алыҫ тип тормай, тыуған яғым – Көйөргәҙе районының Ялсыҡай ауылында, ҡасандыр мин белем ал­ған, әле күренекле яҙыусы Рәшит Солтан­гәрәев исемен йөрөткән Таймаҫ мәктәбе уҡыусылары, уҡытыусылары алдында, фор­тепьяноһы ла булмаған ауыл клубында тегеләрҙең баянында, синтезаторында уйнап яҡташ­та­рымды ҡыуандырҙы. Ә инде «Һуғыш балалары – тарих яралары» тигән кита­бым­дың исем туйын үткәрергә Өфөләге ҡарттар йортона барып, инвалид, бер аяғы протез Валентин Андреевич Поляковтың аккордеонына ҡушылып, пианинола уйнап, уларҙың йәшлек йырҙарын башҡарыуы мәңге оноторлоҡ түгел. Ә бит ҡайһы бер дуҫ тип аралашып йөрөгән артистар ҙа кисәмдә ҡатнашҡан өсөн аҙаҡ аҡса һорауҙан тартынманы. Салауат иһә үҙ маши­наһында килеп, сығыш яһап, хатта сәй эсергә лә ҡалып тормайынса, ашығыс эштәр көтөүен әйтеп, тиҙерәк кире Өфөгә юлланды.
Салауатһыҙ бер йыл. Нисек үтте ул? Үҙе арабыҙҙа булмаһа ла, әйтерһең дә, ваҡытлыса ҡайҙалыр киткән кеүек кенә. Сөнки яңынан-яңы ижады һаман тамашасыларҙы ҡы­уан­дыра, уйландыра, шомландыра. Биге­рәк тә уҙған йылдың аҙағында, 20 – 21 декабрҙә, Баш­ҡорт дәүләт опера һәм балет теат­рының Бәләкәй залында үткән «Мин һине шундай яратам» тигән операһын тыңлаған кешеләр күҙ йәштәренә төйөлөп, тетрәнеп сыҡ­ты. Был әҫәр – Салауат Низа­метдиновтың һуңғы ижади эше. Һигеҙенсе операһы.
Нимәһе тетрәндерҙе һуң был әҫәрҙең?! Н. Саймон, А. Соколова, Эдуардо де Филиппо, Григорий Горин, Исидор Шток кеүек Рәсәй һәм сит ил авторҙарының әҫәрҙәренән, шулай уҡ Рөстәм Ғәлиевтең шиғырҙарынан ижад ителгән либретто беҙ быға тиклем күреп өйрәнгән ғәҙәти операларға оҡшамағайны. Уның жанрын «опера фристайлы» тип билдәләүҙәренән үк ябай түгеллеге күренеп тора ине. Йырсылар, драма актёрҙары кеүек, һөйләп тә сығыш яһай.
Тамашаға килгәндәрҙе ожмахтың тыйыл­ған емеше – алма менән ҡаршыланылар, залға үткән һәр кешегә берәр алма тоттор­ҙолар. Ғәжәпләнеберәк ҡалған тамашасылар сәхнәләге ҙур алма рәүешендә эшләнгән декорацияны күреп, донъялағы мәңгелек хис – Әҙәм менән Һауа, йәғни ҡатын-ҡыҙ менән ир-егет араһындағы мөхәббәт хаҡындағы әҫәр булыуын аңлай. «Кешеләр, бер-берегеҙҙе яратығыҙ!» тип бөтә тамаша. Был тауыш сәхнәнең төрлө яғынан яңғырап, залдың төрлө мөйөшөнә тарала. Хас та эргәңдә ултырған күршең әйтә ошо һүҙҙәрҙе һиңә.
Әҫәрҙә геройҙарҙың Юғары көс менән әңгәмә алып барыуҙары, геройҙарҙың бере­һенең сәхнәлә йөрәген тотоп йығылыуы авторҙың үҙенең тамашасылары менән хушлашыуы кеүек ҡабул ителде…
Салауат Низаметдинов «Мементо» опе­раһын яҙғанда ла геройҙары яҙмышын йөрәге аша үткәреп, улар менән бергә алты тапҡыр «үлеп», алты тапҡыр ҡабат «терелә». Хатта уға: «Был темаға артыҡ күп ҡағылма, юғиһә, геройҙарыңдың яҙмышы үҙеңдә ҡабатланыуы ихтимал», – тип әйтеүселәр ҙә була. «Тәүбә» китабында Салауат Гогендың түбәндәге һүҙҙәрен килтерә: «Һыҙ­­ла­ныу-ғазаптар талантты көсәйтә. Әммә улар артыҡ күбәйеп китһә, талантты үлтерә». Ижад кешеһе бәхетле була алмай. Ләкин мин йәшәргә теләйем әле. Үҙемә тәғәйенләнгәнде эшләргә тейешмен. Мин быны беләм һәм ышанам».
«Мин һине шундай яратам» операһы Салауат Низамет­динов­тың һуңғы ижад емеше, «аҡҡош йыры» булып ҡалды.
Композитор үҙенең тыуған көнөндә йыл да концерт менән сығыш яһай торғайны. Һуң­ғыһы данлыҡлы яҡташыбыҙ Салауат Фәтхет­динов менән берлектә үтте. Аҙаҡҡы бер нисә йылда уларҙы ижади дуҫлыҡ бәйләне, байтаҡ йырҙарын Татарстан халҡы яратып ҡабул итте.
Быйылғы тыуған көнө унһыҙ ғына уҙҙы. Әммә йола һаҡланып ҡалды. Башҡортос­тандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина, танылған режиссёр Зөлфиә Ҡолдәүләтова һәм музыка белгесе, журналист Миләүшә Иҙрисова сценарийы менән 3 мартта Өфө халҡы композитор менән яңынан осрашты. Эйе, осрашты тип яҙыуымда бер ниндәй ҙә хата юҡ. Сәхнә асылыу менән экрандан тере Салауат һөйләне, йырланы. Әйтерһең, ул һаман да тамашасылары менән, улар араһында. Салауаттың бик күп йырҙарын тап ул теләгән көсөргәнештә башҡара алған Әлфиә Юлсуринаның башланғысы менән үткәрелгән бындай концерттар, киләсәктә йолаға инеп, йыл да дауам итер, тип ышанабыҙ.
Салауат Низаметдиновтың «Тәүбә»һе һуҡырҙар китапхана­һында тауыш менән яҙылған. Уны яҡты донъяны күреүҙән мәхрүм уҡыусылар килеп тыңлай ала. Бында шулай уҡ «Ялан сәскәләре», «Тулҡындарға ҡаршы йөҙәм» исемле йыр китаптары, аудио-видеояҙмалары, буклеттары, композитор хаҡында сыҡҡан төрлө матбуғат баҫмала­рындағы мәҡәләләр, үҙенең интервьюларынан төҙөлгән күргәҙмә эшләнгән. «Оҫта китте – моңо ҡалды» тигән виртуаль күргәҙмә менән дә китапхананың сайты аша танышырға мөмкин.
Был тормошта бөтә кеше лә тәүбәһенә килмәй, бының өсөн рухи көс тә, башҡалар алдында ихлас булып ҡала алыр йөрәк тә кәрәк. Ә бит күптәр иҫтәлектәр, көндәлектәр, хәтирәләр яҙғанда ла тулыһынса асылып китмәй. Салауат иһә үҙенең китабында нисек бар – шулай күҙ алдына килеп баҫа, бер кемгә лә оҡшарға ла, ярарға ла тырышмай. Йәл, үҙе генә ҡулына тота алманы был китабын. Хәҙер инде ул тереләргә әйтер һүҙе, аманаты булып ҡалды.
«Тәүбә» китабының бик аҙ данала донъя күреүен иҫәпкә алып, «Башҡортостан» гәзите уҡыусыларына унан ҡыҫҡа-ҡыҫҡа өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 060

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 581

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 780

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 606

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 513

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 419

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 410

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 576