Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аһәңле моң ҡолағымда сыңлай...
Аһәңле моң  ҡолағымда сыңлай...
Һәр кемгә тыуған ере, тәүге тәпәй баҫҡан атай йорто, бала саҡтың ләззәтле минуттарын бергә үткәргән туғандары, дуҫтары ҡәҙерле һәм яҡын. Фани донъяла кешенең атайсалы, ауылдаштары, яҡташтары менән ғорурланыу тойғоһон кисереү ихтыяжы бар. Ә инде бының өсөн сәбәптәр булмаһа, ул үҙен етемһерәп, юғалып ҡалғандай тоя.


Был йәһәттән мин икеләтә бәхетле. Беренсенән, тарихи быуаттар төпкөлөнә тоташҡан боронғо аҫаба башҡорттар нигеҙ һалған ауылым булһа, икенсенән, алтын ятҡылығы өҫтөндә ултырған төйәгемдең иң ҙур байлығы – ауылдаштарым менән сикһеҙ ғорурланам.
Күсей ерендә тыуып үҫкән шәхестәрҙең исеме әҙәбиәт, сәнғәт, мәҙәниәт күгендә әленән-әле йондоҙҙай балҡыуын дауам итә. Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадынан билдәле булған Бирғәле сәсән, мәшһүр ҡурайсы Хәмит Әхмәтов, ғалим-педагог, “Әлифба”ның тәүге авторы Абдрахман Ғәлләмов, Баш­ҡорт­остандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Абдулхаҡ Игебаев, күренекле яҙыусы һәм драматург, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова, исеме милли бейеү сәнғәте классикаһына ингән хореограф, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Йәүҙәт Бикбирҙин, Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитова, күренекле рәссам, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миҙхәт Байрамғолов һәм башҡа бихисап арҙаҡлы кеше сыҡҡан ауылымдан. Ә Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғоловтың яҡты иҫтәлеге күңелебеҙҙә мәңге һаҡланыр. Ирәндектең һәр ташы сихри нурҙар сәсеп, ҡояшта ялтыраған кеүек, яҡташтарымдың һәр ҡайһыһы ниндәй ҙә булһа һөнәргә эйә булып, ауылымдың данын арттыра. Һәр хәлдә, республикаға шундай күп күренекле шәхес бүләк иткән ауылдар бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Районда беренселәрҙән булып “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын башлап ебәргәндәр ҙә – күсейҙәр. Быйыл был байрамдың ойошторолоуына ла утыҙ йыл тулды. Һәр биш йыл һайын ауыл халҡы ситтә йәшәгән яҡташтарын бергә йыйып, туғанлыҡ хистәрен яңырта, дуҫлыҡ ебен нығыта, йорттар ҡайтанан ҡупшыланып, ҡунаҡ ҡабул итә. Тыуған яғыңды ҡәҙер итеү, ауылдаштарыңды ихтирамға күмеү, үҙ ырыу-нәҫелеңде белеү – халҡыбыҙ өсөн яҙылмаған ҡанундар ул.
Аһәңле моң  ҡолағымда сыңлай...Осрашыуға барыһы ла ентекле әҙерләнгән: һәр йорт үҙенең төҙөклөгө, баҡсаһындағы күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләре менән матур. Ауыл халҡы күмәкләп өс тапҡыр өмә үткәргән, зыярат ҡайтанан кәртәләнгән, мәсеткә ремонт эшләнгән, “зәңгәр ут” тоташтырылған, сүплектәр таҙартылған. Күсейҙең дан­лы үткәне, мәктәп тарихы, күренекле кешеләр, өлгөлө ғаиләләр хаҡында йөкмәткеле стендтар эшләнгән. Ғөмүмән, ситтә йәшәгәндәрҙе ҡунаҡсыл ауылдаштарым тулы әҙерлек, яҡты йөҙ, мул табын, йыр-моң менән ҡаршыланы.
Тәүге тәпәй баҫҡан атай нигеҙен, ялан аяҡ йүгереп уйнап үҫкән һуҡмаҡтарҙы, йәшлектәре үткән урамдарҙы һағынып, туғандар, дуҫ-иш менән бер күрешеүгә ашҡынып ҡайтҡан һәммәһе лә тәүҙә мәктәптә урынлашҡан музейҙа туҡталды. Уның етәксеһе Гүзәл Игебаева һорауҙарға яуап бирҙе, ауыл, мәктәп тарихы менән таныштырҙы.
Аһәңле моң  ҡолағымда сыңлай...Байрам Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар хөрмәтенә ҡуйылған обелискыға, Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миң­ле­ғо­ловтың бюсына сәскә һалыуҙан, яуҙа һәләк булғандарҙы бер минут тын ҡалып хәтергә алыуҙан башланды. Артабан йыйын ауылдың иң күркәм ерендә урынлашҡан сәхнәлә дауам итте.
Ниндәй тамаша ат сабышынан башҡа үтһен инде?! Был юлы ла бәйгелә тиҫтәгә яҡын һыбайлы ҡатнашты. Юртаҡтарҙың ҡайһыһы елдәй етеҙ елеп, хужаһына еңеү килтерһә, бәғзеләре, сығынлап, ярты юлдан ситкә тайпылды. “Малай” ҡушаматлы аты менән Венер Байғузинға тиңләшеүсе булманы. Икенсе урынды “Ҡуян”ы менән Урал Игебаев алһа, өсөнсө урынға “Ҡарлуғас” исемле аты менән Ринат Байназаров сыҡты. Егеттәр менән бер рәттән ат сабышында ҡатнашырға батырсылыҡ иткән Сөмбөл Ғилметдинова ла бүләкһеҙ ҡалманы. Сая ҡыҙ “Буян”ы менән күп егеттәрҙең танауына сиртте.
Күсейҙәрҙең ҡыуанысын уртаҡлашырға район башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Рәмил Сирғәлин, район Советы депутаты Динара Сәйғәфәрова, Республика перинаталь үҙәге етәксеһе Фирғәт Байрамғолов килгәйне. Ҡунаҡтарҙы Күсей ауыл биләмәһе башлығы Сәриә Йыһаншина сәләмләне.
– Бөгөн беҙҙә – оло байрам. Тыуған яғына ашҡынып ҡайтҡан барлыҡ ауылдаштарыма оло рәхмәт. “Ни сыҡмаһын, шул Күсейҙән сыға” тигән лаҡап халыҡ араһында юҡҡа йөрөмәйҙер, күрәһең. Күсейҙәр бер ерҙә лә һынатмай: республикала исемдәре билдәле бихисап шәхесебеҙ бар, күптәре бөгөн төрлө өлкәлә алдынғылар рәтендә тора. “Ирәндек айыуы” тип исемләнгән илдәге иң ҙур алтын самородогын тапҡан Радик Үтәғолов та беҙҙең уҙаман.
Ауылда төпләнгәндәр ҙә һынатмай: бына тигән итеп донъя көтә, балалар үҫтерә, мал-тыуар аҫрай, кесе Ватандың данын арттыра. Ауылға тулыһынса газ үткәрелде, һәр йорт төҙөкләндерелде, үҙебеҙҙең көс менән балалар майҙансығы төҙөлдө. Беҙҙә элек-электән рухлы, сабыр, тырыш халыҡ йәшәй, шуға ла кешеләр мул тормошта көн күрә. Быуындар сылбырын дауам иткән, бар туғандарҙы бергә туплаған байрам үткәреү йолаһы артабан да дауам итһен, һәр саҡ аралашып йәшәйек, тыуған яғығыҙға йышыраҡ ҡайтығыҙ, – тип тамамланы сығышын Сәриә Рәшит ҡыҙы.
Ул шулай уҡ 50 йыл бергә ғүмер иткән өлгөлө ғаиләләрҙе, осрашыуҙы үткәреүҙә ярҙам күрһәткән бағыусыларҙы, иң яҡшы йорт хужаларын бүләкләне.
Ҡунаҡтар ҙа буш ҡул менән килмәгәйне. Мәҫәлән, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миҙхәт Байрамғолов улдары Фирғәт һәм Булат менән ауыл мәсетенә “зәңгәр ут” тоташтырыуҙы тулыһынса үҙҙәре атҡарып сыҡты. “Афарин”дан башҡа ни әйтәһең инде ундай ир-азаматтарға!
Сағыу тамаша ауыл таланттарының моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре менән үрелеп барҙы. Әлфир Заманов, Әнүзә Ғәбделисламова, Рифат Баймөхәмәтов, Вәсилә Сафиналарҙың сығышын халыҡ яратып тыңланы. Хатта ауылдаштарын тәбрикләргә алыҫ араны яҡын итеп Урғаҙы ауылынан “Ялан” фольклор ансамбле лә килеп еткәйне. Етәксеһе – ошо ауыл егете Сәғит Хәйбуллин.
Күсейҙәр был көндә төрлө спорт ярыштарында көс һынашты, милли уйындарҙа ҡатнашты. Барыһы яратып ҡараған көрәш майҙанында был юлы ла халыҡ күп булды. Келәм батыры исеменә Илнур Абдуллин лайыҡ булды. Еңеүсегә тәғәйенләнгән һарыҡты Зөһрә Арғынбаева бүләк итте.
Осрашыу һәр кемдең күңелендә йылы тойғолар ҡалдырҙы, барыбыҙ ҙа тормош мәшәҡәттәренән бер аҙ арынып, дуҫ-туғаны, ҡан- ҡәрҙәше менән осрашты, аралашты. Ситтә йәшәгәндәрҙе бер ҡорға йыйған, матур тамаша бүләк иткән өсөн барлыҡ ауылдаштарыма оло рәхмәтемде еткерәм. Был матур көндәге аһәңле моң ҡолағымда һаман сыңлай кеүек...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 688

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 068

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 589

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 788

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 614

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 467

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 519

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 425

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 683

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 419

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 582